Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ҡорттары нисек ҡышлай?
Бал ҡорттары нисек ҡышлай?
“Ҡышын ағастарға бәҫ ҡунһа, бал күп булыр”.
(Халыҡ мәҡәле).


Умартасылыҡта ҡышҡы осорҙоң иң ҡыҙған мәле етте. Әлбиттә, ул август-сентябрь айҙарында уҡ башланды. Умартасылар ошо арауыҡта булған эшен теүәлләп ҡуйҙы. Ояларҙы ҡыҫҡартып, бал етмәгәндәренә шәкәр һуты, бал өҫтәп, төрлө ауырыуҙарҙан иҫкәртеү сараларын башҡарҙылар. Ысын умартасылар был осорға бик етди әҙерләнә. Яҡшы, таҙа, ҡоро, һау-сәләмәт ҡышлап сыҡҡан бал ҡорттары киләсәктә мул уңыш бирә, көслө ғаилә бүлә.


Ни өсөн ысын умартасылар тип әйтәм, сөнки һуңғы ваҡытта "вәхшиҙәр" барлыҡҡа килде. Бигерәк тә сит өлкәләрҙән йәйге осорға килгәндәре. Иртә яҙҙан арзан хаҡҡа көньяҡ бал ҡорттарын һатып алалар ҙа, йәй буйы эшләтеп, балын һығып алғас, көҙөн оянан ҡыуып сығарып ташлайҙар. Ул ҡорттарҙың ҡайһылары үлә, ҡайһылары, ҡайҙа барырға белмәй, урындағы умартасыларҙың бал ҡорто ғаиләләренә ҡушыла. Йәй буйы ата ҡорттары ла тик йөрөмәй бит инде. Әлбиттә, уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһеҙ ҡалмай: генофонға ҙур зыян килтерелә һәм иң беренсе — башҡорт тоҡомло ҡорттарға. Килеп тыуған мәсьәләне умартасылар берҙәм булып, урындағы хакимиәт, ветеринария хеҙмәткәрҙәре менән берлектә хәл итергә тейеш.
Ҡышҡы осорға килгәндә, бал ҡорттары баҙҙа (зимовник) һәм иректә ҡышлай. Иректә ҡышлау, әлбиттә, ҡорттар өсөн яҡшыраҡ, әгәр һәйбәт, ҡалын умарталар, уңайлы һауа шарттары булһа. Тик һуңғы ваҡытта тотороҡһоҙ һауа шарттары күҙәтелә. Көндөҙ һауа температураһы йылы (-4С0, — -7С0) булһа, кис ҡапыл һыуытыуы (-28С0 — -30С0) ихтимал. Һауа температураһының ҡапыл күтәрелеп, ҡапыл кире төшөүе иректә ҡышлаған ҡорттар өсөн зыянлы. Шуға ла уларҙы махсус баҙҙа ҡышлатыу хәйерлерәк. Унда һәр саҡ тотороҡло температура һаҡлана (2-4С0). Шулай ҙа тыштағы һауа торошо үҙгәргән ваҡытта, баҙҙағы термометрҙарҙы ҡарап, температураны елләтеү торбалары аша көйләп ҡуйырға кәрәк. Баҙҙа өс төрлө термометр (береһе — иң юғары температураны, икенсеһе иң түбәнде теркәй, өсөнсөһө баҙға ингән ваҡыттағы температураны күрһәтә) һәм психрометр (һауаның дымлылығын билдәләй) ҡуйыла. Дымлылыҡ 80—85 процент булырға тейеш.
Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар ята. Әйтерһең, бар тәбиғәтттә тынлыҡ урынлашҡан. Тик был күренеш тәү ҡарашҡа ғына шулай. Бал ҡорттары донъяһында тормош ҡайнай. Улар йомғаҡ яһап ҡуя, сөнки һәйбәт ҡышлап сығыр өсөн йылы кәрәк. Йомғаҡтың уртаһында уның 36 градусҡа барып етеүе ихтимал. Умартаның төрлө еренә ҡарап температураһы үҙгәрә. Ғөмүмән, йомғаҡтың уртаһында 18-ҙән төшмәй, 36-нан күтәрелмәй. Көслө бал ҡорто ғаиләләрен йылыла тотоуы еңелгә тура килә, аҙыҡ та әҙерәк китә, ҡышты ла еңелерәк сығалар.
Бал ҡорттарының тауышты һиҙеү ағзалары аяҡтарының табандарында һәм мыйыҡтарында урынлашҡан. Улар һәр бер һиҙелер-һиҙелмәҫ тауышты яҡшы ишетә. Шуның өсөн умарталыҡта ҡышҡы осорҙа тыныслыҡ талап ителә. Был айҙарҙа башҡарыла торған эштәрҙән умартасыға күҙәтеүҙәр генә ҡала. Һәйбәт, тыныс ҡышлау бара икән, ҡорттарҙы артыҡ тынысһыҙландырырға ярамай. Шуға баҙҙа айына ике-өс тапҡыр булыу ҙа етә.
Бал ҡорттарын күҙәтеү ул — резиналы көпшә йәки медицинала ҡулланылған стетоскоп менән тыңлау. Тыныс, бер тигеҙ генә тауыш сыҡһа, ҡышлау һәйбәт бара тигән һүҙ. Ул тауыш тау аръяғында аҡҡан шишмәне, талғын ғына шаулаған урманды хәтерләтә. Әгәр ҙә бал ҡорттары ныҡ геүләй икән, хафаланырға урын бар. Тиҙ арала сара күрергә кәрәк, сөнки бер ғаиләлә сыҡҡан хәүеф эргәлә ултырған ояларға ла тарала.
Тағы ла мөһим мәсьәлә — үлсәүҙә ултырған бал ҡортоноң (контрольный улей) ауырлығын ҡарап, күпмегә кәмегәнен теркәп яҙып барыу. Кәмеүенә ҡарап, яҡынса күпме бал ашағандарын билдәләп була. Аҫҡы кейекте үлгән ҡорттарҙан (подмор) таҙартып тороу ҙа мөһим сара. Ваҡыты-ваҡыты менән таҙартмаһаң, саф һауа инеүе ауырлашасаҡ, хатта бөтөнләй томаланыуы ихтимал. Әлбиттә, был мәшәҡәттәр – бал ҡорттары ғаиләһе тирәһендә эшләнә торғандары. Умартасыны башҡалары ла көтә: умарталарҙы йүнәтеү, яңыларын эшләү, рамдар яһау, тотонолғандарын таҙартыу, кәрәк-яраҡ һәм дарыуҙар алыу... Ошо осорҙа умартасыларға уҡыуҙар, семинарҙар ойошторола, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашалар. Ҡыҫҡаһы, яңы миҙгелгә әҙерлек башлана.
Ҡышҡы осорға тура килгән бер нисә кәңәш тәҡдим итмәксемен. Бал ҡорттарын баҙға индергәс, ике йыл тирәһе сысҡандар ныҡ ҡына ҡамасауланы. Был осорҙа уларҙы ағыуларға ярамай, сөнки умарта тирәһендә йөрөйҙәр. Тәпе һалһаң, күпләп эләкмәйҙәр. Шуға күрә ҡурҡытыу өсөн йәй үк әрем сабып һалабыҙ. Улай иткәндә лә бөтәһе лә китмәй. Китмәгәндәренә баҙға бер нисә (4–8) урынға өс литрлыҡ банканы ергә ҡаҙып ултыртып сығабыҙ. Уларға биш-алты кукуруз "палочка"һы һалып ҡуябыҙ, сысҡандар уны бик ярата. Эсенә төшкәндәре кире сыға алмай.
Ҡышҡы эштең барыһын да һанап бөтөп булмай. Иң мөһимдәрен генә телгә алдыҡ. Йәйгә әҙерлек әле башлана. Һәр умарталыҡтың үҙенә генә хас тәртибе, үҙенсәлеге бар. Бал ҡорто ғаиләһе үҙенең мөмкинлектәре менән икенсеһенән айырыла, сөнки уның тормошо тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә. Умартасы уны кәрәк яҡҡа бороп ҡына ебәрә ала, ә үҙгәртергә тейеш түгел. Һәр саҡ "бал ҡортона нимә кәрәк?" тигән һорау менән эш итергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 413

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 437

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 516

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 549

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 501

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 500

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 769

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 96

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 187

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 151

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 163