Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлем менән йәшәү араһында
Үлем менән йәшәү араһында
Ялының һуңғы көнө булыуға ҡарамаҫтан, Салауат иртә торҙо. Хәйер, прапорщик Ғәлиев өсөн оҙаҡ йоҡлау – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Башта ҡатынын ипләп кенә уятты, һуңынан ике ҡояшҡайын – ҡыҙҙарын — сәстәренән һыйпап наҙланы. Айгөл менән Лилиә, атайҙарының йылы ҡулына иркәләнеп, оҙаҡ ҡына тормай ятты.


Сабый теле
Оло ҡыҙын мәктәпкә, ҡатынын эшкә оҙатҡас, Салауат кескәй Лилиәһен балалар баҡсаһына алып китте. Хушлашҡан мәлдә ҡыҙы көтмәгәндә:
– Атай, һин, зинһар, Афғанға барма инде, унда үҙеңде үлтерһәләр, ни эшләрмен? Мин бит һине ныҡ яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, — тип ҡыҫып ҡосаҡлап үпте лә бүлмәгә йүгереп инеп тә китте…
Юҡ, һуғышта нисә тапҡыр үлем менән йәшәү араһында ҡалғанда ла, бер-бер артлы иптәштәрен юғалтҡанда ла, дошманға ҡорал тоҫҡағанда ла (хаталанған, әммә ул да әҙәм балаһы бит!), был тиклем дә ауырлыҡ кисергәне булманы прапорщик Ғәлиевтең. Ә сабый телендә ябай ғына яңғыраған һүҙҙәр һеңгәҙәтә һуҡты ла ҡуйҙы! Шулай итеп, ике ут араһында ҡалды яугир, әммә Ватаны алдындағы бурыс, һәләк булған иптәштәре өсөн дошмандан үс алыу тойғоһо уны автовокзалға алып китте…

Үлем менән йәшәү араһындаӨс быуат һәм биш һуғыш
Тағы бер тарих. 1942 йыл. Немец фашистары Сталинградты ҡамап, уны ҡулға төшөрөр өсөн бар көсөн йүнәлткән. Был йәһәттән Волга буйында ла яу тынмай. “Бүре”нең мәкерле уйын белеү маҡсатында, дошмандың мөһим документтарын ҡулға төшөрөр өсөн командир иң-иңдәр араһынан ике яугирҙе һайлап ала. Береһе – Хафиз Ғәлиев. Осраҡлы һайланмай Стәрлетамаҡ районы егете Хафиз — өс һуғыш ғазабы кисергән яугир. Беренсе Бөтә донъя һуғышында ла ҡатнашҡан, Граждандар һуғышын да үткән, финдарҙы ла тар-мар иткән ул!
Ҡушылған задание башҡарылырға тейеш – яугирҙәр документ урларға китә. Күп тә үтмәй, егеттәр мөһим ҡағыҙҙар ҡыҫтырып әйләнеп ҡайта, әммә… яраланып.
Тылға оҙатылһа ла, ҡарт һалдат еңеү өсөн һаман да көрәшә. Башҡа яраланып ҡайтҡан яугирҙәр рәтенә баҫып, көндө-төнгә ялғап эшләй, тир түгә. Һуғыш мәлендә, аҙаҡ тыныс тормош башланғас та колхоздан айырылмай, төрлө йылдарҙа урман үҫтерә, уны ҡурсалай.
Бына шундай ил ҡәҙерен яҡшы белгән, йәшәү мәғәнәһен тәрән тойған атай ҡулында илһөйәрлек рухында үҫә буласаҡ хәрби егет Салауат Ғәлиев (Салауат тигәндән, ул был исемгә тормошта ғына хужа икән, баҡһаң, геройымды паспортында Хәмиҙулла тип йөрөтәләр).
– Дөйөм алғанда, атай менән икебеҙҙең баштан өс быуат һәм биш һуғыш үтте, — тип шаярта Салауат-Хәмиҙулла. – Атайым 1892 йылда донъяға килә. Дүрт һуғыш, аслыҡ, ХХ быуаттың иң ғәрәсәтле мәлдәре аша үтергә тура килә уға. Ышанаһыңмы-юҡмы, 64 йәштә (!) улы тыуа уның, әсәйем дә был саҡта 40-ты үткән була. Ҡыйыу булһын тип Салауат исемен ҡушҡандар миңә.
Батыр исеменә тап төшөрмәй Салауат, 18 йәше тулыу менән башҡа быуындаштары рәтендә әрме хеҙмәтенә алына, бурысын теүәл үтәй.
– Беҙ йәш саҡта абруйлы хәрби частарға комсомол йүнәлтмәһе буйынса ала торғайнылар. Спортта яҡшы күрһәткестәр, өлгөлө тәртип, аҙмы-күпме белемем булыу сәбәпле, мине лә шул йүнәлтмә буйынса ил сиген һаҡлаусылар ғәскәренә ебәрҙеләр. Үҙ бурысына бигерәк тә яуаплы ҡараған башҡорт һәм татар егеттәрен көтөп алалар ине, — ти геройым, әрме йылдарын иҫләп.
Брест ҡәлғәһендә хеҙмәт итә Хәмиҙулла. Ә бурысы ябай булмай: сит илдән килгән поездарҙа документтар тикшерә. Ил сиген боҙған нисәмә шикле кешене һәм мутлашыусыны ҡулға алалар һиҙгер, аҡыллы егет ярҙамында. Ә батырлығы хаҡында әле бер гәзит, әле икенсеһе яҙып ҡына тора, командирҙары ла уңған һалдатты маҡтап туймай.
– Бер ваҡыт вокзалды күҙәтәм. Шул саҡ сәйер ҡатын күҙгә салынып ҡалды. Хәрәкәттәренә ҡарағанда, был апай ниндәйҙер “эш” ҡылырға самалай тип уйлап ҡуйҙым һәм шигемде сик буйы нарядының өлкән хеҙмәткәренә еткерҙем. Баҡһаң, ҡатын, ысынлап та, мутлашыусы булып сыҡты. Совет осоро бит, доллар – “дошман аҡсаһы”, ә был гүзәл зат, сит валютаны беҙҙең илгә алып инеп, кеҫәһен ҡалынайтырға самалай икән. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй генә мутлыҡ ҡылмай торғайнылар, аҡса-алтынды ҡайҙа ғына йәшереп йөрөтмәнеләр. Ил сиген рөхсәтһеҙ үтергә самалаусылар ҙа йыш осрап торҙо, тик һаҡсы күҙе үткер ул! – тип хеҙмәттәштәре менән ғорурлана Хәмиҙулла.
Әрменән ҡайтҡас уҡырға саҡырыуҙар, йүнәлтмәләр күп була. Хәрби уҡыу йорттары ла, махсус хеҙмәт вәкилдәре лә егеттең ҡылын тартҡылап ҡарай, әммә инде өлкәнәйгән ата-әсәһенән ситкә киткеһе килмәй Салауаттың – Стәрлетамаҡта төпләнә. Шулай ҙа, бер аҙ троллейбус йөрөтөп алғас, Ғәлиев йәнә хәрбиҙәр рәтенә баҫа: әлеге ҡалала урынлашҡан топографтар отрядында эшләй башлай. Шуныһы аптырата: 1979 йылда хеҙмәтен башлағанда уҡ прапорщик булған Салауат 2001 йылда запасҡа киткәндә лә шул хәрби исемдә тороп ҡала, йәнәһе лә, үрләтеү өсөн махсус белеме юҡ. Беҙҙә ғәҙәти хәл бит: 30 йылға яҡын (!) ғүмерен хәрби тормошҡа арнап та, ут эсендә булып ҡайтып та, кешене күтәреү, ҡанат ҡуйыу ҡайҙа инде ул!
“Хәрби” һүҙе үҙе үк күпте һөйләй: ғаиләнән, тыуған яҡтан, туғандарҙан айырған йылдарға һуҙылған командировкалар (Германияға, Семипалатинск ҡалаһында урынлашҡан ядро ҡоралын һынау урынына барып ҡайтыу), оҙайлы күнекмәләр, дежурлыҡтар – береһе лә ситтә ҡалмай…
Афған һуғышы ла урап үтмәй Хәмиҙулланы. 1985 - 1987 йылдарға тура килә “Афған командировкаһы”. Газни ҡалаһы янында урынлашҡан 191-се айырым мотоуҡсылар полкы составында химия хеҙмәте инструкторы була прапорщик Ғәлиев.

Алыш ҡорбанһыҙ булмай
Һуғышҡа барасағы хаҡындағы хәбәрҙе ишетеүҙән ата-әсәһен, балаларын азат итә. Әммә әсә йөрәген дә, сабый күңелен дә алдап булмай шул – атайҙы, улды, ирҙе тыуған яғында ике йыл буйы зарығып көтәләр. Ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, эстән генә “үлем хәбәре” килмәһә ярар ине, тип Аллаһы Тәғәләнән теләп йөрөйҙәр. Ысынлап та, “тегендә” үлем менән йәшәү араһында ҡалған саҡтары күп була шул Салауат Хафиз улының.
Үлем менән йәшәү араһында– Барып төшөү менән урындағы хәлде өйрәнә башланым. Ябай һалдаттарҙан да һорашырға оялманым. Ә ниңә оялырға? 18-19 йәшлек кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тормоштоң әсеһен күп күргән ир уҙаманындай тота ине улар үҙҙәрен. Дары еҫе, үлем ҡурҡынысы менән яҡшы таныш, кемдең кем икәнлеген төҫмөрләй ине инде улар. Бына бит, был ҡәһәрле һуғыш ниндәй хәлгә ҡуя кешене – кисә генә бер ҡайғыһыҙ гармун тартып йөрөгән егеттәр бөгөн аҡһаҡалдай! Дөрөҫөн генә әйткәндә, һуғышҡа бармай тороп ҡалырға мөмкинлегем булһа ла, шул сабыйҙарҙы йәлләп, тыуасаҡ балаларын уйлап, бер һүҙһеҙ күндем. Йәл, күптәр барыбер ҙә атай булыу бәхетен тоймай ҡалды... – тип күҙ йәштәренә ирек бирә Хәмиҙулла, яуҙаштарын иҫкә алғанда.
Атыу буйынса буласаҡ спорт мастеры, ҡорал менән яҡшы таныш яугир, күнекмәләр буйынса булһа ла һуғышты бер сама күҙ алдына килтергән, “Тыуған илгә тап төшөрмә илла!” тигән атай аманатын яҡшы иҫтә ҡалдырған Салауат Ғәлиев эштең айышына тиҙ төшөнә. Әммә һуғыш һуғыш булып ҡала: көтөлмәгән хәлдәр йыш осрай.
– Бер ваҡыт БТР өҫтөндә китеп бара инек, беҙҙе һепереп ырғыттылармы ни – шартлау яңғырап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа осто. Ергә барып төшөүгә, дошмандар пулеметтарҙы эшкә ҡушты. Арабыҙҙа яраланғандар бар, машина яна. Әжәл ҡамауында торҙоҡ та ҡалдыҡ, ә мин — үҙебеҙҙекеләр араһында өлкәне. Шулай ҙа бер кем дә ятып ҡалманы, ҡамауҙан сыға алдыҡ. Икенсе бер мәл машиналарҙа йылғаға һыу алырға барғайныҡ. Бында ла “һыйландыҡ”. Яуҙан һуң машиналарҙы тикшергәс шаҡ ҡаттыҡ – яғыулыҡ багы әллә нисәмә урындан тишек, кабина ла теткеләнгән, ә руль боролмай. Беҙҙе Хоҙай үҙе һаҡлағандыр, күрәһең.
Ялдан кире килгәc, быға тиклем бер тапҡыр һикергән булмаһам да, хатта әҙерлек тә үткәнем юҡ ине, парашют менән ырғырға тура килде. Ҡурҡырға ла өлгөрмәнем.
…Гел ҡорбанһыҙ ғына барманы шул хәл-ваҡиғалар. Яраланған иптәштәрҙе генә түгел, яу яланынан кәүҙәләрен дә күтәреп алып сыҡҡан саҡтар аҙ булманы. Ауыр тупраҡтары еңел булһын инде, — тип һүҙен йомғаҡланы бихисап награда, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы хужаһы Салауат Хафиз улы.
Һүҙ ҙә юҡ, геройым барлыҡ ваҡиғаларҙы ла асып һалманы һәм быға хаҡлы ла. Йәнгә тынғылыҡ бирмәгән бер һорауҙы ғына биргем килә: ҡасан ысын хөрмәт ҡаҙаныр утты кискән был яугирҙәр?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510