Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишембай ойоҡтары – сифат билдәһе
Ишембай ойоҡтары – сифат билдәһе
Совет осоронда йәшәгән һәр кем Ишембай ойоҡ фабрикаһында етештерелгән әйберҙәрҙе кейеп үѕкәнен яҡшы хәтерләйҙер. Шулай булмай ни, бында сығарылған ойоҡ, ойоҡбаш, балалар өсөн тауарҙарҙы ҡала һәм район халҡы ғына түгел, бөтә республика, хатта ил яҡшы белә. Бөгөн дә күптәр ватан етештереүсеһенә тоғролоҡ һаҡлай. Магазиндарҙан эҙләп йөрөп махсус рәүештә тик уларҙың кейем-һалымын алғандар байтаҡ.

Ишембай ойоҡтары – сифат билдәһе Алты тиҫтә йылға яҡын тарихы булған предприятие бөгөн ниндәй хәлдә? Ҡытай, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә етештерелгән еңел сәнәғәт тауарҙары сауҙа кәштәләрен баѕып алған дәүерҙә баҙарҙа үҙ урыныңды һаҡлап буламы? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап алыр өсөн Ишембай тарафтарына йүнәлдек.
“Ишембай ойоҡ фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән, Рәсәйҙә олпат һәм ҙур еңел сәнәғәт предприятиеларының береһе. Бында ҡатын-ҡыҙ, ир-ат һәм балалар өсөн барлыҡ үлсәмдәргә ярашлы тауар етештерелә. Ойоҡ-ойоҡбаш тауарҙары баҙарында тупланған шаҡтай ҙур тәжрибә юғары сифатты гарантиялай. Ә инде яңы технологиялар һәм ҡорамалдар, заманса сеймал файҙаланыу уларҙы илдә алдынғылар рәтенә сығарҙы.
Предприятиеның генераль директоры Александр Яхонтов әйтеүенсә, һуңғы тиѕтә йылда технологик ҡорамалдар ярайһы уҡ яңырыу кисергән, Италиянан ойоҡбаш автоматтары, Чехиянан лайкралы ойоҡбаш бәйләү автоматы, ойоҡбаштың табанын нығытып тегеү өсөн махсус машиналар һәм башҡалар алынған. Ҡорамал яңырыу менән етештерелгән тауар ассортименты ла ҡырҡа үҙгәрә. Аңлашылыуынса, үҙгәрештәр тик ыңғай яҡҡа ғына. Мәѕәлән, бөгөн эластомер еп ҡулланып тегелгән ойоҡ һәм ойоҡбаш һатып алыусылар араһында билдәлелек яулаған. Улар үҙенең һығылмалы, тәнгә һылашып ҡына ятыуы һәм зауыҡлы булыуы менән ҡыуандыра.
Предприятие бөгөн ниндәй тауар сығарыу менән мәшғүл? Ирҙәргә һәр миҙгел өсөн айырым спорт, эшлекле, көн һайын кейергә яраҡлы, ә, иң мөһиме, уңайлы ойоҡтар етештерелә. Гүзәл зат та күңеленә һәм зауығына ярашлы әйбер таба. Мода артынан ҡалышмайым тигән ханымдар өсөн дә, уңайлылыҡ һәм сифатты өѕтөн күреүселәргә лә ойоҡбаштар бар. Яңы технологиялар һәм ҡорамалдар ярҙамында заманса эластик, микрофибра һәм лайкралы ойоҡбаштарҙы оѕта тегәләр бында. Фабрикала эшләгән ҡыҙҙар ышаныс менән шуны белдерә: бөгөн улар хужабикәне лә, топ-моделде лә, бизнес-ледиҙы ла, студентканы ла матур һәм уңайлы итеп кейендерә ала!
Ишембай ойоҡтары – сифат билдәһе Ә инде балалар ассортименты – даими иғтибар үҙәгендә. Бында инде сифат һәм уңайлылыҡ иң мөһим урынды биләй. Уларҙың төѕтәрен һәм һүрәттәрен күрһәгеҙ икән! Ниндәйе генә юҡ, иң һайлансыҡ сабыйҙың да күңелен күрәләр. Әле Италияның яңы технологияларын өйрәнергә йыйыналар, ул саҡта инде юғары сифатлы, арзан ойоҡ һәм ойоҡбаш етештереү мөмкинлеге тыуасаҡ. Әйтергә кәрәк, фабрикала традицияларға тоғро булһалар ҙа, яңылыҡты ла бик тиҙ үҙләштерәләр. Былтыр ғына 18 төр яңы әйбер уйлап сығарылған һәм үҙләштерелгән, ассортимент 21,3 процентҡа яңырған.
Эйе, фабрика киң билдәлелек яуланы, тауарҙарына ихтыяж ҙур. Тик уларҙың матди ауырлыҡтары ла юҡ түгел. Былтыр предприятие килем алмай эшләгән. Дебитор һәм кредитор бурыстары ла миллионлап һум иѕәпләнә. Бында эшләгән ҡыҙҙарҙың хеҙмәт хаҡы әллә ни ҙур түгел, уртаса – 12 мең һум тирәһе. Әйткәндәй, әле йәмғиәттә 300 кеше мәшғүл.
Фабриканың тағы ла бер ҙур мәшәҡәте тауарҙы һатыуға бәйле. Һатып алыусылар менән төҙөлгән килешеүҙәр һаны кәмегәндән-кәмей бара. Әҙер тауарҙың келәттәрҙә тулып ятыуы етештереүҙең ҡырҡа кәмеүенә килтергән. Бөгөн “Ишембай ойоҡ фабрикаһы” дәртле, ҡулынан эш килгән шәхси эшҡыуарҙарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Уларҙың тауарын таратырға, үҙ сауҙа нөктәләрендә һатырға теләгән һәр кем өсөн ишек асыҡ. Уртаҡ эш өсөн бөтәһенә лә уңайлы шарттар булдырыла.
Шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡҡа бирешмәй, киләсәккә ҡарап йәшәй улар. Ошо йылға инвестициялар проекты планлаштырылған, ул етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтелә. Эш өсөн кәрәк булған 36 миллион һумлыҡ яңы ҡорамал алынасаҡ. Быйыл предприятие дөйөм хаҡы 240 миллион һумлыҡ 5 000 000 пар ойоҡ-ойоҡбаш етештерергә йыйына. Шуның менән ул 12 процент рентабеллелеккә сыҡмаҡсы.
“Ишембай ойоҡ фабрикаһы”ның генераль директоры булып Александр Яхонтов 1997 йылдан эшләй. Ул етәкселек иткән осорҙа тауар етештереү – 287, эшселәр һаны 182 процентҡа артҡан. Бынан ун йыл самаһы элек үк директор МС ИСО 9001:2000 халыҡ-ара стандарттарына ярашлы сифат менеджменты системаһын булдыра һәм производствоға индереүгә өлгәшә. Еңел сәнәғәт тармағында оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәт иткән өсөн Александр Яхонтов ил һәм республика кимәлендә төрлө наградалар менән бүләкләнгән.
Ишембай ойоҡтары – сифат билдәһе Тауарҙың юғары сифаты һәм баҙарҙа даими ихтыяж менән файҙаланыуы тураһында предприятиеның төрлө йылдарҙа халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында яулаған наградалары һәм дипломдары һөйләй. Фабриканың “Бөтә Рәсәй маркаһы (3 мең йыллыҡ)” сифат конкурсының 12 алтын һәм 7 платина билдәһе бар. Ошо уҡ конкурстың унынсы күргәҙмәһендә фабрика мәртәбәле наградаға лайыҡ тип табыла – Юғары сифатлы предприятие паспорты менән бүләкләнә. Бер нисә йыл рәттән “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы дипломанты була, “Алтын йондоҙлоҡ” халыҡ-ара конкурсында эшмәкәрлеге көмөш миҙал менән билдәләнә.
Тик эш миҙал һәм наградаларҙа ғынамы ни?! Иң мөһиме – халыҡ һөйөүе, ышанысы һәм тоғролоғо. Тап ошо шарттар тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә ҡанат ҡуя.


Автор: Ә. ИЛДУСОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ
Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518