Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңылыҡты ул башлап белә
Яңылыҡты ул башлап белә
Кисәгеләй хәтеремдә, бәләкәй саҡта сумкаһына саҡ көсө етеп атлаған почтальон апайҙы дүрт күҙ менән көтөп ала торғайныҡ. Алыҫтан килгәнен күреп, уға ҡаршы йүгереп сыҡҡан мәлдәр ҙә әҙ булманы. Ситтә йәшәгән туғандарҙан хат, шулай уҡ гәзит-журнал килһә, ғаилә ағзалары араһында талаш китә. Хат ташыусы, уҡытыусы шикелле, ауылда иң хөрмәтле кешеләрҙән һаналды. Телеграмма-фәләндең эстәлегенә ҡарап, ауылдаштарының күңеленә дауа таба белде, шатлыҡты иһә ихлас уртаҡлашты.
Бөгөн почтальон ниндәй хәстәр менән яна? Башҡорт Үргене ауылы почтальоны Миләүшә ИСКӘНЙӘРОВА менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.


– Үрген районда ҙур ауылдарҙың береһе һанала. Бер осонан икенсеһенә тиклем нисә саҡрым юл үтеүегеҙҙе беләһегеҙме?
– Бик ҡыҙыҡ һорау бирҙегеҙ әле. Эш тип янғанда ул турала уйламайһың инде. Кемгә нимә тейеш икәнен бүлеп, сумкама һалып алам да ауыл буйлап йәйәүләп сығып китәм. Үргенде генә хеҙмәтләндерәм. Беҙҙә бөтәһе һигеҙ урам. Йәштәр урамынан башлайым, артабан – Бишәй, Арал, Тау, Әмәкәс, Тимерлек, Сатра, Тибеҙ һәм Мәктәп...

– "Гәзит-журналды аҙнаһына бер тапҡыр йыйып килтерәләр, ә уны сыҡҡан көнөндә уҡығыбыҙ килә", – тип редакцияға йыш шылтыраталар. Был турала нимә әйтерһегеҙ?
– Район үҙәге Иҫәнғолдан беҙгә почтаны шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе көндәре машина менән ҡалдырып китәләр, ҡалғаны – минең өҫтә. Төрлө саҡ була, һуң килтергән осраҡта, кискә ҡалып булһа ла, эшемде тамамлайым, уны бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырмайым. Шулай өйрәнгәнмен. Ауылдаштарым яңылыҡтар, бүтән төрлө хәбәрҙәр менән ваҡытында танышып барһын тигән уйҙамын, әйтәйек, кемгәлер ашығыс телеграмма бар, башҡа төрлө тиҙ еткерелергә тейешле хаттар етерлек, береһен дә һуңлатҡым килмәй.

– Ҡар-буран тип тормай, тимәк, өҫтән таш яуһа ла тигәндәй...
– Ысынында шулай. Әйткәндәй, ауылыбыҙ шул тиклем күркәм урында – өс тау араһында урынлашҡан, уны ситтән дә, уртанан да Үрген йылғаһы һуғарып ята. Беҙҙә ҡышҡыһын һепертмә йәки ҡыҫыҡ бурандары көслө була, әммә уға ла күнегелгән. Халыҡ почта йәшниген ҡоймаға беркеткән, урамдар таҙартылып тора, хатта ҡапҡаға тиклем. Бер корреспонденцияның да юғалыуына юл ҡуйырға тейеш түгелмен. Ҡайһы саҡта ирем Илшат һәм атайым ярҙам итә, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән Миңшат менән Сәмилә лә хат таратыша.

– Иң күп гәзит-журнал алдырған ғаиләләрҙе һанап үтһәгеҙсе...
– Үргендәр матбуғат менән һәр ваҡыт дуҫ булған, әле лә шулай. Бындай изге йоланың борондан килеүен ҡартатайымдың һөйләгәненән беләм. Шул иғтибарға лайыҡ: республикала баҫылғандарынан тыш, күптәр федераль баҫмаға ла өҫтөнлөк бирә. Юлай Солтанбаев, Фәнзи Түлебаев, Әкрәм Солтанбаевтар, мәҫәлән. Ейәнсурала ғүмер кисереп тә "районка"ны алдырмауҙы күҙ алдына килтерә алмайым – "Ейәнсура таңдары" һәр йортта тиерлек бар. "Йәшлек", "Йәншишмә", "Ағиҙел", "Шоңҡар", "Һәнәк", "Тулпар" һәм башҡаларҙы яратып уҡыйҙар. Моғайын, "Башҡортостан" гәзитенә нисә кешенең яҙылыуы ҡыҙыҡһындыралыр. Ғаяз Аҙнабаев, Юлай Солтанбаев, Йомабай Ирғәлиндәр унан бына нисәмә йыл айырылмай, шулай уҡ "Айгөл" балалар баҡсаһы һәм клубтың китапханаһына дүрт тапҡыр сыҡҡаны килә, бынан тыш, "Йома"ға яҙылыусылар бихисап. Хәйер, ниңә һанап торорға? "Коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" акцияһына мәктәбебеҙ тәүгеләрҙән ҡушылды ла инде.

– Ҡайһылыр районда бер апай, гәзит-журнал таратыуҙан тыш, көнкүрештә ҡулланылған иң үтемле әйберҙәр – һабын, порошок, лампочка, хатта кәнсә тауарҙарын һатырға ҡушып йонсоталар, тип зарланғайны. Ә һеҙгә тағы ла ниндәй эш йөкмәтәләр?
– Беҙҙә көсләп тағыу юҡ. Гәзит-журналдан тыш, сумкамда йәнә коммуналь хеҙмәттәргә, телефонға, интернетҡа түләү өсөн квитанциялар, кредит хаттары ғына ята. Йәшерен-батырын түгел, эш хаҡы түбән булғас, бәлки, улар шулай итеп аҡса табырға тырышалыр.

– Бөгөн – Интернет заманы. Гәзит-журнал кәрәкме икән, нисек уйлайһығыҙ?
– Әлбиттә, Интернеттың ыңғай яҡтары күп. Беҙгә, йәштәргә, ул һулар һауа кеүек кәрәк, унһыҙ киләсәкте күҙаллай ҙа алмайбыҙ. Төрлө кеше бар, өлкән йәштәгеләр барыбер ҡағыҙ ҡыштырҙатып мәғлүмәт туплауға баҫым яһай. Шуға күрә кемдер интернетты үҙ итә, икенселәр журнал-гәзитте һайлай.

– Эшегеҙҙең оҡшауы йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Һөнәрегеҙ ҡайһы яғы менән күңелегеҙгә яҡын?
– Ҡыҙыҡ икән был тормош. Элек үҙ ҡаҙанымда ғына ҡайнағанмын, уйынлы-ысынлы әйткәндә, быға хәтлем үҙемде бер утрауҙағы кеүек хис иткәнмен. Хәҙер иһә кеше араһына сығып, ғөмүмән, аралашып йәшәргә яратам. Һәр ваҡыт халыҡ янында булғас, йыйнаҡлыҡҡа, теүәллеккә өйрәнәһең һәм хат ташыусы булараҡ, яңылыҡтарҙы ла тәү сиратта беләһең. Ҡыҫҡаһы, эшемдән ҡәнәғәтмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509