Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир аҫылы эштә беленә
Ир аҫылы эштә беленә
Уларҙың быуынына илдә аграр реформа тормошҡа ашырылған осорҙо күрергә тура килә. Үҙҙәре әйтмешләй, ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығара яҙған яңылыҡ алдында күптәр юғалып та ҡала. Баҙап-ҡаушамаҫлыҡ та түгел шул: ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздар көрсөк хәленә төшә. Тарҡалып барған хужалыҡтарҙы күреү, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ күптәр өсөн фажиғәгә тиң була. Тап ошо йылдарҙа ауырлыҡтан һынып, тормошта үҙ урынын таба алмағандар яйлап хәмер ҡолона әүерелә, хатта байтаҡ кеше башын элмәккә тыға... Ә көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышанған һәм булдыҡлылар киләсәккә ҡарай ышаныслы атланы. Ошондайҙар рәтенә Ғайса Әхмәҙулла улы Хәсәновты ла индерергә мөмкин.

Баймаҡ районының хөрмәтле уҡытыусылары Разия менән Әхмәҙулла Хәсәновтарҙың баш балаһы булып донъяға килгән Ғайса бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан, тырыш, ныҡышмал булып үҫә. Ул ваҡытта уҡытыусыларҙы өс йыл һайын райондың төрлө мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Шуға күрә Хәсәновтар Әхмәр, Йомаш, Беренсе Этҡол, Кәрешкә һәм Муллаҡай ауылдарында йәшәй. Атаһы Әхмәҙулла оҙаҡ йылдар мәктәп директоры йөгөн тарта. Мәктәп һалдырған, коллективта абруй һәм оло ихтирам яулаған уҡытыусыны әле лә яҡшы яҡтан ғына телгә алалар. Балаларын да матур өлгөлә тәрбиәләйҙәр. Ул-ҡыҙҙарының да үҙҙәре кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлауын теләйҙәр. Әйткәндәй, Ғайса Әхмәҙулла улынан тыш барыһы ла ата-әсәһе юлынан киткән. Мәҫәлән, ҡустыһы Ғаяз — Сибай ҡалаһында мәғариф идаралығы начальнигы, һеңлеһе Рәзилә — Баймаҡ ҡалаһының йәш техниктар станцияһы директоры, Нурзиләләре Хәйбулла районының мәғариф системаһында эшләй.
— Туғандарым кеүек уҡытыусы һөнәрен һайламаһам да, барыбер ошо өлкәлә эшләргә тура килә. Баш бала булғанғалыр, атай-әсәйемдең мәктәп мәшәҡәтенән бушамауы, ҡайтҡас та төндә дәфтәр тикшереп ултырыуы күңелемдә ауыр тойғо ҡалдырғандыр, күрәһең. Бигерәк тә көҙ колхоз рәйесенең ашлыҡ бирмәй интектереүен, һаламды “ат хаҡы”на тиңләштереп һатыуҙарын бәләкәйҙән күреп, ғәҙелһеҙлеккә әрнеп үҫтем. Хатта уҡытыусылар төнгө сменаға ашлыҡ таҙартырға сыға ине. Ҡайтҡас, ял да итеп тормай, йәнә мәктәпкә ашығалар. Шуға күрә агроном булырға теләнем һәм, мәктәпте тамамлағас, ошо маҡсатымды тормошҡа ашырҙым. Йәнәһе, атай-әсәйемде ашлыҡ менән тәьмин итәм, улар меҫкенләнеп ҡош-ҡортҡа ем һорап аҙапланмаясаҡ.
VIII класта уҡығанда уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтының тәжрибә төркөмөнә эләктем, ә 1981 — 1986 йылдарҙа ошо уҡыу йортонда белем алдым. Студент сағымды әле булһа һағынып иҫкә алам, беҙҙең йәшлек иҫ киткес матур үтте. Гармунда уйнарға, йырларға яраттым. Төркөмөбөҙ бик татыу һәм берҙәм ине, баш ҡалаға яҡын райондарҙа сәсеүҙә лә, уңыш йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша торғайныҡ, — тип яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты Ғайса Әхмәҙулла улы.
Буласаҡ агроном 1985 йылда Иглин районының “Охлебинино” совхозында практика үтә. Тырыш егетте иглиндәрҙең ебәргеһе килмәй, үҙҙәрендә ҡалдыра. Әммә бала саҡтан тыуған яғының патриоты булып тәрбиәләнгән Ғайса Хәсәнов сит яҡ менән хушһынмай. Ул ваҡытта гөрләп торған данлыҡлы “Йылайыр” совхозына ҡайта. Хужалыҡта ла кемдәр эшләй бит әле! Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин – директор, әлеге Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов – идарасы, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов — ветеринар. Көслө күстең иләүе ныҡ тигәндәй, берҙәм, тәжрибәле белгестәрҙән тупланған коллективта эшләү Ғайса Әхмәҙулла улы өсөн сынығыу мәктәбе була.
Тап ошонда Беренсе Этҡол мәктәбендә бергә уҡыған Ғәҙелбай ауылы ҡыҙы Алһыу менән ғаилә ҡора. Тәүге йортон һала, Сөмбөл, Айгөл, Ильяс исемле балалары донъяға килә. Күҙҙәренән осҡон сәсрәп, дәрте ташып торған юғары белемле йәш белгесте хужалыҡ етәкселәре тиҙ күрә, һөҙөмтәлә 1997 йылда ул Баймаҡ районының “Күгиҙел” совхозына директор итеп тәғәйенләнә. Бында ла һынатмай, әммә илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымы төпкөл ауылдарға ла ҡағыла. Тотош илде ялмап килгән ағымға ҡаршы тороу еңелдән булмай: совхоздар тарҡала, хужалыҡтар юҡҡа сыға.
Бала саҡтан үҙен баҫыуҙарҙы иңләп иген үҫтереүсе, Мичуриндың юлын дауам итеүсе булараҡ күҙ алдына баҫтырған Ғайса Хәсәнов бер аҙға аптырап ҡала. "Ҡайҙа барырға, эште ниҙән башларға?" тигән һорау тынғылыҡ бирмәй. Етмәһә, балалары ла үҫеп килә, уларҙы артабан уҡытырға, юғары белем бирергә лә кәрәк. Ҡатыны Алһыу ҙа ҡалала төпләнеү теләген белдергәс, тәүәккәлләргә була. Үҙенең ерҙе яратыуын, унһыҙ йәшәй алмаясағын йөрәге менән тойһа ла, ғаиләһе хаҡына Сибайға күсенә. Әммә донъяла көтөлмәгән шатлыҡтар ҙа осрай, Ғайса Әхмәҙулла улын БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов институттың “Төйәләҫ” ҡасабаһында урынлашҡан агробиостанцияһына эшкә саҡыра. Етмәһә, дәрестәр үткәрергә сәғәттәр ҙә бүленә. Дәртләнеп эшкә сума ул. Күптән күңел түрендә йөрөткән тәжрибәләрҙе үткәрә, студенттар менән бергә асыштар яһай. Сәмле һәм тырыш, һөнәрен яратып атҡарған белгесте Зиннур Ғөбәйҙулла улы тиҙ шәйләй. Саҡырып, ғилми эшкә тотонорға ваҡыт еткәнлеген аңғарта, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға тәҡдим итә. Бөгөн Ғайса Әхмәҙулла улы – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр тигәндәй, ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килһә лә, Ғайса Хәсәнов үҙ асылына тоғро ҡала, йөктө төптән егелеп тарта, башҡаларҙы ла әйҙәй белә, кешелеклелек һәм кеселеклелек сифатын юғалтмай. Хеҙмәттәштәренең барыһы ла уны әйткән һүҙендә тора белгәне, талапсанлығы, шул уҡ ваҡытта ғәҙеллеге өсөн ихтирам итә. 2005 йылда Сибайҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының филиалы асылғас, Ғайса Әхмәҙулла улын директор итеп тәғәйенләйҙәр.
— Әлбиттә, ауырға тура килде, — тип хәтергә ала ул осорҙо Ғайса Хәсәнов. – Яңы уҡыу йортон асыу еңелдән булманы. Бина табыу, студенттарға ятаҡ эҙләү, кадрҙар туплау өсөн Сибай – Өфө араһын әллә күпме тапарға тура килде. Ләкин бирешмәнек, бөгөн уҡыу йорто уңыштары менән һөйөндөрә икән, тимәк, унда ла өлөшөм бар тип әйтә алам.
Филиалдың эше йәнләнә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙан йәштәр килә, ауыл хужалығы һөнәрҙәрен һайлаусылар арта тип, һөйөнөп кенә йөрөгәндә иңенә яңы бурыс йөкмәтелә. Был юлы уға төбәктә яңы асылған “Урал аръяғы” МТС-ына етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар. Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ эҙемтәләре арҡаһында ауырлыҡтарға юлыҡһалар ҙа, был юлы ла, бар тырышлығын һалып, ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, эшкә егелә Ғайса Хәсәнов. МТС-тың техника паркы тулыһынса сит илдә сығарылғандары менән тулыландырыла, яңы кадрҙар йәлеп ителә. Байтаҡ йылдар сүп-сар ғына үҫкән баҫыу ерҙәрен эшкәртәләр, сәсә башлайҙар.
Ул етәкселек иткән һәр өлкәлә юҡты бар итеүҙән башларға, эште көс түгеп башҡарырға кәрәк була. Сәмсел холоҡло ир-азамат алға барыуҙы ғына маҡсат итә һәм һис тә бирешергә теләмәй.
2010 йылдан ҡаланың 24-се һөнәрселек лицейы директоры итеп тәғәйенләнә. Бөгөн үҙе етәкселек иткән уҡыу йортон юғары кимәлгә күтәреү уйы менән яна, киләсәктә эшсе һөнәренең абруйын үҫтереү маҡсатын ҡуйған. Байтаҡ уй-теләк тормошҡа ашырылған да инде. Техник база яңыртылған, заман талаптарына яуап бирерлек ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алынған, дипломлы йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса күп кенә ойошма һәм предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Һәр эше көйлө барған ир-азаматтың хәстәре лә етерлек. Ҡала Советы депутаты булараҡ, һайлаусылары мөрәжәғәт иткән мәсьәләләрҙе хәл итеү, әсәһе вафат булғандан һуң атаһын яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн Сибайға күсереү, сит телдәр өйрәнеү, ейәнсәре Лираны тәрбиәләшеү, балаларына ярҙамлашыу һәм башҡа әллә күпме мәшәҡәт өҫтәлеп кенә тора. Әммә бәйге аты кеүек айбарланып алға уҡталған, һәр саҡ майҙандарҙа алдынғылыҡты бирмәгән Ғайса Әхмәҙулла улының яулайһы үрҙәре, уңыштары алда әле. Тап шундай ир-аттар халҡыбыҙҙы күтәрә, илебеҙҙе данлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840