Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы ир алдан хәстәрләй
Бынан тиҫтә йылдар элек шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү маҡсатында бер төркөм белгес "Федотов мәктәбе" тигән коммерцияға ҡарамаған тәүге мәктәп төҙөй, йәғни урындағы редакцияларға кәңәштәрен ебәрә, ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. "Бөгөнгө ҡатмарлы заманда кешенең айыҡ фекеренә, үҙ эшен табып, ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы йырып сығырына ышанабыҙ", — тине Федотов мәктәбе коллективы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "ваҡытлыса ауырлыҡтар" тиҫтә-тиҫтә йылдарға һуҙылды, дөрөҫөн генә әйткәндә, тағы күпмегә барыры билдәле түгел. Баҙар шарттарында тотош быуын үҫеп етте. Улар беҙҙән — социализм менән капитализм киҫешкән мәлдә тыуғандарҙан – ныҡлы айырыла, башҡаса фекерләй. Шулай булһа ла, "Федотов мәктәбе"нең кәңәштәре һис ҡамасауламаҫ. Иҫкә төшөрәйек: "Башҡортостан" гәзитендәге "Йорт-ҡура" ла нәҡ ошо маҡсатта барлыҡҡа килгәйне. Бөгөн уҡыусыларға мәктәптең "Нисек идеаль ир булырға?" тигән материалын үҙебеҙҙең ерлеккә ҡулайлаштырып баҫабыҙ.

Тәү сиратта "идеаль" һүҙен башҡортса "яҡшы ир" тип алайыҡ. Ғаиләлә хәстәрлекле ир һәм атай булыу мәғәнәһе һалынған уға. Тимәк, ғаилә башлығы ғаиләһенең ҡайһы тарафҡа барғанлығын, киләсәктә үҫеш планын аныҡ күҙ алдына килтерергә бурыслы. Был нимәнән ғибәрәтме? Әйтәйек, һеҙ алдан уҡ тәүге йылда, өс, биш, ун йылда ни эшләрегеҙҙе яҡынса күҙ алдына килтерергә тейешһегеҙ.
Шулай итеп, ауылда йәшәргә ҡарар иткәнһегеҙ, ләкин бөгөн "эш юҡ", "аҡса түләмәйҙәр бит" тип ятыу — мәғәнәһеҙлек. Ауылда ла етеш һәм балаларға белем бирерлек итеп йәшәп була.
Тәү сиратта нимә үҫтереп, ни етештерергә кәрәклеген асыҡларға бурыслыһығыҙ. Бының өсөн нимәне еңел үҫтереп буласағы тураһында түгел, ә ҡайһы йәшелсә, еләк-емештән табыш алынырын, ҡайһы тауарҙы һатырға мөмкин икәнен уйлау мөһим. Халыҡтың ихтыяжын өйрәнеү, етештерелгән әйбергә сарыфланған сығымдарҙы иҫәпләп ҡарау һымаҡ мөһим эш барлығын оноторға ярамай.
Миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа кәзә аҫрай башланылар. Әгәр ҙә яҡшы реклама булдырылһа, район гәзитендә уға ҡағылышлы мәҡәләләр донъя күрһә, был бик отошло тармаҡ. Хәҙер Рәсәйҙең күп кенә ауылдарында "баҡса ҡараҡтары"на иғтибар арта, сөнки кәзә һөтө, унан яһалған ҡымыҙ, эремсек кеүек аҙыҡтар файҙалы, төрлө ауырыуҙарҙан килешә. Хатта туңдырып һаҡлағанда ла үҙенең дауалау үҙенсәлеген юғалтмай. Яҡшы һәм белеп ашатҡанда, тоҡомло малдан көнөнә 4-5 литр һөт алып була.
Башҡортостанда ла баҙар шарттарында йәшәү, эшләү, килем алыу өсөн бөтә мөмкинлек бар. Ялан яғында етештерелгәнде, йәғни иген, ҡатнаш аҙыҡ, мал сөгөлдөрө, йәшелсә һәм башҡаларын — урман, таулы райондарҙа, ә ундағы таҡта, ағас, бураны, хатта мунса ташын игенселек менән шөғөлләнгән яҡта "осороп" була. Мәҫәлән, Федоровка, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш райондарында пилорама тотоусылар алтышар метрлыҡ бүрәнәләрҙе Бөрйән, Белорет яҡтарынан ташый, сөнки үҙҙәрендә ылыҫлы ағас юҡ.
Шулай ҙа иң яҡшы тауарҙың үҙегеҙ икәнен оноторға ярамай. Иң тәүҙә "Мин ни өсөн донъяға килдем?" тигән һорауға яуап эҙләргә тейешбеҙ. Кеше тормош ығы-зығыһына нығыраҡ сумған һайын йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында аҙыраҡ уйлана, сөнки эш эҙләү, аҡса, көнкүреш мәшәҡәттәре үҙенекен итә. Ләкин ҡатын-ҡыҙ бер сиктән икенсеһенә бәрелеүселәрҙе түгел, был донъяла маҡсат менән йәшәгән ирҙәрҙе ярата. Шуға ла ғаиләнең капитаны булып, үҙ карабыңды алдан йүнәлтелгән курс буйынса алып барыу мөһим. Һәр саҡ шуны онотмағыҙ: был донъяла эш күп, ә ваҡыт бик аҙ! Иҫкә төшөрәйек әле, бынан ике, өс тиҫтә йылдар элек киләсәктә кем булырға, нимәгә өлгәшергә теләй инегеҙ? Өлгәштегеҙме?
Ә бөгөнгө планығыҙ бармы һуң? Шуны белегеҙ — әле һуң түгел! Яңғыҙ ғына ҡалып, ҡулға ҡәләм, дәфтәр алырға ла "Мин был донъяла шуларға өлгәшергә тейешмен!" тип алдағы ун йыллыҡҡа исемлек төҙөргә кәрәк. Тәүҙә тиҫтә йылдан һуң нимәгә өлгәшергә тейешлегегеҙҙе яҙып ҡуйығыҙ. Аҙаҡ уны өс, биш йыллыҡтарға бүлеп, аныҡлағыҙ. Бының өсөн әле нимәләр барлығын теркәгеҙ: өй, ер, мал-тыуар, техника һәм башҡалар. Маҡсатығыҙға өлгәшкәндә быларҙың барыһын да ҡайҙа һәм нисек итеп файҙаланып булырын уйлағыҙ. Аңлы һәм дә аҡыллы башҡарған һәр эш уңыш килтерәсәк. Мәҫәлән, ике күрше йәшәй, йәштәштәр икән, ти. Икеһе лә тырышып донъя көтә, икеһенең дә мал-тыуары, һыйыры бар, ләкин уларҙың береһе мал һанын арттыра, тоҡомлоһон ала, аҙыҡты йәй буйы хәстәрләй, төрлө минераль ҡатнашмалар әҙерләй. Шуға ла табыш алып ғүмер итә. Ә икенсеһе бер бесәнгә ҡарап тора һәм: "Мал аҫрап кем байыған?" — тип йәшәй.
План төҙөнөгөҙмө? Хәҙер ҡатынығыҙ менән һөйләшегеҙ, уны таныштырығыҙ. Юҡҡа ғына "бер баш яҡшы, ә икәү яҡшыраҡ" тимәгәндәр. Ғаиләнең яңыса йәшәй башлауы тураһында өлкәнерәк балалар ҙа белергә тейеш, сөнки уларҙа ла яңы ҡараш тыуыуы, үҫтерелеүе мөһим.
Эш башлау менән һеҙгә ышанмайыраҡ, хатта аҫтан ғына йылмайыбыраҡ ҡараясаҡтар. Быға иғтибар итергә ярамай. Иң мөһиме — үҙегеҙгә үҙегеҙ ышанығыҙ. Һәр аҙымығыҙҙы — табышты, сығымды, хатағыҙҙы — яҙып барығыҙ. Был һуңынан ҡарар ҡабул иткәндә мөһим. Етештерелгән тауарҙың сифаты яҡшы булырға тейеш. Шул саҡта ғына уңышығыҙға көнләшеүселәрҙең ауыҙы ябылыр, халыҡ ышана башлар.
Яңы технологияларға, минераль ҡатнашмаларға аҡсаны йәлләмәҫкә кәрәк. Мәҫәлән, 100 себеш һатып алдығыҙ ҙа уның 40-ы үлде икән, был бизнес түгел. 100 себештән 98-е үҫһә – отош.
Ярҙамсыларыңдың кем булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы килемдең, табыштың күплеге ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Башҡарылған эштең табышынан эш хаҡы килеүен белгән кеше генә тырышып хеҙмәт итәсәк.
Тағы бер кәңәш: башлаған эш йүнәлеше буйынса махсус китаптарға, белешмәләргә аҡса йәлләргә ярамай. Почтаға инеп, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған тармаҡ буйынса матбуғат баҫмалары тураһында белешеп, яҙылып була. Ә улар һәр өлкә — ҡуян, ҡош-ҡорт, һыйыр малы, кәзә-һарыҡ аҫрау — буйынса етерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518