Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ ышанысын яулаған
Халыҡ ышанысын яулаған
...Сермән ауылында йәшәгән өс туған байрам итеп алырға була. Ҡунаҡтар йыйыла. Төн уртаһына тиклем дауам иткән мәжлес аҙағына ағалы-ҡустылы араһында бәхәс тыуа. Бәләкәйҙәре бала саҡта өлкәненең үҙен нисек рәнйеткәнен иҫенә төшөрә. Бәхәс оло низағҡа әүерелә. Ағай кеше, оҙаҡ уйлап тормайынса, бысаҡҡа йәбешә һәм ҡустыһына бер нисә тапҡыр сәнсә. Һуңынан ҡулына балта алып, яралы янына бер кемде лә ебәрмәй. Һеңлеләре, был күренештән ҡото осоп, шунда уҡ урындағы полиция хеҙмәткәренә йүгерә.

Николай Рыжов енәйәт урынына бик тиҙ килеп етә. Бәхеткә күрә, яралы егет тере ҡала, әммә уға табип ярҙамы талап ителә. Тәртип һаҡсыһы, үпкәсел егетте тынысландырып, тиҙ арала килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәрен яралы эргәһенә үткәрә.
Был ваҡиға, 18 йыллап ваҡыт үтеп китһә лә, һаман онотолмай. Тәүге көндән алып Николай Рыжов участка вәкиле вазифаһында ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Әле Сермән, Аҙнағол, Сатра, Йәндек, Дачная һәм яңы ғына нигеҙ һалынған Иҙел ауылдары халҡы уның ярҙамына таянып йәшәй.
Николай Рыжов Силәбе ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу институтын тамамлағандан һуң тыуған ауылындағы колхозда ете йыл инженер булып эшләй. Бер ваҡыт урамда уға кешеләргә бәйләнеп, һүгенеп йөрөгән хулигандар осрай. Был күренешкә битараф ҡала алмайынса, иртәгәһенә үк эске эштәр бүлегенә килеп, хеҙмәткә алыуҙарын һорай ул. Шулай итеп, 1994 йылда милицияла эш башлай. Марат Мәғәфүров уның тәүге кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы була. Участка вәкиле хеҙмәте күп тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек талап итә. Һәр полиция хеҙмәткәре кешегә ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш, тип иҫәпләй Николай Петрович. Кем генә мөрәжәғәт итһә лә, тәртип һаҡсыһы уның менән иҫәпләшергә, яҡшы мөғәмәләлә булырға һәм хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Енәйәттәрҙе тикшергәндә Николай Рыжовҡа төрлө кеше менән танышырға, аралашырға тура килә. Уларҙың яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша. Йәнә бер ваҡиғаны участковый йылдар үтһә лә онотмай. Эш былай була. Аҙнағол ауылынан кеҫә телефондарын урлау осрағы тураһында хәбәр итәләр. Ошо уҡ көндә билдәһеҙ енәйәтсе Сермән ауылындағы магазинды талаған. Тәртип һаҡсыһына бер юлы ике йомаҡты сисергә кәрәк була. Кисектерергә ярамай, уғрыны эҙе һыуынмаҫ элек тотоуы еңелерәк. Тикшеренә торғас, был ике хәлдең бер-береһенә бәйле булыуы асыҡлана. Урындағы халыҡ менән аралашып, Николай урамда сағыштырмаса арзан хаҡҡа телефондар тәҡдим итеп йөрөгән ҡыҙҙың эҙенә төшә. Баҡтиһәң, ул Сермән ауылына килгән һәм, сығышы менән ошо төбәктән булғанлыҡтан, бында йәшәүселәрҙе белә икән. Урланған телефондарҙы таныштарына һатырға уйлаған. Әммә енәйәтен аҙағынаса еткерә алмай, участковый уны урамда сираттағы танышына телефон тәҡдим итеп торғанында тотоп ала.
Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, Николай Рыжов ауылдаштарының өйҙәренә инеп, тоҡлап он һатып йөрөгән ир кеше тураһында ишетеп ҡала. Ауылда барыһы менән дә яҡшы таныш тәртип һаҡсыһына уны фашлау ауырға төшмәй. Теге шунда уҡ урындағы полиция бүлексәһенә килтерелә һәм ул ҡылынған енәйәте тураһында һөйләп тә бирә. Иң ҡыҙығы шунда: был ир телефон урлаған теге ҡыҙҙың атаһы булып сыға. Быға тиклем улар оҙаҡ йылдар аралашмаған. Атай кеше ҡыҙы бәләкәй саҡта уҡ ғаиләһен ташлап киткән. Әммә яҙмыш шаярыуымы, икеһе лә бер үк мәлдә енәйәт ҡылған һәм полиция бүлексәһендә осрашҡан.
Николай Рыжовтың фиҙакәр хеҙмәте Эске эштәр министрлығы тарафынан лайыҡлы баһалана. 2008 йылда етәкселек тарафынан һайлап алынып, Туапсе ҡалаһына ебәрелгән биш участковый исемлегендә ул да була. Был ҡалала өс ай дауамында урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлаша, рейдтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ хеҙмәт дәүерендә өлгәшкән юғары күрһәткестәре өсөн ике тапҡыр маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә. Сермән ауыл хакимиәте лә участковыйҙарының хеҙмәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ауылдың 300 йыллығын байрам итеүгә арналған тантанала Башҡортостан Хөкүмәте исеменән Николайға өр-яңы “Жигули” автомашинаһының асҡысы тапшырылғайны.
Полицейский өсөн иң мөһиме – уны аңлаған һәм өйҙә һағынып көтөп торған ғаиләһе. Николай Петрович тормош иптәше Любовь Михайловна менән иңгә-иң терәп 30 йылға яҡын ғүмер иткән. Ҡатыны балалар йортонда бухгалтер булып эшләй. Ҡыҙҙары Татьяна менән Надежда – ата-әсәһенең ғорурлығы. Оло ҡыҙы Өфө дәүләт авиация техник университетын, кесеһе Магнитогорск тау-металлургия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ғаилә башлығы күп ваҡыт тәүлек әйләнәһенә эштә булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтары ҙур ғына: баҡса үҫтерәләр, мал-тыуар аҫрайҙар. Николай Рыжов буш ваҡытын ейәне Богданға бүлә, уны тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Яҡындары эшендә лә ярҙам итә. Бер нисә йыл элек тәртип һаҡсыһына бер ят кешенең ике ат менән ауыл аша үтеп китеүе тураһында хәбәр итәләр. Был әҙәм колхоз йәйләүенә табан юлланған. Төнгә ҡарай Николай ҡатыны менән бәләкәй ҡыҙын машинаға ултыртып, тегенең артынан юллана. Тырышлыҡтары юҡҡа булмай. Ҡатынын транспортты ҡарауылларға ҡалдырып, үҙе ҡыҙы ярҙамында енәйәтсе ирҙе ҡулға ала һәм ағасҡа бәйләп ҡуя. Был кеше урланған аттарҙы ҡыуып алып китеп барған, ә төнгөлөккә яҡындағы урманға ебәргән. Ҡырағайланып барған аттарҙы тотоп алалар, әммә уларҙың хужаһы билдәһеҙ булып сыға. Ауылға ҡайтып, яҡын арала аты юғалған хужалар тураһында мәғлүмәт туплауҙан башҡа сара ҡалмай. Тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирә: мал Комарово ауылында донъя көткән әбей менән бабайҙыҡы икән. Аттарҙы хужаларына алып барып ҡуйыу хәстәре лә участковыйҙың иңенә төшә. Ҡыҙы менән икәүһенә 70 километр юлды һыбай үтергә тура килә.
Полиция хеҙмәте – ял һәм байрам көндәре тип тормай, тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа хеҙмәт итеү ул. Николай Рыжов – ысын мәғәнәһендә яуаплы һәм ғәҙел тәптип һаҡсыларының береһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505