Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтындан да ҡиммәт
Алтындан да ҡиммәт
Мин уларҙы бала саҡтан беләм. Һәр ваҡыт бер-береһен тулыландырып, береһе өсөн бере өҙөлөп торған ғәжәп матур кешеләр. Сәхнәлә береһе өҙҙөрөп ҡумыҙ тартһа, икенсеһенең мандолина моңдары күңелде арбай.

Ярайһы уҡ йылдар үтеп, йәнә улар менән осрашырға тура килгәс, геройҙарымдың һис үҙгәрмәгәнен күреп: “Ҡайһылай бәхетлеләр!” – тип уйлап ҡуйҙым. Хәйер, уны үҙҙәре лә белә. Йыл аҙағында ғаилә ҙур шатлыҡ кисерҙе: йорт хужабикәһе Таңһылыу Әүәлбаева үҙенең оло ғүмер байрамын – 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Ә йорт хужаһы Миҙхәт Байрамғоловҡа быйыл 85 йәш тула. Әйткәндәй, уларҙың икеһенә лә үҙ йәшен биреүе ҡыйын: етеҙ хәрәкәтле, йәш сырайлы геройҙарым – әле лә иғтибарҙы йәлеп итерлек матур пар.
Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы һәм Миҙхәт Әсфәндиәр улының бергә йәшәүҙәренә 50 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Бер-береңә ҡарата ихтирам һәм иғтибар, ярты һүҙҙән аңлау һәләте, кәңәшләшеп донъя көтөү, балаларҙы бергәләп тәрбиәләү кеүек сифаттарға эйә булғанда, шулай ярты быуат бәхетле йәшәргә мөмкиндер. Һөйөнөс-көйөнөстәрҙе уртаҡ кисереү, йөктө тигеҙ тартыу ҙа был парҙы бер бөтөн иткәндер. Яҙмыштары ла оҡшаш уларҙың: атайһыҙ үткән бала саҡ, аслы-туҡлы көн итеү, иртә ҡул араһына инеү, тырышып-тырмашып белем алыу...
Темәс ауылы ҡыҙы Таңһылыуға бигерәк тә ауырға тура килә. Атаһы һуғышҡа китеп, Ленинград блокадаһына эләгә. Әсәһе бер үҙе күмәк бала менән яңғыҙ ҡала. Әммә бәләкәйҙән тырыш һәм ныҡышмал ҡыҙ уҡыуға зирәк була. Хәреф танырға һәм яҙырға өйрәткән беренсе уҡытыусыһы Һәҙиә Азаматованы бик ҡәҙерләп телгә ала. Тап уға оҡшарға тырышып, киләсәген уҡытыусылыҡ менән бәйләргә ҡарар итә – Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йылдан һуң белем усағы ябыла. Күптәр уҡыуын – Белорет, ҡайһы берәүҙәр Мораҡ педагогия училищеһында дауам итә. Таңһылыу үҙҙәренә яҡыныраҡ булған Белоретты һайлай. Дипломлы йәш белгесте юллама буйынса Баймаҡ районының Әхмәр ауылына уҡытырға ебәрәләр. Мәктәп директоры булып эшләгән Миҙхәт Байрамғолов ҡыҙҙы күргәс, бер аҙ юғалып ҡала: йөрәге, “бына ул һин эҙләгән ҡыҙ” тигәндәй, шашынып тибә. Үҙенә килешеп торған оҙон толомдары, һылыулығы егеттең күңелен ялмап ала.
Йәш белгес күрше Атанғол ауылындағы башланғыс мәктәптә эш башлай. Тәүге тапҡыр ойошторолған Яңы йыл кисәһендә балалар ғына түгел, ололар ҙа ҡатнаша. Мәктәп ауылда берҙән-бер мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнә. Төрлө кисәләр, байрамдар үткәреү, концерттар, спектаклдәр ҡуйыу кеүек барлыҡ сараларҙың ойоштороусыһы Таңһылыу Әүәлбаева була. Йәш уҡытыусының эшен күҙәтеүсе директорҙың да юлы мәктәпкә йышая төшә. Ахыр килеп, ике йәш йөрәк өйләнешеп ҡуя.
Артабан йәштәрҙе Ишмырҙа ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә эшкә ебәрәләр. Икеһе лә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Баймаҡ ҡалаһында бер нисә йыл эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр. Төркмәндә Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы иңенә яңы балалар баҡсаһы төҙөү яуаплылығы ята.
Алтындан да ҡиммәт үткән йылдар, тип хәтерләүҙәре лә юҡҡа түгел ветерандарҙың. Бар көндәре хеҙмәттә, халыҡ араһында уҙа. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, кеше менән уртаҡ тел табып, үҙҙәренән һуң яҡшы хәтирәләр генә ҡалдыра улар. Йорт хужабикәһе баҡса үҫтерергә яратһа, Миҙхәт Байрамғоловты күптәр һәүәҫкәр рәссам булараҡ яҡшы белә. Уларҙың быуыны бигерәк дәртле һәм һөнәрле була шул. Уҡытыусылар ауыл йәштәре менән берлектә агитбригадаларҙа сығыш яһай, концерт, спектаклдәр ҡуя. Миҙхәт Әсфәндиәр улы әҫәрҙе сәхнәләштереүҙән алып биҙәү эштәренә тиклем атҡарып сыға.
Шулай ҙа геройымдың иң ҙур эше – Төркмән ауылында мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновҡа арналған музей һәм Туғажман тауында ҡурайға ҡуйылған беренсе һәйкәл. Әйткәндәй, музейҙа һирәк осрай торған экспонаттар һаҡлана, ҡурайсының шәхси әйберҙәренең һаны ғына 400-ҙән артып китә. Ә инде оҫта ижад иткән картиналар, портреттар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Исемдәренән үк уларҙың йөкмәткеһен аңларға була: “Төйәләҫ шулай башлана”, “Яҙ һулышы”, “Ҡыш аҙағы”, “Таныш һуҡмаҡтар” һәм башҡалар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, райондың абруйлы педагогтары Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә. Бында ла улар ҡул ҡаушырып ултырмай: ҡала мөхитенә ылығып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Таңһылыу Әүәлбаева Мәүжидә Айытҡолова етәкселегендәге “Ҡомартҡы” фольклор ансамбленә йөрөй. Ул – “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем ағзаһы ла. Миҙхәт Байрамғолов та мәҙәни тормошта янып эшләй. “Атайсал тип янған йөрәктәр” клубы ағзаһы райондың рәссамдар ойошмаһын етәкләй, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Уларҙың бәхет сере – балаларының ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәүендәлер. Ике улы ла юғары белем алып, әле етәксе вазифалар биләй. Фирғәттәре – Өфөләге Республика перинаталь үҙәге етәксеһе, Булаттары – отставкалағы подполковник, әле район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында эшләй. Алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа улар. Райондың мәғариф тармағында ғына түгел, мәҙәниәт өлкәһендә лә тәрән эҙ ҡалдырған, бер-береһенә мөхәббәтен һүрелтмәгән абруйлы шәхестәрҙең үткәне лә, бөгөнгөһө лә алтындан ҡиммәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504