Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комиссар Әлибаев көндәлеге
Комиссар Әлибаев көндәлеге 17 апрель, 1943 йыл. Сәғәт 5-тә сығып киттек (артабан юйылған — М.Н.). Халиҡов, тура сығам тип, юлһыҙ ерҙән киткән. Шуны ишетеп, мин артта ҡалдым. Ысынлап та, ул юлһыҙ беҙҙең колоннаға ҡаршы килеп сыҡты. Был — аҙаҡҡы рейс. Вильшаны тигән ауылға барып тупланырға. Юлда күңелле киләбеҙ. Аккордеон уйнай. Лейтенант Баҡый Вәлиев (Баймаҡ районы, Таулыҡай ауылы) ҡурайҙа уйнай. Мин бер аҙ ҡушылып йырлап килдем. Вера Касицкая колонна янында аккордеонда уйнап бара. Бер утарҙа Ғәлимов (политбүлектән, Әбйәлил районының элекке райком секретары), мин, Кусимов сәй эсеп алдыҡ.
Алдағы ауыл — Хачино. Колоннанан бер аҙ арттараҡ ҡалдыҡ. Ҡайһы яҡҡа киткәнен коневодтар ҡарап тормаған. Беҙ бөтөнләй уңға боролоп киткәнбеҙ. Ғәскәр күренмәй, юл да юҡ. Өйҙәргә туҡталып һорайбыҙ — күрмәгәндәр.
Бер төркөм ҡыҙылармеецтар килә. 14-се дивизиянан икән. Улар, һул яҡ юлдан киттеләр, тип күрһәтте. Ҡараныҡ, күренмәй. Тағы яңылыш киткәнбеҙ. Тағы ла һулғараҡ кәрәк булған. Арба тауышын ишетеп, һулға арҡыры сыҡтыҡ. Беҙҙең кухня икән. Повар Ғәниев сәй ҡайнатырға һыу тултырған да утын ярып тора. Нәҡ юл сатында, береһе уңға арҡыры китә, икенсеһе — һулға туры. Ғәниев шул һул юлды күрһәтте. Киттек. Бер аҙ барғас, беҙгә ҡаршы килеүсе Ҡотдос Абдуллин (Көйөргәҙе районы, Баба ауылы) осраны. Кухняға бара.
Качино әле күренмәй. Юл тағы икегә айырыла. Ҡайһыһы беҙҙеке — аптыраш. Тура киттек. Уңға кинәт боролғаны беҙҙеке түгел тойолдо. Бара биргәс, тағы арҡыры юл килеп сыҡты. Уның буйлап һулға табан бер һыбай сабып килә. Туҡтаттыҡ.
— Качиноға ҡайһы юл бара?
— Бына ошо. Әйҙәгеҙ, минең менән.
Кусимов миңә:
— Быны дәфтәргә яҙып ҡуй, — ти.
Нәҡ ошо сатта берәү осрамаһа, бутала инек. Ҡыуып еттек. Ауылды сыҡҡас, кинәт ҡояш байышына киттек. Бер проводник тура юл күрһәтте.
6–7 километр барғас, халыҡҡа сәй эсерҙек. Быйыл беренсе мәртәбә йәйге йылы төндә ҡырҙа ултырып, мин, Кусимов, Ғәлимов сәй эстек. Эргәлә кухня, халыҡ сәй ала. Тәртип юҡ. Кусимов урынынан тороп, бөтә кешене биш аҙым артҡа сиктерҙе лә, старшиналарын кухня янына ҡуйып, берәм-берәм генә алырға ҡушты.
Сәйҙән халыҡҡа тағы йән инде, кемуҙарҙан йырлай башланылар. Вильшаныға еткәнсе шулай килделәр. Етер саҡта, ситкә боролоп, тағы бер аҙашып алдыҡ. Карта буйынса дөрөҫ килдек. Ә ысынында юл уңғараҡ боролоп китә икән. Сәғәт 3-тәрҙә Хәбиров Вильшаныла ҡаршы алды. Беҙ ул көтмәгән яҡтан килдек.
18 апрель. Вильшаны буш булмай сыҡты. Аэродром, осоусылар часы. Йорттарҙа тығын. Арлы-бирле халыҡты урынлаштырҙыҡ. Кусимов комдивҡа урындың уңышһыҙ булыуын асыҡлап донесение ебәрҙе.
Мин төркөмдәрҙе ҡаршы алыу менән етәкселек иттем. Башым әйләнә, ҡоҫҡо килә. В.Н. һуҡрана (артабан юйылған — М.Н.). Йоҡларға яттыҡ.
Ғәҙәттәгесә 8-ҙә (өс сәғәт йоҡлағас) уяндым. Гулинев, Кузнецов килде. Яңы урын ҡарарға Кусимовты алдылар. Мин, сәй эскәс, Латипов, Думайский һәм Назаровтарҙы саҡырып, бурыс ҡуйҙым. Килгәс үк Латиповҡа марш йомғаҡтары тураһында тотош полковой политинформацияға әҙерләнергә ҡушҡайным. Шуны үткәрҙе. Алдан аккордеон уйнаны. Бөгөн халыҡ һүлпән йырлай. Латипов ике телдә аңлатты. Мин аяҡ өйкәтеү, тарҡау барыу, марштың бүтән дисциплинаһын һаҡламау факттарын күрһәтеп, һиҙгерлек, тәртип, ойошҡанлыҡты күтәреү, хәрби әҙерлекте отличноға үҙләштереүгә туҡталдым. Ваҡыт күп түгел, ләкин бурыс ҡатмарлы, тылға сыҡтыҡ, тип ғәмһеҙләнмәҫкә өндәнем. Шуны әйтергә онотҡанмын: беҙҙә аттар барыһы ... баш, халыҡ йәйәү килде. Бөгөн бер 40 ат килә буғай. Теге Нәзировтың пополнениеһы яңы килә башлаған.
Йәйәү поход бик ауыр була икән. Ыңғырашыу факттары ла күренгеләне. Латипов бер аҙ указание бирҙе. Ул минең кеүек бик күңелһеҙ. Награда юҡ. Унан һуң теге начподивтан риза түгел, килешеп эшләй алмайҙар. Ул ярҙам итмәй буғай. Политинформациянан һуң 2-се эскадрондағы Калчанов менән һөйләштем. Башҡортса йырлауҙан көлгән, тиҙәр. Дөрөҫ булмай сыҡты. Тик комэскадрона менән килешә алмайҙар. Икеһен дә алыштырырға тура килер.
Ҡайтып яҙырға ултырғас, Яҡупов инеп: "Иптәш комиссар, ҡыйыҡ аҫтында йәшенеп ятҡан бер ҡартты тоттом", — тип әйтте. Алып керҙе. 1902 йылда тыуған, һаҡал ебәргән өй хужаһы икән. Полуян Василий Степанович тигән дезертир булып сыҡты. Үҙе, дезертирмын, ти. Кусимов менән Белов ҡайтып керҙе. Уларға әйттем.
Яңы урын һайлағандар — шунда күсәбеҙ. Владимировка — Борисовка — Федосеевка ауылдарында урынлашабыҙ. Килеү менән кисә Кривопалов аттар, кешеләр алырға киткән ине. 41 ат, 27 кеше биргәндәр.
Бергә Фәйзи Ғәскәров килде. Яҡупов уларҙы штабдивҡа илтеп ҡуйҙы. Мин Борисовкала 2-се эскадрон урынлашыуын күҙәттем. Хатта санразведка ла яһамағандар (квартирҙарға). Владимировкаға килдем. Кусимов квартираны икебеҙгә айырым-айырым әҙерләткән.
Бөгөн көн бик ҡотһоҙ, һалҡын, үткер ел булды. Зыя Латиповтың нервыға насар тәьҫир итә тигәне дөрөҫ икән. Бөгөн тағы бер бәлә: артбатареялағы бер сержант Фәйзуллин автомат юғалтҡан. Электән дә бер нисә рәт тәнбиһән (иҫкәртеү) алғайны.
19 апрель. Иртә менән, мин тормаҫ элек, политбүлеккә сәғәт 12-гә саҡырып яҙыу килгән. Кәңәшмә. Уғаса командирҙар кәңәшмәһендә ҡатнаштыҡ. Назаровҡа яңы килгән егеттәр менән һөйләшергә ҡуштым. Ҡотоев килде. Кисәге дезертирҙы тикшерә. Политбүлектә отчетный собраниеға дивизионный комсактивта әҙерлек, яңы пополнение менән эшләү һәм башҡалар тураһында кәңәшмә булды. ЧП тураһында донесение бирмәгән өсөн мин иҫкәртеү алдым. Начподив Думайскийҙы тәсриф итмәйем, бүтәнде ебәрәм, тип екеренде. Имеш, Думайский сержант ҡына, ә бына Туймазынан килгән Хәбибуллин — элекке ҙур партработник.
Минең фекерҙе иптәш Нәзиров ҡеүәтләне. Элекке политбүлек работнигы Ҡадиров та, шулай уҡ Покровский риза булды. Фәттәховҡа һуҡранып алдым. Мин Думайский менән 10 ай һуғышам, етерлек һынаным инде. Санэскадронға Попова исемле политрук килгән. Йәш, мөләйем иптәш. Кубанкала, урлайым кубанкаңды, тием. Үҙем менән бергә урлаһаң, рәхим итегеҙ, ти.
Ҡайтыу менән Латипов, Думайскийға күрһәтмә бирҙем. Кисен 2-се һәм 3-сө эскадронда булып, политруктарға шул уҡ күрһәтмәләрҙе бирҙем. Ниңәлер (эсем бошҡандан инде) пистолеттан атып ҡарағым килде. Күптән атҡан юҡ. Бер өс патрон алып, оружиены Мөхәмәтйәнов менән рәткә килтерә алмай аҙапландыҡ.
Федосеевканы таба алмай 30 минут аҙашып йөрөнөк. Ниндәйҙер көнбағыш баҫыуына барып индек. Уңға боролоу урынына бер-ике километр тураға сығып киткәнбеҙ.
20 апрель. Думайский менән башланғыс ойошманың 1942 йылдың ноябрь — 1943 йылдың апрель осорондағы эше тураһында отчет планын төҙөнөк, әҙерәк конспект өлөшө лә яҙылды. Рейдта юғалған көндәлек һәм башҡа документтар өсөн тағы ҡаты уфтанып ҡуйҙыҡ. Латиповтың агитация, пропаганда эше планын тәсдиҡ иттем. Самат Назаровҡа (комсомол секретары) активҡа әҙерлек тураһында күрһәтмә бирелде. Кусимов аттар, кешеләр бүленә тип ишеткән. Арыуыраҡтарын эләктерергә тырышам тип китте. Батареяның политруктары Рәшит Хисаметдинов һәм Ситдиҡ Яҡуповтарҙы саҡырып, эштәре менән таныштым, күрһәтмәләр бирҙем. Яҡуповҡа ауыл халҡы менән ҡайһы бер эштәрҙе үткәрергә ҡуштым.
Фурадов тигән ҡырым татары беҙгә полк командирының МТО буйынса ярҙамсыһы булып килде. Ҡырымдың элекке аҙыҡ сәнәғәте комиссары, госпиталгәсә техполкта начвас ине. 2-се эскадрондың командиры Девятовты, 3-сөнән Әхмәровты, хужалыҡ эшсеһе Ильчукты кире штабдив ҡарамағына ебәрҙек. 2-сегә ваҡытлыса Плеханов, 3-сөгә Поханцев ҡуйылды.
Кисен политэш планы һәм әҙерлек буйынса ике кәңәшмә (политруктар менән). Ғәйнуллин һуңлап инде. Кисә мин ҡушҡан эштәрҙе лә үтәмәгән. Ҡайтҡас, иҫкәртеү —тәнбиһән бирҙем. Төхфәтуллин, шулай уҡ Самат Назаров бөгөн тағы политбүлектәге кәңәшмәгә бармаған. (Артабан юйылған. — М.Н.).
22 апрель. Сәғәт 8-ҙә торҙом. Ашағас та 2-се эскадрондың политзанятиеһында булдым. Головин (сыуаш егете) әҙерләнгән, тик аныҡ материал, дөйөмләштереү юҡ. Мин дивизия, полктағы факттарҙы өҫтәнем. 3-сө полкта үткән йыл атылыусыны миҫалға килтерҙем. Паника тыуҙырыу, ҡурҡҡанға ҡуш күренеү факттарынан көлөп, халыҡтың күңелен асып алдым. Замкомэска итеп билдәләнгән Бачилин менән һөйләштем. Өмөтлө егет күренә.
Яңы килгән 27 егет менән ҡыҫҡаса әңгәмә үткәрҙем. Унда Ғәбиҙулла Бикбаевты ваҡытлыса политрук итеп тәғәйенләнек. Закировтың районға барып ҡайтыу нәтижәһен тыңланым.
Салҡынбаев тигән кесе лейтенант өҫтөнән ялыу бар. Һөйләштем. Егет инҡар итә. Кисә, етмәһә, командирҙар алдына саҡырып, иптәштәрсә иҫкәртеү яһағанға үпкәләй. Ҡаҙаҡ булғанға йәберләйһегеҙ, тип үк ебәрә. Капитов тигән бер егет запал менән бармағын өҙгән. Тикшерергә ҡуштыҡ. (Артабан юйылған. — М.Н.).
Бөгөн минең "Воинское воспитание и авторитет командира" темаһына командирҙарға лекциям киске сәғәт 7-лә була. Шуға әҙерләндем. Көнө буйы тиерлек башҡа нәмә менән булманым. Балаларҙан хәбәр юҡҡа эс яна.
Сәғәт 6-ла Борисовкаға барҙым (шунда йыялар). Вәлиев ҡурай уйнап алды. Лекция арыу сыҡты. Һуңынан атты тәрбиәләү тураһында ҡыҫҡаса ғына кәңәшмә үткәрҙек.
23 апрель. Сәғәт 6-ла штабта командирҙар уҡыуы, йәшерен идара итеү тураһында занятие булды. Аяҙ көн, ҡояш күтәрелеп килә. Еле нәҡ яҙғы ел инде. Әлеге Гитлер яуыз быйыл да был гүзәллеккә хозурланырға ирек бирмәй инде. (Артабан юйылған. — М.Н.).
Кискә — бюро ултырышы. Политбүлектән Вәлиев килде. Отчет оҙон төҙөлгән, иртәгә иртәнсәк йыйылырға булдыҡ. Ҡарап бөтөрә алманыҡ. Кусимов бөгөн күп йөрөп арыған, бюрола булманы. Иҙрисов әйтмәксе, Әлибаев үҙе ҡарағас, етәр, тигән.
Мин хат яҙып ултырып төтөнгә иҫергәнмен. Лампаның ҡыуығы юҡ ине. Хужа ҡыҙы, өйҙө ыҫлағанһың, тип һуҡрана. Башты айнытайым тип өй тирәһенә сығып йөрөнөм. Төн йылы, бик оҙаҡ йөрөнөм, йоҡо килмәй. Сәғәт 1-ҙәрҙә яттым, ләкин һис йоҡлап булмай. Көндөҙ доктор бер дарыу ҙа биргәйне. Ярҙам итмәне. Яҡтан-яҡҡа әйләнгеләп тик ятам. Ана, әтәстәр ҡысҡыра, ана яҡтыра. Ана инде ҡояш та сыҡҡан.
24 апрель. Хужалар, беҙҙең егеттәр күптән хәрәкәттә, эштә. Бөгөн бит иң яуаплы, иң эшлекле көндәрҙән — партсобрание. Сәғәт 7-лә ашап, кисә кисектерелгән бюроны башланыҡ. Бик оҙаҡ (сәғәт 10-ғаса) барҙы. Күп үҙгәреш һәм өҫтәмә кереттек. Документтар рейдта яндырылып бөткәнгә күрә, үткән көндәрҙе йомғаҡлауы ауыр булды. Шунда уҡ йыйылыштың резолюция проектын ҡараныҡ. Бик алама, формально төҙөлгән.
Бынан һуң бер аҙ йоҡлап булмаҫмы тип ятып ҡараным. Унан һуң яҙыусы Ихсанов килде. Ул Карнайҙың редакторлыҡ эшенә кире ҡайтыуын һөйләп ултырҙы. Ул йыйылышта ҡатнашырға килгән. Һуңынан күрешербеҙ, йоҡла, тип сығып китте. Күпме серем иткәнмендер инде, бер 30 – 40 минут бармы икән? Һәр хәлдә, башта бер әҙ еңеллек һиҙелә, хатта төн йоҡламаған кеше түгелмен кеүек.
Тороп, политчасҡа киттем. Унда Латипов, Ихсанов полк тарихының комиссияһы эшен нисек планлаштырыу тураһында уйланып ултыралар. Тағы бер нисә ойоштороу эше булды. Мәмбәтҡолов Бәҙригә хат яҙҙым. Ул госпиталдә.
23 апрелдә мин 7 – 8 хат алдым. Уның икәүһе ҡатындан — юлдан Мичуринскиҙан яҙған. Яҡшы, балаларҙан булмаһа ла, бер аҙ күңелгә еңеллек килтерҙе.
Сәғәт 3-тәрҙә 900 кеше, 90 ат, тағы 32 кеше килде. Теге Нәзиров ҡайтып йыйған көс яңы килә. Шайморатов мәрхүм ғинуарҙа уҡ оҙаҡлағанға, хәбәре булмағанға бик асыуы ҡабарып йөрөгәйне. Биш айҙан артыҡ ғүмер үтте бит.
Аттар ябыҡ, кешеләр өйрәтелмәгән. Былар менән күп көс түгергә тура киләсәк. Йыйылышҡа килдем. Ана, нисек һүлпән йыйылалар, берәм-һәрәм генә, ойошоп килеү юҡ. 89 кешенән бары 45 кеше килде. Йәнһеҙлек, ойошмағанлыҡ. Ҡайҙа ул теге Пчелиновкалағы йәнле собрание (25 октябрь)! Ҡайҙа ул теге 15 ноябрҙәге Тукановский янында ҡышҡы көндә 300 кеше ҡатнашлығында тау битендә ағас төптәрендә ултырып үткәргән собраниелар! Ҡайҙа ул кешеләр, ул йәнлелек, ул күтәренкелек? Юҡ улар.
Докладты Мәғсүм Думайский яһаны (Кушнаренко). Башҡорт телендә доклад һәйбәт сыҡты. Сәғәт тә 40 минут һөйләне. Прениела 14 кеше ҡатнашты. Иҫәнгилдин, Бикбаевтарҙың сығыштары бөтөнләй яҡшы булды. Төхфәтуллин (Бүздәк), Головин (Миәкә), Миңғәле Халиҡов (Йомағужа), Вәхитов, Кусимов, Назаров, Вәлиев, Әлибаев һәм Покровскийҙар (начподив) һөйләне. Барыһы ла эштең рейдтан һуң һүлпәнәйә төшкәнен, халыҡта тынысланыу сатҡыһы булғанын, һиҙгерлек түбәнәйеүен әйтте. Аҙаҡтан политсоставтың ҡыҫҡа кәңәшмәһендә яңы килгәндәр менән эшләү мәсьәләһен ҡаты ҡуйҙым.
(Дауамы. Башы 34-36-сы һандарҙа.)
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518