Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Жәлил ағай эҙенән
Жәлил ағай эҙенән
…Тын бүлмә. Өҫтәл янында Жәлил Кейекбаев ашыға-ашыға яҙышып ултыра. Үҙе ҡайҙалыр ынтылып ҡуйған һымаҡ. Шул саҡ янына ҡыҙы йүгереп килә:
— Атай, нимә эшләйһең?
— Фәнде алға әйҙәйем, ҡыҙым! — тип ғорур яуап ҡайтара ғалим. Быға хаҡы бар уның: тел ғилемен үҫтереүгә бағышланған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ!


Ошондай матур күренеш менән башланып китте Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында ойошторолған сара — Халыҡ-ара туған тел, яҙма әҙәбиәт, мәҙәниәт көнөнә арналған уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың республика форумы.
Жәлил ағай эҙенәнКейекбаев уҡыуҙары ҡоро докладтарҙан ғына торманы, театраль күренештәргә, йәнле аралашыуға бай булды. Республиканың төрлө район-ҡалаһынан килгән бер төркөм методистың туған телде уҡытыуға индергән хеҙмәтенең Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан тәбрикләнеүе айырыуса һөйөндөрҙө.
Доклад менән сығыш яһаусыларҙың араһында стәрлетамаҡтар ғына түгел, бөрйәндәр, ишембайҙар, өфөләр, нефтекамалар һәм башҡалар бар ине. Улар техника заманында тел ғилеменең, кешелектең баһаһын күтәреү йәһәтенән фекерҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Әлшәй районынан килгән Илһам Хәкимов Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" әҫәрендә сағыштырыуҙарҙың ҡулланылышы хаҡында "баш ватһа", Мәләүез егете Нәҙир Солтангәрәев йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон уятыу хаҡында уйланды.
Конференцияла 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуныһы ла мәғлүм булһын: йыйын йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ та донъя күреп өлгөрҙө.

Лилиә АБДУЛЛИНА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы педагогия һәм психология факультеты деканы, педагогика фәндәре кандидаты, конференцияның "Тарихи-мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлау" секцияһы етәксеһе:
— Кейекбаев уҡыуҙарының кимәле үҫеүенә ҡыуанып ултырҙым. География яғынан ғына ҡарағанда ла, Башҡортостандың күпселек райондарынан йыйылдылар. Етәкселектең дә йыйынға ҡарашы етди икәнлеге һиҙелде.
Сығыш яһаусыларҙың төплө фекерҙәре, ижади эҙләнеүе һоҡландырҙы. Мәҫәлән, ете быуын ата-бабаһын ғына белеп ҡалмай, үҙҙәре йәшәгән ҡала йәки ауылда урынлашҡан һәйкәлдәргә иғтибар итеп, уларҙың тарихи, милли һәм мәҙәни әһәмиәтен өйрәнгән уҡыусылар бар. Бындай эштәрҙән һуң "йәш быуын телебеҙгә битараф" тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ түгеллегенә тағы бер ҡат инандым.

Динара ӨМӨТҠУЖИНА, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы, "Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары ижады" секцияһы эшендә еңеүсе (етәксеһе — Р. Сәфәрова):
— Сығышым "Рауил Бикбаев ижадында экология һәм рух мәсьәләһе" тип аталды. Жюри докладтың көнүҙәклеген билдәләне. Ысынлап та, күтәрелгән ике мәсьәләне лә бөгөндән хәл итеү зарур. Конференцияла ҙур теләк менән ҡатнаштым. Ғилми эҙләнеүҙәрем үҫешемдә ҙур аҙым булыр, тип уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518