Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "О-о-о, рәхәтләнеп эстек!"
"О-о-о, рәхәтләнеп эстек!"
Шаулап-гөрләп Яңы йыл килде, уның артынан — сессия, каникул, Ғашиҡтар көнө, 23 февраль, 8 Март... Бер һүҙ менән әйткәндә, юҡ ҡына нәмәне лә "йыуырға" ғәҙәтләнгән студенттарға кәйеф-сафа ҡорорға уңайы табылып ҡына тора. Киләһе сессияға тиклем ваҡыт бар, шуға күрә замана йәштәре өкө роленә ингән мәл. Шулай булмай ни, әкиәт илендә йәшәгәндәй, төнө буйы шешә бушатып, көндөҙ йоҡо һимертәләр.

Бәйҙән ысҡынған ХХI быуат йәштәренең фекеренсә, студент тормошо, гүйә, төнгө клуб, аулаҡ фатир, һыра, кальян, шау-шоуҙан ғына ҡоролорға тейеш. Аңды, рухи байлыҡты үҫтерә торған саралар, түңәрәктәр тураһында ете ятып бер төштәренә инә уларҙың? Һы-ы, нимәгә уға баш ватырға! Уның ҡарауы, ата-әсә балаһы уҡыһын тип эсмәй-ашамай бил бөгөргә әҙер, имтихандар мәлендә ҡаҙ-өйрәктәрен "осороп" ҡына торалар. Ҡайғырып-борсолоп ултыраһы урынға күстәнәс ярҙамында тапшырылған имтихан, зачет өсөн гәлсәр бокалдар күтәрелә...
"Эскәс, хәтереңде юйғансы эсергә" тигән девиз менән йәшәгән студенттар ятаҡ бикләнмәҫ элек фатирҙа йәшәгән дуҫтарына толпарҙай ашыға.
Каникул мәлендә бәйеле аҙғандар, бәлки, саҡ ҡына һыуынып торор, ни тиһәң дә, ата-әсәһе янында, берҙе бишкә әйләндерергә яратҡан ауыл халҡы алдында намыҫтары уяныр тиһәм, ҡырҡа яңылышҡанмын. Каникул нисек үтте тигән һорауыма уларҙың ауыҙынан ишеткән яуапты һеҙгә тәҡдим итмәксемен:
— О-о-о, рәхәтләнеп таңғы алтыға тиклем эстек! Бер дүшәмбелә генә йоҡлап ҡалғанмын. Шул көндә аулаҡ өйҙә дуҫтарым эсеп кинәнгән. Нисек йәл булғанын белһәгеҙ! Етмәһә, икенсе көнгә дуҫ-иш шылтыратып, күҙҙе ҡыҙҙырып тәмләп һөйләйҙәр. Әй, йәнем көйҙө.
— 7-8 февраль минең өсөн иң-иң шәп көндәр булды. Мәңге онотмам. Өйҙәгеләр туйға китте. Ә минең Силәбенән дуҫтарым килде, улар үҙ сиратында Өфөләге дуҫтарын саҡырҙы. Вәт, байрам иттек! Хатта шәмбелә мал-тыуар көнө буйы ас торған, уларҙы бөтөнләй иҫтән сығарғанмын. Ярай кисен күршеләр баҡырышҡан тауышҡа түҙмәй кереп ҡараны. Әлбиттә, әсәйем елле генә итеп "өшкөрҙө". Бындай ләззәтле минуттар өсөн был пүстәк кенә, туҡмалырға ла ризамын, тик шул көндәр йәнә бер әйләнеп ҡайтһын ине...
— Ауылда кеше булмағас, көн һайын компьютерҙа ултырып, һыра һемерергә тура килде.
— Тышта эт тә сыҙап тормаҫлыҡ һыуыҡ, ә беҙ урамда гөж киләбеҙ. Стакандарҙы машина өҫтөнә ҡуйып торған арала өҫтө боҙ булып туңа, шул боҙҙоң уртаһын тишеп кемуҙарҙан эсәбеҙ һәм, һуңынан тамаҡ шешеп ҡуймаһын тип, ауыл сәмәйе артынан елдерәбеҙ. Һүҙ менән генә аңлатып бөтмәҫлек бәхетле мәлдәр елдәй елеп үтте. Йәл, хәҙер иһә йәнә ошондай минуттарҙы, киләһе байрамды тулҡынланып көтәбеҙ...
— Күрше ауыл егеттәре килеп ала, шунан улар менән китәбеҙ яҡын-тирә ауылдарға. Беҙҙең егеттәргә күҙ атҡан ҡыҙҙарға бер-ике һуғып, бер ярты ултырттырабыҙ ҙа сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Ә-ә-ә, бер көндө ҡыҙыҡ булды. Уянып китһәк, Йылайырҙа ултырабыҙ (үҙе Бөрйәндеке. — Авт.). Машинаның бензины бөткән, икенсе көнөнә төш ауғас ҡына ҡайтып еттек...
Студент саҡ — гүзәл, шәп, иң-иң бәхетле ваҡыт. Тик был "иң бәхетле" тигәнен һәр быуын вәкиле үҙенсә аңлай. Әлегеләр елдәй елеп уҙған был йылдар ағышында һоро төҫтәге, өҙөп-өҙөп бер иш иҫерек кадрҙарҙы ғына иҫләп, бәхетле, шәп саҡтар булды, тип ауыҙ тултырып әйтә алырҙармы, әллә башын ташҡа бәрерҙәй булып өҙгөләнерҙәрме?..
Бәхет — ул сикһеҙ төшөнсә. Кемгәлер — имен таң атҡанын күреү, бәғзе берәүгә — һөйгәне менән бергә булыу, өсөнсөгә — байлыҡ, юғары вазифа биләү, дүртенсегә — кәйеф-сафа ҡороу. Арабыҙҙа илем, телем тип, матур йәшәргә тырышҡан йәштәрҙең дә осрауы ғына күңелгә май булып яғыла. Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, мәңгелек ҡиммәттәр бар бит ул.
Алһыу МӨХӘМӘТҠОЛОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516