Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡа донъялар, нур һәм йән
Башҡа донъялар, нур һәм йән1997 йылдың авгусында “күмер короле” Дональд Дюкс ҡатыны Сюзи, ҡыҙы Маргарет һәм туғыҙ кешенән торған команда менән үҙенең “Пола бэр” яхтаһында Кариб һәм Саргасс диңгеҙҙәрендә сәйәхәт итә. Күңелдәрҙә бер ниндәй борсолоу, хәүеф юҡ – яхта иң заманса навигация приборҙары һәм ҡеүәтле радиотапшырғыстар менән йыһазландырылған. 28 августа яхта Багам утрауҙары архипелагына ҡараған Сан-Сальвадор утрауынан 110 саҡрым төньяҡтараҡ йөҙөп бара. Сыуаҡ иртә. Болотһоҙ зәңгәр күктә көтмәгәндә ялтлатып йәшен йәшнәй. Күҙ асып йомған арала һауа торошо үҙгәрә, төньяҡ-көнбайыштан киҫкен ел иҫә һәм, двигатель ғәйәт көслө булыуға ҡарамаҫтан, яхтаны ҙур тиҙлек менән тулҡындар ыңғайына ҡыуа.
Ҡапыл ғына дауыл тыма, яхта ҡәҙимге йүнәлешен ала. Йәнә диңгеҙ тыныс, күк – болотһоҙ. Бығаса һис күренмәгән был күренеш ниндәйҙер мәғәнәһеҙлек кеүек тойола башлай. Шул саҡ вахтала торған матрос хәбәрләшеү торбаһынан ҡысҡырып ебәрә: “Капитан! Капитан! Ниндәйҙер карап туп-тура беҙгә килә!” Палубала тороусылар ҙа бер нисә минуттан елкәнле карапты күрә.
– Сәйер хәл, – ти капитан, ғәжәпләнеп, – бындай караптарҙы кәмендә 400 йыл төҙөмәйҙәр! Диңгеҙ музейынанмы икән әллә?
Елкәнле карап иһә юғары тиҙлектә яҡыная. Палубаһында – ғәжәп ҡыҙыҡ кейемдәге кешеләр! Улар ҙа, американдарҙы шәйләп, аптырашта ҡала. Ҡапыл ике арала һыу бағанаһы күтәрелеп өйөрөлә лә, сәйер карап, һауала ирегәндәй, юҡҡа сыға. Һәммәһе лә шаҡ ҡата. Генри Хор исемле матрос иҫкә килеп: “Моғайын, был билдәһеҙ карап башҡа ваҡыт үлсәменән хасил булғандыр һәм, уға кире ҡайтып, беҙҙең күҙҙән юғалғандыр”, – ти.
Һуңынан был ҡараш менән күренекле америка физигы Фрэнсис Осборн да килешә. Уның уйлауынса, ошо хәл физик-теоретик Альберт Эйнштейндың (1879 – 1955) теорияһын раҫлай. Был теория физик процестарҙың арауыҡ-ваҡыт үҙенсәлектәрен, уларҙың тартылыу ҡырҙарына бәйлелеген, есемдәрҙең хәрәкәт итеү тиҙлеге вакуумдағы яҡтылыҡ тиҙлегенә яҡынайғанда физик күренештәрҙең күренеүен дә өйрәнә. Бынан беҙҙең ваҡыттан айырылып торған башҡа донъяларҙың булыуы, вәкилдәренең күренеү ихтималлығы фаразлана. Ошондай асылдар арҡаһында уларҙың беҙҙең донъя менән киҫешкән саттарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең осрауы мөмкин. Әйткәндәй, ваҡыт һәм арауыҡ – материяның йәшәү формалары.
Танылмаған донъялар, планеталар, ҡояштар тураһында әҙәм нәҫеленең беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ һәм унан һуң да өҙлөкһөҙ уйланыуы мәғлүм. Мәшһүр философ, аҡыл эйәһе Джордано Бруно (1548 – 1600) Ғаләм һәм бүтән донъялар тураһында һөйләп, инквизиция ҡорбаны булған. Мәгәр һөйләүҙәр, уйланыуҙар йөҙ йылдар үткәс тә ғәмәлдә фараз рәүешендә ҡала, сөнки үҫеш, техник кимәлебеҙ әлегә түбән. Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, үҫешкән цивилизациялар һаны бер ваҡыт арауығында 5000 самаһы тәшкил итһә лә, улар менән бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге ифрат та аҙ. Галактикалар бит ғәләмәт күп. “Хаббл” йыһан телескобы 50 миллиард галактиканы күрә, һәр галактикала 100 миллиард тирәһе йондоҙ иҫәпләнә.
Галактикалар тышҡы күренештәре, физик характеристикалары буйынса ла төрлөсә. Бәләкәйҙәре, гигант галактикалар әйләнәһендәгеләре, уларҙың юлдаштары бар. Беҙ әлегә Ҙур һәм Бәләкәй Магеллан, Андромеда Болотлоғо һәм Томанлығы, ҡыйынлыҡ менән Өсмөйөш, Боде галактикаларын күрә алабыҙ.
Оҙонлоғо – 100 000 яҡтылыҡ йылы, ҡалынлығы 1 000 яҡтылыҡ йылы самаһы булған Ҡош Юлы галактикаһы Ҡояш системаһынан һәм иң кәм тигәндә лә 200 миллиард йондоҙҙан тора. Ер үҙендәге икенсе яҫылыҡтағы донъялар менән бәйләнештә тора, аһәңдәш булһындар, бер үк үҫешһендәр өсөн уларҙы берләштерә, көйләй. Шулай уҡ ул Ҡояш системаһының башҡа планеталары, күршеләре менән дә бәйләнеш тота, уларға мәғлүмәт бирә, уларҙан да яңы мәғлүмәт ала. Ерҙең үҙ кармаһы бар. Ер – тере йән, бик ҡатмарлы организм, Ғаләм даирәһендә үҙ тәғәйенләнешен, асылын, әһәмиәтен үтәй, Йыһан халәте менән йәшәй.
Ҡөрьәндең Сафтар сүрәһе тәфсире тәфсил итеүенсә, беҙ Ерҙән күргән йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар – беренсе ҡат Күктең биҙәктәре. Беҙгә күренгән яҡтылыҡ сығанаҡтары миллионлаған яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында урынлашҡан. Күктәрҙең һәр ҡаты араһында миллионлаған яҡтылыҡ йылы ятһа, Күктең башҡа ҡатына хәтле триллионлаған яҡтылыҡ йылы аралығы ята. Был – сикһеҙлек тигән һүҙ. Ғаләмдең сикһеҙлегенә, ваҡыт сикһеҙлегенә, ваҡыттың шартлылығына Ҡөрьәндә ишаралар күп. Аллаһ янындағы ваҡыт менән Ерҙә йәшәүселәр ваҡыты араһында 50 мең йыл дәүер ята. Ғалимдар (Эйнштейн) был фекергә егерменсе быуатта ғына килде. Быны мөғжизә тимәй, ни тиерһең!
Ҡөрьән һәм уның тәфсире буйынса, Аллаһ бер-береһенә ярашҡан, бик күп йондоҙлоҡтарҙы үҙ эсенә алған ете ҡат Күкте, шулай уҡ Ерҙе һәм улар араһындағы барлыҡтарҙы Хәҡиҡәт булараҡ яралтҡан Раббы, Үҙенә генә мәғлүм ваҡыт биргән, уларҙың тәҡдирҙәрен алдан билдәләгән. Ерҙе барлыҡ йәнлеләр өсөн бар ҡылған. Теүәл үлсәү менән Күкте бейек итеп яһаған. Ҡояш үҙенә билдәләнгән ваҡытҡа саҡлы әйләнеп йөрөр. Был сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, дөрөҫөн белеп тороусы әмерелер. Айҙың хәле иһә былай тора: уға ла теүәл күк көмбәҙе һәм фасылдар тәғәйен. Ҡарт хөрмә ағасының нескә талы кеүек нәҙек булып яңынан тыуыр. Ҡояш Айға килеп ирешә алмаҫ, төндөң дә көн менән бергә булаһы юҡ. Есемдәрҙең барыһы ла Күк көмбәҙе буйлап йөҙә...
Күктең ҡапҡаһы ла бар икән. Ай сүрәһендә был хаҡта ошо хәбәрҙе уҡыйбыҙ: ”Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ. Аллаһ тәҡдиренсә, Ерҙәге һыуҙар Күк һыуҙары менән ҡушылып, тотош ағымға әүерелде”.
Ер менән Күктең дауамы тураһындағы тәғбирҙә иһә фани донъялағы Ер менән Күк түгел, ә Әхирәт донъяһының Ере, Күге күҙ уңында тотола. Ибраһим сүрәһенең 48-се аятында, ул көн еткәс, Ер – бүтән Ер менән, Күк иһә бүтән бер Күк менән алыштырылыр, тиелә. Әхирәт иһә – үлгән кешенең йәне бара торған башҡа донъя. Донъя эшен Әхирәткә ҡалдырма, ти халыҡ әйтеме.
Хоҙай Тәғәләнең йәһәннәме лә (тамуғы), матур, рәхәт, мул донъяһы ла бар. Изге теләк теләгәндә, ҡәрҙәштәребеҙ ихлас күңелдән: “Йәнең йәннәттә булһын”, йә иһә “урының ожмахта булһын”, – тиҙәр. Ҡөрьән мәғлүмәтенсә, Хоҙай бирер йәннәт – гонаһһыҙ кешеләр үлгәндән һуң инә торған бәхетле донъя, ожмах. Раббының хозурында ике йәннәт, был ике йәннәттән башҡа тағы ике йәннәт бар. Йәннәттәр ҡуп-ҡуйы йәшеллектән генә тора, мәңгелек шишмәләр ағып ята, һәр төрлө еләк-емеш, хөрмә, нар ағастары үҫә. Йәннәттә – үҙ иренән башҡаға күтәрелеп ҡарарға оялған, холҡо матур, йөҙө гүзәл ҡатындар, сатырҙар эсендә – ҡара күҙле хур ҡыҙҙары. Уларға ен затынан да, кеше затынан да берәү ҙә ҡағылмаған. Мөьминдәр йәшел яҫтыҡтарға һәм гәүһәрҙәр менән сигелгән урындыҡтарға ятып ял итә. Ҡулдарында – мәңге ҡоромаҫ шишмәнән һауыттарға тултырып алынған эсемлек. Ул эсемлек башты ла ауырттырмай, хәлде лә, аҡылды ла алмай. Уларға үҙҙәре теләгән емештәр, йәндәре теләгән ҡош иттәре, күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары изгелектәренә әжер итеп бирелә. Улар саф ҡыҙҙар, ирҙәрен яратҡан йәштәштәр итеп яратылған. Бында буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, гонаһ вәсвәсәһенә тартылыу булмаҫ. Бары тик “сәләм, именлек һеҙгә” кеүек һүҙҙәр генә ишетелер...
Әйткәндәй, “Урал батыр” эпосында аҡ һаҡаллы ҡарт һөйләгән яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола, төн буйы уйын-көлкө булған, ҡайғы-этлек күрмәйсә, барлығын да белмәйсә, байманда бергә рәхәт, дуҫ йәшәгән, Үлемгә юл ҡуймаған Самрау иле шул йәһәттән йәннәткә оҡшаш.
Ҡөрьәндең “Ҡырмыҫҡа”, “Үрмәксе”, “Лоҡман”, “Сәбә иле”, “Ясин” сүрәләрендә әйтелеүенсә, Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшерелгән серҙәрҙе Аллаһтан башҡа кем белер?.. Мөғжизәләр фәҡәт Аллаһ ихтыярында ғына... Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Ул шуларҙы белеп тора... Аллаһ – ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе... Ер эсендәгеләрҙе лә, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктән ингәнде лә, Күккә ашҡанды ла белеп тора... Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан Аллаһ шуға оҡшаш тағы башҡа ғаләмдәрҙе лә бар итергә ҡөҙрәтле түгелме ни? Әлбиттә, ҡөҙрәтле. Ул – һәр нәмәнең асылын белеүсе, бөтә Ғаләмде юҡтан бар итеүсе.
Мәгәр күп ҡәрҙәштәребеҙ быны әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл, мистика тип һанай. Әммә фәндең бөтә тармаҡтары буйынса матди донъяны тикшергән йөҙәрләгән атаҡлы ғалимдар Аллаһы Тәғәләнең барлығын, Ғаләм, физик донъя, тәбиғәт Юғары Аҡыл мөғжизәһе икәнен, бөтә донъя, мөхит Уның менән һулыш алғанын таный. Бер нисәһенең генә булһа ла әйткәне менән танышайыҡ. Атаҡлы физик-математик Исаак Ньютондың (1643 – 1727) яҙыуынса: “Йыһандың ғәжәйеп төҙөлөшөн һәм аһәңдәшлеген фәҡәт барыһын да алып барыусы сикһеҙ ҡөҙрәтле Заттың планы буйынса төҙөлөүе менән генә аңлатырға мөмкин. Был – минең беренсе һәм һуңғы һүҙем”. Физик Альберт Эйнштейн иһә: “Бөйөк шәхескә кеүек мин Аллаға ышанам һәм намыҫым ҡушҡанса әйтәм – тормошомдоң бер генә минутында ла атеист булманым”, – тигән. Бельгиялағы Льеж университетының атом молекуляр физикаһы департаменты рәйесе Жюль С. белдереүенсә: “Фән менән диндең беҙҙең замандағы кеүек бер ҡасан да шундай яҡын һәм тығыҙ бәйләнештә торғаны юҡ ине. Йыһан киңлеген өйрәнеүсе ғалимдар шул тиклем хозур һәм көтөлмәгән күренештәрҙе асты, уларға инде Алла юҡлығын әйтеүе лә ҡыйын. Был мәсьәләлә башҡа ике төрлө фекер булыуы мөмкин түгел”.
Астроном Гершель ошолай ти: “Фәндең офоҡтары киңәйгән һайын Мәңгелек Ижадсының һәм Ҡөҙрәтле Аҡылдың барлығын раҫлауҙар арта бара”. Электрондарҙы асҡан бөйөк физик Томсондың һығымтаһы ла фәһемле: “Бойондороҡһоҙ фекер эйәләре булыуҙан ҡурҡмағыҙ! Әгәр һеҙ шаҡтай аҡыллы фекер йөрөтһәгеҙ, фән ҡотолғоһоҙ рәүештә Аллаға ышаныуға килтерәсәк. Һеҙ фәндең дингә дошман түгел, ә ярҙамсы икәнен күрерһегеҙ”.
Боронғо индустар, һиндтар донъяның башланғысы эфир (күк), йәғни матди нәмә түгел, тип иҫәпләгән. Аллаһ тәҡдире, ҡөҙрәте менән Мөхәммәт пәйғәмбәр Ғаләм даирәһенә ашҡанда, илаһи нурҙарға сорналып, ғәжәйеп бихисап мөғжизәләрҙе һәм иҫ китмәле бөйөк күренештәрҙе күргән.
Бәғзе дәүерҙәштәребеҙ эске рухи күреү һәләтен ныҡ үҫтереп, матди донъялар барлыҡҡа килгән юғары үлсәмдәр даирәһенә үтеп инә. Материя яралыу ваҡыт-арауыҡ мөхите алыҫлығына еткәне – инглиз философы Олаф Степлдон (1886 – 1950). Үҙенең рухи күреү һәләте менән ул Ғаләм сиктәренә сәйәхәт ҡылып, өс үлсәмле күреү ҡырҙарына ашып, Йыһандан тыш ғәйәт сағыу, ҡеүәтле нур, яҡтылыҡ сығанағын, йәғни Йыһан донъяларын Яралтыусы күп үлсәмле ваҡыт-арауыҡты (йондоҙҙарҙы Тыуҙырыусының физик ҡиәфәтен) күреү хыялына ирешә. Алда Ҡөрьәндән килтерелгән аяттағыса, Аллаһ – Күктең һәм Ерҙең нурылыр. Ул Шәмдәл алмас һымаҡ балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай. Ғәжәп тап килеш! Канаданың нейрология профессоры Майкл Персингер фекеренсә лә Алланың ниндәйҙер энергетик поле килбәтендә булыуы мөмкин.
Ғалимдар фекеренсә, нур, энергия ҡуйырығы, төйөрөгө төрөндә донъя һәм есемдәр булыу ихтималлығы миф түгел. Йән дә ойошҡан нур матдәһелер, тип уйлайым. Космонавтикаға нигеҙ һалыусы Константин Циолковский (1857 – 1935) Ҡояш әүҙемлеген һәм биомөхиттәге күп күренештәрҙең бәйлелеген билдәләгән биолог Александр Чижевский (1897 – 1964) менән әңгәмәләшкәндә, шулай ти: “Кешелек эволюцияһын мин кешенең хәҙерге торошонда ҡалдырмайым: ике ҡуллы, ике аяҡлы һәм башҡа килеш... Был һармаҡлыҡ булыр ине. Эволюция ул – алға хәрәкәт. Бер бөтөн объект булараҡ, кешелек шулай уҡ үҙгәреш кисерә һәм, ниһайәт, миллиард йылдарҙан һуң бер төрлө нур энергияһына әүерелә”. Байтаҡ ҡына хәҙерге осор ғалимдары ла ошондай уйҙа. Мәҫәлән, П. Девис фекеренсә, беҙҙең ғәҙәттәге аҡһымлы тереклектән тыш башҡа физик процестарға нигеҙләнгән йәшәйеш мөмкинлеген инҡар итеп булмай.
Телгә алғаныбыҙса, бөйөк ғалим Эйнштейн йәнәш донъялар барлығына инанған. Хәҙерге ҡайһы бер ҡарашса, башҡа йәшәйеш, тереклек серҙәре “бишенсе үлсәм” менән бәйле. Өс үлсәм һәм “дүртенсе үлсәм” арауыҡтарынан тыш йәнә бер үлсәм булыу ихтималлығы фаразлана. Әгәр ҙә кешеләр уны асһа, параллель донъялар араһында сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек тыуасаҡ. Физик Кристофер Монро бер үк ваҡытта атом кимәлендә ике ысынбарлыҡ тормошо булыуын һынауҙар менән дәлилләй. Физика ҡанундары икенсе донъяларҙың үҙ-ара квант (энергияның иң кескәй өлөшсәләре) туннелдәре үткәүелдәре аша бәйләнеш тотоу ихтималлығын инҡар итмәй. Әйткәндәй, кеше үлгәс, йән дә ошондайыраҡ үткәүелдән осоп китә. Теоретик йәһәттән энергияны һаҡлау ҡанунын боҙмай бер донъянан икенсе донъяға күсергә мөмкин. Мәгәр бының өсөн Ғаләмдә лә йыйнап булмаҫ хаттин ашҡан энергия талап ителә. Бүтән бер фараздарса, материяны һурған “ҡара тишек”тәр башҡа донъяларға үткәүел, йәнә лә тәбиғәттә өң кеүек ваҡыт-арауыҡ урындары булыуы мөмкин.
Көньяҡ Америкала сит донъяға үткәүел тигән “Алла ҡапҡаһы”, йәғни ҡаяға уйылған киңлеге – ете, бейеклеге ике метр ишек, уртаһында түңәрәк тишек булған серле урын бар. Әйтеүҙәренсә, ул – инктар цивилизацияһы ҡаҙанышы. Риүәйәттәр мәғлүм итеүенсә, борон ошо ҡапҡа аша ҡаһармандар яҡшыраҡ донъяға киткән, бәғзеләре генә әйләнеп ҡайтҡан. Ғалим Катар Мамани, тикшеренеүҙәр үткәреп, был урын тәү сиратта аномаль биләмә, икенсе сиратта башҡа донъяға үткәүел тигән һығымтаға килгән. Ләкин ошондай кәңәш тә бар: “Башҡа донъялар менән бәйләнешкә инер, танышыр, аралашыр өсөн кеше тәүҙә үҙе йәшәгән урынды, мөхитте, арауыҡты һәм ваҡытты ентекле үҙләштерергә, көн иткән донъяһының энергетик ҡеүәтен, фекер һәм аңға бәйле рухи көс-ҡөҙрәтен файҙаланырға өйрәнергә тейеш”.
Шулай итеп, донъя – беҙ көн иткән Ер өҫтө генә түгеллеге, тереклектең Ерҙәгенән дә әүәлерәк Күк есемдәрендә тыуыуы, нурҙан яралыу күренеше, Күк, йәнә Һыу аҫты тормоштары барлығы, йәндең мәңгелеге башҡорт халҡының “Мирйән” әкиәтендә, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарында һәм башҡа төр ижадында ла, йәнә дөрөҫ, мәғәнәле йәшәү өсөн бар ҡылынған ҡағиҙәләр тупланмаһы Ҡөрьәндә лә сағыла, төрлө дәүер ғалимдары тарафынан өйрәнелеп, ғәжәйеп асыштар ҙа яһала. Халыҡ ижады, дин, фән әлегә беҙ төшөнөп етмәгән мөхиттең асылдарын асырға, серҙәрен танып белергә тылсымлы асҡыс булып тора.

(Аҙағы. Башы 10-сы һанда)

Сәлимйән Бәҙретдинов,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518