Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ”Әсәйемә сәләм еткерегеҙ”
”Әсәйемә сәләм еткерегеҙ”
Байрам алдынан Шишмә районының Алкин ауылы эргәһендәге хәрби часҡа юлландыҡ. Тап ошонда Ватандың ысын һаҡсылары хеҙмәт итә лә инде. Үткәреү пунктында сират, быға бер аҙ аптырап киттек. Баҡһаң, килешеү нигеҙендә 12-се айырым Гвардия инженер-сапер бригадаһында хеҙмәт итергә теләгән егеттәр килгән икән.

Радмир Фәйзуллин – Архангел районынан. Яңыраҡ ҡына Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет артабан да яҙмышын армия менән бәйләргә булған. Алкин ҡасабаһы эргәһендәге хәрби часты юҡҡа һайламаған икән. Өйгә яҡыныраҡ бул, тип әсәһе үтенгән.
Егет менән һөйләшкән арала беҙҙе оҙатып йөрөйәсәк кесе сержант килеп етте.
Ринат Ибраһимов – Күмертау егете. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң хәрби бурысын үтәргә булған.
”Әсәйемә сәләм еткерегеҙ” — Минеңсә, бөгөн илдә әрмелә булған егеттәргә ташламалар күберәк. Хәрби хеҙмәтемде тамамлағас, эшкә урынлашыуы еңелләшер тигән фекерҙәмен, – ти егет.
Һөйләшә-һөйләшә инженер-сапер ротаһы күнекмә үткән ергә атлайбыҙ. Шул арала Ринат атаһы тураһында ла һөйләп өлгөрҙө. Шакир Шәғәли улы Афған һуғышында ҡатнашҡан яугир икән. Бихисап наградалары бар.
— Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратмай. Шулай ҙа миңә гел генә хәрби хеҙмәткә барырға кәрәк, ир-егет өсөн үҙ-үҙен генә түгел, яҡындарын, Тыуған иленең именлеген яҡлай белеү мөһим, тип ҡабатлай ине, — ти ул.
Саперҙар ротаһы рота командиры өлкән лейтенант Артур Кәлимуллин етәкселегендә хәрби әҙерлек үтә. Улар һуғыш ваҡытында ла, тыныс тормошта, төрлө тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә эшкә тәүгеләрҙән булып тотона. Был егеттәр әрменең авангарды тип иҫәпләнһә лә, уларҙың хеҙмәте яу бөткәндән һуң да дауам итә.
Инженер-сапер бригадаһы «Баҡыр даға» тип аталған яңы алымды өйрәнә ине. Ул тәүге тапҡыр Афған һуғышында ҡулланылған.
Сапер бригадаһында хеҙмәт итеүселәр алған белемен әрменән ҡайтҡас та ҡуллана ала. Улар нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә, төрлө шахталарҙа шартлатыусы булып эшләү мөмкинлегенә эйә.
Бригадала махсус дәрестәр йыш үткәрелә. Уны беҙ ҙә ситтән күҙәттек. Һуңынан командир егеттәр менән аралашырға рөхсәт бирҙе.
Кирилл Прохоров — Ульяновск ҡалаһы егете.
— Башҡортостан тураһында быға тиклем ишеткәнең булдымы? — тип һорайым.
— Әлбиттә! Башҡорт ҡымыҙы, балы тураһында белә инем. Шулай ҙа республика тураһында уның КВН командаһы аша күберәк хәбәрҙармын, сөнки тап отҡорҙар һәм шаяндар өсөн текстар яҙыусы кеше булараҡ билдәлемен, – тип яуап бирә ул.
– Армияла көлкөгә урын бармы?
– Бында көн дә мажара!
Һалдаттар ротаһының командиры Артур Кәлимуллин Төмән өлкәһенән килгән. Уның килешеүе 2016 йылға тиклем төҙөлгән.
– 2006 йылда хәрби училищеға уҡырға барҙым. Унда тәртип яғы ун тапҡырға ҡатыраҡ. Хәрби реформанан һуң хеҙмәт ожмахҡа тиң. Кейендереү, ашатыу йәһәтенән дә хәлдәр шәп, хеҙмәтте ойоштороу кимәле лә яҡшырҙы. Бер йыл күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Ата-әсәләр борсолмаһын, – тип буласаҡ һалдаттарҙың туғандарын тынысландырҙы ул.
Артур Эмиль улы – хәрбиҙәр династияһын дауам итеүсе. Олатаһы Мөхәмәтхан тәүге көндәрҙән үк Бөйөк Ватан һуғышына алынған һәм Берлинғаса барып еткән. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Артурҙың ике ағаһы ла – хәрбиҙәр.
Ринат беҙҙе оҙатырға сыҡты. Ул һигеҙ ай хеҙмәт иткән, йәйгә ҡайта.
– Киләсәккә пландарың нисек? Һөйгән йәрең көтәлер? – тип йылмаям.
– Дембелдән һуң бер аҙна ял итәм дә эшкә урынлашам. Һөйгәнем Алинаға тәҡдим яһаясаҡмын, йәйгә туй ҙа үткәрербеҙ әле. Ә бына атай-әсәйемә гәзит аша күп сәләм күндерәм!

Зөлфиә ИБРАҺИМОВА менән телефон аша бәйләнешкә индек:
— Зөлфиә Йәүҙәт ҡыҙы, һеҙҙе “Башҡортостан” гәзитенән борсойбоҙ.
— Хәбәрегеҙ изге булһын!
— Улығыҙ Ринаттан сәләм еткергебеҙ килә.
— Ҡалай ҡыуаныслы хәбәр! Нисек хеҙмәт итеп йөрөй? Имен-һаумы?
— Аллаға шөкөр! Барыһы ла һәйбәт. Әсәйем борсолмаһын, яҡшы ашаталар, өҫтөм бөтөн, хеҙмәттәштәрем ышаныслы тип әйтергә ҡушты.
— Бик шатмын. Берҙән-бер улыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә ебәреүе ҡыйын булды, шулай ҙа уның үҙе ҡарар ҡабул итеп, үҙ теләге менән һалдат итеге кейеүе менән ғорурланам. Беҙ уны көтәбеҙ! – тине Зөлфиә апай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519