Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡар яуа, тимәк, уңышҡа өмөт бар”
“Ҡар яуа, тимәк, уңышҡа өмөт бар”
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко үҙенең сығышында шулай тине
Иртәнән бирле буранлап торһа ла, ауыл халҡы былтырғы эш йомғаҡтары буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән эшсәндәрҙе ҡотлау өсөн район мәҙәниәт йортона дәррәү йыйылды.


Мәҙәниәт йорто фойеһында һәр кем хужалыҡтар һәм предприятиелар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре менән таныша алды. Өҫтәлдәргә “Гермес” етештереү берекмәһенең ҡабарып бешкән икмәк-ҡаластары ҡуйылған. “Башҡорт ҡаҙы”, “Регион-Сервис” йәмғиәттәре, Федоровка һөт заводы, В.В. Ветровтың крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Сараға килгән ҡунаҡтар ҙур ҡәнәғәтлек менән күргәҙмәне ҡарап сыҡты. “Регион-Сервис” яуаплылығы сикләнгән бүлендек йәмғиәте стенды эргәһендә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры һөттөң һатылыу хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте вәкиленән ул продукцияны һатыу барышы хаҡында һораны. Етәксе шулай уҡ иген тупламы, аграрийҙарҙың башҡа проблемалары тураһында һорауҙар бирҙе. Ҡайһы бер мөһим мәсьәләләрҙе ошонда уҡ хәл итте.
“Ҡар яуа, тимәк, уңышҡа өмөт бар”Байрамдың рәсми өлөшөндә 2013 йылғы эш йомғаҡтары буйынса район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов сығыш яһаны. Ул ауыл хужалығы предприятиеларының һәм ойошмаларҙың уңыштары хаҡында һөйләне. Былтыр 46,6 мең гектар ергә — иген, 3,2 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 8,2 мең гектарҙа көнбағыш сәселгән. Район буйынса игендең тулайым йыйымы 60,8 мең тонна тәшкил иткән. Сөгөлдөр сәскән хужалыҡтар өсөн йыл бигерәк тә уңышлы булған. Фрунзе исемендәге, “Искра” ауыл хужалығы кооперативтары, “Сәйет” йәмғиәте, Ибраһимовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы айырыуса мул уңыш алған. Ауыл хужалығы предприятиеларында 8 400 тоннаға яҡын һөт етештерелгән. Был 2012 йылға ҡарағанда күберәк. “Нива”, “Азат”, “Искра”, Фрунзе исемендәге хужалыҡтар һөт һауыу һәм етештереү йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән.
Йыл һайын тоҡомло мал күпләп һатып алына. Былтыр, мәҫәлән, “Нива” йәмғиәте симменталь тоҡомло 55 тана, “Искра” кооперативы ҡара-сыбар тоҡомло 59 тана һатып алған. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙың машина-трактор паркын яңыртыуға ла ҙур иғтибар бүленә. 2012—2013 йылдарҙа 170 миллион һумлыҡ 169 берәмек техника һәм ҡорамал, шул иҫәптән 48 миллионлыҡ 11 комбайн һатып алынған. Былтыр ауыл хужалығы етештереүселәренә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 94 миллион һум аҡса бүленгән.
Радик Ғилметдин улы ауыл хужалығы эшсәндәренә һәм ветерандарына башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдереп, киләһе йылға бурыстарҙы һанап сыҡты.
Николай Коваленко үҙенең сығышында район эшсәндәренең былтырғы эш һөҙөмтәһенә ыңғай баһа бирҙе, уларҙың байрамды яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылауын билдәләне. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме элгәре йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа артҡан. Министр шулай уҡ ауыл етештереүселәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы алымдары хаҡында һөйләне, алдынғыларға маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Мәләүез ит-консерва комбинатының генераль директоры Лариса Малахова менән “Башҡорт ҡаҙы” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Рәсим Сәйетбатталов ауыл эшсәндәрен ихлас ҡотлап, уларға сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрамды сағыу концерт дауам итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504