Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылға зыяратты йыуа
Бына бер нисә йыл инде ике сетерекле проблеманы хәл итә алмай йонсойом. Район етәкселәренең күбеһендә булдым. Мин күтәргән мәсьәләләрҙе хуплап ҡаршы алалар, ярҙам итергә вәғәҙә бирәләр, әммә оноталар.


Архангел районының Оҙондар ауылында ике һәйкәл бар. Береһе Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡорбан булған 113 яугиргә арналған. Уға урындағы урта мәктәп уҡыусылары шефлыҡ итә. Бөйөк Еңеү көнөн ошонда үткәреү матур йолаға әүерелгән. Был тантанала үҙем дә ҡатнашам, сығыш яһайым.
Икенсе һәйкәл һуғыш йылдарында “Ҡыҙыл партизан” колхозында тир түккән тыл ҡаһармандарына ҡуйылған. Уны ауыл аҡһаҡалдары башланғысы менән төҙөй башланыҡ. Тик бына дүртенсе йыл инде тамамлай алмайбыҙ. Һәйкәл дүрт метр бейеклектә, уратып алынған, буялған, эргәһенә сәскәләр сәселгән. Ауыл Советы балансына ла индерелгән. Әммә тыл ҡаһармандарының исемлеге (240 кешенең исем-шәрифе) һаман һәйкәл стенаһына беркетелмәгән. Район Советына бер нисә тапҡыр ярҙам һорап барҙым. Мәҙәниәт бүлегендә эшләгән рәссам исемлекте яҙып бирергә вәғәҙә лә бирҙе.
Икенсе барғанда, материал өсөн тип, 5 мең һум аҡса талап иттеләр. Ахыры, район Советы депутаты (беҙҙең ауылдан) Фәриҙә Рафаэль ҡыҙы Сәхипгәрәеваға мөрәжәғәт иттек, ул беҙҙең үтенесте кире ҡаҡманы — 5 мең һум бүлде. Рәхмәт уға! Әммә бирелгән был сумма эҙһеҙ юғалды.
Ауыл ҡарттарын тағы бер мөһим мәсьәлә хафаға һала: Оҙондар ауылында мосолман зыяратының тирә-яғын уны уратып аҡҡан Инйәр йылғаһы йыуа башланы. Күп кешеләрҙең ҡәберҙәре ташҡын һыуы менән ағып китте. Яр буйҙарында мәйеттәрҙең баш һөйәктәрен дә табырға була. Әлеге мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт иттек. Зыярат ярын нығытыу өсөн Рөстәм Хәмитов 4 миллион һум аҡса бүлде. Ҙур рәхмәт уға! Был ваҡиғаға ике йыл самаһы ваҡыт уҙҙы. Яҙғы ташҡын мәлендә зыяратты йәнә һыу баҫты. Аҡса күптән бүленһә лә, эш һаман башланманы, яр буйына бер генә машина ҡом да түгелмәне. Сәбәбен дә табалар, имеш, экспертиза үткәрәләр. Уның өсөн күп йылдар кәрәкме икән?
Ярҙы нығытыуға бүленгән был “ярҙам” тураһында халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш йөрөй. Беҙҙең иҫәптә аҡса күренмәй, тиҙәр. Был хәлде тикшерергә, осона сығырға кәрәк ине. Түрәләрҙә бер нисә тапҡыр булдым, йәмәғәт ойошмаларына ла мөрәжәғәт иттем, ләкин мәсьәлә һаман хәл ителмәй!

Мөхәмәт РӘШИТОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.


Архангел районы, Оҙондар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509