Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуыҡ... Өшөтә-ә!
Һыуыҡ... Өшөтә-ә!
Ҡыш, ниһайәт, ысын холҡон күрһәтте: сатлама һыуыҡтары менән “сыбыҡлай” бирә. “Башгидромет” үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һалҡын температура февраль баштарына ҡәҙәр һаҡланасаҡ.


Сатлама һыуыҡ, әлбиттә, берәүгә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡалаларҙа, мәҫәлән, күптәр иртәнсәк мәлендә эшкә сығып китә алмай йонсой: автомобилде ҡабыҙыу байтаҡ ваҡытты ала. Бындай проблема йәмәғәт транспортын да урап үтмәй. Ә инде тышта эшләгәндәргә, айырыуса төҙөүселәргә, “ҡайыш”тың иң әсе ере эләгә.
Мәғариф учреждениелары, балалар иһә — хәстәрлек үҙәгендә. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге етәксеһе Рәмилә Ишемғолованың әйтеүенсә, муниципалитеттарға 9 ғинуарҙа уҡ мәғариф министры урынбаҫары В.В. Аристархов исеменән хат ебәрелгән. Унда, “Халыҡтың Санитария-эпидемиология именлеге тураһында”ғы Федераль закондың 28-се, 29-сы статьяларына ярашлы, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, һалҡын тейеүҙән киҫәтеү маҡсатында, дәрестәрҙән ниндәй һауа температураһында азат итеү мөмкинлеге хаҡында хәбәр ителә (был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һанында әйтеп үткәйнек). Мәғлүмәт менән министрлыҡтың рәсми сайтында ла танышырға мөмкин (Интернеттағы адресы — morb.ru).
Шул уҡ ваҡытта, СанПин талаптарына ярашлы, дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре мәктәптә температураны контролдә тоторға бурыслы.

Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Районда балаларҙы һалҡындан киҫәтеү буйынса эш йыл дауамында алып барыла. Сыныҡтырыу күнекмәләре уҙғарыуға, спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ. Республика Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы ниндәй һауа температураһында мәктәпкә ебәрмәү мөмкинлеге хаҡындағы хаты һәр мәктәпкә таратылды. Бала уҡырға барамы-юҡмы — уныһын ата-әсә үҙе хәл итә. Килә икән, уҡытыусылар дәрес бирергә әҙер, мәктәптәр йылы.
Ғөмүмән, беҙҙең илештәр һалҡындан ҡурҡа торғандарҙан түгел. Мәҫәлән, ике көн элек Ҡарабаш ауылына барғайным. Тышта — 30 градус һыуыҡ, ә малайҙар тирләп-бешеп хоккей уйнай! Заманында ҡаты һөжүмдәрҙе кире ҡаҡҡан халҡыбыҙ бындай ғына һалҡындарға бирешеп тормаҫ!

Эльвира ТӨХВӘТУЛЛИНА, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығындағы матбуғат хеҙмәткәре:
– 2 февралгә ҡәҙәр көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Һауа температураһының көндөҙ урыны менән – 27-30, төндә иһә 35-40 градусҡа етеүе ихтимал. Бындай һыуыҡта йылы менән тәьмин итеү системаларының көсөргәнешле эшләүе йә боҙолоуы арҡаһында янғындар сығыуы ихтимал. Һалҡындарҙа кешеләрҙең өшөү осраҡтары ла йышая торған.
Шуға ла был осорҙа урамға артыҡ йыш сығыу кәңәш ителмәй, балаларҙы ла йортта ҡалдырыу яҡшыраҡ. Тышҡа сыҡҡанда ҡайнар сәй йә кофе эсергә, ҡалын итеп кейенергә тырышығыҙ. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар, шуға күрә уларҙан тыйылыу яҡшыраҡ булыр. Һыуыҡтан йылыға ингәндә, ҡабаланып ҡайнар сәй эсмәгеҙ, душ инмәгеҙ. Һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе йөрәк-тамыр системаһына баҫымды көсәйтә, бының эҙемтәһе нисек булырын фаразлауы ауыр. Организм 20 – 30 минут дауамында бүлмә температураһына өйрәнергә тейеш.
Янғын сыҡмаһын өсөн сифатһыҙ йылытҡыстарҙан баш тартығыҙ, уларҙы һәм мейесте ҡарауһыҙ ҡалдыра күрмәгеҙ. Кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгәндә кеҫә телефонынан 112 һанына шылтыратығыҙ. Шылтыратыу өсөн аҡса кәрәкмәй — бушлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 413

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 437

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 516

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 549

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 501

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 500

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 769

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 96

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 187

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 151

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 163