Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалдат ҡайышы булды билендә
Тыуған ауылым Нәбиҙең саҡрымдан ашҡан үҙәк урамы Әйүп Һатыбалов исемен йөрөтә.
– Кем һуң ул был тиклем ҙур хөрмәткә лайыҡ уҙаман?
– Тарихи шәхестәр, яҙыусы, артист халҡы араһында ундай исемдең осрағаны юҡ шикелле...
Ауылыбыҙға тәүгә килеүселәр ауыҙынан шундайыраҡ һорауҙарҙы ишеткеләргә тура килә.
– Ошонда тыуып, ошонда үҫкән үҙ кешебеҙ ине ул, – тип яуаплай күптәр. Бындай яуап менән ҡәнәғәтләнмәй:
– Кем һуң ул Һатыбалов? – тип ныҡышҡандарға тулыраҡ яуап бирергә лә тура килә.


Тынғыһыҙ заман балаһы


Әйүп Һатыбалов 1913 йылда ошо ауылда әсәйемдең ике туған ағаһы, Кинйә ҡушаматлы Әбделхәким тигән уҙаман ғаиләһендә тыуған. Уның бер туған ағаһы Юныс апамдың (әсәй менән атайҙан өлкән ирҙәрҙе беҙҙә шулай тип йөрөтәләр): "Ҡулым зәғифләнеп, ярман һуғышынан ҡайтып инһәм, әсәй юҡ... Ҡаҙан тирәһендә бер ят ҡатын уралана... Иҙәндә ике ир бала геү килә. Мине күреү менән өлкәне йүгереп килеп күреште. Аптырап киттем. Шул саҡ атайым килеп инде. Күрешеп, ҡосаҡлашҡас:
– Шулай, улым... Һин киткәс, күп тормай, әсәйең гүр эйәһе булды. Был малайҙар – һинең бер туған ҡустыларың: өлкәне — Әйүп, кесеһе – Әхтәм. Уларҙың әсәһенә апай тип өндәшерһең инде, тине", – тип һөйләгәне әле лә хәтерҙә.
Әйүп менән Әхтәм ағайҙарымдың ғүмерҙәре үтә лә тынғыһыҙ заманға тура килә. Беренсе донъя һуғышы осоро, аҙаҡ революция тигән түңкәрелеш, ата – улды, әсә ҡыҙҙы белмәгән граждандар һуғышы дәүере, халыҡты яртыға айырған колхозлашыу мәле... Шулар ғына етмәгән, көнбайышта ла, көнсығышта ла һуғыш һөрөмө тарала башлай.
Әйүп ағайыма бер-бер артлы өс тапҡыр яу ялҡынын кисерергә тура килә. Әхтәм ағайым иһә фашистар ҡулынан һәләк була. Юныс апамдың ҡыҙы, Аҙнағол ауылында (Белорет районы) йәшәгән Маһитап апайыбыҙҙан ишетеүебеҙсә, Ленинград фронтында һуғышҡан Әхтәм ағайыбыҙ фашистар ҡулына юлыға. Туҡмап-туҡмап та, тәненә йәрәхәттәр һалып та, тейешле мәғлүмәтте ала алмағас, фашист йәлләттәре яугирҙе бензин һибеп, тереләй яндыра... Етенсене генә тамамлап өлгөргән Мөхәмәткилде ағайымдың Әхтәм ағайыма бағышлап поэма яҙғаны, әсәйем менән Бибикамал апайымдың илай-илай шуны уҡып ултырғандары хәтерҙә...

Әйүп ағай самурайҙар менән мылтыҡ прицелы аша танышҡан


Ағайым нәүбәттәге һалдат хеҙмәтенә 1935 йылда саҡырыла. Алыҫ Көнсығышҡа юлыға, тәү ҡарамаҡҡа тыныс шарттарҙа хеҙмәт итеү бәхете тәтегәндәй кеүек. Тик япон самурайҙары тынғылыҡ бирмәй, әленән-әле сикте боҙоп ҡына тора. Шул рәүешле беҙҙең ғәскәрҙең уяулығын һынап ҡарайҙар. Ана шунда Әйүп ағайым дошман менән винтовкаһының прицелы аша таныша. Ҡул һуғышына барып еткән осраҡтар ҙа була. Ҡәҙимге малайҙар һымаҡ, кесе йәштән көрмәкләшеп, көс һынашып үҫеүе, билһынаш алымдарын үҙләштереүе лә ярап ҡала егеткә.
1937 йылда хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға, уны Осоавиахим ойошмаһының Бөрйән районы бүлеге рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Күрәһең, быға японға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашып, яу сирҡанысы алыуы, хәрби әҙерлеге сәбәпсе булғандыр.

Үҙ теләге менән


Мәғлүм булыуынса, 1939 йылдың 30 ноябрендә Финляндияның реакцион көстәре беҙгә ҡаршы һуғыш башлай. Спортҡа һәләтле, мәргәнлектә һынатмаған, хәрби әҙерлек үткән егеттәрҙе яуға һайлап алалар. Әйүп Һатыбалов һуғышҡа үҙ теләге менән китә. Ағайымдың:
– Малай саҡта ярыша-ярыша бынауы тауҙарҙан саңғыла шыуған күнекмә һуғышта ярап ҡалды, – тип, өйҙәре ҡаршыһындағы текә Клатуй үҙәгенә, Һыйыр юлы тауына ымлап һөйләгәне хәтерҙә. Ысынлап та, “саңғы кейгән килеш тыуған” финдарҙан (беҙҙең һалдаттар улар хаҡында шулай тип әйтер булған) ул һис кенә лә ҡалышмаған. Ошо һәләте уны һәләкәттәрҙән һаҡлап алып ҡалған да инде.
1940 йылдың 3 мартында туптар тынып, ике ил араһында килешеү төҙөлгәс, ағайым ҡайтып төштө. Финдарға ҡаршы нисек һуғышҡанын түшендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденынан да аңлап була ине. Беҙҙең кеүек бала-сағаға шул орден уртаһында мылтыҡ тотоп торған һалдат Әйүп ағайҙың үҙе кеүек тойола ине. Аҙағыраҡ шул да мәғлүм булды: финдар башлаған шул һуғышта ауыр йәрәхәт тә алған икән ул.

Өйрәнгәндә ҡыйын булһа ла...


Көнбайышта Гитлер, күп илдәрҙе баҫып алып, сигебеҙгә килеп терәлгән ваҡыт. Илебеҙҙә иҫәптән төшмәгән ир-атты хәрби һөнәргә өйрәтеү башлана. Нәби ауылында был эш кисәге фронтовик Әйүп ағайыма йөкмәтелә. Беҙҙең өйҙән үр яҡлап ике йорт аша ғына колхозыбыҙҙың ағас эшкәртеү оҫтаханаһы эшләй ине. Ана шуны штаб итеп, хәрби әҙерлек үтеүселәр ошо бинала йыйылыр булды.
Ир-ат ағайымды ихлас тыңлай. Унан япон яугирҙәренең нисек ҡоралланыуҙары тураһында һораша. Фин һуғышы, самурайҙарға ҡаршы алыш тураһында һөйләгәндән һуң, Әйүп ағайымдың:
– Һеҙ миңә, ҡаты уйнатаһың, ҙур талап ҡуяһың, тип үпкәләмәгеҙ! Бөйөк полководец Суворов: "Өйрәнгәндә ҡыйын булһа ла, һуғышҡанда еңел була", тип юҡҡа әйтмәгән. Шуны онотмайыҡ! – тигәне лә иҫтә.
Ул, моғайын да, дошманды көсһөҙ һәм аҡылһыҙ тип уйламаҫҡа, еңер өсөн уның ҡеүәтен дөрөҫ баһалай белергә, хәрби оҫталыҡҡа нығыраҡ эйә булырға кәрәклеген тыңлаусыларының аңына һеңдерергә тырышҡандыр. Һәр хәлдә, беҙҙең ауылда хәрби әҙерлеккә, көн үтһә, сабата туҙһа, ярар, тип йөрөүсе булманы. Донъялағы хәлдең ҡайҙа барғанын аңлап, һәр кем һуғыш уйындарын етди ҡабул итте.
1941 йылдың июнендә Гитлер Германияһы беҙгә ҡаршы һуғыш башлағас, ҡыҫҡа ғына ике урамдан торған Нәбиҙән етмешләгән ир-ат һуғышҡа китте. Шуларҙың утыҙлабы яу ҡырында ятып ҡалды...
Тағы бер фәһемле статистик мәғлүмәт. Һуғышҡа хәтлем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән һигеҙ кешенең етеһе иҫән-һау ҡайтты. Әйүп ағайым өйрәткән "һалдаттарҙың" яртыһы тыуған ауылын ҡабат күреү бәхетенә өлгәште. Әйткәндәй, һуғыштан хәрби награда менән ҡайтыусылар ҙа беҙҙең ауылда күберәк икән. III дәрәжә Дан орденлы өс ауылдашымдың береһен, күкрәгендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән йәнәш “Отличник разведчик” билдәһе балҡыған Ғәләмбай Нәбиуллин ағайҙы, уҡыусылар менән осрашыуға саҡырғаныбыҙ бөгөнгөләй иҫтә.
III дәрәжә Дан орденлы ауылдаштарымдың икәүһе һуғыштың башынан ҡатнашып, уны Берлинда тамамлаған ут күршебеҙ Сабирйән Һатыбалов ағай менән Хәлфетдин Теләүбаев еҙнәбеҙ булыр.
Ауылыбыҙҙың данын күтәреп, Фин һуғышынан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән ҡайтҡан Әйүп ағайымдың ҡул арты бына шулай еңел булды. Бындай оло бүләккә ауылдаштарым Ғәлимйән Ғәлин, Айытбай Хисамитдинов, Ильяс Рәхмәтуллин ағайҙар лайыҡ булған.

Зәки СӨЛӘЙМӘНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513