Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абхаздарҙың рәхмәтен алған Илдар
Абхаздарҙың рәхмәтен алған Илдар
Ҡала егетенең быуаттар серен һаҡлаған, көтөлмәгән һынауҙар әҙерләгән ҡырыҫ “холоҡло” мәмерйәләргә ғашиҡ булыуы ғәжәп тойолдо. Уңайлы йәшәү шарттарын, күңелле йылы мөхитте ташлап, йәһәннәм төбөндәге шыҡһыҙ тау-таш араһына барып ят инде…

– Ситтән ҡарағанда ғына беҙҙең тормош төҫһөҙ ҙә, күңелһеҙ ҙә төҫлө. Ғәмәлдә әҙәм аяғы баҫмаған үҙенсәлекле үҫемлек һәм тереклек донъяһы менән танышыу әйләнә-тирә яғыбыҙға башҡа күҙлектән ҡарарға ярҙам итә, – тип яңы танышыбыҙ Илдар Ғәйнетдинов нисек итеп үҙ теләге менән эколог һөнәрен һайлауы, БДУ-ның биология факультетын тамамлап, аспирантураға уҡырға инеүе, ғилми экспедицияларҙа йөрөүе хаҡында мауығып һөйләне.
– Илдар, һинең Абхазия Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүең хаҡында ла ишетеп беләбеҙ. Нисек барып сыҡтың ул тарафтарға? Абхаздар һиңә ни өсөн рәхмәтле?
Абхаздарҙың рәхмәтен алған Илдар– Бынан ике йыл элек ошо республикала ғилми экспедицияла булырға тура килгәйне. Ул яҡтағы мәмерйәләрҙең төҙөлөшө бик үҙенсәлекле, күбеһе вертикаль рәүештә, ер аҫтына саҡрымдарға һуҙылғаны бар. Бер саҡ рация аша ишетәбеҙ: мәмерйә эсендәге ике водолазға ашығыс ярҙам кәрәк! Күп уйлап торманыҡ, күмәкләшеп ярҙам ҡулы һуҙырға тәүәккәлләнек. Хәүефле хәбәр алған етмешкә яҡын спелеолог йыйылдыҡ.
– Бер операцияны башҡарыуға ғына шунса ҡотҡарыусы йәлеп ителдеме?
– Берәү ҙә бурысһыҙ ҡалманы. 834 метр тәрәнлегендәге мәмерйәлә ҡотҡарыу операцияһын башҡарыу өсөн ике аҙна әҙерлек эше алып барылды. Ә был 20 саҡрымға һуҙылған борма-борма трасса бик тә ҡатмарлы. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, бәхетһеҙлеккә тарығандар янына төшөп етеү өсөн ике көн кәрәк булды. Һыу менән тулған ер ҡатламдарына йә иһә ҙур таштарға юлығабыҙ. Ҡайһы бер ҡотҡарыусылар көнө-төнө мәмерйәнән сыҡмай юлдарҙы ҡаршылыҡтарҙан азат итте, таш стеналарға ырғаҡтарҙы, ҡотҡарыу ҡорамалдарын урынлаштырҙы. Өс аҙна тигәндә бәләгә тарыған водолазды һәм уның һәләк булған иптәшен ер өҫтөнә алып сыҡтыҡ. Аҙаҡ тимер нығытма, бау, карабин кеүек ҡорамалдарҙы йыйҙыҡ. Бындай ҡотҡарыу операцияһын бары тәжрибәле, мәмерйә серҙәрен яҡшы белгән спелеологтар ғына башҡара ала. Арабыҙҙа Украинанан килгән Юрий Касьяновтың булыуына барыбыҙ ҙа һөйөндөк.
– Ошо хәүефле ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыу мәмерйә тормошо менән ҡыҙыҡһыныуыңды һүрелтә алманымы?
– Бәләкәйҙән “был тау артында ниҙәр бар икән?”, “боролошто үткәс, нимә башлана?”, “ҡараңғылыҡ ниңә шомло?” кеүек һорауҙар тынғы бирмәй ине. Үҫеп еткәс тә ошо һорауҙарға яуап эҙләйем. Сыҙамлыҡҡа, түҙемлеккә һынау тотам. Асылмаған серҙәр күңелде елкендереп, мәмерйә төпкөлдәренә әйҙәй.
– Былай булғас, Өфө егетенең “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында эш башлауына, ғилми эш менән шөғөлләнеүенә лә ғәжәпләнәһе түгел.
– Ниңә ғәжәпләнергә? Бындай ҡыҙыҡлы эштән нисек баш тартмаҡ кәрәк? Мәмерйәнең төрлө миҙгелдәрҙә нисек йәшәүе, һирәк осраусы тереклек донъяһы, үҙенсәлекле климаты, төрлө төҫтәге һәм төҫһөҙ үҫемлек байлығы үтә мауыҡтырғыс бит ул.
Беҙ ҡатыным менән мәмерйәнән ни бары йөҙ метр алыҫлыҡта йәшәйбеҙ. Ял етһә, төрлө төбәктәрҙән туристар килә башлай, күңелле! Мәмерйәнең үҫемлек донъяһы тураһында кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләйем. Таштар араһында 200-ҙән ашыу үҫемлек үҫкәнен бик һирәктәр беләлер. Ҡыҙыҡһыныусан, ҡыйыу йәштәрҙе спелеологтар, экологтар “армияһын” тулыландырырға саҡырам.
Динә АРЫҪЛАНОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506