Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Тормош миңә шундай яҡын бында..."
"Тормош миңә шундай яҡын бында..."
Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәшит Назаровтың ошо шиғри юлдары уның тыуған төйәгенә тулҡынлана-тулҡынлана аяҡ баҫҡан һайын иҫкә төшә лә тора. Ысынлап та, беҙгә лә бындағы тормош шундай яҡын, ҡәҙерле, йәмле.


Булдыҡлылар заманы

Өршәк буйын төйәк иткән Төрөмбәт ауылына еткәндә ҡар өйөмдәре күҙгә күренеп бәләкәйләнә, гөрләүектәр аға башлағайны. Килеүебеҙ хаҡында алдан хәбәр итһәк тә, халыҡ йыйылырмы тигән борсолоу ҙа бар ине. Мәҙәниәт йортонда матбуғат дуҫтарының байтаҡ булыуын күргәс, ҡар һыуына сыланыуҙар ҙа, хәүефләнеү ҙә онотолдо. Ауылдың иң әүҙемдәре ултыра ине залда.
"Тормош миңә шундай яҡын бында..."Үкенескә ҡаршы, Ауырғазы районында ла "Башҡортостан" гәзитен алдырып уҡыусылар кәмей. Йәнле һөйләшеү барышында был төбәктә ихлас, милли йөҙөн юғалтмаған халыҡ йәшәүенә инандыҡ. Гәзит-журналдың төрлөһөн алдыралар. Почтальондарға ла дәғүәләре юҡ. "Һәйбәт хеҙмәтләндерәләр, тик эш хаҡтары бигерәк аҙ, ошо хаҡта етәкселәренә еткерһәгеҙ ине", — тип улар үтенестәрен дә белдерҙе. Хаҡлы ялдағы инәйҙәрҙең: "Гәзиттәге сканвордтарҙы, кроссвордтарҙы сисергә яратабыҙ", — тип әйтеүен һис көтмәгәйнек. Ғөмүмән, баҫмабыҙҙың йөкмәткеһенә ҡарата матур теләктәр, фекерҙәр етерлек булды.
Төрөмбәт ауыл Советы биләмәһенә Сәлих, Усман һәм Игенсе ауылдары инә. Уларҙа бөтәһе бер меңдән ашыу кеше йәшәй, 600-гә яҡыны эшкә һәләтле йәштә, 200 самаһы кеше — хаҡлы ялда. Төрөмбәт дөйөм белем биреү мәктәбендә 88 бала уҡый. Усманда һәм Сәлихтә тормош йәнле барһа, Игенсе тураһында улай тип әйтеп булмай. Унда ни бары һигеҙ генә йорт. Тәбиғи артыуға өлгәшә алмаһалар ҙа, сабыйҙар тыуып тора. Былтыр, мәҫәлән, 18 бала донъяға килгән.
"Тормош миңә шундай яҡын бында..."Арҙаҡлы шәхестәре менән киң билдәле төбәк тә ул. Ата-бабаларының матур йолаларын һаҡлап, кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеп, изге ниәттәр ҡороп йәшәй халыҡ. Бәрәкәтле ерҙә игенселек менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Хужалыҡ етәкселәренең һәм эшҡыуарҙарҙың баҫыуҙарҙың бәҫен ебәрмәҫкә тырышыуы һәйбәт, әлбиттә. Әммә әлегә теләгән һәр кемгә эш урындары етмәй. Башҡалары нисек көн итә һуң? Төрөмбәт ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәнисә Ғиззәтуллина яҡташтарының йәшәйеше менән ихлас таныштырҙы.
— Хәҙер булдыҡлылар һәм тырыштар заманы бит. Кемдең ҡулынан килә, кем йүнсел — шулар матур итеп донъя ҡора, башҡаларға ауырлығын һалмай ғына йәшәй. Шөкөр, Төрөмбәт ауыл биләмәһендәге халыҡ та элекке матур йолаларҙы тергеҙеп, кәсептәрҙе яңыртып, һөнәр арттырып, баҙар иҡтисады шарттарында көн итергә өйрәнә. Иң мөһиме — ерҙәрҙең буш, ҡарағура үҫеп ятыуына юл ҡуйырға теләмәгән йүнселдәребеҙ бар. Мәҫәлән, "Уңыш" йәмғиәте, "Усман" крәҫтиән (фермер), "Ильясов" шәхси хужалыҡтары игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Илдар Ҡотлоюлов, пайсыларҙың ерен ҡуртымға алып, эшен уңышлы ғына алып бара. Наил Ильясов та тыуған төйәгенең бәрәкәтен арттыра, башҡаларға өлгө күрһәтә, — ти Фәнисә Ғиззәтуллина.

Төрөмбәттәр зарланмай

Башҡа яҡтарҙағы һымаҡ был төбәктә лә Себер яҡтарына эшкә китеүселәр бар. Үҙ эшен асырға теләүселәргә бирелгән 58 мең һумлыҡ субсидиянан файҙаланғандар ҙа булған. Кемдер балаҫ һуғыуға ныҡлап тотонған, икенсеһе һарыҡ аҫрауға махсуслашҡан, өсөнсөһө ҡош-ҡорт үрсетә. Әле лә эштәрен уңышлы ғына дауам итәләр. Был программаның ауыл кешеһе өсөн файҙалы булыуы көн кеүек асыҡ.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү буйынса программаларҙың береһе буйынса һәр шәхси хужалыҡҡа 2,10 гектар ерҙе ҡуртымға биреү ҡаралған. Унда ҡатнашырға теләп, 100-ҙән ашыу кеше ғариза биргән дә инде. Һигеҙе былтыр шул майҙанды биш йылға ҡуртымға алған.
Мал аҫрағас, һөт-ҡаймаҡ һатып аҡса йүнләүселәр ҙә артҡан. Күптәр ихатаһында ҡош-ҡорт үрсетеп, мал-тыуар тәрбиәләп, тегеү эшенә тотоноп, шәхси магазин асып, ғаилә ҡаҙнаһын тултыра. Тик етештергән тауарҙарының хаҡы арзан булыуы уларҙы ныҡ борсой. Ике йыллап тәрбиәләгән мал итен аралашсыларға осһоҙ хаҡҡа биреп ебәреү эш түгел инде, ти улар. Ваҡыты-ваҡыты менән генә ойошторолған йәрминкәләр крәҫтиәндең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай, әлбиттә. Шулай ҙа төрөмбәттәр артыҡ зарланмай, матур йәшәргә ынтыла. Былтыр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыуҙары ла — шуға миҫал. Төбәктә юлдар һәйбәт, йорттарға газ ингән, яңы өйҙәр ҡалҡып тора. Тормош сифатының яҡшымы-насармы икәнлеген ошо дәлилдәрҙән дә күреп була: Төрөмбәт ауыл биләмәһендә 39 трактор иҫәпләнә, еңел автомашиналар — 190-ға яҡын, йөк машиналары тиҫтәгә етеп килә, тракторҙар һаны буйынса районда уларға етеүсе юҡ, тиҙәр.

"Тормош миңә шундай яҡын бында...""Айһылыу"ҙың айлы кистәре

Төрөмбәт ҡатын-ҡыҙҙарының осрашыуға сағыу биҙәкле, матур селтәр шәлдәр ябынып килеүенә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Баҡһаң, бынан 18 йыл элек барлыҡҡа килгән "Айһылыу" түңәрәгенең сәмле ағзалары — егәрле бәйләм оҫталары — икән үҙҙәре.
Китапханасы Рәсилә Юлмөхәмәтова әйтеүенсә, уларҙың девизы әүәлгесә яңғырай һәм һис тә көнүҙәклеген юғалтмай: "Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә".
— 46 йәштә ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнермен тип кем уйлаған? — тип көлә почтальон Әлиә Садиҡова. — Өйрәттеләр! Хәҙер бына төрлө матур япмалар, салфеткалар бәйләп ғаиләмде ҡыуандырам. Хатта күршемә лә ошо "сир"ҙе йоҡторғанымды һиҙмәй ҡалдым, бергәләп өйрәнәбеҙ. Ә Зәйтүнә Исмәғилева һуң? Ҡыйыуһыҙ ғына арабыҙға килеп ингәйне, бөгөн белмәгән эше юҡ.
Төрлө һөнәр эйәләрен бергә йыйған "Айһылыу". Китапханасы ла, ашнаҡсы ла, йорт хужабикәһе лә, ауыл хакимиәте хеҙмәткәре лә...
— Барыһы ла уҡытыусы Нәсимә Мәхмүт ҡыҙы Моратованың бәйләмгә оҫталығынан башланды, — тип хәтерләй әхирәттәр. — Ул мәктәптә уҡыусыларҙы бәйләм, тегеү, хужалыҡ эштәре нескәлектәренә өйрәтә ине. Беҙ ҙә, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы йәшермәй, "шәл бәйләйһе ине" тигән теләгебеҙҙе белдерҙек. Үрмәксенән күрмәксе, башҡалар ҙа беҙгә ҡушылды. Шулай итеп, "Айһылыу" кистәрен беҙҙе бергә йыйҙы, тырыша-тырыша төрлө биҙәктәр яһау серҙәрен өйрәтте. Интернеттан да, журналдарҙан да табыштар эҙләйбеҙ, тәжрибәбеҙҙе уртаҡлашабыҙ. Айырыуса ҡышҡы оҙон төндәрҙе бергәләп үткәреү рәхәт, табын янында күңелде бушатабыҙ, кәңәшләшәбеҙ. "Айһылыу" — шөғөл түңәрәге генә түгел, ул беҙҙең өсөн күңелде үҫтереүсе, аралашыу клубы ла.
Рәсилә, Әлиә, Зәйтүнә, Айгөл, Дилбәр, Фәниә, Зилә... Исемдәре генә түгел, үҙҙәре лә, эске донъялары ла матур, эскерһеҙ, оҫта ҡуллы был ҡатындар Төрөмбәттең, ысынлап та, иң күркәм биҙәге булып иҫтә ҡалды.

"Тормош миңә шундай яҡын бында...""Ҡойоноң биҙрәһен алыштырыу өсөн дә староста кәрәк"

Төрөмбәт ауыл хакимиәте башлығы Аманулла Мөхәмәтшин әйтеүенсә, иң уңған староста Усман ауылында йәшәй.
— Ауылдың эреле-ваҡлы әллә күпме хәстәре бар бит. Хатта ҡойоноң биҙрәһен алыштырыу өсөн дә староста кәрәк, — тине ул. — Бына йәнә мәшәҡәтле яҙ миҙгеле башлана: көтөү сығарыуҙы көйләргә, зыяратты тәртипкә килтерергә, өмә ойошторорға... Йәйен депутаттар менән берлектә бесәнлек бүләһе, урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартаһы бар. Ә Ринат Сәхипгәрәй улы — тап ошондай халыҡ менән уртаҡ тел таба белгән, яҡташтары өсөн өлгө булырҙай кеше.
"Өршәк" (хәҙерге "Уңыш") колхозында инженер, бригадир, ферма мөдире булып эшләгән Ринат Әхмәтов хаҡлы ялға сығыу менән йәмәғәт эшенә сумған. Уға ауылдаштарының мәшәҡәттәре лә, хәстәрлектәре лә яҡшы таныш. Бала саҡтан комбайнер атаһының ярҙамсыһы булып, уңыштың тир түкмәйенсә алынмауын белеп үҫкән.
— Ауыл тормошо тырышлыҡ талап итә, — ти ул. — Ҡатыным оҙаҡ йылдар ашнаҡсы, иҫәпсе булды. Ғүмер буйы мал-тыуар тотоп, билде биштән быуып эшләнек. Әле лә алты һыйыр, шунса башмаҡ, алты быҙау тотабыҙ, атыбыҙ бар. Ҡышын икәүләп тәрбиәләһәк, йәйен ситтә йәшәүсе улдарыбыҙ ҡайтып ярҙамлаша.
Ринат Сәхипгәрәй улы кеүек ауылға күҙ-ҡолаҡ, яҡташтарына терәк булырҙай старосталар күбәйһә, халыҡ та үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төбәк тормошонда ойошҡанлыҡ, әүҙемлек күрһәтер ине.

"Тормош миңә шундай яҡын бында..."Һарыҡтары бер көтөү!

Зөлфирә Иҙрисованың йорто ҡурсаҡ өйө кеүек. Аҫалы балаҫтар сағыулығы, матур биҙәктәре менән күҙҙең яуын ала.
— Мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Буш ваҡыт та артҡандай тойолғас, Сәйетбаба ауылына барып, һөнәрмән Айрат Ильясовтан балаҫ һуға торған станок алып ҡайттым. Хәҙер ошо шөғөлдән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, — ти ҡул оҫтаһы.
— Бындай күлдәй балаҫты нисә көндә һуғаһығыҙ? Сеймалды ҡайҙан алаһығыҙ? — Ҡул оҫтаһын кемуҙарҙан һорауға күмдек.
— Ошондай ҙурлыҡтағы балаҫты һуғыу өсөн егерме көн самаһы ваҡытым китә, — тип оҫта уларҙың береһен алдыбыҙға түшәне. Милли орнаменттар менән биҙәлгән, күңел йылыһы, ҡул көсө һалынған халыҡ ҡомартҡыһынан күҙ ҡарашын алып булмай.
— Ә сеймал ана тегендә, ҡура эсендә, — тип йылмая хужабикә. — Утыҙҙан ашыу һарығыбыҙ бар, йөн етерлек.
"Бер көтөү һарыҡты нисек ҡарамаҡ кәрәк? Нисек өлгөрәһегеҙ?" — тигәнгә лә Зөлфирә һис тә аптырап тормай:
— Ҡыуаһың да сығараһың уны, бер ауырлығы ла юҡ, — тип һүҙҙе шаяртыуға борҙо. — Йәйен сиратлап көтәһең, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләһәң, эш тә бөттө.
Ауыл уңғандарының тапҡырлығына, тормош фәлсәфәһенең ябайлығы һәм дөрөҫлөгөнә йәнә бер ҡат инандыҡ: эш белгәнгә уңыш юлдаш; тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.

"Тормош миңә шундай яҡын бында..."* * *
Заманында мәктәптә вожатый булып эшләгән, хәҙер инде хаҡлы ялға сыҡҡан Миңлегөл Ибраҡованың әүҙемлеге, ойоштороу һәләте ошо осрашыуҙа ла сағылмай ҡалманы.
"Башҡортостан" гәзите ғүмер буйы ғаиләбеҙ өҫтәленән өҙөлмәне. Рухи таяныс, кәңәшсе лә ул беҙҙең өсөн. Бөгөн осрашыуға баҫмаға яҙылырға тип килдем дә инде", — тип почтальон Әлиә Саҙиҡова эргәһенә лә беренселәрҙән булып килеп баҫты.
Шулай итеп, Төрөмбәт ауылындағы матбуғат дуҫтары йәнә ун кешегә артты. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре менән аҡса алып килергә онотҡанына үкенде, әммә милли баҫмаларҙың быйыл да өйҙәрендә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ булыуына ышандырҙы, вәғәҙә итте. Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки донъяһында дан ҡаҙанған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың яҡташтары халҡыбыҙҙың рухи байлығы, "Һәр һүҙе — алтындың үҙе, ғүмергә етер һабаҡ" булған ижад һәм милли матбуғат һағында торасағына иманыбыҙ камил.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА, Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504