Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ европалы ла, азиат та түгел, ә – башҡорт
(Риф Тойғонов, «Башҡортостан – евразиясылыҡ көҙгөһө», 2014 йыл, 14 ғинуар)
«Башҡортостан» гәзитендә арабыҙҙан ваҡытынан алда китеп барған күренекле шәхесебеҙ Риф Тойғоновтың Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Зиннур Нурғәлин менән әңгәмәһе баҫылып сыҡҡайны. Улар евразиясылыҡты хәҙерге шарттарҙа башҡорттар өсөн иң ҡулай милли идеология тип ҡарай. Милли идеология, халыҡтың донъяға һәм үҙ-үҙенә ҡарашын белдереп, уның милли асылына һәм булмышына тап килергә тейеш. Әңгәмәселәрҙең ошо мөһимдәрҙән дә мөһим мәсьәләне нисегерәк күҙаллауы, йомшағыраҡ әйткәндә, ғәжәпләндерә лә, һиҫкәндерә лә. Мин, авторҙарға булған ихтирамымдан һис кенә лә баш тартмайынса, уларҙың уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткән байтаҡ ҡына фекерҙәре менән килешә алмауымды белдерәм.

Иң элгәре евразиясылыҡ тәғлимәтенең халҡыбыҙҙың милли үҙаңына ниндәй йоғонто яһауы хаҡында әйтеп үтмәйенсә булмай. Белеүебеҙсә, әлеге тәғлимәттең идеологик нигеҙенә Рәсәйҙең дәүләт булараҡ уникаль цивилизация роленә дәғүә итеүе хаҡында ҡараш һалынған. Эйе, күп быуатлы һәм үтә ҡатмарлы, хатта фажиғәле тарихҡа эйә Рәсәйҙең үҙенсәлекле цивилизация булыуын инҡар итеп булмай. Тарихи яҙмыш башҡорт халҡын да ошоноң бер өлөшө иткән. Евразиясылар Рәсәйҙең, цивилизация булараҡ, Европа стандарттарына ла, шул уҡ ваҡытта заманында юғары сәйәси-мәҙәни үҫеш кисергән Азия дәүләттәре критерийҙарына ла тап килмәүенә баҫым яһарға ярата. Йәнәһе, беҙҙең цивилизация, Көнбайыш менән Көнсығыш араһындағы «алтын урталыҡ»та ятҡас, уларҙың алдынғы сифаттарын ғына үҙләштереп, башҡаларға хас кәмселектәрҙән азат булды. Улар Рәсәй цивилизацияһының, ул үҙе формалашҡан дәүерҙәрҙән башлап, бөйөк держава – империя сифаттарын туплауын, күп быуаттар дауамында эске һәм тышҡы сәйәсәттә көс ҡулланыу (милитаризм) юлына өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алмай. Был батша самодержавиеһы замандарында ла, Совет империяһы осоронда ла асыҡ сағылыш тапты. Тап ошондай сәбәптәр арҡаһында империя тарҡалыуға дусар булды, һәм ысынбарлыҡта бер ниндәй ҙә евразиясылыҡ өҫтөнлөктәре элекке совет республикалары берләшмәһен һаҡлап ҡала алманы.
Ғөмүмән, евразиясылыҡ тәғлимәтендә айырым милләттәр һәм уларҙың дәүләтселеге проблемалары тикшерелмәй, бер географик ландшафт киңлегендә йәшәгән халыҡтарға хас уртаҡлыҡтар һәм уларҙың үҙ-ара бәйләнештәре алғы планға сығарыла. Был евразиясылыҡҡа нигеҙ һалыусы Л. Гумилевтың айырым милләтте белдермәгән «суперэтнос» терминын ҡулланыуынан да беленеп тора. Билдәле бер «суперэтнос» күләгәһендә ҡалған башҡа вағыраҡ этностарҙың яҙмышы бер кемде лә борсомай. Бөгөнгө Рәсәй евразиясылығы ла ошондай заманса «суперэтнос» булдырыу юлына ыңғайланы – ул беҙҙә дөйөм Рәсәй граждандар милләте тип атала. Тимәк, беҙ, алды-артты ҡарамай ғына, евразиясылыҡҡа дан йырлап, ошо тәғлимәтте халҡыбыҙҙың милли идеологияһы кимәленә күтәрәбеҙ икән, уның яҙмышын үҙ иркебеҙ менән бөйөк державасылар ҡулына тапшырабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хөрмәтле ғалимыбыҙ Зиннур Нурғәлин дә, башҡорт евразиясылары рәтенә баҫып ҡына ҡалмай, яңыса яңғыраған терминдар ҡулланып, үҙ халҡын «цивилизациялы беришлеккә» өндәй, ошо иҫ китмәле бер төрлөлөк байрағын барыһы өсөн уртаҡ милли идея итеп күтәрә.
Нимә һуң ул «цивилизациялы беришлек»? Был урыҫ телендәге ғилми әҙәбиәттә һәм публицистикала киң ҡулланылған «цивилизационная идентичность» төшөнсәһенең башҡортса варианты һәм, әйтергә кәрәк, тәржемә яғынан ғына түгел, мәғәнәүи яҡтан да оригиналына тап килеп етмәй. Ысынбарлыҡта «цивилизационная идентичность» төшөнсәһе шәхестең, халыҡтың, илдең билдәле бер цивилизацияға ҡарағанлығын, уның критерийҙарына тап килгәнлеген белдерә. Әлеге ғилми терминдың Зиннур Нурғәлин ҡулланған варианты беҙ барыбыҙ ҙа бер иш, бер төрлө, бер тиң, бер үк халыҡ тигәнде аңлата түгелме һуң? Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: «цивилизациялы беришлек» һүҙбәйләнешен ҡайтанан урыҫсаға тәржемәләһәң, «цивилизованная однообразность (одинаковость)» төшөнсәһе килеп сыға, был тәүҙә күрһәтелгән төшөнсәгә бөтөнләйгә тап килмәй. «Цивилизационная» һүҙенең башҡортсаһы «цивилизацион» тиһәк, «идентичность» терминын «идентичлыҡ» тип алыу хәйерлерәк булыр ине: һәр осраҡта ла латин тамырлы һүҙҙәрҙең башҡортса вариантын табырға тырышыу мәғәнәүи яҡтан дөрөҫ булмаған төшөнсәләр уйлап сығарыу менән тамамлана. Бындай буталсыҡтан ни файҙа?
Минеңсә, тап ошондай терминологик буталсыҡ «дөйөм Рәсәй граждандар милләте» концепцияһын ғәмәлгә ашырырға теләүселәр өсөн бик уңайлы. «Цивилизациялы беришлек», дини һәм этник билдәләр, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларҙан өҫтөн торғас, Рәсәй халҡы өсөн уртаҡ милли идеяға тиң. Милли идея булғас, барса этностар, милләттәр ошо идея талап иткән сифаттарға эйә булыуҙы төп маҡсат итеп ҡуясаҡ. Тимәк, Рәсәй суперэтносы составына инер өсөн айырым этностарға «беришлек»кә – бер теллелеккә, бер мәҙәниәтлелеккә, бер уртаҡ тарихлылыҡҡа, бер үк фәлсәфәлелеккә, башҡа шундай идеологик бер төрлөлөккә өлгәшеү зарур. Евразиясыларҙың кем тирмәненә һыу ҡойғанын аңлағанһығыҙҙыр инде, тим.
Хәйер, Зиннур Нурғәлин үҙе лә быны йәшермәй, «цивилизациялы беришлек» тәғлимәтенә юғары баһа бирә: «Идеология өлкәһенә ҡараған төшөнсә булараҡ, уның (Рәсәй халҡының – авт. иҫкәрмәһе) үҙ йөҙөн табыуы тип тә әйтергә мөмкиндер. Ҡасандыр «совет халҡы» төшөнсәһендә илебеҙҙе бер бөтөн итеп хис иткән кеүек, әлеге идея ла беҙҙе шундай уҡ юлға алып сыға һымаҡ». Бына ғәжәп, әйтерһең дә, совет осоронда халыҡтарҙы маңҡортлаштырыу, милләттәр тарихын танымау, туған телдәрҙе уҡытыуҙы сикләү һәм ҡыҫҡартыу сәйәсәте бер нисек тә ғәмәлгә ашырылмаған!
«А»-һын әйткәс, «б»-ға күсмәйенсә булмай. З. Нурғәлин дә, «цивилизациялы беришлектән» «Рәсәй беришлегенә» һәм «Рәсәй берҙәйлегенә» күсә. «Беришлек» менән «берҙәйлек» һүҙҙәре араһында ниндәй айырма барҙыр, әммә был төшөнсәләрҙең идеологик бәҫен күтәреү өсөн ул ил президенты Владимир Путиндың Рәсәй идентичлығы (российская идентичность) хаҡындағы сығыштарына таянырға тырыша. Йәнәһе, В.В Путин элекке сығыштарында Рәсәйҙең «цивилизациялы беришлеген» алға ҡуйһа, Валдай клубында ошондай беришлекте «Рәсәй берҙәйлеге» тип атаған. Ә Владимир Путин, Рәсәй халыҡтарының гражданлыҡ берҙәмлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, бер үк «идентичность» төшөнсәһенә һылтана, һәм, әйтергә кәрәк, Рәсәй идентичлығын халыҡтарҙың этник, мәҙәни һәм конфессиональ үҙбилдәләнешенән айырып ҡарамай. Һүҙ бында дөйөм гражданлыҡ берлеге, илһөйәрлек, әхлаҡи һәм мәҙәни традицияларға тоғролоҡ, ил яҙмышы өсөн шәхси һәм ижтимағи яуаплылыҡ кеүек сифаттар тураһында бара. Ошондай күркәм гражданлыҡ сифаттарына эйә булыу шәхесте бер ниндәй ҙә «беришлек», «берҙәйлек» халәтенә индермәй, уның милли һәм дини үҙбилдәләнешен инҡар итмәй.
Рәсәй – күп милләтле ил, һәм үҙҙәрен рәсәйҙәр тип таныусы урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, яҡут һәм башҡа халыҡтар ошо рәүешле гражданлыҡ идентичлығын белдерә, әммә был уларҙың бер төрлөлөгөн, «беришлеген», «берҙәйлеген» аңлатмай. Гражданлыҡ берлеге милли үҙбилдәләнеште, милли аңды һәм үҙаңды алыштыра алмай. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында Рәсәй азатлығы өсөн һуғыштарҙа дан ҡаҙаныуы уның милли булмышына, үҙаңына, донъяға ҡарашына нигеҙләнгән, шул уҡ ваҡытта ул, айырым милләт булараҡ, үҙ ере, дине, теле, хоҡуҡтары өсөн көрәштән дә баш тартмаған. Рәсәй гражданлығы башҡорт зыялыларын милләтебеҙҙең хоҡуҡи статусын яҡлау, милли булмышыбыҙҙы һаҡлау һәм халҡыбыҙҙың үҫеш шарттарын яҡшыртыу кеүек көнүҙәк бурыстарҙан арындырмай. Әлеге әңгәмә барышында башҡорт теленең туған тел һәм дәүләт теле булараҡ милли идентичлыҡ формалаштырыуҙа тотҡан роленә ҙур иғтибар бүленгән. Әммә әңгәмәселәрҙең ошо мәсьәләне асыҡлаусы фекерҙәре менән танышҡанда уҡыусы зиһенендә һис көтөлмәгән буталсыҡ барлыҡҡа килә. Бындай аңлашылмаусанлыҡҡа Зиннур Нурғәлиндең етерлек кимәлдә дәлилләнмәгән ҡайһы бер һығымталары сәбәп булып тора.
«Башҡорт теленең дә үҙ этносын Рәсәй берҙәйлеге юғарылығына алып сығыуында тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ», – ти ғалимыбыҙ. Был фекер яһалма һәм уйҙырма булып тойола. Милләттең үҙ теле бар, телдең үҙ этносы бармы һуң? Унан, Рәсәй берҙәйлеге (идентичлығы) иң элгәре халыҡтарҙың уртаҡ гражданлыҡ сифаттары аша формалаша, ә айырым этностар телдәренең рәсәйлелек тойғоһона һәм ғәмәлиәтенә ниндәй ҡыҫылышы бар һуң? Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында дан-хөрмәткә лайыҡ ватансылыҡ өлгөләрен күрһәтә, быға уларҙың башҡортса йә иһә урыҫса аралашыуын дәлил итеп ҡарап булмай.
Әңгәмәлә башҡорт әҙәби (яҙма) теле һәм башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ тотҡан урыны хаҡында ла үтә бәхәсле фекерҙәр бар. Зиннур Нурғәлин байтаҡ йылдар дауамында хәҙерге башҡорт әҙәби теленең үҙ заманында бер һөйләш нигеҙендә ҡабул ителеүенә ҡәтғи тәнҡит күҙлегенән сығып баһа бирә, ошо арҡала көнбайыш башҡорттарының үҙ милләтенән ситләшеүенә ишара яһай. Йәнәһе, яңы башҡорт яҙма теленә, бер үк ваҡытта дәүләт теле булараҡ та, тотош милләткә урыҫ теле менән бер тигеҙ, бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеү бәхете теймәгән. Был үтә хаталы һығымта: тап ошо әҙәби телдә инде бер быуатҡа яҡын миллиондарса башҡорт белем эстәне, тап ошо телдә башҡорт халҡының ҡабатланмаҫ ауыҙ-тел ижады мәңгелек теркәлеш алды, тап ошо телдә хәҙерге башҡорт әҙәбиәте үҫеш кисерҙе, донъяға танылды.
Башҡорт әҙәби теленең тап ошо форматта ҡабул ителеүенән милли тарҡалыш сәбәптәрен эҙләү үткән тарихтан ғәйеплеләрҙе табып, уларҙы фашларға тырышыуға тиң. Зиннур Нурғәлин тап ошолай эшләй ҙә инде: ул үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт әҙәби телен ҡабул иткән уҡымышлыларҙы тар күңеллелектә ғәйепләй. Ул бында ошо замандағы совет сәйәсәтенең башҡорттарҙы төрлө юлдар менән рухи көсһөҙләндереүгә дусар итеүсе аҫтыртын мотивтарын күрмәмеш тә белмәмеш булып ҡала. Ә ысынбарлыҡта башҡорт әҙәби телен аңлау һәм өйрәнеүгә башҡорт һөйләштәре бер нисек тә ҡамасауламай, хатта татар зыялылары ла хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен һис бер ауырлыҡһыҙ тәржемәһеҙ уҡый ала. Тап шуның өсөн Зиннур Нурғәлиндең түбәндә әйтелгән һүҙҙәрен ысынбарлыҡты бөтөнләйгә боҙоп ҡарау тип баһаларға була: «Быға ҡәҙәр уртаҡ уҡыу-яҙыу телендә (ғәрәп, фарсы, сығатай төркие) үҙҙәрен бер итеп күргән башҡорттар туған телдә уҡыу-яҙыу хоҡуғын алғас, таралып төштө, этник сығышында икеләнеп ҡалды. Батша заманындағы ҡайһындай буталыштарҙа ла аң-зиһенен һаҡлаған этнос 1920 – 1930 йылдарҙа, Совет власы биргән иректән файҙаланып, үҙ теленә иркен юғалтты, уның иң ҙур өлөшө үҙ телендә уҡып-яҙыуҙан мәхрүм ителде». Әйткәндәй, ғәрәп һәм фарсы телдәренең төрки халыҡтар өсөн уртаҡ яҙма тел сифатында күрһәтелеүе лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки урта быуаттарҙа формалашҡан сығатай төркие улар өсөн уңайлыраҡ була. Йәнә шуныһы мөһим: әгәр башҡорт әҙәби теле сифатында уның көнбайыш диалекты ҡабул ителһә, Зиннур Нурғәлин зарланған «ғәйәт ҙур буталсыҡ» милләт киләсәге өсөн хәүефлерәк булмаҫ инеме икән?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо әңгәмәлә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу менән бәйле ҡарашта ла уның әлеге статусына зыян итерлек позиция аҡлау таба. Бында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башҡорт теле иң тәүҙә башҡорттарға, шунан ошо телде белергә тырышыусыларға ирекле рәүештә уҡытылырға, ә көсләп өйрәтеү булмаҫҡа тейеш, тигән фекере һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әйтергә кәрәк, беҙҙең мәктәптәрҙә көсләп уҡытыу юҡ, һүҙ мәжбүри уҡытыу хаҡында бара. Мәжбүрилектең Рәсәй мәктәбенең төп уҡытыу принциптарының береһе икәнен онотмау фарыз. Ә Зиннур Нурғәлин Президент әйткәндән һис көтөлмәгән һығымта яһап та ҡуя: йәнәһе, башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған осраҡта ла дәүләт теле статусында ҡала. Уныңса, башҡорт теле дәүләт статусындағы яҙма тел булып тыуғас, ошо дәрәжәлә уҡытыла ла. Тимәк, башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ мәжбүри уҡытылыуы мотлаҡ түгел. Ошо рәүешле фекер йөрөтөүҙең ни тиклем хәүефле икәнен аңларға кәрәк тә һуң...
Бында, минеңсә, телгә ҡарата үтә тар ҡараш өҫтөнлөк алған. Башҡорт теле мәктәптәге уҡыу предметы ғына түгел бит, уның меңәр йыллыҡ тарихы бар. Нисек итеп милләттең аралашыу, фекер итеү телен бары тик уның һуңғы яҙма формаһына ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин? Милләт менән бергә үҫешкән һөйләү, аралашыу, донъяны танып белеү теле булмаһа, яҙма тел булыр инеме ни? Ә бөгөн башҡорт теле мәктәптәрҙә дәүләт теле тип уҡытылыуҙан туҡтаған хәлдә башҡорт балаларының 50 – 60 проценты үҙ телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙән дә мәхрүм ҡаласаҡ. Минеңсә, былай ҙа аҙмы ҡаҙанышыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан бер мәлдә, телебеҙҙең дәүләт статусын һаҡлау һәм яҡлау башҡорт зыялыларының һуңғы позицияһы булырға тейеш.
Тәү ҡарамаҡҡа, евразиясылыҡ хәрәкәтенән башҡорт халҡының милли үҙаңына әллә ни зыян да булмаҫ кеүек. Әммә ошо тәғлимәтте милли идеологиябыҙҙың нигеҙе итеп, бөтәһен дә ниндәйҙер абстракт беришлеккә, берҙәйлеккә саҡырыусылар барыбер халыҡтың башын бутай, милли рухты икенсе планға күсереүҙе хуп күрә. Беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең Рәсәй граждандары икәнебеҙҙе һәр саҡта ла иҫтә тотабыҙ. Әммә «рәсәйле = евразиялы» формулаһы башҡорт идентичлығының асылына тап килмәй. Беҙҙе дәүләтселектән ваз кистерергә, башҡа телле, сит мәҙәниәтле, үҙ тарихы булмаған, икенсе-өсөнсө пландағы бәләкәй халыҡҡа әйләндерергә тырышыусылар етерлек. Донъяла – глобалләштереү, Рәсәйҙә унитарлаштырыу пландарын алға һөргән сәйәсмәндәр аҙ түгел, үҙ йөҙөбөҙҙән яҙмайыҡ тиһәк, заманында Әхмәтзәки Вәлидиҙең: «Беҙ аҡ та, ҡыҙыл да түгел, беҙ – башҡорт», – тип әйткәненән фәһем алайыҡ. Вәлидисә фекер йөрөтәйек, беҙгә лә «Беҙ европалы ла, азиат та түгел, ә – башҡорт» тигән принципҡа тоғро ҡалыу фарыздыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507