Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ исемен тулыһынса аҡланы
Үҙ исемен тулыһынса аҡланы
Иҫке иҫәп буйынса 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Үрге Урал (Верхнеуральск) өйәҙендәге (әлеге Әбйәлил районының) Күсем ауылында Сәхипъямал менән Тайып Зинуровтарҙың тәүге сабыйы донъяға килә. Уға Таһир тип исем бирәләр.

Ғәрәп теленән башҡортсаға тәржемә иткәндә, был исем “таҙа”, “саф” тигәнде аңлата. Тормошо, Тыуған илгә хеҙмәте менән Таһир үҙенең исемен тулыһынса аҡлай, оло абруй яулай, ихтирам, хөрмәт ҡаҙана.
Кескәй сағында уҡ әсәһе вафат була. Атай ҡулында ҡалған малайға бик иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнергә тура килә. 1914 йылда Тайып ағай ҙа һуғышҡа китә. Таһир атаһының бер туған ҡустыһы Йәнйегеттең ғаиләһендә ҡала.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Тайып Зинуров тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Үҙ йорто, хужалығы булмаған ир етди ҡарарға килеп, 1921 йылдың сентябрендә улы менән Урта Азияға юллана. Бараһы ер яҡын түгел: Силәбе, Троицк, Верхнеуральск, Аҡмулланы үтеп, Төркмәнстанға килеп етәләр. Бер аҙ ял итеп, өҫ-башты бөтәйтеп алғандан һуң, Үзбәкстанға юл тота ата менән ул. 1922 йылдың йәйендә Һырдарья буйында ятҡан Гавриленко утарында туҡталалар. Ошо төбәктә 15 йәшлек Таһир тәүге тапҡыр уҡырға бара. Бәләкәйҙән үк белемгә ынтылған үҫмер Үзбәк ССР-ының Пахта-Арал районындағы Трудовое ауылында дүрт класс программаһын бер йыл эсендә үҙләштерә.
Аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәренә бирешмәй, ныҡ булып үҫә Таһир. Тырыш, эшлекле егетте хужаһы ла үҙ итә. Уны Үзбәкстанда ҡалырға өгөтләй, ҡыҙына өйләнергә тәҡдим итә. Ләкин Таһир Башҡортостанға, тыуған яғы – Күсем ауылына ҡайтырға ашҡына. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырылыр алдынан фамилияһын Кусимовҡа үҙгәртә.
1928 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Буйсан, мыҡты кәүҙәле егет командованиеның күҙенә шунда уҡ салына. Уға кавалерия мәктәбенә уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә өс йылдан ашыу махсус әҙерлек үткәндән һуң, Таһир ошо уҡыу йортонда взвод командиры дәрәжәһендә хеҙмәтен дауам итә. 1935 йылдың ноябренә тиклем ул курсанттарҙы уҡыта, бер үк ваҡытта етәкселек тәжрибәһен туплай.
Артабан тормош юлы уны разведкаға алып килә. Тәүәккәл, ҡыйыу егетте 1-се Ҡазан уҡсылар дивизияһының айырым разведка дивизионындағы эскадрон командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Тағы ла бер йылдан эскадрон командиры булып китә, Ҡазанда ғаилә ҡора. Ҡатыны Сәйҙә Мостафа ҡыҙы армия тормошоноң барлыҡ ауырлыҡтарын уның менән бергә күтәрә.
1937 йылдың ноябрендә лейтенант Кусимовты Новочеркасск ҡалаһындағы кавалерия курстарына ебәрәләр. Ярты йыл уҡығандан һуң, әүәлге эш урынына ҡайта. Ошо уҡ йылда уға өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә, ә 1938 йылдың апрелендә дивизияның 256-сы полкындағы разведротаға етәкселек ышанып тапшырыла.
Был йылдарҙа тотош донъяла, шул иҫәптән Кавказ аръяғында (Төркиәлә, Иранда) көсөргәнешлелек һиҙелә. Тиҙҙән Таһирҙы Кавказ аръяғы хәрби округындағы 77-се Азербайжан тау-уҡсылар дивизияһына айырым кавалерия эскадроны командиры итеп ебәрәләр. 1939 йылда уға капитан дәрәжәһе бирелә, күп тә үтмәй дивизия штабының 2-се часы начальнигы, ә киләһе йылдың сентябрендә ошо уҡ хәрби округтағы 24-се кавалерия дивизияһының 56-сы кавалерия полкындағы строевой часть командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Ярты йылдан Таһир Кусимов майор дәрәжәһенә етә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында етәксе кадрҙарҙы алмаштырыу, күсереү башлана. 1941 йылдың авгусында Кусимовҡа Кавказ аръяғы фронтындағы 23-сө кавалерия дивизияһының 14-се кавполкына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә. Сентябрҙә иһә полк башҡа хәрби берләшмәләр менән Иран биләмәһенә индерелә. Ә декабрҙең тәүге көндәрендә Таһир эшен урынбаҫарына тапшырырға һәм Кадрҙар идаралығына килеп етергә тигән күрһәтмә ала. Бында уға Өфөгә, яңы ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына йүнәлтмә бирелә.
Башта Кусимовты дивизия штабы начальнигы вазифаһына тәғәйенләргә ниәтләйҙәр. Һуңыраҡ, Татар-башҡорт хәрби мәктәбендәге тәжрибәһен иҫәпкә алып, 1-се полк командиры итеп ҡуялар.
Ысын кавалерист булараҡ, Таһир Тайып улы яугирҙәрҙең хәрби һәм дөйөм физик әҙерлегенә ныҡлы иғтибар бирә. Яуҙаштары уны талапсан, яуаплы шәхес итеп хәтерләй. Еренә еткерелмәгән эш өсөн ҡамсылауҙан да тартынмаған. Ләкин талаптың ғәҙел икәнлеген аңлаған һалдаттар быға бер ҙә асыу һаҡламаған. Аҡыллы һәм тәжрибәле командир дивизия етәкселегендә лә ихтирам яулай.
Разведка эшмәкәрлеге буйынса коллегаһы, Татар-башҡорт хәрби мәктәбендәге һабаҡташы булараҡ, Миңлеғәле Шайморатов унда үҙенең таянысын, вариҫын күрә. Йыш ҡына ҡайһы бер мәсьәләләрҙе, яңы мәғлүмәттәрҙе фекерҙәше менән уртаҡлашыр, кәңәшләшер булған.
Үҙ исемен тулыһынса аҡланыТербуна янындағы алыштарҙа Кусимов ҡаты яралана, әммә полкты ҡалдырмай. Сентябрҙә уға подполковник дәрәжәһе бирелә, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.
275-се кавалерия полкы һәр саҡ дивизияның ныҡлы терәге була, иң ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы башҡара. Сталинград һуғышында полк ҙур юғалтыу кисерә, ә Кусимов ауыр яралана. Ошо һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, Таһир Кусимов үҙ полкына ҡайта. Байтаҡ үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, коллективҡа әүәлгесә иң ҡатмарлы йөкләмәләр ышанып тапшырыла. Десна йылғаһын кисеп, Черниговты алғандан һуң, дивизия Днепр ярҙарына юллана. Фашистар бында бөтә күперҙәрҙе, “Днепрогэс”ты шартлата, совет ғәскәрҙәренең юлын киҫергә маташа. Ләкин немец илбаҫарҙары ҙур өмөт бағлаған “Көнсығыш уры” (Восточный вал) ҡаршы тора алмай, емерелә.
Днепрҙы кисеү буйынса тәүге десантҡа дивизия командиры урынбаҫары А.А. Фаварисов менән 58-се гвардия кавалерия полкы командиры Т.Т. Кусимов етәкселек итә. Балыҡсы кәмәләрендә, һалдарҙа көсәйтелгән 4-се эскадрон йылға аша сыға... Һуңыраҡ ошо ҡаһарманлыҡ өсөн дивизия командиры Г.А. Белов полк етәксеһе Кусимовты Суворов орденына тәҡдим итә. Ләкин 7-се гвардия кавалерия корпусы командиры М.Ф. Малеев, бындай баһа менән ризалашмайынса, Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе һорай.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 26 йыллығы алдынан Кусимовҡа полковник дәрәжәһе бирелә. Хәрби операцияларҙа полк ҙур уңыштарға өлгәшһә лә, дивизия командиры менән Таһир Тайып улы араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша бара. Бәхәсте көйләүҙә С.М. Буденный үҙе ҡатнашырға мәжбүр була.
1944 йылдың йәйендә Т.Т. Кусимовты Совет Армияһының Кавалерия кадрҙары идаралығына саҡырталар. Бында уны икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләйҙәр. Һуңыраҡ Таһир Тайып улы М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияға уҡырға инә. Ике йыл 4-се айырым кавалерия дивизияһында штаб начальнигы булып эшләй. Унан һуң К.Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияға уҡырға ебәрелә. 1952 йылда 24-се тау-уҡсылар дивизияһында штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. 1954 йылда уға генерал-майор дәрәжәһе бирелә. 1969 йылдан – республикабыҙҙың Хәрби комиссары.
Таһир Кусимов 1986 йылдың майында вафат була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840