Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙөк ҡашы ине
Йөҙөк ҡашы ине
Тормош тигәнең, һай, тиҙ үтә икән. Тыуғандан алып уның һәр бер көнө, минуты кеше тигән бөйөк исемгә, уның фиҙакәр хеҙмәтенә, тынғыһыҙ көнитмешенә бәйләнгән. Мин дә шулай тормошта матур йәшәп, бик күп эш башҡарып, тыуған ауылында яҡты эҙ ҡалдырған кеше – бер туған ағайым Әҙһәм Яхин – тураһында бәйән итергә теләйем. Тик шуныһы үкенес: ауылда ҡасандыр ул гөрләтеп киткән мәктәп, ул әҙерләгән кадрҙар ҙа юҡ инде. Хатта йәшәлгән шанлы йылдар, түгелгән көс тә тарихта ҡалды. Беҙҙең тормош, уның үткәне, даны – тик оло быуын кешеләренең хәтерендә. Ә бөгөнгөләргә ул кәрәкмәй. Шуға бошоноп та, әсенеп тә яҙам.

Ул Учалы районы Ҡотой ауылында Наилә менән Хәмзә Яхиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән бик тыныс, сәйер холоҡло бала булып үҫә. Яңғыҙы ғына ултырырға ярата, сит кешене үҙенә яҡын килтермәй. Үҫкән һайын ошо холҡон ташлай алмай.
Мәктәпкә уҡырға төшә. Бик бөхтә малай булып сыға, кейемен дә, китап, уҡыу әсбаптарын да һәр саҡ таҙа тота. Ағайымдың тағы күп яҡшы сифаттары бар ине. Бала саҡтан ул иртә торорға яратты, егәрле булды. Балта эшенә оҫта ине. Кистән күп итеп утын әҙерләп ята, иртәнсәк сәғәт алтыла тороп ут яға, ҡаҙан тултырып бәрәңге әрсей, еҙ самауырҙы ҡайната. Быларҙың барыһы ла әҙер булғас: “Тәнзилә, тор”, – тип апаһын уята…
Ҡотойҙа етенсене тамамлағас, Тирләнгә урыҫ мәктәбенә уҡырға бара, тик һаулығы ҡаҡшау сәбәпле уҡый алмай, ҡайтып китә. Ауылда һабансы булып эш башлай.
Һалдат йылдары… 1959 – 1962 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә ул. Взвод командиры дәрәжәһенә етә.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, 1962-1963 йылдарҙа мастер-электрик һөнәренә уҡый һәм хеҙмәт юлын «Урал» колхозында дауам итә. Ишмәкәй, Ҡотой, Ҡолош ауылдарына электр уты үткәрә. Ауылда беренсе булып беҙҙең өйҙә ут ҡабына, йәнә – Әһел бабайҙарҙа. Сөнки унда мәктәпкә уҡытырға килгән буласаҡ еңгәм Райда Мәрүән ҡыҙы йәшәй ине. Ул көндө бөтә ауыл өсөн байрам һымаҡ булды. Берәм-берәм өйҙәрҙә ут ҡабына. Иҫ киткес матур күренеш!
Ағайым, тырыш кеше булараҡ, әлбиттә, йәштән дә бер урында тапанып йәшәмәне. Артабан уҡырға, белемле булырға ынтылды.
1963 – 1968 йылдарҙа Өфөлә энергетика техникумында белем алды ул. Хәтирәләр йомғағын сискәндә тағы ла шундай күренештәр иҫтә ҡалған. Ағайымдың өйләнгән мәле ине. 1964 йылдың 24 июле. Был йылда ямғыр бик ныҡ яуҙы, һыу күтәрелеп, күперҙәр берәм-берәм ағып китте. Ләкин ташҡын йылғалар ҙа ҡайнар мөхәббәтте еңә алманы: Яйыҡ йылғаһын кәмәлә йөҙөп сығып, бысраҡ юлдарҙы пар ат менән үтеп, Наурыҙ ауылынан һөйгәне Райда еңгәмде Ҡотойға алып ҡайтты ағайым. Мин был турала бәйән итәм, сөнки Әҙһәмдең киләсәк яҙмышын хәл итеүҙә ҡатынының йоғонтоһо ҙур булды.
«Туҡта, Әҙһәм, монтер тормошонда ике тапҡыр ғына яңылыша, тиҙәр. Ток һуғып, һине юғалтыуҙан ҡурҡам», – ти ул. Шулай итеп, Әҙһәмде бағана башынан төшөрөп, балалар тәрбиәләү эшенә индерергә тәҡдим итә. 1969 – 1972 йылдарҙа Ҡотой мәктәбендә математиканан уҡыта башлай ағайым. 1977 йылда БДУ-ның география факультетын тамамлаған юғары белемле уҡытыусыны Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шул көндән ағайымдың тынғыһыҙ көндәре башлана ла инде.
Мәктәп тормошон йәнләндереү генә түгел, уны ҙурайтыу эштәре менән дә мәшғүл була ул. Бер ҡулында — портфель, икенсеһендә – балта. Йыш ҡына Учалыға, Өфөгә йөрөүҙәр, материал юллау, уны килтереү, эшкәртеү, төҙөү мәсьәләләре менән яна. Ҡул эштәренең күбеһе тик мәктәп эшселәре, уҡытыусылар, ауыл кешеләре ярҙамында ғына башҡарыла. Бында бигерәк тә уҡытыусылар Марат Солтанов, Ришат Хәйруллин, хужалыҡ эшселәре Хатип Хажин, Эдуард Сафин, ауыл халҡынан Нәбип Хажин, Ишмөхәмәт Фәйзуллин, Ғосман Яхин һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтә.
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. Урманға йөрөгәндә, башына ағас төшөп, зәғифләнеп ҡуя ағайым: насар ишетә, бер күҙе күрмәй, башы һыҙлай... Ләкин, быға ҡарамай, ул эшен дауам итә. Етәксе булараҡ мәктәптең матди-техник базаһын нығыта, коллективты туплауға күп көс һала. Уның тырышлығы менән мәктәптә трактор, йөк машинаһы һәм башҡа техника барлыҡҡа килә. Уҡытыусыларға утын, төҙөлөш материалдары килтерелә. Үҙе тракторҙа ла йөрөй.
Был осорҙа байтаҡ төҙөлөш эше башҡарыла: элекке мәктәп йортонда оҫтахана төҙөлә; китапхана, ашхана, оҫталыҡ класы һәм башҡа бүлмәләр булдырыла; мәктәпкә төкәтмә яһалып, яңы класс бүлмәләре асыла; ҡыйыҡ ябыуы алмаштырыла; техникаға – гараж, башланғыс кластарға яңы бина һалына; ҡаҙанлыҡ төҙөлөп, йылытҡыс торбалар үткәрелә; уҡытыусылар өсөн ике фатирлы йорт төҙөлә; Исмәғил Солтановтың иҫтәлеген мәңгеләштереп, бюст һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла; һуғышта һәләк булған яугирҙәргә һәйкәл асыла; ағайым, ауыл Советы депутаты булараҡ, урамға асфальт юл һалдырыуға өлгәшә... Ошо оло хеҙмәте өсөн Хөкүмәтебеҙ уға «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исем биреп, юғары баһаланы.
Ағайымды ветеран уҡытыусылар гел маҡтап һөйләй.
Нәбирә Солтанова 40 йыл мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Әҙһәм Хәмзә улы оҫта ойоштороусы, хужалыҡ эштәрен яҡшы белгән етәксе булып иҫтә ҡалды. Мәктәп өсөн генә тырышманы, ауыл күләмендәге бөтә эште алып барҙы. Беҙҙең коллектив һәр ваҡыт ауыл халҡы алдында концерт, спектаклдәр ҡуя торғайны, район күләмендәге смотрҙарҙа ла уңышлы сығышыбыҙ менән айырылып торҙоҡ. Коллективтың татыу, ойошҡан булыуын һәр кеше билдәләй торғайны. Былар, әлбиттә, Әҙһәм Хәмзә улының яҡшы ойоштороусы булыуын күрһәтә.
Лаура Хажина, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, 36 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы:
– Әҙһәм Хәмзә улын яҡшы яҡтан ғына иҫкә алам. «Уҡытыусы дәрес биреүсе генә түгел, ауылдың йөҙөк ҡашы ла булырға тейеш», – ти торғайны. Шуның өсөн дә беҙ, уҡытыусылар, һәр йәһәттән алдынғы, күркәм булырға ынтылдыҡ. Кадрҙар мәсьәләһе буйынса ла төплө эш алып барылды. Күп педагогтар ул эшләгән осорҙа ситтән тороп юғары уҡыу йорттарын тамамланы. Колхоз тормошонда ла әүҙем ҡатнашыуыбыҙҙы талап итә ине директорыбыҙ. Бесән әҙерләү осоронда өмәләрҙә ҡатнашыу, көҙ ырҙын табағына эшкә сығыу, ферма һарыҡтарына витамин булһын өсөн миндек бәйләү, агитатор булыу, стена гәзите сығарыу – барыһында ла ҡатнаштыҡ. Етәксебеҙҙең абруйы, талапсанлығы беҙҙе ең һыҙғанып эшләргә саҡырҙы. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», шәжәрә байрамдары ла уның етәкселегендә үтә торғайны. Ул үҙе ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы ине.
Тынғыһыҙ эшенә ағайым 28 йыл ғүмерен бағышлай, Башҡортостанда иң күп стажлы мәктәп директоры һанала. Хаҡлы ялға киткәс тә, тик ятмай, колхозға ярҙам итә. Ләкин тормош мәңгелек түгел. Эшһөйәр ағайым 2006 йылда беҙҙең аранан мәңгегә китте.
Күпме көс түгеп, йылдар буйы төҙөкләндерелгән белем усағы башланғысҡа ғына ҡалдырылды. Мәктәп бөткәс, ауыл да бөтә, тигән һүҙ дөрөҫлөккә тап килмәйме ни?! Эш юҡ, йәштәр ситкә китә, балалар кәмей. Гөрләп торған һарыҡсылыҡ тармағы ла юҡҡа сыҡты. Ауылдарҙы тергеҙеү урынына беҙҙең етәкселәр тик киреһен эшләй. Хәҙер балаларҙы 20 саҡрым алыҫлыҡҡа йөрөтөп уҡыталар. Автобус көнөнә ике-өс тапҡыр шул юлды үтә. Күпме бензин яндырыла. Мәктәптең ике бинаһы һаман да газ менән йылытыла. Белем учреждениеһын юҡҡа сығарыуҙан ниндәй файҙа булды икән, тигән һорау тыуа. Ә бит Ҡотой урта мәктәбе ябай ғына уҡыу йорто түгел, ул БАССР Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары Исмәғил Солтановтың исемен йөрөтә ине. Уны һалдырыу тарихы ла ошо шәхестең исеме менән бәйләнгән. Солтановтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан халыҡ комиссарҙары Үҙәк Башҡарма Комитеты И.Х. Солтановтың тыуған ауылында 2-се баҫҡыс мәктәп төҙөү тураһында ҡарар сығарған. Шул уҡ йылда, ат менән ағас ташып, мәктәп төҙөй башлағандар. Белем усағы 1929 йылда асылған.
“Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән асылған, тарихи исемле мәктәпте район хакимиәте ҡарары менән ябып буламы?” тигән һорау тыуа. Ҡулайлаштырыу сәйәсәтенә һылтанып, ни өсөн беҙ тарихты онотабыҙ, ата-бабалар мираҫына бармаҡ аша ҡарайбыҙ? Ә уны һалдырыуға, эшләтеүгә ваҡытында күпме кешенең тире түгелгән, бәлки, бөтә ғүмере, һаулығы әрәм булғандыр.
Уҡыу йортоноң ябылыуы күптәрҙең күҙ йәшен сығарҙы. Көпә-көндөҙ килеп, булған әйберҙе емереп, йыһаздарҙы тейәп алып китеүҙәренә бер кем дә тыныс ҡына ҡарай алманы. Бер нисә йыл рәттән, яңы мәктәп төҙөләсәк, тип ауыл халҡын әүрәтеп йөрөнөләр. Хатта 2012 йылдың 30 мартында юғары кимәлдәге комиссия килеп, мәктәптең торошо менән танышып, 2013 йылда яңы бина төҙөләсәк, 100 йыллыҡ юбилей етеүен көтөп булмаҫ инде, тип вәғәҙә биреп киткәйне. (Был турала район гәзиттәрендә яҙып сыҡтылар, Учалы телевидениеһынан бер нисә тапҡыр күрһәттеләр). Ләкин вәғәҙәләр, һәр ваҡыттағыса, ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Йылдар буйы тир түгеп, төҙөкләндереп ҙурайтылған, яңыртыуҙы талап иткән мәктәпте ябып ҡуйыу күп сығымдарҙан, мәшәҡәттәрҙән ҡотҡаралыр инде. Шуныһы бар: күпмелер ваҡыт үткәс, шул ябылған биналарҙы кире асырға тура килмәҫме?! Үҙгәрештәр килеп китеүсән, әммә кеше хәтере мәңгелек, уны юйып булмай. Шул ябылған мәктәптәргә ҡарайым да, ағайым иҫемә төшә. «Әҙһәм иҫән булһа, белем усағын барыбер һаҡлап ҡалыр ине», – тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәйҙер инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ильшат
    Ильшат от 08.04.2014, 21:25
    "БАШҠОРТОСТАН"гәзитенә тыуған Ҡотой ауылым исеменән оло Рәхмәтемде белдерәм.Һеҙгә киләсәктә уңышлыҡтар,ауырлыҡтарға ҡарамай,алға һәм алға барыуығыҙҙы теләп Яхин Ильшат Ғәббәс улы.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840