Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике генә хаты килгән. Өсөнсөгә...
Ике генә хаты килгән. Өсөнсөгә... "Һаумыһығыҙ минең өсөн ҡәҙерле әнием, нәнәйем, Ришат туғаным, Ринат туғаным, Илшат туғаным. Һеҙгә һалдат сәләмдәре ебәреп ҡалыусы Риф тип уҡып үтерһегеҙ. Сәләм шулай уҡ күршеләргә, нәҫел-ырыуға, һорашҡандарға. Үҙемдең хәлгә килгәндә, һәйбәт кенә хеҙмәт итәм. Бына бөгөн 16 ноябрь, 1986 йыл. Икенсе хатымды яҙып ултырам инде. Мине хәҙер ошо урынға хеҙмәткә ҡалдырырға тейештәр. Служба һәйбәт бара. Таҙалыҡ яғы һәйбәт. Хатты күберәк яҙып тороғоҙ. Үҙегеҙҙең хәлдәр нисек кенә? Ришат менән Ринат ни хәлдә? Нисек уҡыйҙар? Тырышып уҡыһындар. Илшат нисек кенә уҡып йөрөй? Тырышып уҡырға... Сәләм менән Риф".
Ҡыҫҡа, ашығыс ҡына сыймаҡланған хат. Әле хеҙмәтен башлап ҡына торған йәш һалдат, әйтерһең, һуғыш осоронда олаталары окопта яҙғандағылай, ҡабаланып сыймаҡлап, конверт эсенә һалған. Ысынлап та, бик ашыҡҡан Риф. Тәүге хәрби заданиеға сығырға ҡабаланған. Барып ҡайтҡас, яйлап яҙырмын әле тигәндер. Был бит — тыуған Аҡтүбә ауылынан киткәндән һуң ебәрелгән икенсе генә хаты. Ә ике йыл эсендә, ай-һай, әллә күпме, әллә нисәмә тапҡыр күңелен аҡ ҡағыҙға бушатыр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ҡош телендәй генә ҡағыҙ киҫәген — һалдат күңеленең бер өлөшөн — алып осҡан конверт артынан икенсеһе лә юллана...
"Хөрмәтле Венера Сәйетгәрәй ҡыҙы!
Тәрән үкенес, ҡайғы менән һеҙгә улығыҙ Риф Рафаил улының Афған Демократик Республикаһында, хәрби антына тоғро ҡалып, батырлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтеп, ғүмеренең һуңына тиклем Тыуған ил алдындағы интернациональ бурысын үтәп, 1986 йылдың 20 ноябрендә һәләк булыуы тураһында еткерәбеҙ.
Риф Рафаил улы хәрби часта хеҙмәт иткән осоронда үҙен ҡыйыу, эш һөйөүсән, ҡатмарлы заданиены ла үтәй алырлыҡ яугир итеп күрһәтте. Хәрби бурысына намыҫ менән ҡараны. Дуҫтарына ауыр минутта ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер, тәртипле булды.
Ҡоралдаш, хәрби иптәш, бөйөк, күп милләтле, еңелмәҫ халыҡтың тоғро улы Риф арабыҙҙан китте.
Улығыҙ, яугир иптәшебеҙ ваҡытһыҙ һәләк булыу сәбәпле, часть командованиеһы ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлаша. Риф менән ғорурланабыҙ, Тыуған илгә, Коммунистар партияһына, Совет халҡына тоғро ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Улығыҙ тураһында яҡты иҫтәлек күңелдә мәңгегә һаҡланыр.
Хәрби часть командиры В. Долин.
Командир урынбаҫары, политрук Н. Леонов".
Хәрбиҙәрсә яҙылған ҡыҫҡа, ҡоро, ҡалыплашҡан һүҙҙәр. Хәйер, 18–20 йәшлек кенә егеттәрҙе үлем тоҙағына оҙатҡан, әммә заданиены үтәргә тейешле кешенең дә йәне юҡ түгел дәһә. Тәү сиратта үҙҙәре лә бит снайпер көбәге аҫтында йөрөй. Ай-һай, атайҙарса хәстәрлек күреп тәрбиәләгән һалдаттары иҫән-имен әйләнеп ҡайтмағанда, нисек түҙгәндер йөрәктәре. Ярты быуат алдағы осорҙан ҡалған "наркомовский" ғына баҫа алғанмы кисерештәрен? Юҡтыр. Йөрәктәренән сыҡҡан һүҙҙәр ҙә кәрәк булғаны өсөн генә ҡалыплашҡандыр...
Ана бит, Баҡыевтың үле кәүҙәһен цинк табутта килтерешкән йәш кенә лейтенант нисек үрһәләнә. Мәрхүмдең туғандарының, әсәһенең күҙҙәренә ҡарарға баҙнат итмәй, башы түбән эйелгән. Әйтерһең, барыһы өсөн дә үҙен ғәйепләй...
— Һин ғәйепле түгел, — тине Венера апай. — Барыһына ҡәһәр һуҡҡан бөтмәҫ һуғыш ғәйепле. Ни өсөн күрә-тора сит-ят ергә балаларҙы үлемгә ебәргәндәрҙер...
Ғүмер... Бөгөн Венера апай ҙа гүр эйәһе. Тормош иптәше Рафаилды йәшләй үк юғалтҡан. Ул көндә Баҡыевтар ғаиләһе аварияға эләгә. Рафаил ағай һәләк була, ә Венера апай уң ҡулһыҙ ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡәйнәһе ярҙамында ҡатын дүрт улын аяҡҡа баҫтыра. Бер-бер артлы уҡытып сығара. Ләкин ҡайғы үҙен йөрәк сирле итә, өҙгөләнеүҙәре әсәне, колхоз бригадаһын етәкләгән ҡатынды яҡты донъянан алып китә.
Мәктәп стенаһына беркетелгән рәсемдән йәш кенә егет баға. Әйтерһең, һуңғы хатындағыса, ул барлыҡ балаларға: "Тырышып уҡыһындар", — ти. Тағы ла беҙҙе онотмағыҙ, һеҙҙең хәтер-хәтирәләрҙә, иҫтәлектәрҙә йәшәйбеҙ бит тигәндәй...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514