Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәжәйеп ил — Әбйәлил
Ғәжәйеп ил — ӘбйәлилЕгипет пирамидалары, Вавилондың аҫылмалы баҡсаһы, Ҡояш аллаһы Гелиостың бронза һәйкәле, Эфестағы Артемида ҡорамы, Олимпия аллаһы Юпитерға һәйкәл, Галикарностағы мавзолей, Александрия маяғы... Был ете мөғжизәнең беҙ бөгөн берәүһен генә — Египет пирамидаларын — күрә алабыҙ. Башҡалары ер тетрәүҙәр, һуғыш-яуҙар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан.
Һәр төбәктең, илдең, ҡитғаның әллә күпме үҙенсәлекле яҡтары, ҡабатланмаҫ мөғжизәһе бар. Бөгөн тыуған яғым Әбйәлилдең ете мөғжизәһе хаҡында бәйән итмәксемен.
Әлбиттә, бында ла һәр яҡташымдың үҙ фекере, үҙ ҡарашы булыуын хәтеремдә тотам. Минең өсөн иһә ете мөғжизә түбәндәгеләр.

1. Күлдәргә бай төйәгем

Моғайын, башҡа бер генә төбәктә лә беҙҙәгеләй күлдәр юҡтыр. Әбйәлилдә улар — теүәл утыҙ өс. Күп ерҙәге кеүек ваҡ һыу ятҡылыҡтары түгел, ә тулы һыулы, йәйрәп ятҡан, төпһөҙ тәрәнлегендә мең төрлө сер йәшергән ҙур күлдәр.
“Яҡтыкүл” шифаханаһы Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә билдәле. Ул тирәк һәм ҡайындар балдағында ятҡан Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Бында сирлеләрҙе һәр төрлө ванна, душ, массаж-һылау, фитотерапия, батҡаҡ менән дауалайҙар. Төрлө ауырыуҙан интегеүселәр тамам йүнәлеп, тәндәренә генә түгел, йәндәренә лә дауа-ял алып ҡайтып китә “Яҡтыкүл” шифаханаһынан.
Дауалау өсөн күл төбө батҡағын Мулдаҡтан алып киләләр. Мулдаҡты Тоҙлокүл тип тә йөрөтәләр. Әйткәндәй, беҙҙә күлдәрҙең күбеһенең ике-өс атамаһы бар.
Борон-борондан Мулдаҡ урындағы халыҡты ғына түгел, тирә-яҡтағы төбәктәрҙән дә сирлеләрҙе үҙенә йәлеп иткән. Айырыуса аяҡ-ҡулы, биле һыҙлаған кеше күпләп килгән бында. Арбаларына аҙна-ун көнлөк ризыҡ, самауыр-ҡаҙан, йылы кейем тейәп (күлдә һыу инеп, батҡағына күмелгәс өшөргә ярамай) юлланғандар шифалы күлгә. Уның тоҙло һыуында ҡойонғандар, батҡаҡлы ҡомонда ҡыҙынғандар.
Үткән быуаттың 70 — 80-се йылдарында ла әле Мулдаҡтың һыуы хатта кешене күтәрерлек ҡуйы тоҙло ине. Ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәс, былтыр мин йәнә унда булдым. Күл хәҙер әүәлгеләй тоҙло түгел, батҡағы ла байтаҡ кәмегән. Яр буйында элекке кеүек халыҡ ҡайнап торһа ла, бында хәҙер күберәк ял итергә, шешлек ҡыҙҙырырға киләләр.
Дөйөм майҙаны ике ярым квадрат километр тәшкил иткән Мулдаҡ Михайловка ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта ята. 1771 йылда бында билдәле сәйәхәтсе Фальк булып киткән. Минераль сығанаҡтарға бай күл хаҡында ул: “Һыуы үтә тоҙло, шуға күрә бында бер ниндәй балыҡ та үрсей алмай”, — тип яҙып ҡалдырған.
Әбйәлилдә тағы бер тоҙло күл бар: ул — Атауҙы. Ғәжәп, бында балыҡ бик күп, күрәһең, һыуы диңгеҙҙәге һымаҡтыр. Атауҙы менән Бөрсөнсө күлдәре ер аҫтынан тоташҡан, тип баралар. Ата-бабаларыбыҙ күлдәрҙең береһендә һыу һайыҡһа, икенсеһендә күтәрелеүен күҙәткән.
Күлдәрҙең һәр береһе тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Бөгөнгө мөғжизәләрҙең икенсеһенә күсәйек.

2. Күсем руднигы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмды еңеүгә иҫ киткес ҙур өлөш индергән рудник ул. Һәр икенсе танктың, һәр өсөнсө снарядтың ҡоросо Күсем руднигы марганецынан ҡойолған.
Ҡарағусҡыл-күк төҫтәге был ауыр таш бәғзе бер үҙенсәнлектәре буйынса алтындан да ҡиммәтерәк баһалана. Ошоға бәйле, Американың ҡорос ҡайнатыусы иң эре концерндарының береһен етәкләгән Джирдлерҙың эшҡыуар капиталистар алдында сығыш яһағанда әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Һуғыш осоронда марганец алтындан юғарыраҡ баһалана. Кентукки штатының ер аҫты һаҡлағыстарында беҙ иҫәп-хисапһыҙ алтын һаҡлайбыҙ. Әммә шундай ваҡыт тыуыуы ихтимал, бер өйөм генә марганец һәм хром өсөн беҙ бөтә шул алтынды бирергә мәжбүр буласаҡбыҙ”, — ти ул.
Икенсе донъя һуғышын башлар алдынан Гитлер ҙа үҙенең дипломаттарынан һәм иҡтисадсыларынан беренсе сиратта ике нәмә талап итә: марганец менән икмәк.
...1941 йылдың сентябре. Фашистар Киевты, Минскиҙы баҫып алған. Дошман Мәскәүҙе бомбаға тота. Брест нығытмаһын һаҡлаусыларҙың һәм Гастеллоның ҡаһарманлығы совет һалдаттарының рухын күтәрә.
Уралға завод артынан завод эвакуациялана. СССР Фәндәр академияһы президенты В. Комаров: “Урал — тимергә, төҫлө һәм еңел металға, шулай уҡ яғыулыҡ һәм химия ресурстарына иҫ китмәле бай ил. Тимәк, ул ресурстар һуғыш ихтыяжына егелергә тейеш”, — тип сығыш яһай. Белорет металлургия заводының Туҡһан руда идаралығы директоры Алексей Павлов ашығыс рәүештә Күсем марганец руднигына етәксе итеп күсерелә. Рудник Магнитогорск металлургия комбинатын марганец менән тәьмин итергә тейеш була. Магнитогорск эргәһендәге “Смеловск” станцияһынан Күсемгә тимер юл һалына.
Рудникта эште тәүлек әйләнәһенә дүрт йөҙләп кеше ҡул көсө менән башҡара. Уларҙың күбеһе — ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр. Күсем, Йәлембәт, Ниязғол һәм башҡа башҡорт ауылдарынан килә эшселәр. Ҡыҙҙар ойошторған забойсылар бригадаһы норма үтәүҙә ирҙәрҙе лә уҙҙыра.
Күсем Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтар дуҫлығының, илһөйәрлектең ҡабатланмаҫ өлгөһөнә әүерелә. Мәкбүлә Ғарипова, Раҡыя Дауытова, Анна Матвеева, Александра Низнаева, Петр Баранов, Антонина Вертопрахова, Вера Холодова, Варя Карягина... Ул йылдарҙа хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән эшселәрҙең исемен һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Анастасия Помилуйко, Валентина Баранова, Мария Чиндяскина, Полина Серегина — бөтәһе дүрт ҡыҙ үҙҙәре теләп фронтҡа китә. Полина Серегина Сталинград эргәһендә батырҙарса һәләк була. Уның исеме Мамай ҡурғанына уйып яҙылған.
Күсем руднигы Ҡотоҡай тауы битләүендә урынлашҡан. Был тауҙың иң түбәһендә үҙәктән сығып ятҡан ҡоҙоҡ (ҡотоҡ) бар. Заманында фиҙакәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл батырҙарына Күсем руднигында һәйкәл ҡуйылған.

3. Бейештең ер аҫты юлы

Беҙ бала саҡта район үҙәге Асҡарҙан өс-дүрт саҡрымда ятҡан Остотау мәмерйәһенә инеп-сығып йөрөй торғайныҡ. Тау-ташлы булғанғамы, унда йылан күп ине. Бер ваҡыт беҙҙең, бала-сағаның, мәмерйә тирәһендә уйнағанды белеп ҡалған олатайым миңә унда кереп йөрөүҙе ҡырҡа тыйҙы.
— Мәмерйә юлы бик алыҫҡа, ун биш саҡрымға, һуҙыла, Юлдаш ауылы эргәһендәге Малай ташына барып сыға, әгәр аҙашһағыҙ, кирегә юлды тапмаҫһығыҙ, — тине олатайым.
Һуңғараҡ миңә ер аҫты юлының Бейеш батыр һуҡмағы булыуын һөйләнеләр.
1820 йылда Орсоҡ-Ҡусҡарында донъяға килгән Бейеш Ишкинин бик баһадир, ҡурҡыу белмәҫ батыр булған. Ҡасҡын һалдат ярлы халыҡты яҡлап, байҙарҙың монаятын фәҡирҙәргә өләшеп йөрөгән. Ун һигеҙ-ун туғыҙ йәшлек батыр был хаҡта үҙе йыр сығара:
Ауалай ҙа шоңҡар, эй, ауалай,
Ҡош-ҡорт күренеүҙән һағалай.
Табалмай ҙа дошман,
эй, табалмай,
Дуҫ-иштәрем мине аралай.
Ерән юрғаҡай ҙа менеп, елеп үттем
Баяр ғына баҫҡан ерҙәрҙе.
Уғры ғына тиеп хурламағыҙ
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.
Бейешкә ҡаршы зауряд-есаул Муса Әлибәков менән есаул Аҡтаев етәкселегендәге отрядтар ебәрелгән, ләкин Бейеш батырҙы һәм уның иптәштәрен ун йыл буйы тота алмағандар. Башҡорт-мишәр ғәскәре етәксеһе Циолковский хәрби губернатор Перовскийға Бейеште йыш ҡына алтынсы башҡорт кантоны (хәҙерге Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы райондары) тауҙарында һәм урмандарында күреүҙәре хаҡында хәбәр итә.
Аҡ уҫаҡҡайҙарҙың, ай, ҡабығы —
Аҡ ҡуянҡайҙарҙың аҙығы.
Башҡынайым минең күпте
күрҙе,
Дошмандарға булһын яҙығы.
Күк атҡайым ектем тәртәгә,
Ҡаралары ҡалды кәртәлә.
Уңлы ғына ҡуллы ҡашым тарта,
Ниҙәр генә булыр иртәгә.
Ирәндеккәй тауы, ай, күк таштыр,
Кемгә төйәк түгел ул таштар.
Ҡыйыу ғына булдыҡ, ҡыйыу йөр(ө)нөк,
Ни күрһә лә күрер был баштар.
Әбйәлил ерлегендә Бейеш тураһында бик күп йырҙар, риүәйәттәр ижад ителгән, әммә беренсе заттан сығарылған шиғырҙары батырҙың үҙенеке булырға тейеш, сөнки ул үҙе ҡурайсы һәм йырсы булған.
Бейеш батырҙың һәләк булыуы хаҡында төрлөсә һөйләйҙәр. Мин бында бер генә фаразды килтерәм: ун йылдан һуң батырҙы тотоп, төрмәгә ябалар.
Ырымбур губернаторы Перовский Һырдаръя буйындағы Аҡ Мәсет ҡалаһын алырға хыяллана һәм хәрби походҡа әҙерлек башлай. Губерна төрмәләренән иң ҡыйыу, дыуамал, көслө әсирҙәрҙе йыйып, беренсе уҡсылар ротаһы төҙөй. Унда Бейеш тә була. 1853 йылда походҡа сығалар, июль аҙаҡтарында Аҡ Мәсеткә барып етәләр. Дошмандар тарафынан ҡаты яраланған Бейеш ҡанһырап һәләк була.
Баҡсаларға индем, ҡарап торҙом,
Өҙөп кенә ҡаптым бер йөҙөм.
Өҙөп кенә ҡапҡан йөҙөм кеүек,
Сит ерҙәрҙә йөрөйөм бер үҙем.
(Аҙағы бар).
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509