Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төп байлығыбыҙ — ер һәм кешеләр”
“Төп байлығыбыҙ — ер һәм кешеләр”
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡанда, Бәләбәй, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондарына ҡушып, Әлшәйҙе лә миңә беркетеп ҡуйҙылар. Тимәк, ошо көндән башлап ул тарафтарҙан да редакцияға даими рәүештә хәбәрҙәр генә түгел, мәҡәләләр ҙә ебәреп торорға тейеш булдым, ҡыҫҡаһы, иңемә өҫтәмә бурыстар йөкмәтелде. Раевкала сираттағы командировкала саҡта һүҙ ыңғайында тойғо-уйҙарымды ул саҡтағы Әлшәй районы хакимиәте башлығы Илдар Лоҡмановҡа еткергәйнем. "Биләмәңдең киңәйеүенә ҡыуанырға ғына кәрәк. Журналистың һәр саҡ юлда йөрөүе хәйерле, улай ғына ла түгел, хәбәрсе тормоштоң иң алғы һыҙығында бара. Был яҡтарҙа халыҡ иҫ киткес ихтирамлы, ҡыҙыҡлы яҙмышлы шәхестәр күп кенә, райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәре лә яҡшы. Бергәләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрбеҙ", – тип уның күңелемде күтәргәне әле лә иҫтә.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республиканың мәғариф отличнигы Илдар Миңләхмәт улы бөгөн Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлебаш районы буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Юбилейы уңайынан уның менән һеҙҙең иғтибарға әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Илдар Миңләхмәт улы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙсе. Ҡайһы яҡтың һыуын эсеп, ниндәй төбәктең һауаһын һулап үҫтегеҙ?..
– Юбилей хаҡында уйланғанда үҙем дә аңламаған уй-кисерештәр күңелемә тынғылыҡ бирмәй, йыш ҡына хәтирәләргә биреләм. Иманым камил, телгә алынған сифаттар күптәргә хас. Бихисап урында тир түгергә тура килде, кем әйтмешләй, тормошом заяға үтмәгән, бурысҡа йәшәлмәгән.
Кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан Стәрлебаш районындағы тыуған ауылым Ҡабыҡҡыуыш үҙенсәлекле тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан. Данлыҡлы Күндерәк йылғаһының беҙҙә боролош яһауына нисек аңлатма бирергә?! Шул уҡ иҫәбе-һаны булмаған шишмәләрҙең уны туйындырыуы, һуғарыуы ғәжәп бит! Бынан тыш, бүтән бер яҡҡа ла оҡшамаған уйһыулыҡтар, болонлоҡтар ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырыусан...
Ғаиләлә атайҙың абруйы бик юғары ҡуйылды. Унан өлгө алып үҫтек һәм донъя көтөргә өйрәндек. Ҡыҙғаныс, ул ни бары 41 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Миңләхмәт Сәләхетдин улы һаман да яҡташтарымдың хәтерендә. Яҡын кешем, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында колхоз рәйестәрен әҙерләү курстарында уҡыны, хужалыҡты күтәреүгә ифрат күп көс сарыф итте.
Әсәйем Райхана Кәрәм ҡыҙы иһә ғүмере буйы тыуған ауылыбыҙҙа башланғыс класс балаларын уҡытты. Унан һабаҡ алғандарҙың күбеһе юғары вазифалар биләй, барыһы ла был тормошта үҙ урынын тапты. Мин ғаиләлә берҙән-бер ир бала булғас, Миңленур, Миңлегөл апайҙарым һәм Миңлениса һылыуым бар, ҡәҙерлем һуңғы көндәренә тиклем беҙҙә хөрмәттә, яҡшы тәрбиәлә йәшәне.
– Данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты, ул саҡта 1-се мәктәп-интернат тип аталды, һеҙгә нимә бирҙе?
– Беҙ уҡығанда Өфө авиация институты (хәҙер – Өфө дәүләт авиация-техник университеты) һәм Өфө нефть институты (хәҙер – Өфө дәүләт нефть-техник университеты) мәктәпкә шефлыҡ иткәс, был юғары уҡыу йорттарына еңел генә инергә була ине. Әммә мин ундай уңайлы мөмкинлектән файҙаланманым, барыһын да шаҡ ҡатырып, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) ауыл хужалығын механизациялау факультетына документтарымды алып барып тапшырҙым... һәм бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҡырға индем. Ошо ғына миҫалда мөғәллимдәрҙең төплө белем биреүе тураһында һөйләй. Унан айырмалы, үҙемсә ҡарар ҡабул ҡылыуымды тәрбиәселәрҙең үҙаллыҡҡа өйрәтеүе, емеше, тим. Ә инде тәрбиәгә лә төплө иғтибар бүленеүен телгә алыу артыҡ. Шәхес үҫтереүгә айырыуса өҫтөнлөк бирҙеләр, спорт менән дуҫ булырға өйрәттеләр.
– Булмышыңды һәр саҡ эш йәмләр тигәндәй, хеҙмәт биографияғыҙ ҡайҙа башланды?
– Ҡулыма диплом алыуҙың иртәгәһенә тиерлек, ауылымдағы туған "Маяҡ" колхозында йәш белгес сифатында эшләп йөрөй инем. Механик, баш инженер кеүек һикәлтәле юлдарҙы үттем, партбюро секретары итеп үрләттеләр. Бер ваҡыт, 1985 йылда, райондың партия комитеты Свердловск юғары партия мәктәбенә ебәрҙе. Абруйлы уҡыу йортонда белем эстәүем киләсәк тормошомдо билдәләргә ярҙам итте. "Стәрле" һәм Салауат исемендәге хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалдым. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайландым. Аграр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы булған саҡтағы ҡыҙыу бәхәстәрҙе, фекер алышыуҙарҙы нисек онотмаҡ кәрәк!
– Әлшәй районына хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнгәндә тәү сиратта эште ниҙән башланығыҙ?
– Әлшәй минең өсөн сит район түгел ине, уңыш-ҡаҙаныштары тураһында хәбәрҙармын, иркен урынлашҡан. Тәүҙән үк уны арҡыры-буй үтеп сыҡтым, бөтә ойошмаларға, хатта төпкөлдәге ауылдарға ла етеп, етәкселәр менән танышыу алдағы көндәргә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға этәргес бирҙе. Төрлөләрен күрҙем. Ҡайһы берәүҙәрен алмаштырырға ла тура килде, әммә береһен дә эшһеҙ ҡалдырманым. Һәр ҡайһыһының ғаиләһе бар, балаларын уҡытырға, кеше итергә кәрәк, ауылда һәммәһе лә хужалыҡ иҫәбенә йәшәй бит, шуны ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманым. Уға ваҡ мәсьәлә тип ҡарарға ярамағанын күптән беләм. Ғәҙел баһа һәм талапсанлыҡты өҫтөнлөк тип һанайым һаман да. Ҡыҫҡаһы, алтын урталыҡ табырға тырыштым.
– Бөгөн һеҙҙең хеҙмәтегеҙ туранан-тура ер мәсьәләһе менән бәйле...
– Ҡайһы ғына осорҙо алмайыҡ, ер мәсьәләһе һәр саҡ көн үҙәгендә торған, әле лә шулай. Туйындырған да, һөйөндөргән дә ер, был һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Уның асылына тәрәнерәк төшөнһөндәр өсөн халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ. Күп йыйылыштарҙа, ауыл сходтарында ҡатнашыуҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Ер пайы айырым һәм оҙаҡ һөйләшеүҙе талап итә. Стәрлебаш районында, әйткәндәй, йән башына 6,3 гектар ер пайы тура килә. Хәҙер уны ҡуртымға алып эшкәртеүсе йүнселдәр барлыҡҡа килде, ошо алымдың киң таралыуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Ә инде ер пайын һатып ебәреү бөтөнләй аптырашҡа һала! Унан инде ерҙән ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Мәңгелеккә!
— Был тормошта һеҙ бигерәк тә кемдәргә рәхмәтле?
– 1-се мәктәп-интернат – республиканың киң билдәле милли кадрҙар әҙерләү үҙәге. Атайым менән әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ. Шул уҡ ваҡытта Өфөләге мәктәп-интернатта белем биргән математика уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы, физика фәненең серенә төшөндөргән Мәхтүбә Ислам ҡыҙы, биология дәрестәрен йотлоғоп тыңлаттырған Алма Сәлмән ҡыҙы, спортҡа һөйөү уятҡан Рәүеф Ғәзиз улы, шулай уҡ балалар тип йән атҡан Әминә Ҡорам ҡыҙы, директорыбыҙ Хөсәйен Яубаҫаров минең өсөн өлгө булды. Билдәле журналист Фәүзиә Латипованың ошо белем усағын тамамлағандарҙың осрашыуы уңайынан яҙған "Башҡорт иләүенең бер йәме" тигән мәҡәләһен оло кинәнес менән уҡыным. Ысынлап та, уҡыу йорто – бәләкәй генә иләү ул, унда ҡайнаған тормошто, йәмлелекте, йәнлелекте һөйләп аңлатырлыҡ та түгел.
Ҡатыным үҙәк район дауаханаһының физиотерапия кабинетында эшләй. Әйткәндәй, бер ауылданбыҙ. Рәүфә Сәләхетдин ҡыҙы менән өйләнешкәнебеҙгә 35 йыл инде. Балаларыбыҙҙың барыһы ла тиерлек хәҙер башлы-күҙле. Ҡыҙыбыҙ Зүлиә Сибайҙа йәшәй, Рәмил кейәү менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Улыбыҙ Илнур — республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығында бүлек етәксеһе, Зилиә килен декрет ялында, өс балалары бар. Төпсөгөбөҙ Илгиз – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты.
– Илдар Миңләхмәт улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә маҡсат-уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840