Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уйын эш түгел(Бер егет ауыҙынан)

Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Баш ҡатҡан. Барыһы ла күреп ҡалыу менән ҡасан бисә алаһың да ҡасан бисә алаһың тип ҡаҡ быуынға төшә бит, әй. Атайым да:
– Эшкинмәгән, ҡоро кәүҙә, әллә кемгә оҡшап мәмәй булдың, кәләш алырға ла хәлеңдән килмәй бит, – тип хыялый итә. – Ана, мин һис аптырап торманым, алдым да айырҙым, алдым да айырҙым. Әсәйең – ун беренсеһе, – ти.
Ҡыҙыҡ ҡыналар ул, бутта рәхәттән яңғыҙ йөрөйөмдөр шул. Минең дә кеше һымаҡ кәләш алып, бешкән-төшкәнде, әҙерҙе генә ашап, рәхәт кенә йәшәге килмәй тиһегеҙме әллә?!
Бисә алырға кәрәклеген үҙем дә беләм. Уйын эштер шул. Өйләнеп ҡараным бит инде, ҡараманым түгел. Тик йүнле генәһе осрамағас, ни хәл итәйем һуң? Башты ташҡа бәреп булмай ҙа. Хәҙер нормальный ғына ҡатын-ҡыҙҙы табыуы ҡыйын икән шул.
Берәүһен элекке йыл ғына алғайным, уңманым. Ағайым юл буйында ҡул күтәреп торған ҡатынды алып ҡайтып биргәйне. Тик ун көн йәшәнекме-юҡмы, бөтә ерем үлтереп ҡысыта башланы. Түҙерлек түгел. Былай мин духтыр тип бәлә һалып йөрөргә яратмайым да, әммә был юлы сыҙар әмәл ҡалманы. Төн буйы тырнанып, шау ҡанға батып, тәнем ҡутырлап бөттө. Аптырағас, киттем балнисҡа ҡаралырға. Барыу менән һалып та ҡуйҙылар. Шунан врачтар төпсөнә башланы.
– Ҡасан, кем менән булдың?
– Кәләш алдым, – тинем ғорур ғына.
– Былай булғас, “баллы ай” бүләге шәп булған, – тине береһе. Врачтар, ҡатыныңды ла һалырға кәрәк, тип үҙҙәре өйгә киткәйне лә тапманылар. Әллә ҡайҙа сығып ҡасҡан.
– Кәләшең ҡайҙан ине? – тип төпсөнгәйнеләр ҙә, яуап бирә алманым. Районын да, ауылын да һорамағанмын шул. Моғайын, кәләш алған кеше шулай ауырып ала торғандыр.
Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Унан һуң тағы берәүгә өйләнеп ҡараным. Минең кеүек шәп кешегә ни, дуќтарым килтереп бирҙе уныһын. Төнгө сәғәт өстә тышта әсе итеп һыҙғырғанға уянып киттем. Әллә янғын сыҡҡанмы? Ҡотом осоп урамға атылһам, дуќтарым тора.
– Азамат, һиңә кәләш килтерҙек, алаһыңмы? – тиҙәр.
Алып ҡалдымсы. Ҡулыма үҙе килеп кергән бәхетте ысҡындыра буламмы! Барыбер бер заман өйләнергә кәрәк. Тик бер бәхетең булмаһа, булмайҙыр инде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер ауылда эш юҡ. Шулай бер күрше ауылдағы ағайҙарға эшкә йөрөйөм. Ҡышын мал аќтын таҙартам, ә йәйен бесән сабышам. Бер көндө урманда ҡуна ятып бесән сабабыҙ. Шатлыҡтан ҡысҡырып йырлап ебәрәм. Ҡыуанмаќлыҡ түгел шул, бына-бына атай булырға торам бит. Китер алдынан ҡатыным, эсен тотоп, бер нәмә ҡыймылдаған һымаҡ, бәпес көтәбеҙ шикелле, тине.
Ә өс көндән ауылға ҡайтһам, кәләшем өйҙә юҡ. Әсәйемдән һораһам:
– Кистән клубҡа кәнсирткә киткәйне, әллә ҡайҙа ғәйеп булды ла ҡуйҙысы, – ти иќе лә китмәй. Клубҡа барһам, күргән-белгәндәр:
– Кәләшең тю-тю, сәлдерҙеләр, – тип көлә. – Һиңә кәрәк кәләш башҡаларға кәрәкмәйме ни?
Дәвлением күтәрелеп китте. Ах, шайтан алғыры. Инде әҙәмсә йәшәй башланыммы тиһәм!.. Юҡ инде, бәхетеңә аяҡ салыусылар табылып ҡына тора. Ах, ҡара йөҙҙәр!
Юҡ, мәйтәм, теге әҙәмдәрҙе былай ғына ҡалдыра алмайым. Бына-бына атай булам тип торғанда, баламды ете-ят әҙәм аҡтығына бирә буламмы? Үҙем ҡарайым, үҙем үќтерәм. Иптәштәремде йыйып, күршенән көмөшкә һатып алып һыйланым да киттек эҙләп күрше Мырҙаҡай ауылына. Барып керҙем дә:
– Әйҙә ҡайттыҡ, ни бысағыма йөрөйһөң бында? — тип беләгенән елтерәттем. — Баламды кешегә бирәһем юҡ.
– Ниндәй бала, ти, — был иќе лә китмәй. — Һинеке түгел ул. Унда һинең грамм да ҡыќылышың юҡ.
– Нисек инде юҡ? Теүәл бер аҙна торҙоҡ бит.
Ул арала әллә ҡайҙан бер төркөм ҡыҙмаса булып алған ир-ат килеп сыҡмаһынмы! Ҡара яу кеүек. Баҡһаң, йәш кәләште “йыуып” ултыралар икән. Китте һуғыш, кемеһелер күќәк тотҡан, кемеһелер шешә менән дөмбәќләй. Арҡаны төйҙөләр генә ул. Саҡ ҡасып ҡотолдоҡ. Эй, асыу килде мына. Шул бисура тип ҡара көйөк булып туҡмалып ят инде. Аҙна буйы һыу ҙа эсә алманым.
Әсәйем:
– Эй, әле уйлап торам-торам да, һис тә ҡайғыраһы түгел, тим, – тип йыуатҡан була. – Ярай, былар үҙҙәре ҡасҡанға мең шөкөр. Анау Рәжәп хәленә ҡалһаң, тәүбә-тәүбә.
Рәжәп тигәне — беҙҙең ауыл егете. Кәләше менән арыу ғына йәшәп ятҡандар һымаҡ ине, биш балалары бар, миҙал да алғайнылар. Бер көндө тегенеһе тәүге мөхәббәтен тапҡан икән. Шунан өйөн ҡутарып, бөтә мал-тыуарын, баҙындағы бәрәңгеһен, өќтәлен, телевизорын вис ҡырып-һепереп “КамАЗ”-ға тейәп ҡайтып киткән, имеш. Бисараны шыр яланғас ҡалдырған, ти. Бахырың хәҙер балаларына алимент түләп эт була. Хатта бер саҡ, алимент түләмәй, тип милиссейәгә ябып ҡуйҙылар шикелле.
Кәләш ал тип әйтеүе генә анһат. Етәр, бынан һуң ныҡ итеп ҡарап өйләнәсәкмен. Ыштубы ата-әсәһе лә булһын, ике кеше икәү инде, пенсийәһе күберәк. Оло кешеләргә аҡса нимәгә хәжәт? Исмаһам, беҙгә ярҙам итешерҙәр!
Әсәйем, ҡарт көнөбөҙҙә урамда ҡалдырып ҡуйма, ти. Халыҡ араһында күп йөрөгәс, үҙенең белмәгәне юҡ шул. Өйләнһәң, загсҡа барып тормаќһың, ти. Хәҙер күптәр шулай итә икән. Балаң тыуһа, тыуманан тип, сумырып түләйҙәр, имеш. Ниңә, бик һәйбәт ул, артыҡ аҡса кеќәне тишмәќ әле.
Был юлы мотлаҡ уйлап өйләнәсәкмен. Өйләнеү – уйын эш түгел. Вьетнам баҙарынан кәйҙертеп кенә барып алған ботинка түгел ул. Әле ҡайҙа ҡабаланырға, ти. Будта һаҡалым билемә етеп бара. Көҙгә ҡырҡ бишем генә тула бит әле.


Автор: А. ӘХМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504