Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байконурҙың почетлы төҙөүсеһе
Байконурҙың почетлы төҙөүсеһе
ХХ быуатта кеше беренсе тапҡыр Йыһанға осто. Ошо ваҡиғанан һуң Йыһанды өйрәнеү, тикшереү тағы ла ҡеүәтлерәк алып барылды. Баҡһаң, был тармаҡҡа яҡташтарыбыҙ ҙа ҙур өлөш индергән икән. Шуларҙың береһе – һабаҡташым, Байконур космодромының почетлы төҙөүсеһе, запастағы полковник Рим Ғәскәров.

1944 йылда Илеш районының Ирмәш ауылында донъяға килгән ул. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, Үрге Йөннө, Үрге Йәркәй мәктәптәрендә уҡыған. Әйткәндәй, интернатта бергә йәшәнек. Римдең һәләттәренә һоҡланып туя алмай инем. Шуҡ һәм шаян малай шиғыр яҙҙы, спорт менән шөғөлләнде, һәр сарала әүҙем ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа ла өлгө күрһәтте.
Армиянан лейтенант дәрәжәһендә ҡайтҡан үткер егетте халыҡ депутаттарының Илеш район Советы башҡарма комитетына тимер-томор йыйыу идаралығы башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Унан һуң һөнәрселек училищеһына физкультура дәрестәрен уҡытырға саҡыралар.
Байконурҙың почетлы төҙөүсеһе“Маяҡ” район гәзитендә ауыл хужалығы бүлеген дә етәкләй Рим. Ыласындай егет Ғәтиә исемле һылыу менән ғаилә ҡорғас, йәнә Ҡораллы Көстәр сафына алына. Тормоштарын түңәрәкләп, ҡыҙҙары Светлана донъяға килә. Ырымбур, Тольятти, Өфө, Байконур… Ғөмүмән, 25 йыл осоусылар сафында хеҙмәт итә Рим Шаһиәҡбәр улы. 1975 йылда ситтән тороп Симферополдәге юғары хәрби-сәйәси училищены, һуңыраҡ Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Шунан һуң Байконур ҡалаһын төҙөшә, “Буран-Энергия” программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.
Мәғлүм булыуынса, тағы бер яҡташыбыҙ – Әлшәй егете Урал Солтанов та ошо программа сиктәрендә осоу әҙерлеген үтә. Тырыш хеҙмәте өсөн Рим “Байконурҙың почетлы төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Хәрби хеҙмәт йәштәшемдең ижадҡа тартылыуын нығыта ғына. Республика баҫмаларында уның байтаҡ шиғыры донъя күрҙе. Тупланған әҫәрҙәренән өс йыйынтыҡ баҫтырҙы. Уның һүҙҙәренә Данил Хәсәншин, Фәрит Харисов һәм Рәзиф Хәмиҙуллин көй яҙҙы. Рим Шаһиәҡбәр улының мәғәнәле, үҙәккә үтеп кергән, уйландырған йырҙары танылған артистар репертуарында бөгөн дә лайыҡлы урын биләй.
Хәрбиҙәрҙең ғаиләһенә бик күп һынау үтергә, йәшәү, эш урынын йыш алмаштырырға тура килә. Билдәле, бындай ауырлыҡтарға теләһә кем түҙмәй. Был йәһәттән Римдең ҡатыны күптәргә өлгө була. Ул иренең ышаныслы терәгенә әйләнә. Яҙыусы Барый Ноғоманов үҙенең шиғырында Ғәтиәне юҡҡа ғына “декабристка” тип атамағандыр. Ундан ашыу һөнәр үҙләштергән ул. Төҙөлөш эшсеһе, китапханасы, хисапсы, иҡтисадсы… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә мәңгелек түгел. 2004 йылда Ғәтиә Лотфулла ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Был Рим өсөн ҙур юғалтыу булды. Ғүмер юлынан нисәмә йыл бергә барған йәмәғәте иҫтәлегенә Рим “Донъялар фани ғына…” тигән китап баҫтырҙы.
Иң яҡын кешеһен юғалтыу, Байконурҙа ҡырыҫ шарттарҙа хеҙмәт итеү Римдең сәләмәтлеген аяманы. Әммә, ҡаты ауырыһа ла, һынманы ул. Һынауҙарға баш эймәйенсә, йәшәргә, ауырлыҡтарға түҙергә көс тапты. Һикһәнде ҡыуһа ла, һаман да егеттәр кеүек, сәстәренә бәҫ ҡунһа ла, күңеле ун һигеҙҙә ҡала. Йөрәк әрнеүҙәрен, һыҡраған күңелендә ташҡан хистәрен шиғри юлдарға һалып, алға ҡарап йәшәргә тырыша.
Фейләс МУЛЛАҒӘЛИЕВ,
политолог, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509