Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исеме ҡалды мәңгегә
Исеме ҡалды мәңгегә
7 апрелдә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевҡа 90 йәш тулыр ине. Уның тыуған төйәге – Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы – көньяҡ-көнсығыш төбәктә иң боронғо ауылдарҙың береһе, үҙенең йырсылары, ҡурайсылары, сәсәндәре менән дан тотҡан ер. Аяуһыҙ тормош ҡайҙарға ғына илтмәһен, атайсалы – тыуған Әлмөхәмәте һәр ваҡыт олуғ шәхестең йөрәк түрендә ине, иң ауыр саҡтарҙа ла йәшәү көсө һәм илһам биреп торҙо.

1924 йылдың изге Рамаҙан айында кинйә малайҙың донъяға килеүе арыу ғына белем алған, Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» һәм Орскиҙа “Мағаҙи” мәҙрәсәләрендә уҡыған, Герман һуғышынан унтер-офицер дәрәжәһендә Георгий тәреһен тағып ҡайтҡан Ғимран Өмөтбаев өсөн күптән көтөлгән байрамға әүерелә. Уларҙың нәҫеле – атаһы Ғәйзулла-хажи (1853 – 1925), олатаһы Мөхәммәтвәли (1821 – 1904), олатаһының атаһы Өмөтбай (1768 – 1840) уҡымышлы кешеләр, указлы мөҙәрис вазифаһын башҡарғандар, фарсы, ғәрәп һәм әҙәби төрки телен яҡшы белгәндәр. Ғимран да, башҡа Өмөтбаевтар һымаҡ, ғорур, үҙ һүҙле, ләкин бик ярлы кеше була.
1931 йылдың сентябрендә Рамаҙан Әлмөхәмәт башланғыс мәктәбенең ишеген аса. Ул уҡыуға бик әүәҫ була һәм II – III кластарҙа яртышар йыл белем алып, 1934 йылда мәктәпте тамамлап та ҡуя. Йәйен ун йәшлек малай атаһына алтын йыйыу эшендә ярҙамлашып йөрөй. Октябрь аҙағында Рамаҙан Ишҡол колхоз-йәштәр мәктәбенең V класына бара. Ләкин аслыҡ һәм яланғаслыҡ арҡаһында йүнләп уҡый алмай. VII класҡа барырға ваҡыт еткәс, Ғимрандың улын артабан уҡытырға хәле булмай. Ун өс йәшен яңы ғына тултырған малай “Әлмөхәмәт” МТС-ына директорҙың эш ҡағыҙҙарын күсереүсе булып эшкә инә.
Шул йылдарҙа Ишҡол ауылына спектакль менән Башҡорт драма театры килеп китә. Тамашанан һуң Рамаҙанды ауылдаштары сәхнәгә сығартып, “Таштуғай”ҙы йырлата. Малайҙың йырлағанын ишеткән күренекле артист һәм ҡурайсы Ғиниәт Ушанов, уға бер тәңкә ҡағыҙ аҡса биреп, йырсы буласағын юрай.
Ләкин яҙмыш Рамаҙанды үҙенә генә билдәле һуҡмаҡтарҙан алып китә. 1937 йылда ул “Баҡырүҙәк” руднигында асылған урта мәктәптең VII класында уҡыуын дауам итә. Йәйҙәрен колхоз эшенә егелә: хисапсы була, йылҡы көтә, бесән һәм иген саба. Колхозда кәбән ҡойоуҙан башҡа (буйы бәләкәй ине), бөтә эштәрҙе лә башҡарырға тура килде, тип хәтерләр ине ул үҙе, бик күп йылдар үткәс.
Фин һуғышы башланып киткәс, 1940 йылдың башында Рамаҙан бер төркөм класташтары менән йәйәүләп Белоретта урынлашҡан осоусылар мәктәбенә китә. Тик уҡырға йәше еткән Петров исемле егетте генә ҡабул итәләр, ә башҡалары бер аҙна йөрөп, ҡаҡ һөйәккә әйләнеп, ауылға саҡ кире ҡайтып төшә.
Ҡәһәрле һуғыш башланыуға ике генә аҙна ҡалғанда Рамаҙан мәктәпте тамамлай һәм сығарылыш кисәһен көтмәй (унда барырға йүнле кейеме булмай), Баймаҡ машзаводының торф участкаһына торф ҡырҡыусы булып урынлаша. Бында ул ҡыҙыу, тиҫкәрерәк, эштә бер кемгә лә һыр бирмәгән бригадир Таһир Рамаҙановтың Мөхтәрәмә исемле ҡыҙы менән таныша, йәштәр араһында ғишыҡ уты тоҡана.
1941 йылдың аҙағында Рамаҙан Өмөтбаев тыуған ауылында Буденный исемендәге колхозда бухгалтер булып эшләп ала һәм тиҙҙән үҙе теләп һуғышҡа китә. Курск һәм Орел тирәһендәге аяуһыҙ бәрелештәрҙә ауыр контузия ала, һауыҡҡас, тағы ла сафҡа баҫа, Прибалтиканы дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
1946 йылдың ноябрь аҙаҡтарында Рамаҙан Өмөтбаев һуғыштан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. “Сибайалтын” руднигына старателдәр артеле хисапсыһы булып урынлаша, бәләкәй генә туй яһап, Мөхтәрәмәгә өйләнә. Бер аҙҙан ата-әсәһен дә бында күсертеп ала. Өмөтбаевтарҙың землянкаһы (ул ваҡытта барыһы ла шулай йәшәй) Баймаҡ яғына ҡараған Буденный урамында урынлашҡайны.
Тиҙҙән Рамаҙан Өмөтбаевты рудник комсомол ойошмаһы секретары вазифаһынан КПСС-тың Баймаҡ район комитетына эшкә алалар. Бында ул инструктор, һуңынан пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире була. Бер юлы ситтән тороп ике йыллыҡ өлкә партия мәктәбендә уҡый. 1952 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт башҡорт телендә сыҡҡан “Сталин байрағы” гәзите мөхәррире булып ала. Артабан Рамаҙан Ғимран улы, эштән айырылмайынса, Магнитогорск педагогия институтын тамамлай. 50-се йылдар урталарында, Баймаҡта икенсе секретарь сағында, сиҙәм күтәреүҙә әүҙем ҡатнаша һәм, күп йылдар үткәс, был ваҡиғаларҙы “Сиҙәм яҙы” тигән иҫтәлектәрендә һүрәтләй.
1956 йылда Рамаҙан Өмөтбаевты райкомдың беренсе секретары итеп һайлайҙар. Шул осорҙо ул тормошондағы иң уңышлыһы тип һанай ине. Был заманда Баймаҡта бер төркөм йәш, дәртле, күбеһе һуғыш мәктәбен үткән етәкселәр эшләй, аҙаҡ улар республикала билдәле кешеләр булып китте, ҡайһылары әле лә иҫән – Хәбибнажар Халиҡов, Павел Надькин, Юнир Әҙһәмов, Николай Горин, Һиҙиәт Күсәбаев, Виктор Любушкин, Фән Шәрифуллин, Ғиззәт Ваһапов, Рәфҡәт Күсәбаев, Нурис Яхин, Иван Нефедов, Ғилман Яҡупов, Геннадий Павлов, Александр Манылов, Сәғит Ишбирҙин һәм башҡалар.
1960 йылда Рамаҙан Өмөтбаев КПСС Өлкә комитетының партия органдарының мөдире һәм бюроһы ағзалығына кандидат итеп Өфөгә күсерелә. 1965 – 1967 йылдарҙа ул КПСС Үҙәк комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый, иҡтисад буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ауыл хужалығы буйынса бер нисә китап сығара. Артабан ул эшен БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында дауам итә, республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә.
Рамаҙан Өмөтбаев асыҡ йөрәкле, ихлас күңелле, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен яҡшы белгән, кешелекле һәм кеселекле кеше ине, шуға күрә уның эргәһендә илебеҙҙең ысын патриоттары, тоғро дуҫ-иштәре, олораҡ йәштәге фекерҙәштәр күп булды. Шулар араһында Зәйнулла Ихсанов, Рәхим Ибраһимов, Муса Гәрәев, Сәғит Әлибаев, Фатима Мостафина, Таһир Кусимов, Ғәли Ишбулатов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Барый Абдрахманов, Файзрахман Зәғәфуранов, Фәйзулла Солтанов, күп кенә ҡала һәм район етәкселәре, яҙыусылар, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар.
Артабан Рамаҙан Ғимран улы эшен БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһында уңышлы дауам итә, Комитетты СССР күләмендә алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә.
1982 йылда ул хаҡлы ялға китте. Пенсияға сыҡҡас, Рамаҙан Өмөтбаев үҙенең күптәнге хыялы – ижадҡа әүҙем тотона, йәмәғәт тормошонда ҡайнай, шул йылдарҙа бик абруйлы булған “Аҡ тирмә” клубы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.
Республикабыҙҙың гәзит-журналдарында әҫәрҙәре йыш күренә башлай. Уның “Башҡорт аты”, “Башҡорт һаны нилектән кәмей?”, “Уянырға мөҙҙәт етте” исемле әсәрҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте.
Рамаҙан Өмөтбаевтың тәүге әҫәрҙәрен сығарыуҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевтең роле ҙур булды. Өлкә комитет Өмөтбаевтың хикәйәләрен баҫтырыуға ҡаршы булһа ла, көслө һәм үҙ һүҙле мөхәррир ҡурҡып тормай.
Тиҙҙән Рамаҙан Өмөтбаевтың Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың ҡатмарлы тормош юлын һүрәтләгән “Генерал Кусимов” исемле китабы донъя күрә. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған әҙәби бәйгелә повесть юғары баһалана. Һуңынан китап тәржемә ителеп, урыҫ телле уҡыусыларға ла еткерелде.
1993 йылда “Китап” нәшриәтендә Өмөтбаевтың тәүге романы баҫыла. “Ысыҡтан эйелә ҡылған” тип аталған был киң күләмле әҫәр Башҡортостанда крәҫтиәндәрҙең үткән быуаттың 20-се йылдарындағы фажиғәле тормошон һүрәтләй. Шул уҡ йылда ул Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияның тәүге лауреаты була. 1994 йылда Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа һәм Әбйәлил районында яҙыусының 70 йәшенә арналған саралар үткәрелә.
1995 йылда Баймаҡ машиналар эшләү заводы тарихына арналған сираттағы китабы донъя күрә. “Осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар” исемле йыйынтығында Рамаҙан Өмөтбаев үҙе белгән, яҡындан аралашҡан билдәле шәхестәребеҙ тураһында һөйләй. Китапҡа яҙыусының халыҡ һәм милләт яҙмышы тураһында уйланыуҙары ла ингән. 1995 йылда ул Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттарының Беренсе ҡоролтайына делегат булып һайлана, илебеҙҙең төрлө тарафында йәшәгән милләттәштәрҙе берләштереү буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһай.
Рамаҙан Өмөтбаевтың хеҙмәте юғары баһаланды. Ул Ленин, “Почет Билдәһе”, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы грамоталары, күп миҙалдар менән бүләкләнде. 1995 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР Юғары Советының IV–IХ саҡырылыш депутаты, уның Президиумы ағзаһы, КПСС-тың XXI съезы делегаты.
Рамаҙан Ғимран улының яҡты донъянан китеүе көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты. 1997 йылдың 24 авгусында, Баймаҡта үткән уҡытыусылар конференцияһынан ҡайтҡанда, уның йөрәге сыҙаманы... Был хәлде белмәйенсә, шул уҡ көндә уның хәләл ефете – минең әсәйем Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы ла донъя менән хушлашты.
Үлгәндән һуң атайымдың “Һынылыш” тип аталған икенсе романы, ә 2004 йылда “Атлы башҡорт” тигән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Замандаштарының хәтерендә Рамаҙан Өмөтбаев ысын шәхес, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, билдәле яҙыусы, ялҡынлы публицист, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен оҫта башҡарыусы булараҡ һаҡлана. Күптәр уның башҡорт телен тәрән аңлауына, телдең бөтә нескәлектәрен һәм байлығын оҫта файҙалана белеүенә ғәжәпләнә торғайны.
Рамаҙан Ғимран улының исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эш башҡарылды. Өфөлә, Баймаҡта, Сибайҙа ул йәшәгән һәм эшләгән йорттарҙа иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылды, исемен йөрөткән урамдар, мәктәптәр барлыҡҡа килде. Сибай ҡалаһында йыл һайын Республика көнөндә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге әҙәби премия тапшырыла. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында яҙыусының ижадына арналған әҙәби кисәләр, мәктәптәрҙә, асыҡ дәрестәр даими үткәрелә.
Атайым: “Башҡортостан” гәзите минән яҙыусы эшләне”, – тип әйтә торғайны. Ысынлап та, беҙҙең ғаилә күп йылдар гәзит менән дуҫ булып йәшәй, яратҡан баҫмабыҙҙан даими ярҙам-терәк һәм теләктәшлек күрҙек, бының өсөн уның етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ихлас күңелдән рәхмәт.
Рауил ӨМӨТБАЕВ,
журналист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506