Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комиссар Әлибаев көндәлеге
Комиссар Әлибаев көндәлеге 10 апрель. 10 апрель – шатлыҡлы көн. Бөгөн бөтә төркөмдәр боевая подготовкаға күсте. Оборона эшен тамамланыҡ инде. 1-се эскадрондың взводтарында шул эште ҡарап йөрөнөм. Автомат шиш — өйрәнәләр. Ойошҡан хәлдә генә бара. Партойошманың планын тәсдиҡ иттем (раҫланым — М.Н.) Сәғәт 4-тә корпусное совещание. Шуға тип политбүлеккә барырға әҙерләндек. Шул ваҡыт Әғләм Хәбиров миңә шатлыҡлы хәбәр килтерҙе. Мине Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү тураһында приказ алып ҡайтҡан. Тимәк, бөгөн минең өсөн дан көн.
Политбүлеккә сәғәт 3-тә барҙыҡ. Ғәлимов һәм башҡа иптәштәр мине тәбрик итте. Ғәскәровтарға инеп, бер аҙ аккордеон тыңланыҡ. Кәңәшмә Григорьев районында булды. Егеттәр ЧП-ларға ҡаршы көрәш, партияға үҫеш, боевой подготовканы ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр тураһында полк, дивизия замполиттарын тыңланылар. Беҙҙең теге Кривенко ла телгә алынды. Шверник комиссияһының фашистар вәхшәте тураһындағы заключениеһы айҡанлы митинг үткәрергә указание алдыҡ.
Кисен ҡайтҡанда Кусимов һәм Баһауетдинов иртәнге учебаға әҙерләнә ине.
11 апрель. Латипов менән митингты планлаштырҙыҡ. Оборона районын ҡарап сыҡтым. Кусимов штабдивизияға занятиеға китте. Кухня, ятаҡтарҙа, келәттә, шулай уҡ 1-се эскадронда материальный часть өйрәнеү занятиеһында булдым. Занятиены лейтенант Вәлиәхмәтов Шамил (Балтас районының Көндәшле ауылы) һәм лейтенант Бикмөхәмәтов Мөкәш (юйылған — М.Н.) үткәрә, автоматты өйрәнәләр. Халыҡ менән элекке кеүек яҡын аралашыу юҡ. Элекке халыҡҡа булған көслө мөхәббәт, уларҙы һағыныу бар. Яңы егеттәргә тиҙерәк өйрәнергә кәрәк.
Төштән һуң иртән буласаҡ занятиеға бер аҙ әҙерләндем. Кисен политсостав менән күп кенә мәсьәләләр тураһында тәфсилле кәңәшмә үткәрҙем. Покровский Самат Назаровты комсомолға, Мәүғанскийҙы партбюроға ҡуйыу тураһында һөйләшергә саҡырҙы. Кереп вәғәз уҡыны. Тәсдиҡ итмәйем, тип сығыш яһаны. Була бит донъяла кешеләр. Элементар мәсьәлә буйынса агитация уҡый.
12 апрель. Көн аяҙ, яҙғы ял. 8 сәғәт 30 минуттарҙа 3-сө полкка барҙым. Бөгөн – замполиттарҙың нәүбәттәге занятиелары. Гулиев үткәрҙе. "Эскадрон наступлениела" темаһы эшләнде. Мин, Закиров, Ҡадировтан башҡалар әҙерләнмәй килгән. Иван Иванович бик асыуланды. Беҙгә яҡшы баһа бирҙе.
Сәғәт 4-тә саҡ ҡайттым. Нәзиров килгән. Митинг булырға тейеш. Вязьма (уҡылмай — М.Н.) һәм Ржев шәһәрҙәрендәге немецтарҙың вәхшилектәре тураһындағы материалға бағышланған митинг. Нәзиров, оҙаҡ йөрөнөң, тип һуҡранды. Митинг кистән яҡшылап әҙерләнгәйне. Мин ашап алғас, башланыҡ. Матур үтте. Латипов башта материалдың айырым урындарын уҡыны. Унан Бикбаев үҙе күргән немец вәхшәттәрен һөйләне. Ҡыҙылармеец Дәүләтшин, Яҡупов, лейтенант Племанов, кесе лейтенант Ғәйнуллин да, шулай уҡ үҙҙәре күргән немец йыртҡыслыҡтарын һөйләп, бөтә егеттәрҙе үс алырға саҡырҙы. Баймаҡ егете Баҡый Вәлиев яҡшы ғына төҙөлгән резолюция уҡыны. Мин бер нисә ялҡынлы һүҙ менән "ура" ҡысҡырттым. Митингты яптыҡ.
Нәзиров ятаҡтарҙы, кухняны ҡараны, боевой листок тураһында замечание әйтте. Үҙе нисектер бик күңелһеҙ. Уфанан килгәс үк, ғөмүмән, төшөнкө рухлы күренә. Сәбәбе билдәһеҙ. Тик тоҫмал ғына итергә мөмкин.
Кисен политруктарға Латипов политзанятие тураһында семинар үткәрҙе. Мин ҡыҫҡаса митинг йомғағын һөйләнем, Нәзировтың эштәр торошо тураһындағы замечаниелары буйынса указание бирҙем. Был арала беҙҙең полк боевой подготовка, ҡорал торошо һәм тәртип яғынан, ат торошонан бер нисә благодарность алып өлгөрҙө.
13 апрель. Шул уҡ урында боевой подготовка дауам итә. Бөгөн комполка, тағы байтаҡ етәкселәр лекция тыңларға штабдивҡа барҙы. Ныҡлап оборона эшенә яңынан тотонорға, тиҙәр. Замкомдив булып подполковник Әғзәм Фауарисов ҡуйылды. Монголиянан килгән, һуғышта булмаған әле. Кусимовтар менән уҡыған. Ул урынға Кусимов бара, тип торғанда килеп төштө. Кусимов бик маҡтай, партийный командир, лайыҡлы кандидатура, ти. Ысын күңелдәнме инде? Шикле. Фауарисов, ысынлап та, арыу күренә (иртәгеһенә күрҙем).
Кисен командирҙар судын үткәрҙе. Бойороҡто үтәмәгәне, ваҡытында боецтарға аш порцияһын теүәл бирмәгәне өсөн старшина Геевҡа. Бик тупаҫ, бик тәртипһеҙ. Халыҡ әүҙем ҡатнашты, разжаловать итергә ҡарар сығарҙы. Мин гәзиттән "Кесе командир" тигән мәҡәләне уҡып аңлаттым. Суд приговор сығарғансы егеттәр менән гәпләшеп ултырҙыҡ.
14 апрель. Иртүк Ғәлимов, штабдивтан бер төркөм оператив работниктар һуғышсан әҙерлек барышын тикшерергә килде. Ғәлимов та шул эш менән. Уның менән 1-се эскадрон занятиеһында булдыҡ. "Отделение в обороне" темаһы арыу ғына бара. Политинформация – "Береги командира" темаһына. Мылтыҡтарҙың торошон тикшерҙеләр. Дөйөм торош яҡшы.
Төшкә ҡуҙғалырға әҙерлек тураһында бойороҡ килде. Кусимовты бойороҡ алырға саҡырҙылар. Беренсе маршрут: ферма — полевой стан.
15 апрель. Сәғәт 4-тәргә Залиман тигән ауылға килдек. Юлда Белов, Нәзиров ҡаршы алып, Белов мине тәбрикләне (орден менән). Йыуырға кәрәк, билмән әҙерлә, ҡалғанын Нәзиров үҙе ҡарар, тине.
Юлда беҙгә Ишмөхәмәтов ҡушылды. Уфа хәлдәрен, юлда булған әшәкелектәрҙе, бүләктәрҙе тикшереү нәтижәһен һөйләп килде. Күбеһе эсте яндырырлыҡ хәбәрҙәр ине. Ул, юлда редакция машинаһының бензины бөтөп туҡтағас, беҙгә эйәреп китте. Баймаҡ егете Баҡый Вәлиев ҡурай уйнап килде. Бер квартирала ял итеп алдыҡ. (Артабан юйылған — М.Н.) Бары бер сәғәт самаһы йоҡланым.
Кусимов штабдивҡа барып ҡайтты. Ул беҙ бара торған Водяной ауылында. Полк дежурныйы Мөхәмәтшин унда барып сыҡҡан. Ике ҡыҙылармеец һәм Шамил Вәлиәхмәтов тигән лейтенант та унда киткән. Халыҡтың аяҡтары бик өйкәлгән. Политруктарҙы йыйып, эш алып барырға ҡуштым. Полевой обоз арттан килә. Элек полк 5 километрға һуҙылып бара торғайны, ә хәҙер 800 метрға ла етмәй. Ике орудие, минометтар, тачанкалар юҡ.
Башҡортостан халҡы үҙен йәлләмәй һуғышҡандың күрһәткестәре ана шул инде. Сәғәт киске 5-тә сығып киттек. 4 километр барып, бер юл сатында аттар, обоз менән ҡушылырға. Кусимов беҙҙе ҡаршы алды. 7-лә ҡушылдыҡ. Маршрут: Залиман — Сватово — Гончаровка. Беҙгә Еппер, Вера Касицкая килде. Привалда аккордеонда уйнанылар. Халыҡ бейене. Касицкая ғәжәп шәп уйнай (башҡорт көйҙәрен). Ләкин элекке бейеүселәр, йырсылар юҡ шул. Нәзиров, Кусимов, мин һәм бүтәндәр ҙә хор менән йырлап алдыҡ. (Артабан юйылған. — М.Н.) Бөтә юл буйына Касицкая менән һөйләшеп барҙыҡ. Сталинградҡа барып йөрөүҙәрен, юлда нисек килгәндәрен, Бикмәтов һәм башҡаларҙың бөтә әкәмәттәрен һөйләп килде.
Залиман. Матурлап иртәнге аш, унан төшкөлөктө ашаныҡ. Нәзиров, Быков полкты тикшереп киткәндә күстәнәс ҡалдырып киткәйнеләр. Китер алдынан мин бер аҙ йоҡлап та алдым. Иртә менән килеп туҡтағанда Хәйбулла районынан Игебаев тигән егетте күрҙек. 2-се полкта булып, ике рәт яраланып, госпиталдән бер стрелковый часҡа эләгә. Дивизия һағындыра, ти.
Сватовола бер өйгә инеп йылынып сыҡтыҡ. Сәғәт 3-тәрҙә Гончаровкаға килдек. Бөтә йорттар ғәскәр менән тулған. Бер өйҙә, һалам түшәп, ял итергә яттыҡ. Көндөҙ партбюро ултырышы үткәреп, Асадулла Асадуллаевты, Мөбәрәкша Шәймәрҙәновты, Вәлит Намаҙғаевты партияға алдыҡ. Амар Салҡынбаев тигән ҡаҙаҡ егете 4 ай әсирҙә — ҡамауҙа йөрөп, билетын юғалтҡан. Шуның ғаризаһы ҡаралды. Үҙен күрһәтә алмаған әле, көтөп торорға булдыҡ.
Артта ҡалған егеттәрҙе саҡырып һөйләштем. Закиров иртәнге ашты хөртөрәк ойошторған. Саҡырып, һуҡрандым. Фандаранцев һәм Сабир Ҡадиров (2-се полк етәкселәре) килеп сыҡты. Улар китеүгә Сарыгин һәм Мансур Баһауетдинов килде. Яңы балыҡ менән һыйланыҡ. Фандаранцев лезгинкаға бейене. Шунан ҡайтып киттеләр.
Баш әйләнгәс, 35 минут самаһы йоҡлап алдым. Вероника Лиевна 3-сө полкка китте. Ишмөхәмәтов шулай уҡ ҡайҙалыр штабдив төркөмөнә ҡушылды. Урындағы гарнизондан беҙҙең квартирҙа тороусы берәү, әллә ниндәй ғәйеп табып, беҙгә бәйләнеп маташты, "имеш, халыҡ һеҙҙән риза түгел, бесәндәрен алғанһығыҙ", тикшереп ҡараным, шарлатанлыҡ булып сыҡты. Дөрөҫ ҡыланмағанын әйтеп, ҡуҙғалып киттем.
Беҙҙең полк алда, мин арттан килеүсе 2-се полкка ҡушылдым. Ҡадиров, Биксурин менән һөйләшеп килдек. Биксурин минең менән таныш. Бер йыл курста бергә булғайныҡ. Хәҙер ул — 2-се полкта партбюро секретары. Боевой ғына егет.
Барыу маршруты: Покровская. Биксуриндан айырылғас, комдив, Нәзиров, Фауарисовтар янында бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ. Улар колоннаны үткәреп торҙо. Звание тураһында тиҙ генә һүҙ булып алды. Фауарисов менән килгәндә колоннала Вәхит Мәхмүтовты күреп ҡалдыҡ. Бергә уҡығандар. (Артабан ике юл юйылған — М.Н.).
Хәбиров штаб начальнигы менән ниңәлер алға киткән. Ә беҙ ҡайһы яҡҡа барырға белмәй аптырап ҡалдыҡ. Етмәһә, юл кәртәләнгән. Хәбиров үҙе бик тәртипле егет. Акимов уны бутаған. Иртәнге сәғәт 4-тә генә урынлаштыҡ. Халыҡ теүәл килгән.
17 апрель. Кусимов, мин, Бибинур кереп йоҡларға яттыҡ. Ғәҙәттәгесә, мин сәғәт 8-ҙә уяндым. Бары бер сәғәт йоҡланым (артабан юйылған — М.Н.). Бер аҙ көндәлек яҙҙым. Унан Азаровты йөрөтөп, төркөмдәрҙәге хәлдәрҙе, ашап-эсеү торошон тикшерттем. Командирҙар кәңәшмәһен үткәреп, марштағы етешһеҙлектәрҙе ҡабатламаҫҡа бойорҙоҡ. Шул ваҡыт Белов, Нәзировтар килде (артабан юйылған — М.Н.).
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509