Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Почта" (“mansion pozita") латин һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ул пункттағы станцияны аңлата.

* * *
Рәсәй почтаһы Европала иң боронғоларҙан һанала, ул Киев Русе ойошторолған ваҡытта (IX–X быуаттар) барлыҡҡа килгән.

* * *
Былар ҡыҙыҡлыКүгәрсендәрҙең аҙашмайынса тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуы – мөғжизә. Боронғо гректар, римдар, мысырҙар, йәһүдтәр һәм башҡалар хәрби эштәрҙе ғәмәлгә ашырғанда, шулай уҡ бизнесҡа бәйле нәҡ ошо ҡоштарҙы оҫта файҙаланған. Грецияла Олимпиада уйындары барғанда еңеүселәрҙе һөйөнсөләү өсөн дә тыныслыҡ ҡоштарын осороп ебәргәндәр. Айырыуса Нур ад-Дин хакимлыҡ иткән дәүерҙә күгәрсен почтаһы киң таралған. Почтаның ошо төрөнә ҡаршы немецтар, ҡарсығаларҙы ҡулланып, күгәрсендәргә һуғыш иғлан иткән хатта. Парижда күгәрсенгә һәйкәл дә бар.

* * *
Былар ҡыҙыҡлыУкраиналағы Карпат аръяғы өлкәһенең Перечин район үҙәгендә 2004 йылда почтальонға һәйкәл ҡуйылған.
Федор Фекет 30 йылдан ашыу халыҡҡа өҙлөкһөҙ гәзит-журнал, хат һәм посылка ташыған. Кешеләр уны бөгөн дә тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй, бер һүҙ менән әйткәндә, ихтирамлы, хөрмәтле ауылдаш. Ул бер ҡасан да почтаны һуңлатмаған, ваҡыты, хатта һаулығы менән дә иҫәпләшмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр сумкаһын иңенә аҫып ҡайтып барғанда, боҙ ярылып, хат ташыусы һыу аҫтына китә... Тыуған ауылы Турья Реметалағы йортона уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған.
Әйткәндәй, 2008 йылда Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһында почтальон Печкинға һәйкәл асылыуы ла ҙур ваҡиғаға тиң. Почта бүлексәһе ҡаршыһындағы бронзанан эшләнгән композицияның бейеклеге – ике метрҙан ашыу.
Төмән ҡалаһында былтыр шулай уҡ почтальонға һәйкәл ҡуйылған. Ул ҡаланың 427 йыллығына арналған. Ҡатындың ҡулында – хат, эргәһендә – почта йәшниге, авторы әйтеүенсә, уға бәхет мәғәнәһе һалынған.

* * *
Былар ҡыҙыҡлы Балалар яҙыусыһы Эдуард Успенскийҙың һәр яҙмаһы тиерлек мажараларға бай һәм ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, әҙиптең әҫәрҙәренә таянып төшөрөлгән "Трое из Простоквашино", "Каникулы в Простоквашино", "Зима в Простоквашино" тигән мәрәкәле йәнһүрәттәрҙе телевизор экранына инерҙәй булып ҡарағаныбыҙ иҫтә. Ундағы төп герой – почтальон Печкин үҙенең үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле менән хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Әйткәндәй, ул – уйҙырма персонаж, Простоквашино исемле ауыл да булмаған.
Ғүмере буйы тыуған ауылында йәшәгән почтальон Печкин мультфильмда бөтә Совет иленә хас ауыл психологияһын асып бирә. Был әҙәм һәр кемдең шәхси тормошона ҡыҫылырға маташа, ауылдаштарын эҙәрлекләй, тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш аса, урамда осрағандарға кәрәкмәгән һорауҙар биреп, теңкәһен ҡорота, посылканың кемгә тәғәйенләнгәнен белһә лә, был кешенән документ һорап ыҙалата...

* * *
Былар ҡыҙыҡлыКүптән барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, "почта" һүҙенең әлегәсә башҡортса тәржемәһе юҡлығы ғәжәпләндерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518