Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана
“Кәкүк сәйе” мәлендә борон кәкүк булып бейегәндәр – боронғо тотемистик ҡараштар сағылышы ул. Әйтер һүҙҙе, теләкте, ынтылышты символик хәрәкәт аша белдереүҙә ым-ишара теленең ифрат ҙур көскә эйә булғаны билдәле. “Астраль донъя менән мөғәмәлә итеүҙә иһә кеше теле, һөйләше үҙе бер сер һәм йәшерен белек булған. Кәкүк бейеүе иһә төрлө көстәргә, донъяға, тәбиғәткә, кешегә, ҡошҡа ихтыяр һәм теләк белдереүсе иң ҡулай сара була.
Әлеге көндә лә кәкүк бейеүен оҫта башҡарыусыларҙы хәтерләй халыҡ. Ейәнсура, Белорет, Әбйәлил, Йылайыр, Учалы ерлегендә бихисап “Кәкүк бабай”, “Кәкүк әбей”ҙәрҙе яҙып алдым. Ҡоштоң рухын ризалатыу сараһы, Кеше – Күк – Тәбиғәт бәйләнешен нығытыусы йола бейеүе хәҙер байрамдарҙа башҡарылмай. Ваҡыт үтеү менән кәкүк бейеүе ритуаль йөкмәткеһен юғалта һәм күңел асыу, ирмәк өсөн атҡарыла башлай.

Тәбиғәт Ана бит ул


Шулай итеп, тәбиғәткә арналған йола, байрамдарҙа башҡорттоң тәрән фәлсәфәһе, тормош идеологияһы, рух нығытыусы мәшһүр мәктәп һынланған. Тәбиғәтен ярата, аҡлай, аңлай, һаҡлай белгән халыҡ белекле, бөйөк — тарихта булам тигән ҡәүем шулай йәшәй. Халыҡтың үҙе менән бергә тыуған һәм уның йәшәү булмышының ныҡлығын тәьмин иткән бик ҡеүәтле принцип – ул Тәбиғәтте, Илде һаҡлау кимәлендә һаҡлау! Һәр һулышы, үҙгәрешенә иғтибарлы, аҡыллы кеше тәбиғәтте Әсә итеп ҙурлай.
Тәбиғәтте әсәләй күреп баҡҡан милләткә тәбиғәт үҙе ярҙам итә, Ер йөҙөндә ул өммәттең тормошо өҙөлмәй. Тәбиғәт байрамында бер нәмә лә осраҡлы түгел, сөнки һәр өлөшө – ашы, кейеме, хәрәкәте, йыры, ярышы, ирмәге, биҙәге һәм башҡаһы – махсус фекер, мәғәнә йөкмәй.
“Тәбиғәтте аяу” тип аталған йола — (21–28 июнь) махсус космогоник белемдең ифрат сағыу өлгөһө. Йылдың ҡап уртаһына тура килгән был осорҙа кеше айырыуса иғтибарлы була. “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Бесән туйы”, “Ҡуҙғалаҡ”, “Йыуа йыйыу” байрамдары ошо 21–28 июнгә тиклем Тәбиғәт- Ананы бағып, һағынып, яратып, һаҡлап мөғәмәлә итеүҙең тылсымлы саралары ҡәҙер итеү теле булараҡ кәүҙәләнә. Унан һуң “йәй ултыра”, “көн тыныслана”, тәбиғәт яңы дәүергә күсә башлай. Әммә фәҡәт 21-23 июндә Көн (Ҡояш) хаҡына ҡорбан салып, тәбиғәткә арнап етеҙ, хәрәкәтсән, көс-ғәйрәтле уйындар уйнап (атта сабышыу, көрәш, таш ырғытыу, һикереү, бейеү, йырлау, сәсән ярыштары, уҡ атыу, йүгерешеү үткәреп), Еңеү рухын, йәшәү рухын, Тәбиғәт рухын кеше көсәйтә, үҙе лә көсәйә. Бына уның фәлсәфәһе! Тәбиғәт йолаларын ҡайтарайыҡ – үҙебеҙҙе ҡотҡарайыҡ.
Тәбиғәткәй Анаң булған саҡта
Бер батырға меңде тыуҙырыр!
Еркәйеңә дошман тулдыниһә,
Урал–инәң донъя туҙҙырыр!
тигән мәшһүр йыры ла бар башҡорттоң.


Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘВА алып бара.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510