Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сал тауҙарым, үҙәндәрем Һаҡлай тарих, ер йәмен
Сал тауҙарым, үҙәндәрем Һаҡлай тарих, ер йәменБеренсе тапҡыр был датаны Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башланылар. 1916 йылдың 11 ғинуарында Рәсәйҙә тәүге “Баргузин” дәүләт ҡурсаулығы булдырылған.

Дәүләт кимәлендәге тәүге ҡурсаулыҡ Байкалдағы Баргузин кешен һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Бөгөн ул Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы өлгөләренең береһе һанала.
Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанда 101 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был — илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.
Башҡортостан биләмәһендә “Башҡорт дәүләт тәбиғәт”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал” тигән өс ҡурсаулыҡ менән “Башҡортостан” милли паркы урынлашҡан.
“Башҡорт дәүләт тәбиғәт” ҡурсаулығы республикала боронғоларҙан һанала һәм федераль статусҡа эйә. Ул 1929 йылда ойошторолған. Ҡурсаулыҡ республиканың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарына ҡараған ерҙәрҙе биләй. Дөйөм майҙаны – 49 609 гектар. Ул тәбиғәт процестарының, күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, типик, уникаль экология системаларын өйрәнеү, һаҡлау өсөн булдырылған.
Бында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле үҫемлек булыуы билдәле. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең – 77, ҡыяҡлыларҙың – 58, рауза сәскәлеләренең – 45, ҡәнәферҙәрҙең – 39, ҡуҙаҡлыларҙың – 33, күрәнлеләрҙең – 26, сиражлыларҙың – 24, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө бар.
Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡатнаш урман үҫә. Һыу буйҙары туғай үҫемлектәре менән ҡапланған, урыны менән уларҙы тал, ерек һәм муйыл ағастары алмаштыра. Һөҙәк, һарҡыу тау битләүҙәрен ҡайын, уҫаҡ ағастары күп булған япраҡлы урман ҡаплаған, аралаш ҡарағайҙар күренә. Был урмандарҙа туғай үләндәре, ваҡ ҡыуаҡлыҡ ҡаплаған аҡландар күп. Текә, ташлы-ҡаялы тау итәктәрен башлыса ҡарағай, урыны менән япраҡлы ағастар баҫҡан.
Ҡурсаулыҡтың йәнлектәр донъяһы ла бай. Умыртҡалыларҙың 250 төрө, шул иҫәптән һөтимәрҙәрҙең 52 төрө, 17 балыҡ төрө һәм өс ер-һыу хайуандары менән алты төр һөйрәлеүсе, 192 төр ҡош көн итә.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы 1959 йылда “Башҡорт дәүләт тәбиғәт” ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп булдырылған, ә 1986 йылдан алып ул үҙаллыға әйләнгән. Дөйөм майҙаны — 22 531 гектар. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың бейек булмаған тауҙар өлөшөндә — республиканың Бөрйән районына ҡараған ерҙәрендә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Үҙенсәлекле символы булып 14,5 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәре булған 2,7 километрлыҡ Шүлгән мәмерйәһе тора. Район флораһы 800-ҙән ашыу юғары үҫемлектәр төрөнән ғибәрәт, шулар иҫәбендә 12 төрлө ағас, 27 төр ҡыуаҡлыҡ бар. 40 төр — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына, 24-е Рәсәйҙекенә индерелгән.
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан. Ул 1978 йылда ойошторолған. Был ҡурсаулыҡ Белорет, Ҡатау-Ивановск, Магнитогорск кеүек эре сәнәғәт үҙәктәрен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың экологияһын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ул һунар ителә торған йәнлектәр төрөнөң күптәре өсөн резерват кеүек, уларҙың иҫәбен арттырырға булышлыҡ итә.
Башҡортостанда тағы бер милли парк – “Башҡортостан” бар. Ул Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында —Нөгөш һәм Ағиҙел араһында, шулай уҡ уға сиктәш Йылайыр яҫы таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Уның төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр оҙонлоғо 30 километр тирәһе. Дөйөм майҙаны — 82,3 гектар. Көнсығыштан милли парк “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән сиктәш. Сик оҙонлоғо 40 километр тирәһе. Парк биләмәһендә өс тәбиғәт һәйкәле бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518