Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә мөхәббәт ярамайға ҡарамай!
Ә мөхәббәт ярамайға ҡарамай!
Урамдан ике йәш кеше килә: береһе — зәңгәр күҙле, һомғол буйлы уҡытыусы ҡыҙ, ә икенсеһе — бөркөт ҡарашлы, мыҡты кәүҙәле егет. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем ут эсендә йөрөп, немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратып ҡайтҡан, типһә тимер өҙөрлөк башҡорт егете Ғәбиҙулланың немец ҡыҙына күҙе төшөр ҙә уны ғүмерлек йәр итеп һайлар тип кем уйлаған?

Һүҙем – 62 йыл татыу ғүмер кисереп, алты бала тәрбиәләп үҫтергән ауылдаштарым Ғәбиҙулла Вәлиулла улы Китапов һәм Эмилия Адамовна Беккер тураһында.
Ғәбиҙулла Китапов 1921 йылда Илеш районының Бишҡурай ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә, унан һуң тағы ике ҡустыһы тыуа. Уртансыһы Сәғәҙәтулла ла — һуғыш ветераны, яңыраҡ донъя ҡуйҙы. Ә төпсөктәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй генә саҡта тиф ауырыуынан вафат булған.
Атайҙары Вәлиулла бик оҫта ҡуллы кеше ине, тиҙәр: мейес сығарған, күндән итек теккән, шуға ла ауыр йылдарҙа балалары аяҡ кейеменә мохтажлыҡ кисермәгән. Йыр-моңға ла әүәҫ булған Вәлиулла ағай. Яҡын-тирәлә уның берҙән-бер скрипка яһаусы тигән даны ҡалған. Бишҡурайҙа Әмирйән, Флүр ағайҙар скрипка уйнарға тап унан өйрәнгән.
Ғәбиҙулла ағайға Муса Гәрәев менән бер класта уҡырға насип иткән. Малайҙар бик дуҫ була, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Муса йәшәгән Ташшишмә ауылы тәбиғәттең иң гүзәл төбәгендә урынлашҡан. Үҙенең иркен яландары, саф һыулы шишмәләре, балыҡлы быуаһы, һандуғаслы урмандары менән үҫмерҙәрҙе тартып торған. Малай саҡтың матур хыялдары ла нәҡ ошо тәбиғәт ҡосағында яралғандыр. Мусаны зәңгәр бейеклектәр үҙенә тартһа, Ғәбиҙулланы күҙ ҡарашы иңләмәҫлек баҫыу-ҡырҙар йәлеп иткән.
Колхозлашыу осоронда Вәлиулла ағай ғаиләһе менән иң беренселәрҙән булып хужалыҡҡа инә. Ғаиләнең йорто бик туҙғанлыҡтан, уларға бер кулактың өйөнә күсергә тәҡдим итәләр. “Атай, әсәй һәм ҡустым өсәүләп шул йортҡа китте, — тип хәтерләй Ғәбиҙулла ағай, — ә минең унда һис тә күскем килмәй, нигеҙҙе ташламайыҡ, үҙебеҙгә өй һалайыҡ тип ҡаршылашып, уларға эйәрмәнем. Күпмелер ваҡыттан ғаиләбеҙ кире үҙ урынына күсеп ҡайтты. Атайым да уйланғандыр, моғайын”.
Бына шул ваҡытта уҡ үҫмерҙең дыуамаллығы, үҙ һүҙен һүҙ итеүе беленгән. Атай йорто, тыуған нигеҙ тигән изге төшөнсәләр үҫмер күңелендә бөрөләнгән. Аҙаҡ Ғәбиҙулла Баҡалыла тракторсы-комбайнсылар курсында уҡып ҡайта, тыуған яҡ ҡырҙарында урып йыйыуҙа ҡатнаша.
1939 йылда йәй көнө ауылдарҙан күп кенә ғаиләләрҙе Иркутск өлкәһенә урман эшенә алалар. Бишҡурай ауылынан да бер нисә ғаилә – Мирһаҙи Нурлығаянов, Ғәлиәскәр Ғәскәров, Шәрифйән Ханов һәм Вәлиулла Китапов, кәңәшләшеп, бергә китергә була. Теләк бер: аҡса эшләп, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, ауылға әйләнеп ҡайтып, йорт-ер тергеҙеп, матур тормош ҡороу.
— Икешәр ғаилә бер баракта йәшәнек, — тип иҫенә төшөрә ветеран. — Урман эше бик ауыр. Ләкин аҡса туплап, тыуған яҡҡа ҡайтыу теләге ауырлыҡтарҙы еңергә көс-ҡеүәт биргәндер. Бына шундай ҙур өмөттәр менән эшләп йөрөгәндә, радионан яңғыраған шомло хәбәр совет халҡының изге уй-хыялдарын селпәрәмә килтерә: “Немец-фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инде!” 1941 йылдың 22 июне халҡыбыҙҙың яҙмышына емерткес тәьҫир яһай.
Сәскәле болондарҙа бесән сапҡан ағайҙар, ҡырҙа тир түккән бөтә халыҡ, эштәрен ташлап, өйҙәренә йүгерә. Яҙмамдың геройҙары ла, ағас эшенән арынып, һүҙһеҙ ҡала. Илгә афәт килгән ваҡытта туғандарҙан ситтә булыу уларҙың үҙәктәрен өҙә, һағышландыра, хафаға һала. Шулай итеп, илгә ябырылған был ҡот осҡос ваҡиға бөтә кешенең йәшәйешенә, киләсәккә булған уй-хыялдарына бик күп төҙәтмәләр индерә.
Ғәбиҙулла Китапов һуғышҡа 1941 йылдың декабрендә Читанан алына. Ул — йәшлектәре ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ветерандарҙың береһе, илебеҙ тарихындағы иң аяуһыҙ һуғыштың тере шаһиты. Яҡташыбыҙҙы артиллерия часына билдәләйҙәр.
— Калуганан һуғышҡа индек. 116-сы дивизияның 406-сы полкындабыҙ. “Дикая дивизия” тип йөрөтөлгән, төрмәнән сыҡҡан кешеләр менән бергә булырға тура килде. Бик һәйбәт кейендерҙеләр. Тәүге көндәрҙә үк бомба аҫтында ҡалып, күп кеше һәләк булды. Көн менән төн көрәште, йәшәү менән үлем тартышты. Икенең тик береһен генә һайларға мөмкин: үлергә йә еңергә!
Дошман летчиктары беҙҙе аяуһыҙ бомбаға тотто, хатта ҡырҙа ҡалған бер кешене лә эҙәрлекләне, — тип хәтерләй был ауыр көндәрҙе ветеран.
“Ысын һалдат тормошо нимә һуң ул?” тигән һорауға яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәев былай тип яуап биргәйне: “Ул беренсе тапҡыр казармаға инеү менән башланмай әле, хәрби һөнәргә өйрәнеү менән дә сикләнмәй. “Алға! Тыуған ил өсөн һөжүмгә!” тигән команда артынан ут эсенә инеү, үлем аҫтында алға атлау — бына шунда ысын һалдат тормошо башлана”.
Эйе, геройыбыҙ ҙа 1943 йылдың февралендә Сталинград һуғышына барып инә. “Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала үҙе юҡ ине инде, бары тик емереклектәр генә ҡалғайны. Беҙгә бында дошманды туҡтатыу, уның көсөн тар-мар итеү һәм һуғыш барышын бороп ебәреү мәсьәләһе ҡуйылғайны.
Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә! Волга аръяғында беҙгә ер юҡ! — тигән антты үтәй беҙҙең һуғышсылар. Бик ҙур ҡорбандар биреп, Сталинградты алалар.
“Мәйеттәр шул тиклем күп, уларҙы штабелләп өйөп, тыҡрыҡ яһап, машина йөрөрлөк юл астыҡ. Әсирлеккә төшкән немецтар колоннаһының осо-ҡырыйы күренмәй ине”, — тип һөйләй ветеран.
Шулай итеп, иҫән ҡалғандар үҙҙәренең һуғыш юлын дауам итә, һәләк булғандар сит ерҙә ятып ҡала. Ғәбиҙулла Вәлиулла улы тиңдәшһеҙ бәрелештәр барған Курск дуғаһына ебәрелә, Харьков дивизияһында һуғыша.
— Артабан Белгородты алдыҡ, унан Полтава, Харьков, Кировоград ҡалаларын азат иттек. Сороки, Бельцы, Кишинев, Яссы, Васлуй (Румыния) ҡалаларына хәтле барып еттек, — тип шанлы юлдарҙы барлай Ғәбиҙулла ағай.
Яугир өс тапҡыр яралана, ләкин үҙ часын ташламай. 1945 йылдың 1 ғинуарында Ғәбиҙулла Китаповты кесе лейтенанттар әҙерләй торған алты айлыҡ курсҡа уҡырға ебәрәләр. Еңеүҙе училищела уҡығанда Польшала ҡаршылай. Биш ай ғына уҡып ҡала, сөнки япон самурайҙары һуғыш башлай. Ташкенттағы хәрби лагерға туплайҙар. Партия ағзаларын Һарытауға уҡырға ебәрәләр.
Баш командующий И.В. Сталиндың ҡарары нигеҙендә һуғышта өс тапҡыр яраланғандарҙы һәм уҡытыусыларҙы тыуған яҡтарына ҡайтара башлайҙар. Ғәбиҙулла ағай ҙа шулар араһында.
Яугирҙе тыуған ауылында әсәһе генә ҡаршы ала. Улдарын фронтҡа оҙатҡас, атайҙары ҡаты ауырып, вафат булған. Әсәһе ҙур ауырлыҡтар менән, сит кешеләргә эйәреп, тыуған ауылына ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән. Аслы-туҡлы, емерек өйҙә йәшәй, туҙған ҡаралты-ҡурала интегеп көн күрә. Колхоз эшенә йөрөй. Бары тик улдарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына өмөт кенә йәшәүгә көс бирә.
Ғәбиҙулла ҡайтыу менән эшкә тотона. Ул һигеҙ ауылды берләштергән уҡыу йортона етәкселек итә. Йәштәр ярҙамында концерттар, спектаклдәр ойоштора. Бына шунда таныша ла инде ул уҡытыусы немец ҡыҙы Эмилия менән. Уларҙы яңы тормош, ҙур бурыстар, киләсәккә матур хыялдар ҡанатландыра, йөрәктәрендә мөхәббәт уты балҡый.
Әсә кешенең генә күңеле тыныс түгел, улының немец ҡыҙын яратып йөрөүе борсой, ауылдаштарынан бик ҡыйынһына. “Ә мөхәббәт дауам итә, ярамайға ҡарамай...” Нәҡ йырҙағыса. Йәштәр бергә йәшәй башлай. Эмилия апай татарса яҡшы белә, урыҫ телен дә һыу кеүек эсә, ә мәктәптә уҡыусыларға немец теле серҙәрен төшөндөрә. Музыка дәрестәрен алып бара. Уның ноталарҙы танырға өйрәтеүен, шулар буйынса йырлатыуын ул быуын уҡыусылары әле булһа һағынып һөйләй. Талантлы, грамоталы була Эмилия Адамовна. Уларҙың нәҫел-нәсәбе Беренсе донъя һуғышы ваҡытында уҡ Рәсәйҙә төпләнеп ҡалған. Энгельс ҡалаһында йәшәйҙәр. Һуғыш башланғас, Башҡортостанға эвакуацияланалар һәм Илеш районының Андреевка ауылына оҙатылалар. Аҙаҡ Эмилия Бишҡурай ауылына уҡытырға ебәрелә.
Йәш парға тормош көтөү еңелдән булмай. Өйҙәге оло кеше менән уртаҡ тел табыу ҙа ауырлыҡ тыуҙыра.
— Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, Эмилияны үҙем менән эйәртеп йөрөттөм. Утын әҙерләйемме, бесән сабаммы, гел бергә булдыҡ, — ти Ғәбиҙулла ағай. — Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тырыштым.
Бер-бер артлы алты бала донъяға килә. Ғәбиҙулла Китапов 30 йылдан ашыу механизатор булып эшләй. Колхозда ғына түгел, районда ла алдынғыларҙан һанала. Хөкүмәтебеҙҙең төрлө бүләктәренә лайыҡ була. Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш миҙал менән бүләкләнә һәм уға еңел машина бирелә.
Эмилия Адамовна менән Ғәбиҙулла Вәлиулла улы 62 йыл бергә матур ғүмер кисерә. Сабырлыҡ, мөхәббәт, уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ уларҙың ғаиләһенең төп йәшәү мәғәнәһе булды. Эш һөйөүсән, тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүсе балалары, ейән-ейәнсәрҙәре атай-олатайҙары менән ғорурланып, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә ғүмер кисерә.
Бөгөн ветеран яңғыҙы йәшәй, ҡатынының донъя ҡуйыуына алты йыл тула. Йорт-ере тәрбиәле уның. Күптән түгел генә ветерандың өй тәҙрәләрен пластикка алмаштырып киттеләр. “Донъям яҡтырып, нурланып ҡалды”, — тип һөйөнә ул.
Алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле ветеран эргәһенән кеше өҙөлмәй. Күршеләре Мәккиә һәм Назим Исламовтар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ауыл биләмәһе башлығы Замир Хәҙимуллин да ветерандың хәлен белешеп, кәңәшләшеп тора. Бишҡурай урта мәктәбе уҡыусылары иһә уның ихатаһын һәм баҡсаһын таҙартыуҙа ярҙамлаша.
Бөгөн Ғәбиҙулла Китапов 93-сө ғүмер яҙын ҡаршыларға әҙерләнә.
Рәмзилә ХӘҘИМУЛЛИНА,
М. Гәрәев исемендәге Бишҡурай урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518