Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комиссар Әлибаев көндәлеге
Комиссар Әлибаев көндәлегеБөйөк Ватан һуғышында яҡташтарыбыҙ тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәткән. Айырыуса 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттары һәм офицерҙары республикабыҙҙы хәрби данға күмде. Был турала күп яҙылды. Әммә архивтарҙа соҡонғанда бығаса тарихтың билдәһеҙ булған биттәре асыла, байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табыла. Шуларҙы халыҡ иғтибарына еткереп, ысынбарлыҡҡа юл ярырға, ошоғаса боҙоп күрһәтелгән хәл-ваҡиғаларға асыҡлыҡ индерергә кәрәк.
Бөгөнгө һандан һеҙҙең иғтибарға шундай ҡиммәтле документтарҙың береһен – дивизияның 275-се полкы комиссары Сәғит Әлибаевтың көндәлегенән яҙмалар тәҡдим итәбеҙ (яҙыу стиле һаҡланды). Уны редакцияға хәбәрсе, беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың һуғышсан юлын өйрәнеүсе Борис Малородов алып килде. Ә ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған көндәлекте филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов башҡортсаға тәржемәләгән. Әлбиттә, көндәлектең ҡайһы бер урындары юйылған, уҡырлыҡ түгел. Яугирҙең улы Тимур атаһының көндәлеген 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейына тапшырған икән. Бер ыңғайҙан, ҡәҙерле уҡыусылар, Борис Яковлевич һеҙҙә һаҡланған ошондай тарихи ҡомартҡыларҙы, күсермәһен булһа ла, дивизия музейына тапшырыуығыҙҙы үтенә. Уның электрон адресы: [email protected]

15.03.43 й. 10 февралдән бирле көндәлек яҙғаным юҡ. Етмәһә, декабрҙән бирле яҙғаны юғалды. Ниндәй бәхетһеҙлек. Ғөмүмән, мин ошо осорҙа ҙур ҡазаларға дусар булдым. 10 февралдән 25-енә тиклем яраланып, санэскадронда яттым. Шунан 2 марттан полктан айырылып торҙом, делегацияны эҙләп, оҙатып йөрөнөм. (Артабан 14 юл юйылған. — М.Н.). Ай ярымдан һуң эшкә тотондом. Бик артта ҡалғанмын. Ныҡ эшләргә тура киләсәк. Тәүҙә политбүлеккә һәм Нәзировҡа инеп, установка алдым. (Ул 1 мартта ҡайтты). Беҙҙең дивизия оборонала тора. Тербуныла атыш бар. Ләкин әүҙем хәрәкәт ике яҡтан да юҡ. 15 февралдән бирле дивизия гвардейский. Хәҙер 16-сы гвардейский дивизия, ә беҙҙең полк 58-се булған. Бөтә ҡорал, хужалыҡ рейдта ҡалды (11–22 февраль). Күп кадрҙар шунда ҡалды. Бары унан бер 110 кеше сыҡҡан. Тағы бер 80 кеше Нәзиров килтергән партиянан (Башҡортостандан ике партия), тағы бер аҙ комсостав килгән. Бары полктан 240-лап кеше бар. Мылтыҡ һаны — 87, автомат (яңыларҙыҡы) — 3, ручной пулемет — 6, орудие — 75, аттар — 521 (яңы килде). Политаппарат — минең урынға ваҡытлыса Закиров эшләп торған, агитатор — элекке Латипов, Думайский — ВЛКСМ секретары, Партбюроға — Әхмәтйәнов тигән бер татар егете (Үзбәкстанда эшләгән, грамотаһы түбән — 7 класс бөтөргән). Командир полка булып 18 мартта Кусимов килде. Уның тураһында әллә ни тиклем повесть, роман яҙырға мөмкин. Уны замкомдив та, начштаб та итергә һүҙҙәр ҡуҙғала биреп ҡуйҙы. Нишләптер барып сыҡманы. Кусимовтың 4 ай (юйылған — М.Н.) һәм бер ай поезда (юйылған — М.Н.) йөрөгәндән һуң (юйылған — М.Н.) полкта эшләргә кәйефе бик насар. Штабдивта урынлаша алмауын Нәзиров менән араларында (юйылған — М.Н.) ризаһыҙлыҡ сығыуҙан тип аңлата. Дөрөҫө нисектер, һәр хәлдә араларындағы элекке дуҫлыҡ боҙолған, Нәзировтың уға ҡарашы насарланған (юйылған — М.Н.). Полкка килеп ашау менән кире дивизия штабына килдем. Белов (начдив) кәңәшмә йыйған. Оборона эшенең (окоп ҡаҙыу) насар барыуын, тәртип түбәнәйеүе, аттарҙың хәле хөртәйеүе тураһында тәнҡитләне, күберәк беҙҙең полкты насар миҫалға алды. Тревога насар үткән һәм башҡалар. Усманов бер нәмә әйткәйне шул, ысын микән ни? Нәзиров ҡына һөйләне. Беловтың приказаниеларын үтәүҙе политически тәьмин итергә кәрәк, тине. Начальник политотдела подполковник Покровский дөйөм фразалар әйтте. Совещаниенан һуң ҡайҙандыр килгән бер майор Кусимов һәм башҡа полк командирҙары менән һөйләште. Запас командирҙар үтеп киткәнгә разбор яһайҙар, буғай. Кусимов часта (юйылған — М.Н.) ҡалды. Мин начальник штаба Акимовҡа (Сталинград өлкәһе) һиҙгерлек постарын ҡарау тураһында бер нисә указание бирҙем һәм (юйылған — М.Н.) полкка 1 марттан 23 мартҡа тиклем.
Килгән командирҙар теҙмәһе:
1. Акимов Иван Герасимович, капитан.
2. Никифоров Николай Прокофьевич, лейтенант.
3. Горелов Григорий Васильевич, өлкән лейтенант.
4. Кәримов Мөхәмәтгәрәй, кесе лейтенант.
5. Ильюшенков Михаил Иванович, өлкән лейтенант.
6. Әхмәтханов Ғабдрахман, капитан.
7. Михаил Григорьев, өлкән лейтенант.
8. Мәхмүтов Вәхит, өлкән лейтенант (Туҡсорандан).
9. Сәғитов Хәбибйән, өлкән лейтенант.
10. Вилин Александр, өлкән лейтенант.
11. Илимов Засим Иванович, лейтенант.
12. Мөхәмәтшин Әхәт, лейтенант.
13. Поздняков Сергей Михайлович, кесе лейтенант.
14. Белов Мюкаст, өлкән лейтенант.
15. Төхвәтуллин Ғәтиәтулла, лейтенант.
16. Латипов Басарый, лейтенант.
17. Хәбибрахманов Хан, лейтенант.
18. Вәлимөхәмәтов Шамил, лейтенант.
19. Дәүләтов Әбдрәүеф, лейтенант.
20. Саллыбаев Амар, кесе лейтенант.
21. Девятов Михаил Павлович, лейтенант.
22. Ғәлимйәнов Михаил Иванович, лейтенант.
23. Головин Иван Назарович, лейтенант.
24. Киселев Сергей Николаевич, лейтенант.
25. Бачилин Семен Д., кесе лейтенант.
26. Сапронов Василий Б. лейтенант.
27. Асимов Никифор Прокопович, кесе лейтенант.
28. Ашивнов Александр Григорьевич, лейтенант.
29. Вәлиев Баҡый Вәли улы, лейтенант.
30. Әхмәров Сәлмән Мөхәмәт улы, лейтенант.
31. Михмов Дмитрий Дмитриевич, лейтенант.
32. Сысоев Василий Михайлович, лейтенант.
33. Сумов Сергей Николаевич, лейтенант.
34. Ригалин Николай Никитич, кесе лейтенант.
35. Пугачев Андрей Андреевич, кесе лейтенант.
36. Әхмәтов Хәкимйән, лейтенант.
37. Плеханов Геннадий Прокофьевич, лейтенант.
38. Ғөбәйҙуллин Вәлиулла, өлкән лейтенант.
39. Кузнецов Виктор Егорович, лейтенант.
40. Шулинюк Герасим Семенович, лейтенант.
41. Кәримов Иван Иванович, кесе лейтенант.
42. Сигаев Александр Иванович, кесе лейтенант.
43. Ҡотоев Хөсәйен Муллайән улы, кесе лейтенант.
44. Кузашилов Алексей Иванович, капитан.
45. Валуев Петр Александрович, өлкән лейтенант.
46. Симашин Михаил Андреевич, лейтенант.
47. Ҡоҙамшин Шамил Хафиз улы, кесе лейтенант.
24 март. Тағы бүләктәр килгән. Шуны таратыуҙы ойоштороу, иртә менән КПС-тың (командно-политический состав) кәңәшмәһе, кисәге комдив бойороҡтары буйынса указание һәм бойороу, тревоганы насар үткәреүҙә ғәйеплеләрҙе күрһәтеп биреү, замполиттар менән ҡыҫҡаса кәңәшмә, Башҡортостандан килгән хаттарға яуап хаты ойоштороу. Төштән һуң оборонаны йөрөп сыҡтым. Етр буйындағы оборона ҡайҙа ул! Халыҡ быйма менән йөрөй. Ә яҙ бутый бара. Улар ҙа тишек. Яңыларҙа — итек. Башкирия быйма ла, итек тә биреп ебәрмәгән. Оборонанан ҡайтырға сыҡҡас, бер сапҡын килеп (срочно) полкка саҡырып алып китте. Бер полк башлығы подполковник полктарҙы тикшереү буйынса кәңәшмә үткәрә. Мин һуңлап барҙым. Кусимов әле урында. Бөгөн Рәхмәтуллин Шамил беҙҙән китә, артполкка замкомполка булып бара.
25 март. Личный листок тултырыу. Бөгөн политработниктар семинарына әҙерләнеү була — уны үткәреү. 5 сәғәт ваҡыт ҡалды. Кусимов иртә менән КПС занятиеһы үткәрҙе. Бер йәштең итеген тартып алып кейгән старшина Кузьмин менән беседа үткәрҙем. Кисен Рәхмәтуллин, Шамил Баһауетдинов (начучетдив) килеп ултырҙылар.
26 март. Көндәр аяҙ булып китте. Яҙ бит. Мин бөгөн политсостав менән кәңәшмә-семинар үткәрҙем. Һөжүм һуғыштарындағы сәйәси партия эшенең тәжрибәләрен туплау булды. Самат Назаров, Яҡуп Наситов, Рәшит Хисамитдинов үҙҙәренең нисек эшләүҙәрен һөйләнеләр. Мин оҙаҡ ҡына йомғаҡ яһаным. Унан һуң партия, комсомолға үҫтереү, ойоштороу тураһында ҡыҫҡаса указание.
Полк оборона эшен дауам иттерҙе.
Кусимов сәғәт 5-тәрҙә 2 сәғәтлек занятие үткәрҙе.
Ул шулай иртә менән занятие практиковать итә башланы. Ғөмүмән, ул хәҙер бик баҫалҡы булып, сабыр кешегә әйләнде, элекке сабырһыҙлыҡ, ҡыҙыулыҡ, һындырырға ынтылыу ғәҙәте баҫылған, бик эсе боша, күңелһеҙ йөрөй. Бөгөн кисен бер үҙе Самат Назаровты скрипкала уйнатып, моңланып ҡына йырлап ултырҙы. Был ҡайғырыу, бошоноу торошо ине. Бер аҙ юлда килеү, Өфө тәьҫораттарын һөйләттем. Парткомитет ултырышына барҙым. Гәрәев тигән берәү (артдив) иртән партбилет, "За боевые заслуги" миҙалын — документтарын ташлап сыҡҡан. ДПК-ға кәбәкбаш Фәттәхов тирәһенә (элекке нарком) килеп ултырған. Ҡадиров Сабир — 2-се полкта замначальник. Төндәрен йоҡо юҡ, нервы һәм зиһен бик ҡаҡшаған.
27 март. Ғәҙәттәгесә 12-ләрҙә генә йоҡлап, 4-тә уяндым. Политработниктарҙы йыйып, "Молодой боец" тигән "Ҡыҙыл Йондоҙ"ҙоң баш мәҡәләһен уҡып, задача ҡуйҙым. Командирдив полковник Белов инде. Ул оборона эше буйынса бер көн үҙе биргән бойороҡтоң үтәлешен тикшерҙе. Кусимов оборонаға — окоптарға алып китте. Яҡшы баһа биреп киткән.
Бер полковник баҫалҡы ғына командир күренә инде. Июль айынан сентябргәсә беҙҙә замкомдив булды. Унан алып, замкомполка иттеләр. Бында Марат Үтәй беҙгә хужа булып килде. Ул килеп киткәс, 2-се полкка барып мунса индек.
Пары шәп мунса. Мандаринцев (подполковник — комполка) һәм Ҡадиров саҡырҙылар. Мунсанан һуң сәй эсереп ҡайтарҙылар. Ҡайтҡанда Кусимов нисек итеп Нәзиров менән аралары һалҡынлаша башлауын һөйләп килде. Туймазыла бик күп продуктты, араҡыларҙы Нәзиров Буткаев менән туғандарына вагонлап, йөкләп оҙатҡан, имеш. 500 литр араҡы, 2 мискә пиво, тағы ниҙәрҙер бөткән.
Кисен политаппарат менән тағы ҡайһы бер эштәрҙе хәл иттек.
28 март. Иртәнге сәғәт 9-ҙа политбүлеккә киттем. 10–18-гәсә семинар-һуғыш ваҡытында эш тәжрибәләре тыңланды, унан начподив Покровский һөйләне, ҡыҫҡаса Нәзиров әйтте. Семинар шаблонныйыраҡ үтте. Унан һуң рейд нәтижәләре (йомғаҡтары) тураһында Черниковтың оҙон брифираты булды. Күп урында яңылыш баһа (һөҙөмтә) биргеләне. 2-се полктың хәҙерге командиры Фандиранцев һикергеләп ултырҙы (үҙенең етешһеҙ эштәрен күрһәткән урындарҙа). Аҙаҡтан полковник Белов яңы устав тураһында лекция уҡыны. Ҡайтҡас, старшиналарҙың кәңәшмәһен үткәрҙем — бурыстары, эштәре тураһында. Шәйхулла Ҡотоев килеп керҙе. Ул — хәҙер 00-ла (особый отдел дивизии) начальник урынбаҫары. Подготовка менән шөғөлләнде. Тимер Ғималетдинов тигән красноармеец наградаға бирелеүе тураһында рапорт яҙған. Мине һуғыш яланынан алып сыҡҡайны. Ғаризаһы миңә бик "эҫе" тойола.
29 март. Наступательный уйындарҙа сәйәси-партийный эш тәжрибәләре тураһында яҙма отчет төҙөнөк — кисә ҡушып ҡайтарғайнылар. Миңә икенсе мәртәбә личный листок тултырҙыҡ. Ике мәғәнәһеҙ (4-се эскадрондың старшинаһы Кузьмин, комсоргы Стельман) дошман листовкаһын уҡығандар. Һөйләшеп, береһен — иптәшлек судына, икенсеһен комсомол ойошмаһында тикшерергә бирҙем. Бөгөн үк асыҡ тауыш менән хөкөм составын һайлатып, Кузьминды хөкөм иттеләр. Мин бөтә кесе командирҙарҙың кәңәшмәләрен үткәрҙем, уларҙың боецтарҙы обучать итеүен, боевой бурыстарҙы үтәүҙә һәм, ғөмүмән, бурыстары тураһында һәм ул бурыстарҙың политикаһы тураһында аңлаттым. Эшкә сознательный ҡарарға саҡырҙым. Унан һуң полковой партийный собрание булды. Кусимовтың 95-се приказды үтәү барышы һәм партия, комсомол ойошмаһының бурыстары тураһында доклады булды. Хәҙер элекке егеттәр әҙ булғас, бөйөк кимәл менән үтә алмай, сығышҡа һорап һүҙ әйтергә тура килде. Собраниебыҙ һарайҙа булды.
Элекке егеттәр ҙә һөйләнеләр. 1 — Ситдыҡ Яҡупов (Әбйәлил), уҡытыусы хәҙер артбатареяла замполит, 2 — Иҫәнгилде Зәйниғәбитов, Көйөргәҙенән Аҡһары ауылынан колхоз председателе. 3 — Вәхит Әхмәтов, егеттәр уны "үтмәҫ тауар" тип йөрөтәләр. Дивизияла иң ялҡау, иң бездарный командир. Йәй көнө, 9–10 июлдә мин уны атып үлтерә яҙғайным, атаканан ҡасҡаны өсөн. Ошо арала ҡайҙа ҡуйырға белмәй, беҙгә ебәргәндәрен һөйләне. 4 — Майор Криволапов Федор Георгиевич, Донецк өлкәһенән. 5 — Политрук Ғиниәтулла Төхвәтуллин — Бүздәк, яңыраҡ килгән. 6 — Ғабдрахман Әхмәтйәнов. 7— Миңлеғәли Халиҡов — Йомағужанан. Ул полкка 1941 йылда декабрҙә килгән. Шунан бирле хеҙмәт итә. Бөтә алыштарҙа ла өҙлөкһөҙ булды. Ике рәт яраланды, полкта ғына дауаланды. 8 — мин йомғаҡланым. Коммунистарҙың, комсомолецтарҙың нимәгә иғтибар итергә тейешлектәрен әйттем. Политсостав менән ҡыҫҡаса кәңәшмә. Эскадрондағы политрук — Вәлиулла Сафиулла улы Ғөбәйҙуллин (Бүздәк районы Иҫке Ахундан).
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518