Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алыштыҡ
Республикабыҙҙың ҡала һәм район гәзиттәрендә эшләгән ҡәләм оҫталары ете ижади берләшмәгә ойошҡан. Журналистар даими осрашып, тәжрибә уртаҡлаша.

Краснокамала донъя күргән “Кама таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Ирина Вәлиева етәкселегендәге төньяҡ район-ара ижади берекмәгә Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә һәм Тәтешле райондары журналистары инә. Уларҙың сираттағы осрашыуы Яңауыл ҡалаһында уҙҙы. Сарала баҫма етәкселәре менән бер рәттән яуаплы секретарҙар, фотохәбәрселәр, реклама буйынса белгестәр, шулай уҡ “Башҡортостан”, “Чолман”, “Ошмес” гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов ҡунаҡтарҙы ҡала һәм район тарихы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ғинуарҙа булған фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү барышына туҡталды, бәләгә тарығандарға матди ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
Нефтекама ҡалаһының “Красное знамя” гәзите баш мөхәррире Людмила Сабитованың Сочи ҡалаһында журналистарҙың “Бөтә Рәсәй-2013” фестивалендә алған тәьҫораттарын, унда күтәрелгән мәсьәләләр тураһындағы сығышын ҡәләм оҫталары йылы ҡабул итте.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп эшләне. Баш мөхәррирҙәр, яуаплы секретарҙар бөгөнгө шарттарҙа район, ҡала гәзиттәрен уҡымлыраҡ итеү юлдары тураһында һөйләшһә, реклама өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр был йүнәлештәге ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса фекер алышты.
Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, “Башҡортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов үткәргән оҫталыҡ дәресе һөнәрҙәштәре өсөн ғәмәли йәһәттән бик әһәмиәтле булды.
Алдан әҙерләнгән фотоһүрәттәр күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса беренсе урын Ҡариҙел район гәзитенә бирелде. Тәтешлеләр менән краснокамалар иһә икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарҙы бүлеште. “Һәр ваҡыт фотохәбәрсе” конкурсында еңеүсе итеп Нефтекаманың “Красное знамя” гәзите хеҙмәткәре Руслан Никонов, “Яңауыл таңдары”нан Рөстәм Сангов һәм “Асҡыным-йәнтөйәгем”дән Марат Юнысов билдәләнде. Уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Республикабыҙҙың төньяҡ төбәге журналистары киләһе ижади осрашыуын Ағиҙел ҡалаһында үткәрергә килеште.



Рәмзиә ҒӘЗИЗОВА, “Ағиҙел уттары” гәзитенең баш мөхәррире:
— Телефон аша даими аралашабыҙ, әммә күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыуға етмәй. Ҡала һәм район гәзиттәре өсөн еңел булмаған мәлдә ошондай һөйләшеү бигерәк тә мөһим. Баҫмаларыбыҙҙың тиражын һаҡлап ҡалыу, һөнәри оҫталыҡты күтәреү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса файҙалы һөйләшеү булды.
Рәмил ИҘИӘТУЛЛИН, “Яңауыл таңдары” гәзитенең баш мөхәррире:
— Ижади осрашыуҙан үҙем өсөн ҙур фәһем алдым, көндәлек эште тағы ла һөҙөмтәлерек итеү йәһәтенән төплө тәҡдимдәр ишеттем. Бындай осрашыуҙарҙы дауам итеү яғындамын. Ижади берләшмәбеҙ киләсәктә лә ошо әүҙемлеген кәметмәһен ине.
Фәйрүзә ЮНЫСОВА, “Асҡыным-йәнтөйәгем” гәзитенең баш мөхәррире:
— Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, алыҫ китеп булмай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Бурыстарыбыҙ, проблемаларыбыҙ оҡшаш — уларҙы уртаға һалып һөйләшеү ифрат әһәмиәтле. Семинар беҙгә генә түгел, реклама буйынса белгестәр, фотохәбәрселәр өсөн дә файҙалы булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840