Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғыш ваҡытынан алда өлгөрттө
Һуғыш ваҡытынан алда өлгөрттөБөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 66 йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, ул ваҡыттағы кисергән михнәт, ҡайғы, аслыҡ-яланғаслыҡ һаман йөрәктәребеҙҙе әрнетә, күңелдәребеҙҙе әсендерә. 1930 — 1945 йылдарҙа тыуғандарҙы электән үк “һуғыш балалары” тип атанылар. Миллиондарса сабыйҙың атайҙары яу яландарында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен ҡорбан итте, ҡатындары — тол, балалары һәм әсәләре етем ҡалды.
Һуғыш балалары еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн ололар менән бер рәттән колхоз, совхоз баҫыуҙарында, фермаларында, завод-фабрикаларҙа алһыҙ-ялһыҙ тир түкте, аслыҡтан шешенде, сирләне, өшөп туңды, әммә теш-тырнағы менән йәшәргә тырышты, түҙҙе... Улар шулай фиҙакәр эшләмәһә, Бөйөк Еңеү яҙын да ҡаршыларға тура килмәҫ ине, моғайын. Хәҙер инде уларға 67 — 81 йәш, хаҡлы ялдалар. Шуныһы ҡыҙғаныс, тылда эшләүселәр хеҙмәтенә бөгөн дә лайыҡлы баһа бирелмәгән, пенсиялары түбән, күптәре бик яфа сигеп донъя көтөргә дусар ителгән. Ләкин әле һаман уларға айырым статус, өҫтәмә льготалар биреү мәсьәләләре хәл ителмәй.
Ошондай бихисап ғаиләләр араһында беҙ ҙә сағыу миҫал булып торабыҙ. Атайым Әхмәҙулла Ниғмәтуллинды, Күгәрсен районының Юлдыбай ауыл Советы рәйесе булғанлыҡтан, тәүҙә һуғышҡа алмайҙар, ә 1943 йылдың февраль айында үҙе теләп фронтҡа китә һәм 6 июлдә Курск-Орел дуғаһындағы утлы ғәрәсәттә һәләк була. Ул Курск өлкәһе Мало-Архангель районының Тросна ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Әсәйем Байрамбикә 35 йәштә генә тол ҡала. Беҙ, алты бала, уның тәрбиәһендә үҫтек. Атайым һәләк булғанда оло апайым Бәзихаға — 17 йәш, уртансы апайым Зарифаға — 15, бәләкәй Нәзирәгә — 10, оло ағайым Рауилға — 7, Тәлғәткә — 4 йәш, миңә ни бары 6 ай ғына ине. Әсәйем көн-төн колхоз эшендә, ул заманда барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарылды. Апайымдар, хатта ете йәшлек Рауил ағайым да уға ураҡ урыуҙа, бесән әҙерләүҙә, һыйыр, һарыҡ фермаларында төрлө эштә ярҙамлаша. Әсәйем утын-бесәнде үҙе яһатып алған санаға Зойка исемле һыйырын егеп ташый. Ире булмағас, барлыҡ хужалыҡ мәшәҡәте уның өҫтөндә. Ашау аслы-туҡлы, әлдә картуф бар, икмәк алтын урынында, бөртөгө лә ҡәҙерле. Яҙ етһә, һарына, әтмәкәй, йыуа, ҡаҡы, кесерткән, ҡымыҙлыҡ үләндәрен, ҡош йомортҡаһын, баҡса ҡаҙғанда тороп ҡалған картуфты күмәкләп йыялар. Был ризыҡ беҙгә астан үлергә ирек бирмәй. Әсәйем йәй ҡом-балсыҡ ташый, кирбес һуғып, бер үҙе аласыҡҡа мейес сығара.
Оло Эйек йылғаһы ауылыбыҙ янынан ғына аға. Май-июнь айҙарында йылға буйлап, Йылайыр районында әҙерләнгән ылыҫлы ағасты һаллап, Ырымбурға ағыҙалар. Әсәйем йыл да ошо эшкә яллана, сөнки унда эшләгәндәрҙе ашаталар, көн дә һәр кемгә хеҙмәт хаҡы иҫәбенә берәр арыш икмәге, ярты кило тоҙланған балыҡ, аҙ ғына булһа ла маргарин бирәләр, бар ризыҡты әсәйебеҙ өйгә ҡайтарып тора. Иртә таңдан киске ҡараңғыға тиклем күкрәктән боҙло һыуҙа йөрөгәс, уның тәненә һыҙлауыҡлы шешектәр сығып яфалай. Ни эшләһен инде, балаларын ашатырға, нисек тә йән аҫрарға кәрәк бит. Ошо михнәттәр уны һуңынан ҡыҙыл үңәс сиренә дусар итте һәм 68 йәшендә генә яҡты донъянан алып китте. Ағайымдар ҙа оҙаҡ йәшәмәне, Рауил — 56, Тәлғәт 13 йәштә ауырып вафат булды. Бәхеткә күрә, өс апайым да әле иҫән, 86, 84, 78 йәштәләр.
Ул ваҡытта өҫтәге кейем ҡырҡ ямаулы булды. Әйбер-фәлән юҡ. 1950 йылда Бәзиха апайым мине ике дәфтәр һәм ҡәләм тоттороп (ул Темәс педучилищеһын тамамлағайны), Юлдыбай ете йыллыҡ мәктәбенә етәкләп алып барҙы, дүрт йыл мине уҡытты. Мәктәп иҫке, һыуыҡ, яҙған ҡара туңа, өҫкө кейем-һалымды сисмәйбеҙ. Күп ауырлыҡтар күрһәм дә, 1957 йылда мәктәпте отличноға тамамланым.
Уҡыуҙы дауам итергә кәрәк, сөнки атайымдың фронттан минең үҙемә генә төбәп яҙған хатын яттан беләм: “Улым, әгәр мин әйләнеп ҡайта алмаһам, үҫкәс, уҡып, ҙур белемле кеше бул, әсәйеңде ҡара”, — тигән.
Ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға? Өс апайым да, Темәс педучилищеһын тамамлап, уҡытыусы булды. 1947 йылда Дәүләкән педучилищеһын Күгәрсен районының үҙәге Мораҡҡа (Ҡыҙыл мәсет) күсерҙеләр. Апайымдарҙың йоғонтоһонда үҫкәс, оҙаҡ уйланып торманым. Класташтарым Абдулла Әбделмәнов, Фәниә Айытҡолова, Хәйҙәр Хәбибназаров менән ошо уҡыу йортона документ тапшырҙыҡ. Имтихан бирергә 130 самаһы кеше килгәйне, ә бары 30 тирәһе генә студент буласаҡ.
Был педучилище Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусылар етешмәү сәбәпле асылған. Ул заманында бик төплө белемле кадрҙар әҙерләй, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһе аҙаҡ, юғары белем алып, республиканың төрлө тарафтарында эшләне. Мәҫәлән, Башҡортостан Фәндәр академияһы академиктары Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсиндарҙың исемен кем генә белмәй, яҙыусы Раил Байбулатов, фән кандидаттары Ишбулды Вәлитов, Мәхәмәт Мырҙабулатов, күренекле журналистар Мадриль һәм Марсель Ғәфүровтар ҙа ошо училищела белем алған.
1957 йылда көньяҡ райондарҙа башланғыс класс уҡытыусылары күбәйеү сәбәпле, педучилищены ябырға хәл ителә. Шуға күрә мин уҡырға килгән йыл уҡыу йорто өсөн дә, абитуриенттар өсөн дә ябай булманы. Үрҙә һанап кителгән иптәштәрҙән тыш, төркөмөбөҙҙә Күгәрсен районынан Ғәшүрә менән Нәҡиә Сәлиховалар, Шәриф Әбйәлилов, Рәүилә Собханғолова, Шамил Алсынбаев, Нәзирә Рәхмәтуллина, Ейәнсуранан Миңзәлә һәм Тамара Аҙнабаевалар, Мәрхәбә һәм Зөлфирә Мозафаровалар, Асия Аҡъюлова, Сәлимә Үҙәнбаева, Фирҙәүес Илбаева, Гәүһәр Әбсәләмова, Көйөргәҙенән Айрат Әлибаев, Мөнирә Теләүембәтова, Флорида Хөсәйенова, Тамара Вәлитова, Ғәлиә Юнысова, Мәләүез районынан Әсҡәт Уразбахтин, Мәрзиә Нуретдинова, Люциә Әминева, Миңлеғәле Иҫәнбаев, Баныу Хәсәнова, Миәкәнән Вәсилә Ноғоманова, Иглиндән Фрида Исмәғилева белем алды. Бына шуларҙың яртыһынан күбеһе — “һуғыш балалары”. Бөтәбеҙ ҙә 14-15 йәштә инек. Барлыҡ предметтар ҙа башҡортса уҡытыла, шуға күрә уҡыуы ауыр түгел. Ул ваҡытта бик дөрөҫ милли сәйәсәт алып барылған тип уйлайым, белем усағының исеме лә — Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы.
Ятаҡта бер бүлмәлә 12 кеше йәшәйбеҙ. Әллә ни туҡ булмаһаҡ та, тормош гөрләп тора. Фашизмды еңеүгә өлгәшкән Совет иле менән сикһеҙ ғорурланып йәшәгән күтәренке осор. Миҫал өсөн, 1957 йылдың 2 октябрендә илебеҙ донъяла беренсе булып яһалма Ер юлдашы осорҙо. Ә бит Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ни бары 12 йыл ғына үткәйне.
Тәүге уҡыу йылы һиҙелмәй уҙҙы. Бер көн директорыбыҙ Алсынбаев Сәлих Ҡунаҡбай улы беҙҙе йыйып алды ла: “Балаларым (уның улы Шамил да беҙҙең менән бергә уҡый), һеҙгә күңелһеҙ хәбәр килтерҙем. Беҙҙең уҡыу йортон бөгөндән ябалар. Һеҙҙе Мәсәғүт педучилищеһына ебәрһәк, ул бик алыҫ, Башҡортостандың төньяғында. Уҡытыу унда ла башҡортса, ләкин мин һеҙҙе Белорет ҡалаһына ебәрәм, унда металлургия комбинаты эшләй, икмәк, аҙыҡ-түлек табыу еңелерәк булыр. Урыҫса уҡыу ҡыйын булырын беләм. Башта үпкәләһәгеҙ ҙә, аҙаҡ миңә рәхмәт әйтерһегеҙ”, — тине.
Беҙ директорҙың кәңәшен тоттоҡ, август аҙағында Белоретҡа йүнәлдек. Ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр Мәләүез ҡалаһын күрҙек, автовокзалдан тимер юл вокзалына барғанда аҙашҡаныбыҙ иҫтә. Паровоз күреп, уның ҙурлығына, әсе тауышына хайран ҡалдыҡ. Стәрлетамаҡҡа поезда килеп, вокзалда төн уҙғарҙыҡ. Таң атыу менән автовокзалға барып, йөк ташыу машиналарына тейәлеп, оҙон юлға сыҡтыҡ. Хәҙер генә ул ҡайҙа барам тиһәң дә автобус, “ГАЗел”дәр тулып тора. Беҙ ултырған “ГАЗ-53” йөк машинаһының борттары буйлап ағас эскәмйәләр ҡуйылған, өҫтө тент менән ҡапланған. Белоретҡа илтеүсе 270 саҡрым юлға ҡырсын, ҡайһы ерҙә йомро таш түшәлгән. Тау-таш араһынан һалынған юл буйлап дауам иткән сәфәрҙе әле лә яҡшы хәтерләйем. Иң бейек Алатау түбәһенә менеп еткәс, иҫ китмәле күренеште күреп, йөрәк тетрәнеп китә. Шундай бейеклеккә машинаның нисек күтәрелә алғанына хатта ышанғы килмәй. 14 сәғәт буйы тирә-яҡ тәбиғәтте күҙәтеп, шулай хисләнеп барҙыҡ та барҙыҡ. Металлургия комбинаты, уның мөһабәт домна мейесе, йәйрәп ятҡан ҙур быуаһы кисәгеләй күҙ алдында.
(Аҙағы бар).
Рифҡәт НИҒМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498