Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙәткә ингән мәҙәк
Ҡара быҙау

Мәсетле районының бер ауылында булған был хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡса һуғасаҡ. Кемдең һыйыры быҙаулай, шуларҙан барып хаҡ һорай икән:
— Минең үгеҙем ҡасырҙы һеҙҙең һыйырығыҙҙы, давай шуның өсөн аҡса!
Сираттағы йортҡа килеп аҡса талап иткәс:
— Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң? — тип һорағандар.
Теге апай:
— Ҡыҙыл, ә ниңә? — ти икән.
— Улай булғас, бер нисек тә һеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..

Бөтөн йомортҡа

Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Бер нисә көн ҡуна ятып сабалар, шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.
Юлда ат менән китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике генә йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме — уныһы мөһим түгел.
Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән "Күкәйҙең береһен алып ҡайт!" тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.
Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Егеттәр көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғай. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсеһендәге яҙыуҙы күреп ҡала, әйләндереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана — алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына "ҡуян күстәнәсе" тигән булып алып ҡайта.
Ә егеттәр аҙаҡ ҡына Сәмиғулла ағайға шаяртҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.
Айрат СИРБАЕВ.

Баймаҡ районы.

"Беҙҙе кем тип беләһең?"

Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхнеуральск ҡалаһына барған. Сарсап, арып, ашханаға ингәндәр. Түҙмәй, 40 стакан сәй алғандар. Ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир тағы ике стакан алырға ҡушҡан. Былар, киреләнеп:
— Нимә, беҙҙе һыйыр тип беләһеңме әллә? — ти икән.
Мәрйәм БӘКИРОВА.

Учалы районы, Ҡобағош ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505