Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Риф БИКБАЕВ: "Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ"
Риф БИКБАЕВ: "Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ"Диск-кассета һатылған магазинға инеү менән ғәҙәтемсә башҡорт йырҙары тупланғандарын йырлатып ҡарауҙарын да үтенәм. Күптән түгел "Булмаһын юғалтыуҙар" исемле диск иғтибарымды йәлеп итте. Ентекләберәк ҡарайым, баҡтиһәң, авторы – йырсы, гармунсы, алып барыусы Риф Бикбаев. Алда әйтеүемсә, тирә-яҡҡа үҙебеҙҙең йыр-моң ағылһын тигән ниәттән бер нисә минут тыңлап торҙом. Ә инде һатып алғас, өйҙә яңғыратып кинәндем.
Был – йырсының тәүге ижад емеше, унда егермегә яҡын йыр тупланған, бынан тыш бейеү көйҙәре лә бар. Бына бит бер тоҫҡауҙа ике ҡуянды атҡан! Быйыл тағы бер диск сығарырға уйлай икән. Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, танышым үҙенең ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошо менән даими ҡыҙыҡһына, ең һыҙғанып ижад итә. Түбәндә Риф Бикбаев менән ошо хаҡта әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Һеҙҙе белем усаҡтарына осрашыуҙарға йыш саҡыралар. Балаларҙың бөгөн ниндәй сифаттары бигерәк тә иғтибарығыҙҙы йәлеп итә?
– Һәләтһеҙ бала булмай, тиҙәр. Гимназия-мәктәптәргә ни тиклем күберәк йөрөйөм, шул тиклем быға тәрәнерәк төшөнәм. Малай һәм ҡыҙҙарҙың төп эше, әлбиттә, уҡыу. Инженер, мөғәллим, шул уҡ бейеүсе, йырсы һәм башҡа һөнәр эйәһе булыр өсөн дә берәү ҙә мәктәп программаһынан артта ҡалырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта кемдер тасуири шиғыр һөйләргә әүәҫ, икенселәр күңелдәргә үтеп инерлек итеп йыр һуҙа, бүтәндәр йөрәктәрҙе елкендереп бейергә ярата, гармун тартыусылар ҙа бихисап икән, был насармы ни?! Ғалимдар раҫлауынса, бәләкәйҙән төрлө яҡлап үҫешкән бала ҙур үҫкәс үҙенең мөмкинлектәрен киңерәк тә, тулыраҡ та аса. Зирәк ҡыҙҙар, отҡор малайҙар, ғөмүмән, илгәҙәк балалар араһында йөрөүем менән бәхетлемен.
– Бала күңелен аҡ ҡағыҙ менән сағыштыралар. Риф Ғариф улы, уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа ниндәй маҡсатты күҙ уңында тотаһығыҙ?
– Эйе, шулай. Беренсенән, халҡыбыҙҙың аҫыл йыр-моңдарын балаларға еткереү һәм таратыу – мөҡәддәс бурысым. Үҙем йырсы булараҡ, тәжрибәмде башҡарған йырҙарым аша таратыу айырыуса күңелле, еңел. Быны маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ. Икенсенән, тәрбиәүи баҫым яһарға тырышам. Мәҫәлән, милләт-ара дуҫлыҡҡа дан йырлауға, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыуға бағышланған, ололарға хөрмәт күрһәтеүгә, кескәйҙәргә кеселекле булырға өйрәткән йырҙарым күп. Өсөнсөнән, һәр саҡ сәләмәт тормошто пропагандалайым.
Һәр кемдең эске ниәте була – урындарҙа таланттарҙы эҙләүем шуға асыҡ миҫал.
Мәктәп тигәндән, бөтә башланғыстарымды ла хуплап, кәңәшенән өҙмәгән республикабыҙҙың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Үҙем яҙған йырҙар "Сорғояз", "Гармун моңдары" һәм башҡаларҙы һәммәһе яратып ҡабул итә. Бынан тыш "Дуҫтар булып ҡалайыҡ", "Булмаһын юғалтыуҙар", "Үтмәй торһон әле йәшлек йылдарыбыҙ", "Үҙең бүләк" тә йыш яңғырай сәхнәлә.
Ғөмүмән, үҙенең эске донъяһына бикләнгән үҫмерҙә, ғәҙәттә, битарафлыҡ сәскә атыусан. Ә уға асҡысты нисек яратырға? Класта нисә бала бар, кисәлә һәр береһен уйнатырға тырышам. Ни өсөн ошо ысулды ҡулланам? Ул көсөргәнешлекте кәметә, был алымдың тәьҫире ифрат көслө. Һөйләшеүгә саҡырам, йүнәлешле һорауҙар бирәм. Күп тә үтмәй, класс уянып китә...
– Уны дәрес-уйын тип аңларға мөмкинме?
– Нәҡ шулай. Ә төштән һуң һәм кискеһен ауыл клубында концерт-уйын гөрләп дауам итә.
– Теге ваҡыт шылтыратҡанда, Ғафури яҡтарындамын, тигәйнегеҙ. Ысынлап та, һәр саҡ юлдаһығыҙ. Ҡайһы ауылға аяҡ баҫманығыҙ, тип һораһам дөрөҫөрәк булыр...
– Сәйетбаба, Ҡаранйылға, Йөҙимән, Имәндәш, Ҡарағай, Бурлы, хәйер, һанап яфаланам... Хәтеремә төштө, Яңғыҙҡайын ауылында ғына булмағанмын. Тағы Красноусол башҡорт гимназияһы балалары менән осрашырға теләгем ҙур. Әйткәндәй, Ғафуриҙан тыш Белорет районын арҡырыға-буйға киҫтем, йәнә Әбйәлил районының яртыһын йөрөп сыҡтым. Үҙемдең тыуған төйәгем – Күгәрсен тураһында телгә алып тораһы ла түгел. Киләсәктә иһә Әлшәй, Илеш, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Туймазы райондарына сәфәр сығырға уйлайым.
– Димселәр клубын асыу уйы менән дә янаһығыҙ шикелле?
– Беләһеңме, Илдар, арабыҙҙа яңғыҙҙарҙың ишәйә барыуы күҙгә ташлана. Уларҙың күбеһе әлеге лә баяғы йомоҡ, баҫалҡы, хатта күтәрелеп ҡарарға ла тартына, кемгәлер тәҡдим яһауҙы әйтәһе лә түгел, ә икенсе яртыһын эҙләүҙәре йөҙөнә сыҡҡан. Бына уларҙы ҡауыштырыу маҡсатын да үҙемдең иңемә алырға ине. Көтөп тор, барыһын да асып һалмайыҡ...
– Изге эштәрҙе тормошҡа ашырғанда кемдәр һеҙгә терәк-таяныс?
– Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәрме әле? Шулай бер сәфәрҙә Баймаҡ тарафтарында йәшәгән йырсы Юлдаш Хәсәновты осраттым. Сираттағыһында Әлшәй районынан шағир Флүр Әхмәтгәрәев менән таныштым. Беребеҙ – Йылайыр, икенсебеҙ – Дим, өсөнсөбөҙ Оло Эйек һыуын эсеп үҫкәнбеҙ йәки төрлө яҡтанбыҙ, әммә һүҙҙәр беректе, уй-ниәттәр уртаҡҡа әйләнде. Хәҙер айырылмаҫ өс тағанға әйләндек.
– Риф Ғариф улы, киләсәктә лә ижад итеүҙән туҡтамағыҙ, бала-саға күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүҙе дауам итегеҙ!

И. МӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513