Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым...
Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым —
Балҡырҙайын йырҙар нурынан...

Назар Нәжми.


Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым...2004 йылда Ҡазан ҡалаһында булдым. Матбуғат йортонан төшкәс — Муса Йәлил урамы. Тажи Ғиззәт менән Ғаяз Исхаҡи урамына үтәһең... Шунда Рөстәм Яхин урамы ла... Оҙаҡламай Ғабдулла Туҡай урамына килеп сығаһың. Ғабдулла Туҡай урамы менән Ғәлиәскәр Камал урамы киҫешә, ә эргәнән — Ғабдулла Туҡай урамына йәнәш Сара Садыҡова урамы бара.
Ғәлиәскәр Камал урамы үҙе Кәрим Тинчурин урамына сыға. Шул урамда — Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театры.
Ғабдулла Туҡай урамынан Фәтих Кәрим урамына етәһең. Ул урам үҙе Ҡәйүм Насыри, Шиһабетдин Мәржәни урамдары менән киҫешә, Ҡабан күленә барып төртөлә.
Ә Фәтих Кәрим урамы буйлап тура Әхтәмов, Сәлих Сәйҙәшев, Фәтҡуллин урамдарына инергә мөмкин.
— Уф! — Шулай тинем дә туҡтап ҡалдым. Ниңә беҙ, башҡорттар, бахыр көнөндә ул — үҙ хәлебеҙҙе лә ҡайғырта алмайбыҙ, һаманғаса үҙ баһабыҙҙы белмәйбеҙ, үҙ бәҫебеҙҙе һаҡламайбыҙ. Күршеләрҙә ғәжәп хәлдәр, Ҡазан урамдарын (ҡалала 75-кә яҡын урам татар шәхесе исем-шәрифен йөрөтә) үткәндә йән рәхәтләнә, күҙҙәр ҡыҙа: ҡайҙа баҡма, үҙ татарҙарының исем-атамалары, ерле халыҡ вәкилдәре аты ҡушылған урамдар. Быға мин генә түгел, ҡазандар үҙҙәре лә, ҡунаҡҡа килеүсе башҡалар ҙа ҡыуана булыр. Хатта, тим, сөнки Ҡазанда йәшәгән урыҫ кешеләре лә кинәнәлер: улар татар ҡалаһында, татар халҡы мәҙәниәте бишегендә йәшәй, шуның хозурлығында ҡойоноп ҡыуана.
Ҡәҙимге турист (хәҙер беҙ ҙә үҙ төбәгебеҙҙе бер туристик үҙәккә әйләндерергә хыялланабыҙ) татар мәмләкәтенә килгәс, әлбиттә, татар тарихы, уның сағыу эшмәкәрҙәре менән ҡыҙыҡһына. Өфөлә туҡтаған кешенең дә башҡорт тарихын, уның шәхестәрен белгеһе киләлер, тим, ә беҙҙә нимә күрә, белә ала ул? Революция алды, революция дәүере атамалары: Октябрь проспекты, Революция, Октябрь революцияһы, Коммунистик, Совет, СССР-ҙың 50 йыллығы, Октябрҙең 50 йыллығы, Яңы Күпер, Посудомойная, Вагонная... Уҙа барһа (Мәскәү, “Большая Российская энциклопедия” нәшриәте, 2008, “Города России” китабында яҙылғанса), Өфөлә лә Ҡазандағы шул бер үк проект буйынса эшләнгән, әммә унан күпкә бәләкәйерәк Матбуғат йортонан Ғәлимйән Ибраһимов бульварына сығаһың, унан Мәжит Ғафури урамына үтәһең, шунан Ғабдулла Туҡай урамына етәһең.
Ысынлап та, йән көйә, рухыбыҙ кәмһенә, күршеләрҙең дәрәжә һаҡлауҙарына һөйөндөрә лә, көнләштерә лә. Йәнебеҙ телгеләнә, рухыбыҙ имгәнә. Был беҙҙең милли, хатта кешелек дәрәжәбеҙҙе төшөрә. “Ҡайҙа, ниндәй илдә йәшәйем мин?..” Ирекһеҙҙән яр һалғы, урам уртаһына баҫып олоғо килә.

* * *


Башҡорт халҡы үҙенең күп быуатлыҡ тарихында ни күрмәгән, ни кисермәгән! Әлмисаҡтан алып ошо ерҙә йәшәгән, Урал буйының тарихта билдәле төп ҡәүеме булып иҫәпләнгән. Ошо ергә уның ҡаны тамған, күҙ йәше, әсе тире һеңгән. Шуға был тупраҡ уның өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Әлбиттә, дәүерҙәр эсендә башҡа күп ҡәүемдәр, халыҡтар уның еренә күсеп ултырған, башҡорт уларға киң күңелен генә түгел, йомарт ҡосағын да асҡан. Ил-төбәктең түрендә — Өфөлә — ул үҙенең күп быуатлыҡ тарихын, батырҙары, фән һәм хеҙмәт әһелдәре, мәҙәниәт һәм мәғрифәт эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштерергә хыяллана.
Иң тәүге сиратта донъя мәҙәниәтенең аҫыл ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы хәтергә төшә. “Урал батыр” эпосы, уның геройҙары, уны ҡағыҙға төшөрөүселәргә (Мөхәмәтша Буранғолов, Байыҡ, Ишмөхәмәт, Ғәбит, Хәмит сәсәндәр) һәйкәл, һәйкәлдәр ансамбле ҡойоу хаҡында һүҙ ҡасандан бирле ҡуйыра. Был хаҡта гәзитебеҙҙең 2013 йылдың 14 авгусындағы һанында әҙибә Таңсулпан Ғарипова ла хәтерҙе яңыртты: “Ул ҙур эш “Урал батыр” мемориаль һәйкәл-ҡаласығы булып күҙаллана. Урал батырға һәйкәл дә, ундағы образдар һынланышы ла, милли аш-һыу учреждениелары ла, “Халыҡ китабы йорто” ла, рәссамдарыбыҙҙың эштәренән күргәҙмә залдары ла, яҙыусы, тарихсылар, журналистар өсөн лекторий ҙа, концерт залы ла, асыҡ һауала бөтә тулылығында башҡорт халҡының үткәнен кәүҙәләндергән музей ҙа, Арҡайым ҡаласығы, Торахан мавзолейы (һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһе тип өҫтәйек. — Р.К.) макеттары ла — ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының милли үҙаңын, мәҙәниәтен, данлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн кәүҙәләндергән милли үҙәк”.
Әйткәндәй, ошондай архитектура-ҡала төҙөлөшө проектын уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары һуңында уҡ Фрунзе (Бишкәк) ҡалаһында ҡырғыҙ скульпторы Садыҡов башҡарғайны. Ул ҡырғыҙҙың донъяға билдәле “Манас” эпосы батырҙарын, уны башҡарыусы оҫталарға арнап гүзәл сәнғәт һындары ижад итте — ул әле ҡала урамын биҙәп, Бишкәк ҡунаҡтарын таң ҡалдыра. Шундай уҡ матур ҙа, изге лә эштәр ҡаҙаҡ ҡалаһы Жамбулда ла эшләнгән, тиҙәр. Ә беҙ “милли бренд” тибеҙ. Бына ул беҙҙең милли брендыбыҙ, бына ул — беҙҙең Ураллы, Салауатлы Өфөбөҙ!
Урыҫтың Пушкины, татарҙың Туҡайы кеүек башҡорттоң шиғри даһийын үҙ ижадында шулай уҡ кәүҙәләндергән Бабичҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ла мәсьәлә күтәрелә, әле һаман хәл ителмәй. Һәҙиә Дәүләтшинаға һәйкәл асыу — өлгөрөп еткән эш. Уға Сибай ҡалаһында бюст ҡуйҙылар-ҡуйыуын; әллә был шәхескә Өфөгә ҡапҡа үҙе тере саҡтағы һымаҡ ябыҡ микән?
Башҡорт хан, Кинйә Арыҫланов, ХVII, ХVIII быуаттағы ихтилал батырҙары, Нәҙер Ураҙмәтов, Тасим Мәмәтов, уның улы Исмәғил Тасимов, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев (уға ла Ибраһим ауылында ғына һәйкәл-бюст ҡуйылған, күп эшмәкәрлеге Өфөлә үтһә лә)... Тағы Ризаитдин Фәхретдинов, Башҡортостан дәүләтселеген тергеҙеүселәр Зәки Вәлиди, Шәриф Манатов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Мстислав Кулаев, Муллайән Халиҡов, Нуриәғзәм Таһиров, Юныс Бикбов, Әмир Ҡарамышев, Муса Мортазин, Ғәлимйән Таған, Абдулҡадир Инан, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Афзал Таһиров, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Ғәлимов Сәләм, Фәйзи Ғәскәров, Рудольф Нуриев һ.б. шәхестәребеҙҙең исеме онотола, яҡты иҫтәлектәре ҡәҙерләп һаҡланмай, йәш быуын аңына етерлек һеңдерелмәй... Улар аты беҙҙең тормошобоҙға урам исемдәре, һәйкәлдәр булып ҡайтырға тейештер ҙә. Әүәл-әүәлдән бөтә илдәрҙә, халыҡтарҙа, мәҙәниәтле цивилизацияларҙа хәтерҙе шулай аяғандар, милләт бәҫен, кеше ҡәҙерен шулай һанлағандар. Бары беҙҙә, башҡорттоң баш ҡалаһында ғына, быға заманса иғтибар, ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Үҙен хөрмәт итмәгәнде бүтәндәр ҙә ҡәҙерләмәҫ. Үҙенең ҡәҙерен белмәгән ил, үҙ бәҫен бәҫ итмәгән милләт, эйе, һис ҡасан да мандымаҫ. Был хаҡта әле ХIХ быуат һуңында күренекле башҡорт фәйләсүфе Ризаитдин Фәхретдинов яҙып ҡалдыра: “Әҙип вә ғалимдары булмаған ҡәүем бәхетһеҙ, мәшһүр кемсәнәләрен (кешеләрен) онотҡан халыҡ хәмиәтһеҙ (намыҫһыҙ), әҙәбиәте булмаған милләт рухһыҙ”.

* * *


Аңлашыла, Өфөлә күп милләтле халыҡ йәшәй, ҡала урамдарына башҡорт милләтле күренекле шәхестәрҙең исемен ҡуша башлаһаҡ, шау-шыу ҡубыр тип шикләнәбеҙ. Шул шик, шул шөбһә еңдән тота. Ысынлап та, шулай микән? Минеңсә, риза булмағандар, һәр изге эштән йөй табыусылар гел була, буласаҡ, ундай ғауғасылар, ғәҙәттә, әҙселекте тәшкил итә.
Урам исемдәрен алмаштырыу бик күп сығымдар талап итә, тиҙәр. Был — буш һүҙ, ҡабыҡ бәреп сәүкә осороу ғына. 2007 йылда урам исемдәре яҙылған бөтә таҡталар ҡабаттан яңыртылды, әллә ни аҡса ла түгелмәне. Эш аҡсаға төкәлгәс, шуны ла өҫтәргәлер. Аҡса аҡса урынында инде ул: аҡсаһыҙ бер нәмә лә эшләнмәй, һәйкәлдәр ҡороу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Әйткәндәй, бәлки, беҙгә мөһабәт һәйкәлдәр урынына бәләкәйерәктәрен ҡуйырғалыр? Мәҫәлән, яңыраҡ Өфө авиация техник университеты ҡаршыһында Юрий Гагаринға ыҡсым һәйкәл асылды, Өфөнөң Киров урамындағы сиркәү ихатаһында ла 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан урыҫ генералы Денис Давыдовҡа һәйкәл ултыртылды. Ләкин “төньяҡ амурҙары”на, башҡорт батырҙарына, Ҡаһым түрәгә, Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге112-се Башҡорт атлы дивизияһы кавалеристарына һаман һәйкәл юҡ. Ҡазандағы Лобачевскийға һәйкәл дә мөһабәт түгел бит. Әлбиттә, беҙҙә шул тенденция ла күҙәтелә: Башҡортостанға бер ҡағылышы булмаған шәхестәр исеме тиражлана. Мәҫәлән, шул уҡ Юрий Гагарин, Георгий Жуков, Александр Невский, Николай Чернышевский, Дмитрий Менделеев, Софья Перовская һ.б. 1921 йылғы аслыҡҡа сәбәпсе булған аҙыҡ-түлек комиссары Цюрупа (Өфөлә уның яҡты иҫтәлегенә һәйкәл, урам бар), Башҡортостан-япраҡтың бер осон ҡорт ише “мөнтәгән”, шулай Силәбе өлкәһен Башҡортостандан умырып алған халыҡ старостаһы Михаил Калинин (Өфө ҡалаһында уның һәйкәле, исемен йөрөткән район бар), ә данлы маршал Василий Блюхер менән “интеллигент” Аркадий Гайдар, Чеверев менән бер туған Кадомцевтар, Кашириндар — башҡорт ауылдарын талап-ҡырып йөрөп шөһрәт ҡаҙанған “батырҙар”... Улар исемендә лә Өфөбөҙҙә урамдар бар бит. Икенсе яҡтан, Чернышевский һәйкәлен емерҙеләр, совет осорондағы күп мәрмәр, аҡбурлы ваҡ һәйкәлдәр ваҡытҡа, ел-ямғырға сыҙамай туҙа.
Баҡсаларҙағы, парктарҙағы ул ваҡ һәйкәл-скульптуралар ҙа беҙгә кәрәк. Миҫалға Европаның һәр илендә, һәр аллеяһында төрлө осор, төрлө заман шәхестәренә арнап эшләнгән һәйкәлдәр, ансамблдәр туристарҙа мәҙәниәтлек билгеһе, цивилизация билдәһе булараҡ ҡабул ителә. Беҙҙә, Рәсәйҙә, әллә бындай мәҙәниәт күренештәрен күҙ алдына ла баҫтырып булмаймы?
Өфөлә, әгәр ҙә ҡулымдан килһә, ике һәйкәл ҡуйыр инем, тим. Береһе — йәһүд кешеһенә, аҡыллы инсанға, икенсеһе — татар нәшеренә, вәт! Тағы минән көләләр, ҡайһы берәүҙәр ҡарғай. Ҡазанда татарҙы күтәрмәләүсе Лев Гумилевҡа һәйкәл ҡойҙолар, ә Санкт-Петербургта Зәки Вәлидигә һәйкәл астылар, үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙҙа иһә шыш та, быш та юҡ. Тағы сәйәхәтсе Ибн Фаҙланға һәйкәл тураһында хыялланам.

* * *


Әлбиттә, баш ҡала урамдары йөҙөн биҙәйбеҙ тип, Мәҙәниәт министрлығы инициативаһы менән Революция урамында ҡуйылған ваҡ һәйкәлдәр ансамбле күңелдә ҡаршылыҡлы тойғолар уята. Кәрәкмәй улай итергә, улар хәҙер юлсы ултырып, ял итер тумбаларға әйләнеп бара. Матбуғат йорто алдында ҡуйылған Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле ише төҫһөҙ, зауыҡһыҙ һәйкәлдәр ҙә ҡуймаҫҡа ине. Ҡуйғас, ҡуйғас, ана, Санкт-Петербургтағы Зәки Вәлидигә һәйкәл-бюст тибындараҡ һындарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ҙур ҙа түгел, әммә зауыҡлы, оҫта ижад ителгән. Бындай стиль, форма тураһында үҙебеҙҙең буласаҡ скульпторҙар ҙа, уҡыу йорттарында ла фекерләшһендәр ине.
Башҡортостандың район үҙәктәрендә, ауылдарында ла һәйкәл-бюстар асыла. Уларға ла “беҙгә ярай инде, юҡтың көнө шул хәлгә төшөрә” тиеберәк ҡарайбыҙ. Әлбиттә, хәҙерге художниктар авангард, модернистик рухтағы ижад емештәренә өҫтөнлөк бирә, әммә күп сығымдарға бәйле ҡала ансамблдәре төрлө ҡарашлы кешеләргә лә аңлайышлы стилдә булһа ине. Әләйһә, миҫалға Яр Саллы ҡалаһын биҙәүҙе тотошлайы менән шундай йүнәлештәге художник-архитекторҙарға тапшырып ҡуйғандар. Һәйкәл төҙөлөшөндәге бөтә ҡалып, им-ишара шуға йүнәлтелгән, хатта тамашасы туристың башы әйләнеп китә. Беҙҙең өсөн урамдағы сәнғәт емеше аңлайышлы, ҡәҙимге классик традицион реализм юҫығындағыраҡ булһын ул! Мәҫәлән, Ҡазандағы Туҡай, Өфөләге Аҡмулла, Мостай Кәрим һәйкәлдәре һымағыраҡ...

* * *


— Радищев урамы...
Өфөбөҙҙөң Завод, Энтузиастар, Урман паркы урамдарында булғаным бар, ә был яңы исем... Баҡалы урамы менән киҫешкән урам; шундағы яңы туҡталышҡа “Радищев урамы” исемен биргәндәр икән.
Ниңә мине, башҡорт кешеһен, кәмһетәләр? Баш ҡаламда, тыуған еремдә, ата-бабаларымдың ҡаны менән һуғарылған төбәктә лә ниндәй сит-яттың исем-атын ҡушалар. Әлбиттә, Радищев — ҙур шәхес, матур, батыр кеше, ләкин уның Башҡортостанға ни ҡыҫылышы?..
“Петербургтан Мәскәүгә сәйәхәт”. Гүзәл әҫәр, ҡыйыу әйбер. Беҙҙең үҙебеҙҙең төбәккә арналған тағы шундай бер әҫәр бар: Риза Фәхретдиновтың “Ырымбурҙан Өфөгә сәфәр”е. Улайға китһә, әйҙә, уның исемен ҡушайыҡ берәй Өфө урамына! Быныһы ғәҙелерәк булыр.
Ысынын әйтәм, башҡорт булараҡ, әйләнгән һайын Өфөбөҙ урамдарына бүтән милләт вәкилдәре исемен ҡушыу минең кешелек, милли тойғомдо кәмһетә, ошонан һуң үҙемде бахыр итеп тоям. Ни өсөн тыуғанмын, ни тип йәшәйем мин был ерҙә? Минең өнөмдө ишетмәйҙәр, минең теләгем менән иҫәпләшмәйҙәр, минең уй-тойғом берәүһен дә борсомай. Мин дә бит — Өфө кешеһе, башҡорт еренең аҫаба башҡорто, Рәсәй Федерацияһы гражданы.
Мин йәберһетелгәнмен. Әлбиттә, әгәр мин интернационалист булараҡ, толерантлыҡ һаҡлап, “Радищев урамы” туҡталышы” тигәнгә өндәшмәһәм, әрнеүемде эсемә йыйһам, бөтәһе лә ал да гөл булыр ине; әммә эстән мин үҙемде барыбер бахыр, икенсе сортлы кеше итеп тойор инем. Мин — ҡол, башымды эйҙем, тешемде ҡыҫтым, мин — маңҡорт.
— Шул кәрәкме, шундай башҡорт кәрәкме һеҙгә, дуҫтар?
Моғайын, шулайҙыр.
Ул саҡта мин ҡан-ҡәрҙәштәремә мөрәжәғәт итәм: ҡол булмайыҡ, ҡойроғобоҙҙо бот араһына ҡыҫтырып йәшәмәйек. Һәр кемдең ҡайғыһы үҙенекелер, урыҫ мәҡәлендәгесә, һыуға батып барыусының ҡотолоуы — уның үҙенең ҡулында. Яҙмышыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, туғандар, беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ генә ҡотҡара алабыҙ! Бүтәндәрҙең беҙҙә эше лә юҡ, иламаусыға, эйе, көсләп имсәк ҡаптырмайҙар!

Ринат КАМАЛ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 082

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 440

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 974

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 882

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 636

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 232

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 456

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 426

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 325

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513