Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартайғанда тәүфиҡ бир
Эй ҡабалана инем ул йәкшәмбелә. Көнө буйы өйҙә тороп булманы, ә иртәгә – сираттағы эш көнө. Ҡырылмаһа ҡырҡ эш көтә үҙемде. Баҙарҙан сығып, йортома тиклем ун биш минутлыҡ юлды йәйәү үтергә булдым. Илле метр киттемме-юҡмы, ике ҡулына ла тоҡсай тотҡан һәләмә генә кейемле мосолман әбейе туҡтатып һүҙ ҡушты:

– Ҡыҙым, магазинға сыҡҡайным, ҡайтыр юлдан яҙҙым. Запорожье тыҡрығы ҡайҙа икән? Хәтерем менән әллә ни булды шул...
Был биҫтәгә яңыраҡ күсенгәс, бик белеп бөтмәйем урамдарҙы. Ысынлап та, ҡайҙа икән? Яҡында шәхси өйҙәр бихисап, оло юлға арҡыры тыҡрыҡтарҙы ҡарап барайым әле. Әбейҙе эйәртеп алға киттем. Юҡ бит Запорожье тигән исемлеһе! Үткән-һүткән берәү ярҙам итә алмай, исмаһам. Аптырап, юлдашыма атлай торорға ҡуштым да яҡындағы автомобиль запчастары магазинына индем. Һатыусы менән һатып алыусыларҙың береһе лә белмәй беҙ эҙләгән урамды.
Улар эргәһенән сығыуыма әбейем әллә ҡайҙа еткән! Артабан мин йәшәгән урам башлана, унан – ҡала сите, ул яҡта теге тыҡрыҡ юҡ. Саҡ ҡыуып етеп, тәфсирләп һораштыра башланым. Улым, киленем, ейәнем бар, әле береһе лә өйҙә юҡ, ти. Башҡа бер нимә лә әйтә алмай, тутыйғош кеүек адресын ғына ҡабатлап тик тора. Ярай әле уныһын иҫләй, табырбыҙ, тим. Телефонығыҙ бармы, тип һорайым. Йәнәһе, балаларының номерын табып, шылтыратып ҡарармын. Йоҡаҡ, иҫке генә плащының кеҫәһенә ҡулын тығып, асҡыс ҡына һәрмәп сығарҙы: “Бына”. Аһ, домофон асҡысы бар бит, тимәк, йорто күп ҡатлы, ә был тирәлә ундайҙар юҡ. Алыҫ киткән, ахыры. Кеҫә телефонымдан балаларыма шылтыратам: “Тиҙ генә компьютерҙа Интернетҡа инеп, фәлән тыҡрыҡты, фәлән өйҙө табығыҙ ҙа ҡайһы тирәлә икәнен әйтегеҙ!” Ул арала уҙып барған йәш ғаиләне туҡтаттым. Ир кеше смартфонын сығарып, картанан кәрәкле адресты эҙләй башланы. Ярҙам ике яҡтан да бер юлы килде. Бәй, әбейҙең йорто бынан өс саҡрымдай алыҫлыҡта бит! Магазиндан сыҡҡас, кире яҡҡа киткән икән...
Һыуыҡта тороп, әбейем дер ҡалтырап өшөй башланы. Мин дә туңдым. Туҡталышҡа ла йыраҡ әле. Ҡулыма уның ҡарабойҙай ярмаһы, картуф, көнбағыш майы һалынған шыптырҙарын алып, кирегә атланыҡ. Баҙарға барып етеүгә, полиция машинаһын күреп ҡалдым. Вәт, рәхмәт яуғыры! Йәһәтләп тәртип һаҡсыларына хәлде аңлатып бирҙем. Улар әбейҙе илтеп ҡуйырға булды. Бисараны “УАЗ”икка ултыртып, әйберҙәрен янына ҡуйҙым. “Ә һин бармайһыңмы ни?” – ти бер ҡатлы ғына итеп юлдашым. “Миңә ҡайтырға кәрәк шул”, – тим.
Полиция машинаһын күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым. Иҫе иләҫ-миләҫ булып киткән әбейҙе йәлләп, ярай аҙашып йөрөп бәләгә тарыманы, тип еңел һуланым.
Беҙ бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙең: “Эй, Илаһым, ҡартайған көндә тәүфиҡ бир”, – тигәндәрен аңламай торғайныҡ. “Ҡартайғанда аҡыл да, тәжрибә лә етерлек була, тәүфиғың да арта ғына, кәмеп китмәй инде ул”, – ти инек. Әҙәм яҙмыштары борма-борма, һикәлтәле. Кәмей ҙә, юғала ла икән шул.
Эй, Хоҙайым, ҡартайғанда тәүфиҡ бир...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840