Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тағы ете ҡорбан...
Юлдарҙағы “һуғыш” дауам итә. Яҙ етеү менән “яу яланы”ндағы хәлдәр тағы ла ҡурҡынысыраҡ төѕ алды, емерек юл япмалары ла мәшәҡәт өѕтәй. Кесе йомала яңы ҡорбандар тураһында хәбәр еткерҙеләр. Белорет – Инйәр – Өфө трассаһының Архангел районы биләмәһендә булған фажиғә республика халҡын тетрәндерҙе.

Баймаҡтан Өфөгә китеп барған “Фольксваген” микроавтобусы ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм “Мерседес” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтә йөрәктәрҙе өшөтә: ете пассажир шунда уҡ һәләк була, водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Фажиғә урынына шунда уҡ оператив төркөм, МЧС хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, “Ашығыс ярҙам” табиптары килә. Йөк машинаһы водителе авария ваҡытында спиртлы эсемлек ҡулланмаған, уның стажы – 30 йыл.
– Өфөнән Белоретҡа китеп бара инем. Алдымда 10-15 метр алыѕлыҡта ҡапыл микроавтобус хасил булды ла күҙ асып йомған арала килеп бәрелде... Йыраҡтан ул тыныс ҡына килгән һымаҡ ине, тик ни сәбәптәндер минең алға килеп сыҡты. Мин үҙ һыҙатымдан барҙым, йәрәхәтем юҡ, – ти водитель Анатолий Касьянов.
Авария ҡорбандарының алтауһы – ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың береһе ҡыҙының йома көндә булырға тейеш туйына юлланған. Йәш ғаилә пары, ике бәләкәй бала әсәһе бар. Исемлек түбәндәгесә: Зөмәрә Йәһүҙина (1950 йылғы), Лилиә Йосопова (1966 йылғы), Юлиә Ишморатова (1975 йылғы), Альбина (1996 йылғы) менән Азат Ишмаевтар (1983 йылғы), Анна Польшина (1983 йылғы), Светлана Алексеева (1993 йылғы). Һәләк булғандарҙың күпселеге — Баймаҡ районы кешеләре, берәүһе – Өфөнөкө.
1985 йылғы микроавтобус водителе әле дауаханала, уның хәле уртаса ауырлыҡта, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Ауыр фажиғә айҡанлы Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ике көнлөк матәм иғлан ителгән. Кисә Темәстә Башҡортостан автономияһының 95 йыллығына арналған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышы бер минут тынлыҡ менән башланып китте. Беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә ғаилә ағзаларын, яҡындарын юғалтҡандарҙың ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләй.



Рауил БАЙБУРИН, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы:
– Сәбәбен аныҡ ҡына бер кем дә белмәй. Бер водитель әйтеүенсә, бер нәмә лә аңлап өлгөрмәгәндәр, барыһы ла тиҙ килеп сыҡҡан. Һауа торошо һәйбәт тора, юл да яҡшы күренә, сикләүсе билдәләр юҡ. Кеше ҡорбандарына килтергән авариялар был урында бығаса теркәлмәгәйне.

Рим ҒИЛӘЖЕТДИНОВ, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаѕары:
– “Фольксваген Каравелла” микроавтобусы водителенең пассажир ташыуҙы ойоштороу өсөн рөхсәте булмаған. Автомобиль күп кешене йөрөтөүгә тәғәйенләнмәгән, ул еңел машина категорияһына ҡарай. Ҡала-ара пассажирҙарҙы ташыусылар исемлегендә лә юҡ. Әлеге ваҡытта авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара, техник экспертиза үткәрелә. Тәфтиш эше барған саҡта ниндәйҙер һығымта яһау иртәрәк. Шуныһы билдәле: фажиғәлә юл шарттары ғәйепле түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518