Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Кешеләргә хеҙмәт итеп, сауап алдыҡ..."
Оло йәшкә еткән кешеләрҙән: "Йәшлегегеҙгә кире ҡайтып, яңынан тормош һуҡмағынан атларға тура килһә, уны нисегерәк үтер инегеҙ?" — тип һораһаң, иманым камил, күптәр, башҡасараҡ йәшәр инем, тиер. Бик һирәктәр генә нәҡ үҙҙәренең ғүмер йылдарын ҡабатларға теләр, уңыш-уңышһыҙлыҡтарын, хәсрәт-михнәттәрен, ҡыуаныс-йыуаныстарын барлар.

Зифа апай менән Хәйҙәр ағай Төхвәтуллиндар һуңғылар рәтенә инә. Тормоштары замандаштарынан һис айырылмай: һәүетемсә генә, булғанына шөкөр итеп, тыныс ҡартлыҡ юлына баҫҡандар, кистәрен хәтер йомғағын һүтәләр — хәтирәләр ебе һуҙыла, көндөҙ йорт мәшәҡәттәренә сумыла.
Заманындағы осраҡлы ғына күрешеү ике йәш йөрәктең сәстәрен сәскә бәйләй. Хәйер, барыһын бәйнә-бәйнә һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Күп парҙар бит шулай таныша, ҡауыша. Беҙҙең геройҙар вәғәҙә бирешеп, һауанан йондоҙҙар сүпләп күп йөрөмәй — өйләнешәләр ҙә гөрләтеп донъя көтөп тә китәләр. Китап теле менән әйткәндә, тәү ҡараштан һөйөү усағын ҡабыҙалар. Икеһе лә ишле ғаиләнән булғас, тормош мәшәҡәттәрен татып үҫәләр. Шуға ла барыһын үҙаллы хәл итергә өйрәнәләр.
"Кешеләргә хеҙмәт итеп, сауап алдыҡ..."
— Мин ун бер бала араһында икенсе булдым, һеңле-ҡустыларымды ҡараштым, буш ваҡытта уҡырға яраттым, — тип һөйләй Хәйҙәр ағай. — Бәләкәйҙән математика яҡын булды. Ауылда етенсе класты тамамлағас, Стәрлегә һигеҙенсегә барғайным. Бер аҙна ла уҡыманым, мәктәп директоры саҡырта. Инһәм, беҙҙең колхоз рәйесе, парткомы, хисапсыһы ултыра. Әйҙә, йыйын, ти рәйес, счетоводҡа уҡырға бараһың, кисә йыйылышта шундай ҡарар ҡабул ителде...
Элек бухгалтерҙарҙы "счетовод" тип йөрөткәндәр. Хәйҙәр курсты уңышлы тамамлай. Механизаторҙар, малсылар шатланып бөтә алмай — иҫәп-хисап теүәл, дөрөҫ бара. Етмәһә, "таяҡ"тан аҡса түләүгә күскән ваҡыт. Шуға ла халыҡ тырышып, көндө төнгә ялғап эшләй. Йәштәр ауылда ҡала, өйҙәр һала.
Армияға тиклем Хәйҙәр шулай хисапсы эшен башҡара. Һалдат итеге кейгәс инде, сос егетте 13 ай буйы эске эштәр ғәскәрҙәренең махсус подразделениеһында хеҙмәт итер өсөн уҡыталар, өйрәтәләр. Хәҙер әйтергә ярай инде, ул Бөтә Союз буйынса эҙләүгә иғлан ителгән енәйәтселәрҙе тотоуҙа ҡатнаша. Дүрт йыл хеҙмәт дәүерендә Төхвәтуллин шәхсән 32 енәйәтсене ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Взвод командиры урынбаҫары була. Исемле сәғәт, 23 тапҡыр командованиеның рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләйҙәр, ҡыҫҡа ваҡытлы ял бирәләр. Подразделениеның комсомол ойошмаһы секретары, "Чекист" гәзите мөхәррире булғанын да өҫтәргә кәрәктер.
— Әгәр енәйәт ҡылынып, енәйәтсене урында тәүлек эсендә тотмаһалар, тотош Союз буйынса эҙләргә бирәләр ине. Беҙҙең подразделение Пермдә урынлашһа ла, төрлө ергә йөрөй торғайныҡ. 1954 йылда Өфөнөң нефть эшкәртеү заводы янды. Уның диверсия икәне асыҡланды. Шикле кешеләр ҡасҡан. Шуларҙың береһен шәхсән үҙем Татарстандың Агрес станцияһында тоттом. Ошонда ҡул йәрәхәте алдым...
Хеҙмәттән һуң тороп ҡалыуын һораһалар ҙа, ҡайтҡас, эске эштәр органдарына саҡырһалар ҙа, Хәйҙәр Рәшит улы бар яҙмышын ауылға бағышлай. Колхоздарҙы, райондарҙы эреләтеү, киренән бәләкәйләтеү һымаҡ үҙгәрештәрҙе үтә. Иң мөһиме — һөнәрен ташламай, камиллаштыра ғына.
1958 йылда МТС-тар бөтә. Бар техника колхоз-совхоздарға ҡайтарыла. "Счетовод" һөнәре лә бухгалтерға әйләнә. Яңыса эшләү талап ителә. Төхвәтуллин бер-бер артлы ситтән тороп училищела бухгалтерҙар курсын, һуңынан Йоматау ауыл хужалығы техникумын, Бөтә Союз иҡтисад институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Фәнни эш менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, 14 өлкәнең меңәр колхозы араһында тәү тапҡыр хужалыҡ иҫәбе менән эшләү буйынса хеҙмәт яҙа. Алымды үҙ хужалығында ғәмәлгә индерә. Йәш иҡтисадсының эшен күрәләр, республикала ғына түгел, илдең күп төбәктәрендә тәжрибә булараҡ өйрәнәләр. Мәскәүгә Бөтә Союз иҡтисадсыларының съезында доклад менән сығыш яһарға саҡыралар. Уйлаһаң, уйылып китерлек — ул заманда ябай ғына колхоздың баш бухгалтерын биш меңләп кеше, шул иҫәптән ил етәкселәре лә тыңлай! Бөгөн быларҙы күҙ алдына килтерһәң, ышаныуы ла ҡыйын...
Хәйҙәр Рәшит улы, шулай итеп, ете класс белемле хисапсынан алып райондың иң ҙур хужалығын тиҫтәләрсә йыл етәкләгән тәжрибәле рәйескә тиклем юл үтә. Ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәйҙең почетлы ветераны.
— Эш дәрәжәлә лә, вазифала ла түгел, — ти аҡһаҡал. — Иң мөһиме — яратҡан йәрем менән өс бала үҫтерҙек, биш ейән-ейәнсәребеҙ бар. Иҫән-һаубыҙ. Башҡаларға ла ошондай бәхет теләйем...
Ғүмер буйы балалар, ғаилә тип йәшәгән, ал-ял белмәйенсә тиҫтәнән ашыу ауыл халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер Зифа апай ҙа ошо теләктә.
— Бар яҙмышымды кеше һаулығын һаҡлауға арнаным, шуға Хоҙай беҙгә лә сабырлыҡ, түҙемлек, ҡарт көнөбөҙҙә бәхет биргәндер. Кеше рәхмәтенән дә юғары баһа юҡ фельдшер өсөн, — ти ул.
Кеше өсөн ҡыуана белгәндәр генә ысын күңел тыныслығы табалыр был донъяла. Төхвәтуллиндар ошо йәһәттән күптәргә өлгө булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506