Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дамир АСҠАРОВ: "Һәр баланы үҙемдекеләй яҡын күрәм"
Дамир АСҠАРОВ: "Һәр баланы үҙемдекеләй яҡын күрәм"
Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Ғәлиәскәр улы АСҠАРОВ менән беренсе тапҡыр ғына әңгәмәләшеүем түгел. Уның халҡыбыҙ өсөн янып-көйөп йөрөүе, гражданлыҡ позицияһы, тормошҡа, уратып алған мөхитебеҙгә ҡарашы миңә лә ят түгел. Был әңгәмә лә гәзит уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.


— Дамир Ғәлиәскәр улы, Яңы йыл байрамы алдынан телевизор ҡараусылар республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы" тигән маҡтаулы исем алыуығыҙҙың шаһиты булды. Ҡарурмандары менән маҡтана алмаған Миәкә ерендә тыуып үҫкән ир уҙаманының был дәрәжәле исемгә лайыҡ булыуы, моғайын, осраҡлы түгелдер?
— Әлбиттә, 1999 йылда урман хужалығы техникумын етәкләргә тәҡдим яһағандарында ниндәйҙер маҡтаулы исемдәр, наградалар тураһында уй-фекер башҡа ла инмәне. Хеҙмәт биографиямдың өр-яңы битен асҡанда иң тәүҙә һиңә өмөт бағлаған, уҡыу йортоноң яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен көткән кешеләрҙең ышанысын аҡлау тураһында уйландым. Мин үҙем дә рухи көсө, тырышлығы, оҫталығы арҡаһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт кешеләренә ҙур ихтирам менән ҡарайым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ябай эшсе, игенсе, һауынсы, төҙөүсе кеүек беҙҙең йәшәйешебеҙҙең тотҡаһы булған һөнәр эйәләренең ҡәҙере бөттө. Хәйер, “Хеҙмәт геройы” тигән исемдең яңынан тергеҙелеүе күңелдә өмөт сатҡылары уята. Бәлки, “зәңгәр экран”дарҙан көн-төн төшмәгән "геройҙар" ҙа бер көн килеп алмашыныр тип өмөтләнәм.
Ә инде етәксенең эше яҡшы баһалана икән, башлыса уның артында торған коллективтың дөйөм ҡаҙанышы был. Үҙем Рәсәйҙә иң боронғоларҙан һаналған урта махсус белем биреү йортонда эшләүем менән хаҡлы ғорурланам. Коллективыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте быға тиклем дә билдәләнгәйне: күп тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы урман хужалығы техникумы тип танылдыҡ, дүрт тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы урта махсус белем биреү йорттары исемлегенә индек. Шуға күрә лә был шәхсән маҡтаулы исемде дөйөм коллективтың сираттағы еңеүе тип ҡабул итәм.
Ә урмансы һөнәренә әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтеп үткем килә: беренсенән, институтта алған һөнәрем буйынса игенсемен. Ә иген менән урман, дөрөҫ хужалыҡ иткәндә, һис ҡасан бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ бит. Шуға күрә лә студенттарыбыҙға һөнәр биреү менән бергә тыуған төйәгебеҙгә, уның тәбиғәтенә, Хоҙай йәлләмәгән байлыҡтарына ихтирам һәм һөйөү хисе тәрбиәләүҙе мөһим бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Икенсенән, нәҫелебеҙгә был һөнәр ят түгел. Атайымдың бер туған ағаһы, фронттан ҡайтып, хаҡлы ялға киткәнсе урмансы булып эшләне.
Тағы ла шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: техникумыбыҙҙың заман талаптарына, иҡтисад шарттарына һәм ҡанундарына яуап бирерлек белгестәр әҙерләүен, уларҙың хеҙмәт баҙарында үҙ урынын табыуын тәьмин итер өсөн бик күп шарттар кәрәк. Шуға күрә лә, форсаттан файҙаланып, республика Хөкүмәтенә, Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығына, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Уҡыу кластарын йыһазландырыу, техник базаны нығытыу, йәшәү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу — быларҙың барыһы ла улар ярҙамында эшләнә. Ошондай ҡеүәтләү булғанда, илке-һалҡы эшләү оят булыр ине.
— Һеҙҙең техникум бинаһында, күп уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, саф башҡортса һөйләшкән егет-ҡыҙҙарҙың күплеге күҙгә ташлана. Яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре лә йыш осрай. Егеттәрегеҙҙең ҡурай ансамбле лә киң билдәле.
— Беҙҙең студенттарыбыҙҙың 90 процентҡа яҡыны — ауыл балалары. Быныһына артыҡ ғәжәпләнергә урын юҡ. Ҡала балаһы урмансы һөнәрен һайлап бармаҫ. Әммә ауылдан килгән күп йәштәр үҙ телендә һөйләшергә ояла. Ҡалабыҙҙың уҡыу йорттары өсөн был — тәбиғи күренеш. Уны бары тик тейешле мөхит булдырып ҡына еңеп була.
Мине комсомолдың район комитетында эшләгәндә Мәскәүгә, Юғары комсомол мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ике йыл дауамында илебеҙҙең танылған ғалимдары ижтимағи-сәйәси фәндәрҙе ныҡ һеңдерҙе. Әммә ошо ваҡытта рухи яҡтан нисек байығаныбыҙҙы йылдар уҙғас ҡына аңланыҡ. Һәр ял һайын илдең баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарына йөрөүҙәр, билдәле шағирҙар, данлыҡлы хәрбиҙәр, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар һәр беребеҙҙең аңын бер нисә баҫҡысҡа юғары күтәреүен тоймай ҡалманыҡ.
Шуға күрә лә техникумыбыҙҙа белем алған осорҙа ауылдан килгән, эшкә төпкөлгә ҡайтасаҡ егет-ҡыҙҙарҙы рухи-әхлаҡи яҡтан үҫтереү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Сәнғәттән ләззәт алыр өсөн уны аңлай белергә лә кәрәк бит.
Бынан бер нисә йыл элек техникумыбыҙҙы тамамлаған студенттарыбыҙ осрашыуға килгәндә нисек уҡығандарын, һөнәр үҙләштергәндәрен иҫкә төшөрмәй тиерлек. Ә бына данлыҡлы шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Салауат Низаметдинов менән осрашыуҙа ҡатнашҡандары, Йәмил Әбделмәнов башҡарыуында донъя шедеврҙары рәтенә ингән арияларҙы тыңлағандары улар хәтерендә оҙаҡҡа һаҡлана.
Халҡыбыҙ тарихын, уның мәҙәниәтенең, сәнғәтенең иң сағыу биттәрен белгән, уҡығанда йәне теләгән түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөп, үҙендә булған талант сатҡыларын дөрләтеп ебәргән кешеләрҙе тәрбиәләү бурысын иңдән төшөрмәйбеҙ. Ошонда беҙ ҡабыҙған усаҡ улар райондарға ҡайтып эшләй башлағас та һүнмәҫ тигән өмөт бар. Минеңсә, был бурысты уңышлы үтәйбеҙ.
Техникум спортсылары хатта донъя кимәлендә лә танылыу алды: һуңғы йылдарҙа спорт мастеры тигән исемгә ундан артыҡ студентыбыҙ лайыҡ булды. Уҡыу, йыр-бейеү, ныҡышмаллыҡ талап иткән спорт төрҙәре менән ни тиклем күберәк шөғөлләнһә, йәш кешенең юҡ-бар эш менән мауығырға ла ваҡыты ла шул хәтлем әҙерәк ҡала бит.
— Ишеткәс, аҙыраҡ сәйер тойолдо: һеҙҙә ата-әсәләр йыйылышы даими үткәрелә, уҡыу бинаһында ғына түгел, ятаҡта ла тәрбиәселәр, класс етәкселәре көн-төн эшләй. Һәр студент — күҙ уңында, иҫәптә. Ә техникумға бит бары урта белемлеләр генә ҡабул ителә. Ҡурсалау мәсьәләһендә арттырыбыраҡ ебәрмәйһегеҙме?
— Риза түгелмен. Был осраҡта тырышлыҡтың артыҡ булыуы мөмкин түгел. Ауылдан килгән йәштәрҙе ҙур ҡалала көтөп торған хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеү кәрәк, тейеш ул.
Атайсалыбыҙҙың киләсәген сәйәсмәндәр генә билдәләмәй, ошо уҡ егет-ҡыҙҙар ҙа, һис шикһеҙ, үҙ өлөшөн индерәсәк. Халыҡтың битарафлығын, моңһоҙлоғон бары тик араларында уҡымышлы, аяғында ныҡ баҫып торған, илен, халҡын, ғаиләһен яратҡан шәхестәрҙең күберәк булыуы менән генә еңеп буласаҡ. Шуға күрә лә һәр уҡыған баланы үҙемдекеләй яҡын күрәм, улар өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисерәм.
— Дамир Ғәлиәскәр улы, һүҙ аҙағында шуны ла әйтеп үтәйек: күп балалы ғаилә башлығы булған етәкселәрҙе барлар өсөн бөгөн бер ҡул бармаҡтары етә. Әйткәндәй, һеҙ ҙә шулар иҫәбенән бит?
— Ысынлап та, дүрт балалы атай булғанда, мин Министрҙар Кабинеты аппаратында эшләй инем. Ул йылдарҙа, илебеҙ һынылыш кисергәндә, көндө төнгә ялғап эшләргә тура килде, аҙналар буйлап райондарҙа йөрөнөк. Шуға күрә балаларҙы тәрбиәләүҙең ауырлығы нигеҙҙә ҡатыным Рима Рәис ҡыҙы иңенә төштө. Әлеге көндә ҡыҙҙарыбыҙ ситтә, шуға ла өс ир-егетте бер үҙем ҡарайым, тип ҡайһы саҡ һуҡранып та ҡуя. Бәй, уҡытмаҫҡа кәрәк ине, телдәрҙе белмәһәләр, төплө белем алмаһалар, уларҙы сит илдә кем ҡолас йәйеп көтөп торор ине, тип көләм үҙем.
Улдарыбыҙ, атаһынан күргән — уҡ юнған, тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөн раҫлап, Санкт-Петербург урман-техник университетын тамамланы. Ландшафт архитекторы һөнәрен алып, әлеге көндә аспирантурала уҡыуҙарын дауам итәләр. Алған белемдәрен көндәлек тормошта ла ҡуллана башланылар.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Тормошобоҙҙоң асылын сағылдырған мәсьәләләр тураһында фекер алышыуыбыҙҙы киләсәктә лә дауам итербеҙ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840