Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл мәҙәктәре
“Ҡыҙыл әтәс” ябынған ҡомаҡ


Ауыл кешеләрен беләһегеҙ бит инде. Береһе мәҙәк итеп һөйләй, икенсеһе шуны ысынға алырға тора. Бер ағай ҡомаҡтарҙан нисек ҡотолорға белмәй йонсой икән. Тегегә, тоҙаҡҡа эләккән ҡомаҡҡа бензин һип тә ут төрт, уның әсе итеп ҡысҡырған тауышынан ҡурҡып, башҡалары йорт тирәһенән әллә нисәмә саҡрымға ҡасып бөтәсәк, тип аҡыл өйрәткәндәр. Ир ни тотҡан да шулай эшләгән. Тик… яна башлаған ҡомаҡ әллә нисек тоҙаҡтан ысҡынып киткән дә эргәлә торған эҫкерт аҫтына инеп юғалған. «Бесән яна, ярҙамға килегеҙ!» – тип ҡысҡырған тауышҡа һыулы күнәктәр күтәргән күршеләре йүгереп килеп еткән. Эй көтәләр икән былар төтөн сыҡҡанын, эй көтәләр, ти. Әммә, бәхеткә күрә, бер тәүлек алмашлап дежур ойоштороп көтһәләр ҙә, ут тоҡанмаған. Ҡомаҡтарҙан ҡотолғанмы-юҡмы ағай – уныһын белмәйем, ләкин башҡаса былай эшләмәҫлек булғандыр инде.


Кем кемде аҡылға ултыртҡан?


Ут тигәндән, ауыл тормошонан ҡыҙғанысҡа әйләнеп китә яҙған тағы бер ҡыҙыҡ хәл ишеткәйнем… Бер хужаның йүнһеҙ һарығы бар икән. Ул көтөүҙән ҡайта ла йорт-ҡура тирәһендә ниндәй сепрәк-сапраҡ бар – шуларҙы ашап тик йөрөй икән. Көн дә бер күренештән инде ялҡҡан хужа һарыҡты аҡылға ултыртмаҡсы була. Бер мәл малының яландан ҡайтыуына ҡоймаға бензинға мансылған күлдәк элеп ҡуя. Һарыҡ сепрәкте килеп ҡабыуы була – хужа ут төртә лә ебәрә. Ҡото осҡан бахыр һарыҡ эй саба ти йорт-ҡура буйлап. Мал үҙе янып китмәһен тип, хужаһы артынан төшөп алған. Баҫтыра торғас, малын саҡ тотоп алған. Ярай әле һарыҡ янып үлмәгән...


«Сирле» өйрәк ите тәмле була


– Өйрәктәргә әллә нимә булған, йығылып баралар, үлеп бөтмәҫ элек тиҙерәк салып бир, – тип ҡысҡыра икән бер ҡатын баҡсаһында булышҡан иренә. Ҡото осҡан хужа йүгереп инеп, 10 – 15 минутта тиҫтәләгән ҡошто һуйып та ташлаған. Кисен көтмәгәндәге һуғым ашын тәмләп ҡарар алдынан хужабикә өйрәк йолҡошорға килгән әхирәттәрен күнәккә ҡойған бал менән һыйламаҡсы булып һауытты асһа, буп-буш икән. «Ҡәҙерлем, һин бындағы балды ҡайҙа ҡуйҙың, эсеп бөттөңмө әллә?» тигән һорауға ир кеше: «Иҫкергәйне, сығарып түктем», – тип яуап биргән.
– Ә ҡайҙа түктең?
– Ана, өйрәктәр ояһы янына, – тигән хужа, бер ни ҙә булмағандай…


Теш табиптары


Ауыл мәҙәктәреМеханизаторҙар араһында була был ҡыҙыҡлы ваҡиға. Ҡаш төҙәтәм тип, саҡ күҙ сығармайҙар колхоз тракторсылары.
Шулай бер иртәлә наряд алған механизаторҙар, ғәҙәттәгесә, гәпләшеп тора икән. Бер Шамил ғына ситтәрәк яңағын тотҡан көйө ҡатҡан да ҡуйған. Элек “ауыҙын яба белмәгән” тракторсынан өн дә сыҡмауына аптыраған хеҙмәттәштәре: “Ни булды, Шамил?” – тип һораған. “Балыҡ” ым менән генә теше һыҙлауын аңлатып биргән. Быға тиклем әлеге ауырыуҙың ни икәнен дә белмәгән ул, шуға ла йәне көйә икән.
– Ана, магнитаңды (ябайлаштырып әйткәндә, тракторға ток биреп тороусы бер ҡорамал ул – авт.) һүтеп ал да тешеңә ҡуйып, берҙе әйләндереп ебәр. Сир шунда уҡ баҫылыр, – тип кәңәш биргән уға иптәштәре, күҙ ҡыҫышып. Бәлки, үҙенең элегерәк шаяртҡандары өсөн бер аҙ үс алырға ла булғандарҙыр.
...Ғөмүмән, ауырыған кешелә уйын ҡайғыһымы ни: алған да магнитаны ике теше араһына ҡыҫтырған... һәм әйләндергән. Ике-өс метрға осоп китмәһенме шул саҡ Шамил! Ярай әле уңышлы барып төшкән. Шулай ҙа... теше ауыртыуҙан туҡтаған уның.


Кәзәнең быҙауын Ҡырмыҫҡа алып ҡайтҡан


Ауылда ҡушаматһыҙ кеше бармы икән? Әйтәйек, берәй кешене һораһаң, уның исеме буйынса ла, фамилияһы буйынса ла аҙаштары бар. Ә былай ни, ҡушаматын атаһаң шунда уҡ беләләр. Һәр ауылдың, сер түгел, үҙ «һыйыр»ҙары, «күбәләк»тәре, «эт»тәре бар. Ә бына исем-шәрифте атамай нәҡ шул «фамилиялар» менән генә һөйләшһәк, нисек булыр икән?..
– Эй, Кәзә, Кәзә! Тор, тим, тор. Көтөүҙә һыйырың быҙаулаған, барып ала һал, юҡһа, малдарҙы туплауҙан сығарырға ваҡыт етеп килә, - тип саҡ уятты Шалҡан мал хужаһын.
Кәзә башта уяна алмай ятһа ла, көтөүсенең шатлыҡлы хәбәренең айышына төшөнгәс, шунда уҡ һикереп торҙо. Артабан улар быҙауҙы нисек алып ҡайтырға тип баш вата башланы.
– Тараҡанға барып ҡара, уның тракторы ватыҡ түгел, шикелле.
– Ҡуйсы әле, Тараҡанға төшкән көнөм бармы. Уны бит беләһең, инәлтергә ярата. Ана, теге аҙнала Ҡарышлауыҡҡа бесән килтергәйне, дүрт мең һораған. Хәҙер үк дауай тип тик тора, ти. Ҡарышлауыҡ аптыраған көндән Әмерикәнистән алып торған.
– Улай булғас, туп-тура Мыжыҡҡа бар. Машинаһында «һә» тигәнсә алып килер.
– Уны үҙем дә уйлағайным да ул. Тик Мыжыҡтың «тимер аты» ватыҡ бит әле. Ни эшләп ҡарарға икән?
– Әтү һин, Кәзә дуҫ, Зәңгәр Йылан күршеңә ин. Уның аты шәп бит ул. Ана, теге көндә Ученыйға бер йөк таш алып ҡайтты.
– Әллә, әллә… Хаҡын түләмәһәң, кире бора ла сығара бит ул. Кисә Ҡыйышбашты шулай итте…
Хайуандар донъяһының исемлеге буйлап күпме генә йөрөмәһендәр Кәзәне тыңларҙайҙы тапманылар. Күрәһең, ауылдаштары уға исемде белмәй һайламаған, үҙе лә бит башҡаларҙы тыңлап бармай, тиҫкәреләнеп, кәзәләнеп тик тора. Бәхетенә күрә, юл ыңғайы тип, Ҡырмыҫҡа «УАЗ»игында быҙауҙы алып ҡайтҡан. Быҙау күтәргән Ҡырмыҫҡаның йортона инеп килгәнен күргәс, Кәзә хатта бер аҙға юғалып ҡалды...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 496

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 515

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 603

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 775

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 624

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 610

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 853

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 108

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 198

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 165

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 175