Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан — евразиясылыҡ көҙгөһө
Башҡортостан — евразиясылыҡ көҙгөһөБашҡортостан — евразиясылыҡ көҙгөһө
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Евразия интеграцияһының киләсәктә ныҡлы яҡлау табырына ышаныс белдерҙе. Ул Рәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстан араһында Евразия иҡтисади союзы договорын әҙерләүҙең хәл иткес стадияға етеүен, уға төбәк сигендәге бүтән дәүләттәрҙең ҡушылырына өмөт барлығын да билдәләне.
Белеүебеҙсә, В. Путин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған ултырыштағы сығышында Рәсәйҙе "Көнсығыш менән Көнбайышты, Азия һәм Европаны тоташтырып торған уникаль цивилизация" тип атаны. Ошо ике бөйөк ҡитғаның сик һыҙығында ятҡан Башҡортостандың Евразияла үҙ урыны бар. Рәсәй Яҙыусылар союзының былтыр Өфөлә уҙғарылған күсмә пленумы — быға дәлил. Ул "Башҡортостан — Евразия төйөнө. Евразия традициялары һәм күп милләтле Рәсәй әҙәбиәтенең көнүҙәк бурыстары" тигән темаға арналғайны.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов менән Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Зиннур Нурғәлин ошо мәсьәләгә бәйле фекер алышты. Әңгәмәлә ғалимдың 2012 йылда донъя күргән "Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек" исемле китабы хаҡында ла һүҙ барҙы.


— Зиннур Әхмәҙи улы, беҙ һүҙ башлап торған тема ниндәйҙер дәрәжәлә һеҙҙең китапҡа ла барып төртөлә — ул Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумында күтәрелгән мәсьәләгә ауаздаш. Китабығыҙ Евразия проблемаһының мөһим аспекттарының береһенә ҡараған "Цивилизациялы беришлеккә илткән юл" тигән мәҡәлә менән асыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығы айҡанлы уҙғарылған тантаналы йыйылыштағы сығышында, минеңсә, илдең шул юлда формалашыуын күҙ уңында тотоп, уны "уникаль цивилизация" тип атаны.

— Әлбиттә. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәктер: Рәсәй Президентының был тантаналы йыйылышта ҡатнашыуы һәм ундағы сығышы күп конфессиялы Рәсәй тарихына инеп ҡалыр ғәйәт ҙур ваҡиға булды. Унда донъяның 136 иленән, шул иҫәптән хатта Индонезиянан, юғары дәрәжәләге Ислам дине әһелдәренең булыуы ошо хаҡта һөйләй. В. Путин, Исламдың Рәсәйҙең традицион диндәренең береһе булыуын билдәләп, дини әһелдәрҙе күп милләтле һәм конфессиялы Ватанын нығытыу йәһәтенән ҡыйыуыраҡ эш итергә саҡырҙы.
Йәнә шул, Риф Ғәлим улы, цивилизациялы беришлек мәсьәләһен Евразия концепцияһының иң мөһим аспекттарының береһе итеп ҡарауығыҙ менән хаҡлыһығыҙ. Уға нигеҙ һалғандар ҙа ул саҡтағы Рәсәйҙең Европала һәм Азияла башҡа бер илгә лә оҡшамаған, айырым үҙенсәлеккә эйә Евразия дәүләте булғанын иҫбат итте. Ошо концепцияны төҙөүселәрҙең береһе, танылған урыҫ ғалимы Л.Н. Гумилев: "Рәсәй Евразия державаһы булараҡ һәм евразиясылыҡ аша ғына үҙен һаҡлап ҡала алыр", — тип яҙған.
— Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың үҙ вазифаһында эш башлауына ике ай тулған осорҙа биргән интервьюһында: "Беҙ — евразиясылар, мосолмандар”, — тип раҫлауының ҡайҙан килгәнлеге асыҡлана төшә. Был һүҙҙәр ифрат тәрән мәғәнәгә эйә. Китабығыҙға исем биргән "цивилизациялы беришлек" термины ла республикабыҙҙың күп милләтле һәм конфессиялы халҡының заман юғарылығында донъя көткәнен раҫлаған тарихи дәлил тип уйлайым.
— "Цивилизациялы беришлек" төшөнсәһен В. Путиндың ил Президентын һайлау алды көндәрендә донъя күргән "Рәсәй: милли мәсьәлә" исемле мәҡәләһендә осратабыҙ. Владимир Владимирович унда Федерацияла йәшәгән халыҡтарҙың уртаҡ сифаттарының формалашыуы хаҡында яҙа һәм, шунан сығып, "цивилизациялы беришлек" төшөнсәһен ҡуллана. "Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килде һәм быуаттар буйы шул сифатында үҫте", — тип күрһәтте ул. В. Путин яҙғанса, күп милләтле һәм конфессиялы Рәсәй халҡына уртаҡ булған бөгөнгө сифаттар — илдәге йөҙҙәрсә этностың үҙ ерендә урыҫтар менән күп быуат дауамында бергә йәшәү тәжрибәһе һөҙөмтәһе. Ул ошо оҙайлы дәүерҙә халыҡтар араһындағы өҙлөкһөҙ аралашыу, бер-береңә өйрәнеү, ҡатнашып йәшәү аша барлыҡҡа килде, Ватанға мөнәсәбәттә, йәмғиәттең рухи-мәҙәни тормошонда сағылыш тапты, тип билдәләне ил башлығы. Ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә үҙеңде Ватаныңдың гражданы итеп күреү, ошоноң менән ғорурланыу, күп быуатлыҡ тормош тәжрибәһе ята. Бындай сифат һәр кемгә этник сығышы һәм дине һымаҡ яҡын. "Илебеҙҙә йәшәгән бер кем дә динен һәм этник тамырын оноторға тейеш түгел", — ти был йәһәттән В. Путин.
— Аңлашылыуынса, Владимир Владимирович "цивилизациялы беришлек" төшөнсәһен, билдәле бер этнос эсендәге милли оҡшашлыҡтан айырмалы, дини һәм этник билдәләрҙән, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларҙан өҫтөн торған сифатҡа эйә беришлек итеп күрә.
— Тап шулай, Риф Ғәлим улы, мин уны хатта күп милләтле Рәсәй халҡы өсөн уртаҡ милли идеяға тиңләргә әҙер. Идеология өлкәһенә ҡараған төшөнсә булараҡ, уның үҙ йөҙөн табыуы тип тә әйтергә булалыр. Ҡасандыр "совет халҡы" төшөнсәһендә илебеҙҙе бер бөтөн итеп хис иткән кеүек, әлеге идея ла беҙҙе шундай уҡ юлға алып сыға һымаҡ. Рәсәй Президентының "Валдай" клубының ун йыллығына арналған ултырышындағы сығышы был йәһәттән айырым урын тота. Путин бында илдәге милли идеяға туҡталып, уны күп милләтле һәм конфессиялы төбәк халҡы өсөн уртаҡ беришлектә күрә һәм "Рәсәй беришлеге" төшөнсәһе аҫтында дөйөмләштерә.
Беҙҙең өсөн шуныһы мөһим: күп телле һәм конфессиялы федератив дәүләт етәксеһе илдәге бөтә этностар ҙа өлгәшкән һәм уларҙың барыһы өсөн дә хас уртаҡ сифатты үҙ заманы цивилизацияһы юғарылығында торған дәүләттең ҡаҙанышы итеп баһалай. "Рәсәй: милли мәсьәлә" тигән мәҡәләһендә уны цивилизациялы беришлеккә тиңләһә, "Валдай" клубы ултырышында быны тағы ла аныҡлай төшөп, цивилизациялы дәүләт моделенә хас булған беришлек рәүешендә илдең бөгөнгөһөндә күрә һәм уны "Рәсәй берҙәйлеге" тип атай. Шуның менән В. Путин был ике төшөнсәгә бер үк мәғәнә һала һәм, шуға өҫтәп, уның дәүләт цивилизацияһы моделенә генә хас ижтимағи-сәйәси һәм рухи-социаль күренеш булыуын алға сығара. Ул, мәҡәләһендәге кеүек, әле лә "Рәсәй тәүге аҙымынан уҡ күп милләтле һәм конфессиялы дәүләт рәүешендә формалашты" тип раҫлау менән бергә быны уның коды тип атаны. Шуға күҙ йомоу йәки уны һанға һуҡмау шул кодты емереүгә, юҡҡа сығарыуға тиң булыр ине, ти ул.
— Әле Һеҙ цивилизациялы идентичность менән Рәсәй өсөн милли идеяға тиң беришлек араһында бер ниндәй ҙә айырма күрмәйһегеҙ кеүек. Ә бит цивилизациялы беришлек дөйөм бер эйәһеҙ төшөнсә булһа, Рәсәй берҙәйлеге төшөнсәһен күҙ алдына килтереү, төҫмөрләү ҡыйын түгел: беҙ, Рәсәй халҡы, ҡайһы яғыбыҙ менәндер бер ишбеҙ.
— Беҙҙеңсә, бында айырма бары шундалыр: В. Путин уның һуңғыһына милли идея, тотош күп милләтле Рәсәй өсөн уртаҡ булған концептуаль характерҙағы идея мәғәнәһен һалғандай. Ул был хаҡта асыҡ әйтә, тиергә була. "Полиэтник составлы ҙур дәүләттә этносҡа, дингә нигеҙләнгән берҙәйлек хаҡында һүҙ алып барыу мөмкин түгел", — ти ул. Бындай беришлек күп милләтле һәм конфессиялы Рәсәй дәүләтендә һәр этностың этник, дини тамырҙарын һаҡлаған хәлдә, гражданлыҡ йәһәтенән тиң булыуына, уртаҡ ҡиммәттәргә, илһөйәрлек тойғоһона, гражданлыҡ яуаплылығына һәм теләктәшлеккә нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта ил халыҡтарына хас был беришлек уның тарихи яҙмышы, донъя сәйәсәтендә ҡан өлөшө менән дә хәл ителгән. Уның тамырҙары бик тәрәндә, тарих төпкөлдәрендә. Был йәһәттән үҙ-ара аралашыуҙың, бер-береңә йоғонто яһауҙың, байытыуҙың үҙенсәлекле тәжрибәһе тупланған. Күп төрлөлөк тарихи аңыбыҙҙа, рухыбыҙҙа йәшәй, ул — тарихи кодыбыҙ, ти Рәсәй дәүләте башлығы.
— Әле һүҙ алып барылған хеҙмәтегеҙҙәге бер мәҡәләне "Цивилизациялы беришлеккә илткән юл" тип исемләгәнһегеҙ, китап уның менән асыла. Күренеүенсә, башҡорттар үҙаллы этнос булараҡ үткән юлды башлыса телебеҙҙең унда ҡан урынына бәйле күҙҙән үткәрәһегеҙ.
— Иң элек шуны әйтер инем: Владимир Путин "Валдай"ҙағы сығышында цивилизациялы берҙәйлек төшөнсәһен, әйтелгәнсә, тағы ла асыҡлай һәм аныҡлаштыра төшөп, "Рәсәй беришлеге" тигән терминды ҡуллана һәм бында дәүләттең үҙенә бер цивилизация булыуын күҙ уңында тота. Ул илдең ошо сифатында халыҡтарҙы туплап, берләштереп тороуында бүтән факторҙар менән бер рәттән урыҫ теленең дә ҙур өлөшөн билдәләй. Башҡорт теленең дә үҙ этносын Рәсәй берҙәйлеге юғарылығына алып сығыуында тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уның милли автономияла урыҫ теле менән бер дәрәжәлә дәүләт статусын алыуы, шул нигеҙҙә туған телдә яҙыуға күсеү мөмкинлегенең тыуыуы төп әһәмиәткә эйә. Башҡорт теленең дәүләт теле сифатында автономиялы республиканың власть органдарында ҡулланылышҡа инеүенең тәүге аҙымында уҡ урыҫ теле уға ышаныслы таяныс булды, уның аша күп телле, мәҙәниәтле илдә үҙ урынын тапты.
— Ошо йәһәттән, бәлки, Зиннур Әхмәҙи улы, башҡорт милләтенең Рәсәй берҙәйлеге юлында формалашыуында милли мәктәптең өлөшөн айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Билдәле булыуынса, башҡорт мәктәбе, йәш быуынға туған телендә белем биреү менән бергә, урыҫ телен үҙләштереүҙең тәүге нигеҙҙәрен һалды. Беҙҙеңсә, ул ошо йәһәттән Рәсәй беришлегенә үткән юлда ике бурысты үтәне. Тәүгеһе этносы эсендә милли беришлекте нығытыуға һәм үҫтереүгә хеҙмәт итһә, икенсеһе Рәсәй беришлегенең мөһим факторы булған урыҫ теленә юл асты. Белеүебеҙсә, В. Путин, "Валдай" ултырышындағы сығышында совет осоронда тәүге проблемаға булған иғтибарҙы юғары баһалап, уның ҡайтанан тергеҙелеүгә һәм тормошҡа ашырылыуға хаҡлы икәнен иҫкә төшөрә. Ул был хаҡта милли әҙәбиәттәрҙе, телдәрҙе, нәшриәтте күҙ уңында тотоп әйтә. Ә быларҙың береһен дә милли мәктәптән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Миңә Рәсәй Президенты ошо мәсьәләне ҡайтанан күтәрә, яңырта һымаҡ та тойолоп ҡуйҙы. Ул һәр этностың үҙ ерен, үҙаллылығын һаҡлап килә алыуында шул этностың мәҙәни берҙәйлеген хасил итеүендә күрә. Был хаҡта Совет осорона әйләнеп ҡайтып һүҙ йөрөтә…
— Эйе, заманында Рәсәйҙе "халыҡтар төрмәһе" тип күрһәтергә тырышһалар ҙа, ошо быуатта ундағы бер генә этностың да, хатта иң бәләкәйенең дә, юғалғаны юҡ әле, тине Рәсәй Президенты. Улар үҙаллылығын һаҡлап килә, һәр ҡайһыһына мәҙәни беришлек хас. Ысынлап та, ул, Совет осорона әйләнеп ҡайтып, был мәсьәләнең ҡуйылышын ҡайтанан тергеҙеү кәрәклеген ҡуйғандай итә. Әлбиттә, барыһын да тормош тәжрибәһе күрһәтер. Әле дәүләт башлығының милли мәсьәләне шулай күҙаллауы ҡиммәт.
— Беҙҙеңсә, быны, Зиннур Әхмәҙи улы, ауыл мәктәбенә мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙән башларға кәрәктер. Быға ҡәҙәр ул һәр милләттең, милли мәҙәни потенциалдың шишмәһе булды. Бөгөн ауыл мәктәптәренә ҡарата үткәрелгән сәйәсәт күп милләтле илебеҙҙә Рәсәй берҙәйлеген хасил иткән иң мөһим компоненттың, йәғни этник беришлектең, тамырына балта сабыу менән берҙер. Бөгөнгө башҡорт милли мәҙәниәте, уны бер иткән һәм ул нигеҙләнгән башҡорт теле — быға дәлил. Ошо йәһәттән республика Президенты Рөстәм Хәмитов башҡорт теленең, бүтәндәр һымаҡ үҙаллы телдәрҙең береһе булыуын билдәләү менән бергә, глобалләшеү шарттарында башҡалар кеүек үк ҡыҫым кисереүен, шуға күрә уны һаҡлау, яҡлау кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Башҡортсаға тәржемә иткәндә, "Башҡортостан" "башҡорт ере" тигәнде аңлата, һәм халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын хөрмәт итергә тейешбеҙ, тине ул.
Башҡортостан Президентының яңы вазифала эшләүенә ике ай тулған мәлдә биргән интервьюһына тағы бер ҡат туҡталайыҡ. Унда республика башлығының шәхесенә бәйле һорауҙарҙың береһе башҡорт теленә ҡайтып ҡалды. Рөстәм Хәмитов башҡортса ҡәҙимге уҡый һәм һөйләшә алыуы, кешеләр менән аралашыуҙа әллә ни проблема булмауы хаҡында әйтеп, бының өс йәшенән башҡорт мөхитендә үҫеүенән килгәнлеген белдерҙе. Һуңынан урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, алты йәшендә әле был телде белмәгән була. Бала сағынан үҙләштерелгән туған теле уға ғүмер буйы юлдаш булып ҡала.

— Рөстәм Зәки улы ошо һөйләшеүҙә биографияһының ҡайһы бер биттәрен асып бирә бит…
— Әле, Зиннур Әхмәҙи улы, шул интервью материалдарын тотоп ултырам. "Әңгәмәләшеүсе — Павел Шеремет" тиелгән. Ул Президентты һәр яҡлап "тартҡылаған", етәксенең күңеленә ятып етмәгән һорауҙар ҙа бар кеүек. Әммә Президент уларҙың береһенән дә ситләшмәй, тыныс ҡына яуап бирә.
Башҡорт теленә ҡағылышлы был интервьюға әлеге китабығыҙҙа байтаҡ урын бирелгән. Ғәмәлдә, Рөстәм Хәмитов башҡорт теленә ҡарашын асып биреп кенә ҡалмай, бөгөнгө торошон юғары баһалай, уны өйрәтеүгә бәйле фекерҙәрен асыҡ әйтеп һала. "Башҡорт телен Башҡортостанда уҡымағас, ҡайҙа үҙләштерергә һуң — планетала был милләт йәшәгән бүтән ер юҡ”, — тине ул. Фекерен тағы ла асыҡлай төшөп: "Иң элек уны башҡорттар, шулай уҡ кемдәр белергә теләй, шулар өйрәнәсәк. Көсләп уҡытыу булмаҫҡа тейеш", — тип өҙөп әйтеп ҡуйҙы. Аңлашылыуынса, бында телебеҙҙе туған тел булараҡ һәм дәүләт статусында уҡытыу хаҡында һүҙ бара.

— Мин, Риф Ғәлим улы, башҡорт теле туған тел сифатында уҡытылғанда ла дәүләт статусында ҡала, тигән ҡарашта торам. Иң элек ошо дәрәжәлә өйрәтелә, сөнки ул башҡорт теленең дәүләт статусын ғәмәлгә индергән яҙыу теле булараҡ донъяға килде. Бүтән төрки телдәренән айырмалы, тыуғанда уҡ дәүләт теле булып тыуҙы. Ошо тел бөгөн башҡорт мәктәбендә туған тел сифатында уҡытыла ла. Тәүге көнөнән үк уның алдында үҙенән элгәрге ғәрәп, фарсы, сығатай төркие уҡыу-яҙыу телдәре кеүек үк тотош милләткә һөйләштәрҙән өҫтөн торған уҡыу-яҙыу теле сифатында хеҙмәт итеү бурысы торҙо. Шуға күрә был әҙәби телдең республиканың башҡорттар йәшәгән һәр мөйөшөндә үҙ итеп танылыуы һәм милли беришлеккә, тупланғанлыҡҡа хеҙмәт итеүе мөһим ине.
— Башҡорт теле урыҫ теле менән бер кимәлдә дәүләт теле итеп танылһа ла, уға үҙ яҙмаһы аша урыҫ теле һымаҡ тотош милләткә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеү бәхете теймәне, тип яҙаһығыҙ.
— Был ысынлап та шулай. Быға ҡәҙәр уртаҡ уҡыу-яҙыу телендә (ғәрәп, фарсы, сығатай төркие) үҙҙәрен бер итеп күргән башҡорттар туған телдә уҡыу-яҙыу хоҡуғын алғас, таралып төштө, этник сығышында икеләнеп ҡалды. Батша заманындағы ҡайһындай буталыштарҙа ла аң-зиһенен һаҡлаған этнос 1920 — 1930 йылдарҙа, Совет власы биргән иректән файҙаланып, үҙ теленә иркен юғалтты, уның иң ҙур өлөшө үҙ телендә уҡып-яҙыуҙан мәхрүм ителде. Был милли мәсьәләлә лә үҙ сағылышын тапмай ҡалманы.
— Был хаҡта бер мәҡәләгеҙҙә әйтеп киткәйнегеҙ. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та үҙ вазифаһына инеүенә йөҙ көн тулыу айҡанлы "Газета. ru" хәбәрсеһенә биргән интервьюһында шул дәүергә күҙ һалып, быны "Совет осоронан килгән буталсыҡ" тип атаған…
— Ул хаҡта бик урынлы иҫкә алаһығыҙ, Риф Ғәлим улы. Был мәсьәлә, ысынлап та, ваҡытында шулай баһаланған. 1926 йылда уҙған XI өлкә партия конференцияһының отчет докладында мәктәп һәм унда уҡытыу теленә бәйле килеп тыуған хәл, һүҙмә-һүҙ әйткәндә, "колоссальная путаница" тип күрһәтелә. Был башҡорт мәктәптәренә ихтыяжды асыҡлау менән бергә милли мәсьәләнең ҡуйылышына ла туранан-тура ҡағыла ине. Ә һуңғыһы күп йәһәттән уҡытыу теленә бәйле булып сыҡты. Докладта башҡорттар менән татарҙар тығыҙ аралашып йәшәгән мөхиттә балаларҙың милләтен уҡыу-яҙыу теленә ҡарап билдәләүе күрһәтелде, хатта башҡорт мәктәптәрендә лә балаларҙың туған телдә уҡытылмауы әйтелде. 1923 йылдың 12 декабрендә, партия өлкә комитетында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралған кәңәшмәлә, башҡорт ауылдарындағы уҡытыусыларҙың 85 проценты татар милләтенән булып, мәктәптә уҡытыуҙың татар телендә алып барылыуы билдәләнгәйне.
Ошо урында йәш республиканың тәүге йылдарында мәғариф эшенең ҡуйылышы, конфессиялар күҙлегенән баһаланып, башҡорт һәм татар балалары уҡыған белем усаҡтарының "мосолман мәктәптәре" тип йөрөтөлөүен иҫкә төшөрөп китеү кәрәктер. Башҡорт теленең дәүләт статусына ярашлы үҙ мәктәбен булдырыу бурысы килеп баҫҡас, быға ихтыяжды асыҡлау кәрәк булды. Мосолман мәктәптәренә бәйле статистика был хаҡта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирә алмай ине. Шуға күрә мәсьәлә балаларҙың милләтен асыҡлауға ҡайтып ҡалды. Ә был эш ябайҙан булмай сыҡты. Ата-әсә араһында ла быға ҡапыл ғына яуап таба алмағандар күп ине. Ғәрәп, фарсы, сығатай төркие телдәре үҙ ваҡытында бындай һорау тыуҙырмаһа ла, туған телдәге уҡыу-яҙыуға (әҙәби телгә) күсеү милләт мәсьәләһенә иғтибарҙы көсәйтте. Был айырыуса башҡорттар менән татарҙар тығыҙ аралашып йәшәгән ерҙә күп һорау тыуҙырҙы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы алдынан "Ведомости" гәзитенә биргән интервьюһында республика тормошоноң төрлө өлкәһендә баш ҡалҡытҡан проблемаларҙың Совет заманынан, хатта 1920 — 1930 йылдарҙан килеүен билдәләп, уларҙы иҫтә тотоу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Бөгөнгө башҡорт әҙәби теленең ҡуйылышы ла, беҙҙеңсә, шундай өлкәгә ҡарайҙыр, сөнки 20-се йыл баштарында, уға нигеҙ һалынған осорҙа, башҡорт уҡымышлыларының ҙур бер өлөшө туған телгә мөнәсәбәттә үтә лә тар күңелле булып сыҡты һәм, шул сәбәпле, уны Бәләкәй Башҡортостан сиктәренә бикләп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә башҡортлоҡто шул телгә генә ҡарап билдәләү тәртибе өҫкә сыҡты, һәм башҡорт мәктәптәрен асыуға ихтыяжды балаларҙың теленә ҡарап асыҡлағанда, был хәл үҙенең кире ролен уйнамай ҡалманы, тип уйларға кәрәк. Үрҙә һүҙ булған XI өлкә партия конференцияһында Бәләбәй, Бөрө һәм Өфө кантондарында башҡорт мәктәптәрен асыуға бәйле килеп тыуған хәлдең "ғәйәт ҙур буталсыҡ" тип баһаланыуы шуға бәйле ине. Был башҡорт балаларының татар тип яҙылыуынан килә, тип раҫланды отчет докладында.
Рөстәм Хәмитов та яңы вазифала эшләй башлауына 100 көн тулыу айҡанлы милләт мәсьәләһенә бәйле үҙенә бирелгән һорауға яуап биргәндә, шул 20-се йылдарға ҡайтып, ул саҡта милләтте билдәләүгә ҙур буталсыҡ индерелеүен иҫкә алды. Республиканың төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар татар теленә яҡын диалектта һөйләшә. Уның башҡорт теле булыуы фәнни нигеҙҙә асыҡланған, тине ул. Татар менән башҡорт телдәре урыҫ һәм украин телдәренә ҡарағанда ла яҡыныраҡ. Уларға тәржемәсе кәрәкмәй. Мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт араһындағы яҡынлыҡ был ике телде тағы ла оҡшаш итә. Ошо хәл милли мәсьәләгә буталсыҡ индерә лә. Ә был халыҡты бүлгеләргә теләгәндәргә етә ҡала, тип йомғаҡланы Башҡортостан Президенты.
— Рөстәм Хәмитов шул буталсыҡҡа бәйле үҙенә төбәп бирелгән һорауға икенсе бер тапҡыр ҙа асыҡ ҡына яуап бирә бит…
— Ул, һуңғы ваҡытта кешеләрҙә ете быуынына ҡәҙәр шәжәрәһен билдәләүгә ҡыҙыҡһыныу артты, һәм улар дөрөҫ эшләй, тип үҙҙәренең дә атаһы менән бергәләп уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ быны үтәп ҡуйғанын билдәләне. "Һигеҙенсе быуын олатайыбыҙға ҡәҙәр барып еттек", — тине ул. Был кеше Мулләхмәт исемле башҡорт булған. Ул XVII быуат башында Ҡариҙел районының башҡорт ауылында йәшәгән.
Башҡортостан Президенты хәҙерге дәрәжәһендә бында ҡайтыры башына инмәгән сағында уҡ атаһының — башҡорт, әсәһенең мишәр икәнлеге хаҡында яҙыуы һәм һөйләүе, үҙен башҡорт тип йөрөтөүе, таныуы тураһында ла ошо һөйләшеүҙә үҙенә туранан-тура бирелгән һорауға яуап рәүешендә әйтә. Шуның менән уҙған быуаттың 20-се йылдары буталсығына нөктә ҡуйғандай итә.
— Әңгәмәбеҙҙе, Зиннур Әхмәҙи улы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ үҫешендәге XXI быуат башында күҙәтелгән тенденцияға баһа биреп, уны концептуаль характерҙағы төшөнсә менән нигеҙләнеүенән башлап ҡуйғайныҡ.
— Эйе, ул уны "цивилизациялы беришлек" һәм "Рәсәй беришлеге" төшөнсәләре менән дөйөмләштерә, уға фән күҙлегенән баһа бирә, тигәйнек. Әле беҙ һүҙ алып барған тема — башҡорт теленең үҙ этносында ошо беришлеге үткән юлында тотҡан урыны хаҡында булыу менән бергә этностың үҙенең дә күп милләтле дәүләт шарттарында ошо юлда формалашыуына ҡайтып ҡала. Алда һүҙ булғанса, цивилизациялы беришлек, йәғни Рәсәй беришлеге илдәге этностар эсендәге беришлектән башҡа була алмай, был — уның мөһим компоненты. Шул уҡ ваҡытта ошо этностар йәшәгән төбәктәрҙең үҙҙәрендә лә милләт-ара мөнәсәбәттең үҙ урыны бар. Ул күләгәлә ҡала алмай. Күптән түгел Өфөлә уҙған Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы шул хаҡта һөйләй. Владимир Путин ошо ултырышта, Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған тантаналы сарала Рәсәйҙең күпселек төбәктәре өсөн милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең мөһим булғанын билдәләп, уны милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ рухында тормошҡа ашырыу кәрәклеген алға ҡуйҙы.
Әңгәмәбеҙҙең ағышы өсөн шуныһы мөһим: Путин "Рәсәй: милли мәсьәлә" һәм "Валдай" ултырышында әйтелгән фекерен үҫтерә барып, Рәсәйҙе күп милләтле һәм конфессиялы дәүләт төҙөү тәжрибәһен туплаған уникаль цивилизация тип атай. Был цивилизация Көнсығыш менән Көнбайышты, Азия һәм Европаны тоташтырып тора. Ул — төрлө милләт кешеләренең уртаҡ тырышлығы, көсө менән төҙөлгән бөйөк дәүләт. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ, этнос йәшәйешенең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған. Мәҙәниәттәрҙең аралашыуы, традицион дини конфессияларҙың татыу мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә илдә рухи берҙәмлек хасил булды. Ошо йәһәттән Ислам — Рәсәй мәҙәниәте кодының сағыу элементы, Рәсәй тарихының айырылғыһыҙ өлөшө.
— Ил Президенты Ислам диненең ил тормошонда тотҡан урынына шулай юғары баһа биреү менән бергә традицион Исламдың дөйөм Рәсәй берҙәйлегенең мөһим рухи ҡатламы булыуын билдәләй…
— Һөҙөмтәлә ул традицион Исламдың ыңғай образын булдырыу бурысын ҡуя. Был йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Мосолмандар ғына түгел, бөтөн ил өсөн дә, сөнки милләт-ара татыулыҡты күрә алмағандар Рәсәйҙең мосолман йәштәрен тыңлаусан аудиторияға әүерелдерергә тырыша. Быға юлды бикләү өсөн илдең Ислам ойошмаларының бөтөн мөмкинлеге бар, ти Президент. Мәғлүмәт сараларын киң ҡулланыу, уларҙың позицияһын нығытыу мөһим.
— Һеҙ ҙә китабығыҙҙа милләт-ара татыулыҡҡа аяҡ салырға теләп, киң мәғлүмәт сараларын, айырыуса Интернет селтәрен, файҙаланырға тырышҡандар хаҡында Башҡортостан Президентының һүҙҙәрен килтерәһегеҙ…
— Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә үҙ-ара ышанмаусанлыҡ, шик тыуҙырыу ниәте менән киң мәғлүмәт сараларында һәр төрлө уйҙырма таратыусылар халыҡтар араһындағы мөнәсәбәтте яралай, дуҫлыҡты үлтерә, ағыу сәсә, тигәйне Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының Өфөлә үткән ултырышында Рөстәм Хәмитов. "Беҙгә үҙ телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ кәрәк", — тине ул. Телдең мәҙәниәттең мөһим элементы, рухи ихтыяж булғанын билдәләп, "үҙемде туған башҡорт теленән, туған мәҙәниәттән, китаптан, театрҙан, йырҙан башҡа белмәйем, былар барыһы ла миңә кеше булараҡ кәрәк”, тине. Ғәмәлдә иһә был Путиндың Рәсәйҙең уникаль цивилизация, уның төрлө милләт кешеләренең дөйөм тырышлығы һәм көсө менән төҙөлгән бөйөк дәүләт булыуы хаҡындағы дәлиленең асылын билдәләй. Ул айырым шәхестең рухи-матди һәм цивилизация ихтыяждарының үҙ-ара гармонияһына ҡайтып ҡала. Рөстәм Хәмитов та үҙ миҫалында күп милләтле, конфессиялы Рәсәйҙәге һәр кемдең шәхси, рухи ихтыяжын күрә, уны милләт-ара мөнәсәбәттәр күҙлегенән йәмәғәтселек хөкөмөнә сығара. Һәр этнос ошо бөйөк дәүләттә бер үк дәрәжәлә үҙ һәләтен һәм тирә-яҡты үҙгәртеүгә ынтылышын тормошҡа ашыра һәм, Рәсәй берҙәйлегенең компоненты булараҡ, милли беришлеген һаҡлап килә, үҫтерә ала икән, илебеҙҙең уникаль Евразия цивилизацияһы сифатындағы урыны донъя картаһының иң түрендә буласаҡ.
— Башҡортостандың да ошо цивилизация составында бөгөнгөләй үҙ урынын алып торасағына һәм уны нығыта барасағына шик юҡ, сөнки ул — этнографик картаның үҙәгендә, шул сәбәпле һәр һыҙығы көҙгөләге кеүек сағылыш таба. Беҙгә уның һәр саҡ ҡояшлы булырына ышанырға ҡала.

РЕДАКЦИЯНАН. Риф Тойғоновтың Зиннур Нурғәлин менән әңгәмәһе редакцияға былтыр йыл аҙағында тапшырылғайны. Әммә, гәзит майҙанының сикләнгән булыуы сәбәпле, уны нәшерләү ғинуар айына күсерелде. Үкенескә ҡаршы, яҙма баҫмаға әҙерләнгәс, күренекле әҙиптең арабыҙҙан китеүе хаҡында ҡайғылы хәбәр килде...
Мөхәрририәт әңгәмәне гәзит уҡыусылар иғтибарына еткереүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504