Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бәхил бул, ғалим...”
“Бәхил бул, ғалим...”
79 йәшендә билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров арабыҙҙан китеп барҙы.

Әнүәр Закир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға әйләнеп ҡайта һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында тарихтан уҡыта башлай. Аҙаҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1974 йылдан ғалим тормошон Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләй.
Беҙ Әнүәр Әсфәндиәровты башҡорт ауылдары һәм ҡалалары тарихын өйрәнеүсе булараҡ беләбеҙ. Ул башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идара итеү системаһы үҙенсәлектәре, башҡорттарҙың ғаилә-никах институты менән ҡыҙыҡһына һәм өйрәнә. Беҙҙең гәзитте лә тарихи-публицистик мәҡәләләре менән даими байытып торҙо. Бынан тыш, ғалим – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, егерменән артыҡ китап һәм монография авторы. Был – Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе ҡалалары архивтарында күп йыллыҡ тикшеренеү хеҙмәте емеше. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, вуз студенттары өсөн уҡыу әсбаптары, «Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы»ның авторҙашы ла ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, арҙаҡлы ғалим Әнүәр Закир улы тураһында йылы хәтирәләр беҙҙең күңелдә оҙаҡ һаҡланыр.
“Башҡортостан”дар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 05.02.2014, 07:51
    Беҙҙең өсөн, БДУ тарих факультетын төрлө замандарҙа тамамлаусылар өсөн Закир улы Әнүәр ағай Әсфәндиәрҙең вафаты, һис шикһеҙ, ифрат оло ҡайғы! Ул бит беҙҙең иң яратҡан, иң абруйлы, иң кешелекле уҡытыусыбыҙ бит! Икенсе-өсөнсө курста беҙҙең төркөмдөң кураторы булды Әнүәр ағай, ул бит беҙҙең икенсе атайыбыҙ булды. Минең өсөн, һәр хәлдә; Әнүәр Закир улы мәңге тере, һәр ваҡыт шундай теремек, ябай һәм бөйөк аҡыллы инсан булып тора. Ә ул бит әле ул хәтле ҡарт та күренмәй ине... Ҡөҙерле, һөйөклө остаз, ысын тарихсы, ысын Кеше (шулай - ҙур хәреф менән) Әнүәр ағай баҡыйлыҡҡа китеп, беҙҙе ысын етем иттерә бит... Оло ҡайғы беҙҙең арала, хатта һүҙҙәр етмәҫ кеүек...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840