Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күренекле нефтсе-геолог, техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисовҡа — 75 йәш
Күренекле нефтсе-геолог, техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисовҡа — 75 йәш
Оҙон юлдар кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта, дуҫлаштыра, күңелдәрҙә оҙаҡ ваҡыт онотолмаҫлыҡ уй-тойғолар уята. Ундай ваҡытта йыш ҡына иҫтәлектәргә бирелеп китәһең, ғүмер юлындағы тәү ҡарашҡа үҙең өсөн әһәмиәтле булып күренгән эреле-ваҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә алаһың. Үткән йылда билдәле геологтар — Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов һәм Ая Ҡадир ҡыҙы Тимерғазина менән Силәбе яҡтарына — күренекле башҡорт нефтсе-геологы Ҡадир Рәхим улы Тимерғазиндың тыуған төйәгенә – сәфәр сығыу насип булғайны. (Ул сәфәребеҙ хаҡында "Башҡортостан" биттәрендә "Сабаҡтыкүл һағынып иҫкә алды" тигән юлъяҙмам да баҫылып сыҡҡайны). Беҙ бөйөк ғалимдың аяҡ эҙҙәрен һаҡлаған хозур Сабаҡтыкүл буйҙарында барыбыҙ ҙа бер үк тойғолар кисереп йөрөгәндәй булдыҡ.


Ни генә тиһәң дә, булмышымдың бер яғы менән мин дә геолог бит әле. Тәүҙә алған һөнәрем буйынса — техник-геолог, нефть, газ ятҡылыҡтарының геологияһы һәм разведкалау белгесемен. Аҙаҡ әҙәби ижад, тел һәм әҙәбиәт ғилеме донъяһына инеп китһәм дә, ғүмерем буйы геологтарға яҡын булдым, әле лә геология фәне менән ҡыҙыҡһынып йәшәйем. Был һөнәр эйәләре тураһында иң элек шуны әйтә алам: геологтар — романтиктар, һәр ваҡыт яңылыҡҡа, хыял киңлектәренә ынтылып йәшәүсе заттар. Ә бының нигеҙендә матурлыҡҡа, ергә, тәбиғәткә оло һөйөү тойғоһо ята. Шуның өсөн дә ундай әҙәм балалары тормоштоң ауыр һынауҙарын еңелерәк үткәрә, алдарына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн бөтә ихтыяр көсөн туплай белә. Яратҡан һөнәре уларҙы гелән алға әйҙәп тора. Мин белгән геологтар, барыһы ла тип әйтә алам, нәҡ шундай яҡты күңелле, илһамлы һәм һәләтле шәхестәр. Хәйер, талант тигәс тә, кемгә-кемгә, ә иң элек таланттарҙан был донъя әйтеп бөткөһөҙ ихтыяр көсө, ныҡышмаллыҡ, эш һөйөүсәнлек талап итә. Бер генә табыш та, асыш та еңел бирелмәй. Ете ҡат ер аҫтында ятҡан ҡатламдарҙың серен сисер өсөн күпме эҙләнергә, күпме әсе тиреңде түгеп, йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килгәнлеген геологтар үҙҙәре генә белә. Өҫтәүенә, ер аҫты ҡатлы-ҡатлы булған кеүек, ер өҫтөндәге тормош та, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә йыш ҡына үтә ҡатмарлы шул.
Сабаҡтыкүл буйында оҙон кис буйы беҙ һәр беребеҙҙең башынан үткән тормош һынауҙары тураһында ла серләштек. Эрнст дуҫым бер мәлде: "Былар хәҙер кемгә кәрәк инде?" — тип тә ысҡындырҙы. Мин ҡаршы төштөм. Юҡ, мин әйтәм, һинең тормошоң ул – ҡабатланмаҫ бер тәжрибә. Уңыштарың да, хаталарың да киләсәк быуын өсөн бер һабаҡ буласаҡ. Һинең иҫтәлектәр яҙыуыңды көтәм, тинем. Кәңәшемде тотһа, фәҡәт үҙенең таланты, тырышлығы менән фән һәм ғилемдең бейек үрҙәренә күтәрелгән күренекле геолог Эрнст Юлбарисовтың иҫтәлектәре мауығып уҡырлыҡ бер китап буласаҡ.
Был китапты яҙырға ултырһа, Эрнст Мирсаяф улы иң элек үҙенең ҡәҙерле тыуған төйәге Инйәр буйҙарын, Архангел районының Муллаҡай, Тәүәкәс ауылдарын күҙ алдына килтерер, моғайын. Ул Тәүәкәс ауылында күп балалы ғаиләлә 1939 йылдың 22 ғинуарында донъяға килә. Аталары Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы Юлбарисов, Тәүәкәс ауылы уҙаманы, һуғыш башланған ваҡытта бронь бирелһә лә, үҙ теләге менән фронтҡа китеп, 1943 йылда Харьков янындағы һуғыштарҙа һәләк була.
Эрнст ағаһы Марат менән Өфөләге 5-се балалар йортонда тәрбиәләнә. Бынан юл данлыҡлы 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына илтә. Аталары һуғышта һәләк булған нисәмә быуын башҡорт балаһына белем һәм тәрбиә биреп, ҡанат ҡуйып сығарҙы был уҡыу йорто.
Минең өсөн шуныһы ла ҡыҙыҡ: тормош юлын беҙ икебеҙ ҙә бер үк төрлө тип әйтерлек башлағанбыҙ икән дә. Алда телгә алғанымса, тәүге һөнәрем буйынса нефтсе-геологмын. 50-се йылдар башында Башҡортостандың нефть сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әйләнгән, үҙенең быраулау оҫталары, нефть сығарыусылары бөтә илгә шаулап торған Октябрьский ҡалаһының нефть техникумында уҡыным. Эрнст Юлбарисов иһә шул уҡ осорҙа, минең кеүек үк, нефть, газ ятҡылыҡтарының геологияһы һәм разведкалау һөнәрен һайлаған, тик ул инде М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына барып кергән.
Һе, кергән, имеш. Кермәй торһон әле! Тәүге имтиханда уҡ "икеле" алып та, барыбер илдең иң ҙур университетына уҡырға алынған абитуриенттар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, бына һөйләп бирәйем.
Эрнст, унан алда ағаһы Марат бер-бер артлы Өфөлә 9-сы башҡорт мәктәп-интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) көмөш миҙалға тамамлайҙар (МДУ-ның әлеге геология факультетына юлды Юлбарисовтарҙан беренсе булып Марат һалған була). Әйтергә кәрәк, Эрнстың мәктәпте алтын урынына көмөш миҙалға тамамлауының да бер хикмәте бар әле ул. Сығарылыш имтихандарын ул гел "бишле"гә тапшыра-тапшырыуын. Әммә Мәғариф министрлығында, башҡорт балаһы урыҫ телен барыбер "бишле"гә белмәй ул тип, Эрнстың иншаһын "дүртле"гә төҙәттерәләр. Шулай итеп, ошо көмөш миҙалы менән Эрнст Мәскәүгә юллана. Унда геология факультетына инеүселәргә, миҙалы булыу-булмауға ҡарамаҫтан, математиканан яҙма һәм телдән имтихан биреү талабы ҡуйыла. Ул көндәр тураһында Эрнст Мирсаяф улы ошолай тип иҫкә ала: "Яҙма эште яҙып сыҡтым да, иртәгәһенә телдән имтихан бирергә барһам, исемлектә фамилиямды таба алманым. Уҡырға кереп булманы инде былай булғас тип, ятаҡҡа ҡайтып киттем. Ә яҙма эш һаман башымдан сыҡмай. Бирелгән һорауҙарға яуаптарҙы ҡат-ҡат хәтерҙән үткәреп ҡарайым — юҡ, бөтөнөһө лә дөрөҫ, яңынан факультетҡа киттем. Имтихан комиссияһы рәйесе, әле булһа яҡшы хәтерләйем, Татьяна Степановна Балякина исемле мөләйем генә ханым ине.
— Татьяна Степановна, миңә яҙма эшемде ҡарап сығырға мөмкинме? — тим.
— Рәхим итегеҙ! — ти комиссия рәйесе.
Ҡарайым. Тикшереүсе башта "өслө" ҡуйған. Шунан ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ташлап, ҙур итеп "икеле"гә төҙәткән. Ә бит бирелгән ике һорауға ла дөрөҫ яуап биргәнмен.
— Эште кем тикшерҙе? — тим.
— Механика-математика факультетының аспиранты, — ти Татьяна Степановна.
— Бына бында ул дөрөҫ эшләгәнде боҙған, — тим. Хәҙер инде әлеге аспиранттың быны этлек менән эшләгәнен аңлап алдым. Артҡа сигенергә уйлап та бирмәйем.
— Әйҙәгеҙ, тауыш күтәрмәгеҙ. Телдән имтихан бирһәгеҙ, үтәһегеҙ, — тинеләр ҙә, әлеге аспирантты ла саҡыртып, өс кеше телдән имтихан алды. Аптырабыраҡ, ҡайһы мәктәптә уҡығанлығым, кемдәр уҡытҡанлығы тураһында һораштылар. Уҡытыу ҙа, тәрбиә лә шәп ине шул беҙҙең мәктәп-интернатта. Шулай итеп, үтеп киттем университетҡа. Был минең өсөн математиканан ғына түгел, ә тормоштоң да ҙур ғына бер һынауы булды".
Уйлай китһәң, был да – бер һабаҡ, фәһем, Үҙ-үҙеңә, белемеңә ышанаһың икән, юлыңда ныҡ торорға, ҡуйылған маҡсаттарыңа өлгәшер өсөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тейешһең. Ә бит тормош нефтсе-геолог алдына артабан да һынау өҫтөнә һынау ҡуйып тора. Сөнки фәндең уға тиклем бер кем дә үтмәгән, күп ваҡыт хатта үтергә лә баҙнат итмәгән юлдарын һайлай Эрнст Юлбарисов.
Мәскәү һынлы Мәскәү дәүләт университетында уҡыу бәхете элек тә, хәҙер ҙә һирәк кешеләрҙең өлөшөнә төшкән көмөш инде ул. Исемдәре донъяға билдәле фән әһелдәренең лекцияларын тыңлау, ғилми түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, музейҙар, китапханалар, студенттарҙың ижади һәләтен асыуға, киң ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән уҡытыу системаһы үҙенекен итә, әлбиттә. 1962 йылда ҡулына юғары белемле геолог дипломы тотоп, Башҡортостанға ҡайтып төшә Эрнст Юлбарисов. "Туймазынефть" нефть промыслаһы идаралығында скважиналарҙы тикшереү буйынса оператор булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. (Ғәжәп оҡшашлыҡ: минең дә хеҙмәт кенәгәмә унан бер нисә йыл алдараҡ нәҡ шундай уҡ нефть промыслаһының операторы тигән һүҙҙәр яҙып ҡуйылған). Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул операторҙан промысла геологына, артабан Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының нефть запастарын иҫәпләү буйынса өлкән геологы, "Башнефть" производство берекмәһендәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең өлкән инженерына тиклем үҫеш юлы үтә. Нәҡ ошо йылдарҙа Башҡортостандың нефть ятҡылыҡтарында ҡатламдарҙың үҙләштереү мөмкинлеген арттырыу проблемаһы айырыуса көнүҙәккә әйләнә.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509