Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡа донъялар, нур һәм йән
Башҡа донъялар, нур һәм йән
Ер йөҙөндәге мөхит, үҫемлек, тереклек, йәнә сикһеҙ киң Йыһан, Ғаләм тураһында кеше үҙе донъяға яралғандан бирле уйланған, төрлө хәл-күренештәрҙең асылына, серҙәренә төшөнөргә ынтылған. Уй-хыялы менән йондоҙҙарға ла осҡан, Айға ла менгән, быны күңеленән урғылған ижадында ла сағылдырған. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың зирәктәр тураһындағы “Әлмирйән” әкиәтендә тасуирланыуынса, борон-борондан Урал тауында йәшәгән бер бабай менән әбейҙең Әлмирйән исемле улының аҡылын һынамаҡҡа хан уға ошондай һорау биргән:
– Донъяла кешенән, кейектән, ҡоштан башҡа тағы ниндәй йән эйәһе йәшәй?
Әлмирйән уйлаған да әйткән:
– Донъя – Ер өҫтө генә түгел, Һауа ла бар. Унда ла кешеләр, төрлө йән эйәләре йәшәй.
– Улай булһа, ҡайҙа? – тигән хан.
– Һауалағы йондоҙҙарҙа беҙҙән дә элек донъяға тыуған кешеләр ғүмер итә, – тип, күпте белгән Әлмирйән ханды аптыратҡан.


Күк есемдәрендә тереклектең Ерҙәгенән дә әүәлерәк көн итеүе “Урал батыр” эпосында ла һүрәтләнә. Самрау батшаның аҡҡош рәүешендәге ҡыҙы Һомайҙың Йәнбирҙе менән Йәнбикәгә һәм уларҙың улдарына әйткәненә иғтибар итәйек:
Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен –
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ йәтим түгелмен.
Ерҙә һис кем тыумаҫтан,
Берәү аяҡ баҫмаҫтан,
Ҡуш булырға йәр эҙләп,
Ерҙә һис кем тапмағас,
Бүтән йәндән һайларға
Берәүен тиң күрмәгәс, –
Күккә осоп, йәр эҙләп,
Айҙы, Ҡояшты күҙләп,
Үҙенә йәр һайлаған
Самрау тигән атам бар...
Барығыҙға билдәле,
Үҙ нурына һуғарған,
Ҡояш тигән инәм бар.

Ерҙә һис кем тыумаҫтан Самрау батша илендә тереклек барлығы бында бик сағыу тасуирлана. Һомай атаһы кеүек һис ауырыу белмәгән, йәнә инәһе Йәншишмәнән һыу алып, тәнен йыуҙырған, башҡа тарафтан килгән үлемһеҙ зат. Асыҡтан-асыҡ: “Ҡояш тигән инәм бар”, – ти. Нилектән Һомай – Ҡояш ҡыҙы? Бәлки, ошо ҡараштандыр?.. Тәңреселек, шулай уҡ Ҡояш культын кәүҙәләндергән Митраизм буйынса, бәпескә ҡалыу – илаһи ҡөҙрәттең иң бөйөк тәбиғи хәле һәм Ҡояштың яңы йән эйәһе тыуыуы, уға йән-рух өрөлөүе, аң, йәшәйеш ҡыуанысы бирелеүе. Ер менән Ҡояш – Илаһ есемдәре, Ғаләмдең үҙәге. Алтын сәсен тарап, илде нурға күмгән Һомай ҙа, моғайын, шунлыҡтан Ҡояш ҡыҙы, тиеләлер.
Самрау батша иленә Йәншишмә һыуын табыу өсөн барғас, Урал Һомайға йәш булһа ла биш ил барын белеүен, береһендә үҙе тыуыуын, икеһен йөрөп күреүен, ҡалған тағы икәүһен күрергә сығыуын әйтә. Һомайҙың Уралға юлда – юлдаш, яуҙа ҡулдаш булыр бүләге иһә – Күктә тыуып, Күктә үҫкән, Ерҙә тоҡом йәймәгән Аҡбуҙ толпар.
Халҡыбыҙ ижадында Күк батшалығынан башҡа Һыу аҫты донъялығы ла сағылыш таба. “Аҡбуҙат” эпосында Сура батыр нәҫеле Һәүбән күл ситендә сәстәрен һалындырып ултырған Нәркәсте аңдып тота һәм уны ебәрмәй, күҙен йомоп, асҡас, үҙен Һыу аҫты батшалығындағы һарайҙа күрә. Күлдән сыҡҡанда иһә Һәүбәнде йоҡо баҫа, бөтә күргәндәре төштәй тойола. Шулай итеп, эпоста Ер улы Һәүбән башҡа донъяға эләгеү, унан сығыу әмәлен белмәй, быны Нәркәс йә иһә Аҡбуҙат ҡына ғәмәлгә ашыра. Нурҙан тыуған, Ерҙән аш-һыу еймәгән нәҫелдең һис ғүмере уҙмай, һылыулығы бөтмәй, Нәркәс йәш ҡыҙ булып һаҡлана, сөнки уның иле, йәшәү, тереклек рәүеше башҡа. Иғтибар итһәк, төп ғиллә, ҡартлыҡтың еңмәүе – нурҙан яралыуҙа! Мәгәр был Нәркәскә Ер улы Һәүбәнде һөйөргә, уға буй бирергә, Уралда тиң ғүмер һөрөргә кәртә була алмай.
Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Аллаһ – Күктең һәм Ерҙең нурылыр. Эсендә шәм яндырылған йорт кеүек яҡты нурҙыр ул. Шәм иһә Шәмдәлгә ҡуйылған. Ул Шәмдәл алмас һымаҡ балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай... Уның майы, үҙенә ут төртмәһәләр ҙә, үҙенән-үҙе нур сәсә. Был яҡтылыҡ нур өҫтөнә нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһен нурға ирештерә... Был нурлы Шәмдәл байтаҡ ҡына йорттоң эсен яҡтырта... Нәҡ илаһи нур булған өсөн дә Аллаһ мәңге йәшәй, һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Ул үлемһеҙ. Ер, Күк, тереклек – бөтә нәмә Уға мохтаж. Аллаһ нур бирмәһә, кешенең нуры булмаҫ.
Ергә яҡын йондоҙ, иң ҡөҙрәтле нур сығанағы – Ҡояш (Шәмс), фән ҡарашынса, “ғәмәлдә водород һәм гелийҙан, аҙ миҡдарҙа ауыр элементтар ҡатнашмаһынан торған уттай плазмалы шар, ядроһы термоядролы реакция һөҙөмтәһендә энергия эшләп сығара”. Ҡояш йәшәйеш, тереклек нуры һибә. Күгебеҙҙе балҡытып тороусы Ай ҙа, Таң йондоҙо – Сулпан да һоҡланғыс. Ырыуҙашым Шәмсиә әбей Сафина көйләп ишеттергән “Ай менән Ҡояш” бәйете ҡанбабаларыбыҙҙың магик ышаныуҙарын һүрәтләндереү, Күк есемдәренә табыныу йәһәтенән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйеттә йәшәүгә ҡот, йәм биргән Ай менән Ҡояш данлана. Ай “күгелйем күлмәк”, Ҡояш иһә “алһыу ҡыҙыл күлмәк” кейгән һәм дә, Ер йөҙөн яҡтыртам тип донъяға килгән йәнле, ҡөҙрәтле ҡиәфәттә күҙаллана. Ҡояш йәшәү сығанағы, ризыҡ бүлеүсе, таратыусы итеп һынландырыла. Ул – сәсеүлектәрҙе йылытыусы, тәбиғәткә йән өрөүсе рух, ап-аҡ ҡарҙарҙы юҡ итә, ҡалын боҙҙарҙы иретә, йылмайып ҡына тыуып, йәндәргә йылы керетә. Ай менән Ҡояш бына шулай йәнләндерелеп һүрәтләндерелә:
...Исеме Ҡәмәр Маһийым
Күгелйем күлмәк кейгән.
Ер йөҙөн яҡтыртам тиеп,
Ул бит донъяға килгән.
Исеме Шәмси Ҡояштың
Алһыу ҡыҙыл күлмәге.
Бөтә Ер йөҙөн йылыта –
Уның беҙгә бүләге.
Исеме Шәмси Ҡояшым
Нурланып ҡына килә.
Йоҡламайыҡ шул сағында –
Ул беҙгә ризыҡ бүлә.
Исеме Шәмси Ҡояшты
Барыбыҙ ҙа ярата.
Ул да беҙҙе ныҡ ярата –
Беҙгә тәғәм тарата.
Исеме Шәмси Ҡояшым
Тыуа ул матурланып.
Киң болонға ризыҡ сәсә,
Йәнләнеп, ғорурланып.
Исеме Шәмси Ҡояшым,
Батырлығыңды белгерт,
Йылмайып ҡына тыуып һин,
Йәндәргә йылы керет.
Исеме Шәмси Ҡояшым
Батырлығын белгертә:
Ап-аҡ ҡарҙарҙы юҡ итә,
Ҡалын боҙҙарҙы иретә.

Илаһ үә Ҡояш әҙәмдәренең сырайҙарына нур өҫтәй, күңелдәренә ҡыуаныс бирә. Кеше Нурҙа үә Нур менән һәм Нур өсөн йәшәй. Ҡөрьән тәғлимәтенсә, хатта ҡиәмәт көнөндә лә мөьмин ирҙәр менән мөьмин ҡатындарҙың алдынан да, уңынан да донъяла ҡылған изгелектәренең нурҙары яҡтыртыр. Монафиҡ ирҙәр менән ҡатындар иһә: “Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан, исмаһам, бер нур алып ҡалайыҡ”, – тип ялбарыр. Уларға: “Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ,” – тиерҙәр.
Нур тигәндәй, донъялағы башҡа ҡайһы бер мөғжизәләр ҙә, моғайын, нурға бәйлелер. Мексикала оҙаҡҡа сыҙамаған, тиҙ туҙған кактус сүсенән яһалған туҡымала Иисус Христостың инәһе изге Дева Мария образының үҙенсәлекле үә аныҡ һынланыуы һәм һис ниндәй боҙолоуһыҙ инде 500 йыл тирәһе һаҡланыуы фән дә аңлата алмаған мөғжизәле сер булып ҡала. Ғалимдар тикшереүенсә, күҙ бәбәктәрендә фотографик таманлыҡ менән кешеләрҙең рәсемдәрен һүрәтләндергән Дева Мария образы рәссам ҡулы менән тыуҙырылмаған (туҡымала буяу әҫәре юҡ), ә беҙ белмәгән ҡөҙрәт менән хасил булған. Рухи донъяны сағылдырған был серле йөҙ, образ илаһи нурҙар туҡымаһынан ғына яһалыуы ихтимал.
“Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында Заятүләк Асылыкүл өҫтөндә нур уйнатҡан Һыуһылыуҙың алтмыш ҡолас сәсенән тотоп, күҙен йомоп, ауыҙын ҡымтып, икенсе бер сихри донъяға эләгә. Унда иркен болонда иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылҡы юшай, сылтырап аҡҡан йылғаларында алтын балыҡтар уйнай, тәрән күлдәрендә һәр төрлө өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙҙары йөҙә... Һыуһылыу “Егетем, теләгеңә ирештең, мин – һинеке, һин минеке булдың,” – ти. Сер асылғас, атаһына Ер улын яратыуын, уның менән бергә йәшәргә теләүен белдерә.
Халҡыбыҙ ижадынан күреүебеҙсә, Ер улдары Урал батыр Күк батшаһы ҡыҙы Һомай, Һәүбән, Заятүләк Һыу аҫты батшалығы һылыуҙары Нәркәс, Һыуһылыу менән ҡауыша. Шулай итеп, төрлө донъяларҙың ир-егеттәре менән ҡыҙҙарының осрашыуы, яратышыуы, ғаилә ҡороуы, нәҫел яңыртыуы – мөмкин булған хәл.
“Аҡбуҙат” эпосында беҙ бығаса асылына төшөнөп етмәгән күренеш бар. Һәүбән: “Инәй, һин нишләп ҡош булып ҡалдың?” – тип һорағас, Һомай: “Беҙ алыҫ юлдан килгәндә барыбыҙ ҙа ҡош булып осабыҙ. Килендәрем дә шулай. Ергә еткәс, ирҙәребеҙ үпһә, кире үҙ хәлебеҙгә ҡайтабыҙ, ҡатын булабыҙ. Мин килеп еткәнсе ирем (Урал) үлгәйне, шуға ла мин үҙ хәлемә ҡайта алманым”.
Эпоста тасуирланған хәлгә үҙем иһә хәҙерге ысынбарлыҡта төшөмдә түгел, ә өнөмдә шаһит булдым. Гипноз йоҡоһо мәлендә психолог Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы Айҙар энемдән тыуғанға ҡәҙәр ҡайҙа булыуын һораны.
– Һауала осоп йөрөнөм, – тине ул. – Ҡоштар менән остом. Ерҙе, кешеләрҙе күрҙем.
– Әйт әле, һауаға ҡайҙан килдең?
– Йондоҙҙарҙан.
– Ҡайһы яҡтағы йондоҙҙарҙан?
– Төньяҡ йондоҙҙарҙан... Өс йыл остом.
– Унда кешеләр бармы?
– Бар.
– Улар ни эшләй? Ер һөрәләрме? Иген игәләрме?
– Юҡ.
– Ә нимә ашайҙар һуң?
– Ҡорт... Ҙур ҡорт...
– Айҙар ҡасан тыуа?
– Һикһән йылдан.
Ун алты йәшендә сағында гипноз йоҡоһона талғанда Ләйсән ҡыҙымдың да йәнә нәҡ ошо күренеште һүрәтләүе ғәжәпләндерҙе һәм ныҡ уйландырҙы.
– Ләйсән тыумаған әле, — тине психолог. – Һин ни эшләйһең?
– Осам.
– Һауаламы?
– Йыһанда осам.
– Нимәләр күрәһең?
– Шарҙар... Шарҙар араһында осам.
– Шарҙар ҙурмы?
– Эйе, ҙур.
– Эргәңдә кемдәр бар?
– Ҡанатлы... Ҡанатлы...
– Кемдәр ҡанатлы?
– Бәпәйҙәр ҡанатлы.. Улар ҙа оса.
Күрәһегеҙ, гипноз әле беҙ ышанып, аңлап, төшөнөп етмәгән Ғаләмдең, мөхиттең ҡапҡаларын аса, йәндең Йыһанда ҡош, фәрештәгә оҡшаш бәпәй килбәтендә осоуын күҙалландыра. Йәндәр (рухтар) үҙ тәндәре менән ҡушыла ғына. Фарсыларҙың Ҡояш культы, һинд-ирандарҙың яҡтылыҡ илаһы Митра, йәғни митраизм буйынса ла үлем – юҡ, икенсе торошҡа күсеү, башҡа донъяларға сәйәхәт ҡылыу, бүтән ваҡыттарға ашыу бар. Тән әхирәткә киткәндән һуң донъя – илаһи. Физик үлем менән бергә мин-минлек, үҙеңде өҫтөн ҡуйыу, тәкәбберлек кеүек сифаттар ғына юғала. Ғөмүмән, Ер үә тәбиғәт үҙҙәре лә рухилыҡҡа эйә, тормош Йыһан ритмдарына дусар. Дини ҡарашса, Аллаһ – еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. Йән биргән дә, йән алған да – Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.
“Планеталарҙың байтағы, һис шикһеҙ, йәшәргә яраҡлы, ә кеше йәшәмәгәндәрендә ваҡыт үтеү менән көн күрәсәктәр,” – тип яҙған немец философы Иммануил Кант (1724 – 1804) үҙенең “Дөйөм тәбиғи тарих” хеҙмәтендә. Икенсе донъяларҙың бер үк мәлдә беҙҙең ваҡыт менән бәйле һәм унан бөтөнләй бәйһеҙ булыуы ла ихтимал. Әммә шуныһы ысын: башҡа донъялар, уларҙың вәкилдәре менән осрашыу күренештәре йыш ҡына күҙәтелеп тора. Серле хәл-ваҡиғаларҙың иң хикмәтлеләре Андрей Низовский менән Николай Непомнящийҙың “Ҙур 100 сер” китабында тупланған.

Сәлимйән Бәҙретдинов,
филология фәндәре кандидаты.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518