Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылы һүҙ – йән аҙығы
Йылы һүҙ – йән аҙығы
– Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек? Бөгөн нисек йоҡланығыҙ? Ҡан баҫымығыҙ һәйбәтләндеме?
Көн дә шундай яғымлы һүҙҙәр менән йылмайып-көлөп ҡаршылай ауырыуҙарҙы Совет районының 48-се поликлиникаһында урынлашҡан көндөҙгө стационарҙың мөдире Ирина Моратова.


Юғары категориялы табип, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 30 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләгән кешенең ауырыуҙар менән мөғәмәлә итеү тәжрибәһе етерлек. Ысынлап та, уның һүҙҙәре йөрәккә май булып яғыла. Ә ауырыуҙар өсөн был – иң мөһиме. Бөгөн ошондай табиптарҙың булыуы һөйөнөслө. Юғиһә, бәғзеләренең тупаҫ һөйләшеүен ишетмәҫ өсөн генә дауаханаға бармай ҡалаһың ҡайһы ваҡытта.
Стационарҙың эшләй башлауына 10 йылдан ашыу инде. Уны башта эшенән айырылмай ғына дауаланыусылар өсөн асҡандар. Хәҙер теләгән һәр кем сәләмәтлеген нығыта ала бында. Күберәк хаҡлы ялдағылар мөрәжәғәт итә. Бөтәһе 36 койка-урын бар, бер үк ваҡытта 40-ҡа яҡын кеше дауалана.
– Диагноздарына ҡарап беҙ уларҙы Ольга Ивановна менән икәүләп ҡабул итәбеҙ. Ул – һөнәре буйынса невролог, ә мин – табип-кардиолог. Көн дә ике-өс ауырыу килә. Стационарға һалыр алдынан сирҙең етдилек кимәлен һәм беҙҙә дауалау мөмкинлеге бармы икәнлеген асыҡлайбыҙ. Был бик мөһим, сөнки бында улар 1,5 – 2 сәғәт тирәһе генә була ла өйҙәренә ҡайтып китә. Дауаханалағы кеүек, көн буйы табип күҙәтеүендә тормайҙар, – ти Ирина Александровна.
Коллектив ҙур түгел. Шуға бер ғаилә кеүек татыу-берҙәмдәр. Шәфҡәт туташтары Ильвина Гәрәева, Ольга Михайлова, Марина Попцовалар ауырыуҙарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы. Ольга Тихонова хаҡында ла йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин. Ошондай матур коллектив туплауҙа, әлбиттә, етәксенең өлөшө ҙур.
– Мин бында бер нисә йыл рәттән дауаланам. Ҡан баҫымым юғары. Ҙур дауаханаларҙа ла ятырға булыр ине, ләкин үҙебеҙҙең стационарға етмәй. Ҡыҙҙарға ла өйрәнелгән. Улар шул тиклем яғымлы. Ирина Александровна менән һөйләшеп кенә сыҡһаң да, үҙеңде яҡшы тоя башлайһың. Кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡайҙан табалыр... – тип рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра хаҡлы ялдағы Мөслимә апай Бәширова.
Йылы һүҙ – йән аҙығы– Ысынлап та, ул дарыуҙар менән генә түгел, тәү сиратта яҡшы һүҙе менән дауалай, – тип ҡушылды уға Лидия апай Рәхимова. – Бөтә табиптар ҙа Ирина Александровна кеүек эшләһә, сирлеләр ҙә, бәлки, әҙерәк булыр ине. Ул сир тураһында төбөнә төшөп һорашып, дауалау курсы билдәләй. Поликлиникала төрлө йүнәлештәге белгестәр эшләй. Кәрәк тип тапһа, уларҙа тикшереү үтер өсөн йүнәлтмәләр яҙып бирә. Массаж, физиотерапия кабинеттарына йөрөйбөҙ. Сиратҡа яҙылып көтәһе түгел, барыһын да бер юлы үтеү мөмкинлеге бар. Мин дә бында бер нисә йыл рәттән дауаланам. Ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәт шул тиклем яҡшы.
Ирина Александровна хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә: «Эшкә һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән киләбеҙ», – тип юҡҡа ғына әйтмәй. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Ә Ирина Александровнаның йылыһы барыһына ла етерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519