Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Виноград та үҫә беҙҙә
И.Г. Клименко исемендәге Бөтә Рәсәй иген культуралары ғилми-тикшеренеү институтында ошо йүнәлештә эшләгән учреждениеларҙың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған кәңәшмә үткәрелде. Унда аграр өлкәгә ҡараған 22 ғилми учреждение, шул иҫәптән Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ла ҡатнашты.

Директор В. Шириевтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ә институттың 2013 йылдағы эшмәкәрлеге юғары баһа алды. Ғалимдарҙың селекция, орлоҡсолоҡ, ер эшкәртеү, үҫемлектәрҙе һаҡлау, йылҡысылыҡ һәм малсылыҡтың башҡа тармаҡтарындағы уңыштары иғтибарҙы йәлеп итте.
Быйыл институт селекция өлкәһендә өс патент алыуға өлгәште, ҡаҙаныштар буйынса Рәсәй Дәүләт реестрына яҙғы бойҙайҙың "экада-109", ҡарабойҙайҙың "землячка", күстерәнең "Шишмә-4", ҡара ҡарағаттың "Шишмә", ҡандала үләненең "уралочка " сорттары индерелде.
Грушаның "шатлыҡ", "первушино", крыжовниктың "ҡояшҡай" сорттары Рәсәйҙең Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһына ебәрелде. Башҡортостанда институттың селекция сорттары 1 миллиондан ашыу гектарҙа сәселә. 1 300 тонна юғары уңышлы иген культуралары, 75 тонна бер һәм күп йыллыҡ үлән, 25 мең емеш-еләк үҫентеһе етештерелде.
3 400 мең һумлыҡ дүрт инновацион программа уңышлы тормошҡа ашырылды. Шуларҙың береһен — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән төҙөлгән "Көньяҡ Урал райондарында ауыл хужалығы етештереүен ғилми нигеҙҙә алып барыу" дәүләт килешеүен — телгә алырға мөмкин.
Институттың емеш-еләк һәм виноград буйынса селекция үҙәгендә Кушнаренко районы етәкселеге менән берлектә беренсе тапҡыр "Кушнаренконың виноград тәлгәше" фестивале үткәрелде.
Быйыл институт ғалимдары ике китап, өс методик тәҡдим нәшер итте, 168 мәҡәлә баҫтырҙы, Мәскәүҙәге ХIII Рәсәй "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһендә бер алтын, ике көмөш миҙал, өс диплом менән бүләкләнде. Ғөмүмән, 2013 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса ғилми эшләнмәләре һигеҙ миҙал (ике алтын, дүрт көмөш, ике бронза) һәм 10 дипломға лайыҡ булды.
Рәсәй ауыл хужалығы академияһы вице-президенты академик И.В. Савченконың йомғаҡлау телмәрендә институттың ҡаҙаныштарына юғары баһа бирелде. Кәңәшмәлә Рәсәй агросәнәғәт комплексын ғилми йәһәттән тәьмин итеүҙә инновацион алымдарҙы тиҙләтеү, һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде.

Ә. СӘХИБГӘРӘЕВ,
Башҡортостан ауыл хужалығы
ғилми-тикшеренеү институты
директорының беренсе урынбаҫары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510